01.10.2018 Йондоҙнамә (1-7 октябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала шәхси тормошоғоҙҙа ниндәйҙер үҙгәрештәр булыуы ихтимал. Шулай ҙа йондоҙҙар аҙна барышында мәжлестәрҙән, төрлө тамашанан ваҡытлыса тыйылырға ҡуша. Һеҙҙе өмөтлө осраҡлы танышлыҡ көтә. Йомала бик кәрәкле кәңәш ишетерһегеҙ, буғай.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна барышында аҡсағыҙҙы уйлап тотоноғоҙ. Йондоҙҙар матди ҡыйынлыҡтарҙың оҙаҡҡа һуҙыласағын фаразлай. Кәрәкмәгән аралашыуҙарҙан, буш һөйләшеүҙәрҙән дә тыйылығыҙ. Шаршамбыла тейешле урынға һуңлауығыҙ ихтимал, иғтибарлы булығыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Осор бигүк тыныс булырға оҡшамай. Эш урынығыҙҙа төрлө ығы-зығы күбәйер. Дошмандарығыҙ ҙа ваҡытлыса йәнләнеп китер. Был арала ниндәйҙер хәл итә алмаҫлыҡ эш йөкмәтеүҙәре бар. Ләкин үҙегеҙҙе тыныс һәм ышаныслы тотһағыҙ, хәлегеҙ бик тиҙ һәйбәтләнер.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Бәғзеләрҙең өйҙә лә, эштә лә тәртип урынлаштырыу теләге көсәйер. Ошо арҡала яҡындағылар менән ҡаршылыҡтар килеп сығыуы ла ихтимал. Шаршамбыла аҡса менән һаҡ эш итегеҙ, һис тә кәрәкмәгән сығымдар булыуы мөмкин. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – йома һәм йәкшәмбе.
Буға (21.04 – 21.05)
Элекке көсөргәнешлек бер аҙ кәмер һымаҡ. Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ артыр, яҡындағы маҡсаттарығыҙ асыҡланыр. Аҙна барышында элекке таныштарығыҙҙан кемдер үҙе хаҡында белдерер. Был һеҙҙең өсөн әллә ни ҡыуаныслы булмаҫ. Ҡалған көндәр иһә тыныс үтер.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Мәл үткән ваҡиғаларға баһа биреү, уларҙан фәһем алыу өсөн уңайлы. Тап ошо арала ниндәйҙер серле эшегеҙ уңышлы тамамланыр. Уның хаҡында күптәр белмәй ҙә ине һымаҡ, хәҙер хәбәр итергә лә мөмкиндер. Ғәмүмән, аҙнанан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна барышында файҙалы аралашыуҙар күбәйер. Вазифа буйынса юғарыраҡ торғандар менән бигерәк тә иғтибарлы булығыҙ. Өмөтлө яңы танышлыҡ булдырырһығыҙ кеүек. Шаршамбыла етди ашығыс аҙымдар яһауҙан тыйылығыҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Һәйбәт көндәр. Иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар ҙа булыр, моғайын. Күптәрҙең аралашыу даирәһе киңәйер. Эшегеҙҙә яңы кешеләр пәйҙә булыуы, ғөмүмән, файҙа килтерер. Кемдер ниндәйҙер күптәнге бәйләнеште лә яңыртып ебәрер. Аҙнаның икенсе яртыһында сәфәргә сығырһығыҙ һымаҡ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Бөтә эшегеҙ яй барған кеүек тойолор. Бар осраҡта ла иғтибарлы булырға тырышығыҙ. Был арала бәғзеләргә ниндәйҙер хаттар яҙырға тура килер. Әйткәндәй, улар файҙа бирмәҫ. Мәл яңы эш эҙләү өсөн уңайлы.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна араһында мөһим ҡағыҙҙар менән бәйле эштәр бигерәк тә яҡшы барыр. Ижад менән шөғөлләнгәндәр ҙә мотлаҡ уңыр. Күптәр эштә лә, өйҙә лә бер аҙ тәртип урынлаштыра алыр, моғайын. Осор шәхси мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу өсөн уңайлы.
Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна һеҙгә юғалтыуҙар, уйламаған сығымдар менән янай. Был йәһәттән шишәмбе һәм шәмбелә үтә иғтибарлы булырға, аҡса менән һаҡ эш итергә кәңәш ителә. Йомала тәжрибәле кешенең кәңәшенә ҡолаҡ һалһағыҙ, бигерәк тә һәйбәт булыр ине.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Матди мәсьәләләр даими борсоп торор. Шулай ҙа иң мөһим эштәрегеҙҙе туҡтамайынса дауам итергә тырышығыҙ. Шаршамбыла эш урынында ниндәйҙер дәғүә килеп сығыр. Унда ҡатнашмауығыҙ хәйерле. Был арала етәкселәр күҙенә артыҡ салынмағыҙ.