RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мөхәббәт һәм нәфрәт... һәм кредит

18.09.2018 Мөхәббәт һәм нәфрәт... һәм кредит

Мөхәббәт һәм нәфрәт...  һәм кредит
... – Алло?
– Тыңла бында: тағы ла бер тапҡыр шылтыратһаң, миңә, йә кәләшемә, үҙеңә ҡарап үпкәлә, ялҡауым килмәйәсәк, килеп бәргеләйәсәкмен! Үлтерәсәкмен, ишеттеңме?! – аҡырып бөтөү менән трубканы бәрҙеләр. Трубканы бәргән айыуҙай егет, Альберт һүҙҙәрҙе, әлбиттә, һайлап торманы, ҡаты итеп һүгенеү ҡатыш янаны: “Үл-те-рә-сәк-мен!” Ирҙең тауышынан, янауҙарынан йәш кенә, нәҙек Дилбәр исемле һылыу ҡыҙ шаңҡыһа ла, һыр бирмәҫ өсөн ирендәрен ҡымтыны һәм: “Һинән кем ҡурҡып торһон!” – тип ҡысҡырып өлгөрҙө.
Ошо юлдарҙы уҡығанда, егет менән ҡыҙ араһындағы мөнәсәбәттәр күҙ алдына баҫҡандыр, кемдең нимәгә фантазияһы етеп, мөхәббәт өсмөйөшөнә ҡәҙәр уйлаусылар булғандыр. Ләкин ысынында иһә улар араһында һис ҡасан һөйөү булманы һәм булмаясаҡ та. Ҡасандыр, бәлки, ихтирам булғандыр, әммә әле уларҙы тик нәфрәт берләштерә. Нәфрәт һәм кредит.

Һөйөү
Ә бит ошо шылтыратыуға тиклем бер нисә йыл элек был ваҡиғалар һөйөүҙән башлан­ғайны. Альберт менән Дилбәрҙең бер туған апаһы Гөлдәрҙең мөхәббәтенән. Гөл­дәрҙең гүзәллегенән күҙ ҡамаша ине. Ундай затлы һылыу ҡыҙҙар меңдәргә берәү генә була: бар булмышынан нур һирпелгән ҙур күҙле гүзәлкәй бик һөйкөмлө лә, тәрбиәле лә, аҡыллы ла ине. Бәләкәйҙән белемгә ынтылған Гөлдәр мәктәптә лә, һуңынан юғары уҡыу йортонда ла тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшә. Уның өсөн күптәр йән ата. Ә теләгән егетте үҙенә ҡаратырлыҡ Гөлдәрҙең күҙе Альбертҡа төшә. Ғашиҡ булмаҫлыҡ түгел шул уныһы ла: килеп сибәр, буйсан, хәбәрсән. Ғәҙәттә, ир-егеттәр Гөлдәрҙе күреп, һоҡланыуҙан телен йотһа, Альберт, киреһенсә, һандуғасты уҙҙырып һайрай: “Һинһеҙ йәшәй алмайым, өйләнешәбеҙ!” Ләкин егеттең күркәм тышҡы ҡиәфәтенән, татлы теленән бигерәк йомшаҡ, мәрхәмәтле Гөлдәрҙе уның яралы күңеле үҙенә ылыҡтыра: имен булмаған ғаиләлә үҫкән Альбертты ныҡ йәлләй, һөйөүе лә шул көслө хис-тойғоға ҡорола. Гөлдәр үҙе бик татыу ғаиләлә яратып һәм яратылып ҡына үҫкән бала. Ата-әсәһе – бер-береһе өсөн дә, балалары өсөн дә өҙөлөп торған ихтирамлы, абруйлы кешеләр. Егәрлеләрҙең донъялары етеш, бөтөн, киләсәктәре ышаныслы. Гөлдәр егетен өйөнә алып ҡайтып, ата-әсәһе менән таныштырғас, буласаҡ кейәү ҡайны-ҡәйнә йөрәгенә лә асҡыс таба. Гөлдәр уҡып бөтөү менән туй үткәрергә һөйләшеп килешәләр.

Фажиғә
Абруйлы университетты уңышлы тамамлап, ҡыҙыл диплом алып ҡайтҡан Гөлдәр кер йыуып йөрөгәндә, әсәһе бергә ҡалаға барыр­ға тәҡдим итә:
– Әбейеңә еләк алып барабыҙ, әйҙә, беҙҙең менән бергә йөрөп кил.
Гөлдәр баш тарта:
– Барғым килмәй. Керем дә йыуылып бөтмәгән, эшемде ярты юлда ташлап китмәйем инде, әсәй.
– Аҙаҡ та йыуып бөтөрһөң әле. Бергә-бергә йөрөп киләйек, – ҡыҙын һағынып көтөп алған әсә кеше балаһынан бер ҙә айырылырға теләмәй.
– Юҡ, әсәй, үҙегеҙ генә барып килегеҙ, өйҙә булайым, – ти Гөлдәр.
– Ярай, әләйһә, – тип ризалаша әсә. – Оҙаҡламаҫбыҙ.
Инде йыйынып, машинаға ултырышҡас, көтөп тороғоҙ, тип Гөлдәр йүгереп килеп сыға:
– Эй, эш ғүмерҙә лә бөтмәҫ, барайым әле һеҙҙең менән.
Юлда китеп барғандарында алдағы “Нива” сәйер күренә.
– Йә һулға тартамы шул, йә туҡтай бирә лә, кинәт алға һикерәме... – тип аптыраған атай кеше “Нива”ны урап үтергә ҡарар итә. Уның газға баҫыуы була, “Нива”, шуны ғына көтөп торғандай, кинәт юлдарын ҡыя. Бер ни ҙә уйлап та, эшләп тә өлгөрмәйҙәр – бәреләләр. Ҡот осҡос ауыртыуҙан әсә кеше иҫен юғалта. “Тиҙ ярҙам” килгәнгә тиклем һушына килә лә, ерҙә ҡанға батып туҙырап ятҡан ҡыҙғынаһын күреүҙән йөрәге туҡтай яҙа. Ҡурҡыуҙан, ауыртыуҙан төҫө ҡасҡан бәләкәй малайы ла тарамыштарҙа ғына эленеп торған ҡулын тотоп нишләргә белмәй баҫып тора. Битенә ямғыр кеүек ҡаны шаптырлап аҡҡанға ҡатын башын һәрмәп ҡарай. Баш тиреһе тулыһынса тиерлек һыҙырылып, сәсе менән ситкә һәленеп төшкәненә сәйерһенә... Ире еңел йәрәхәттәр ала. Хәйер, еңелме икән? Ҡыҙының үлемендә үҙен ғәйепләгән атайҙың ниндәй тәрән ғазап уттарында яныуын күҙ алдына ла килтереүе ҡурҡыныс...
– Беҙҙе дауаханаға килтерҙеләр. Ҡыҙымды айырым алып киттеләр, минең башты тектеләр, улымды операцияға әҙерләнеләр. Мин балалар янында ҡалайым, һин ҡайт, тине ирем. Ҡайттым. Баш үлтереп һыҙлай. Унан бигерәк йөрәк һыҙлай. Балаларҙы уйлап, йөрәккә ҡан һауа ғына. Балаҡайҙарым терелеп китһен инде, тип ялбарҙым. Тик ҡыҙым юлда уҡ йән биргән булған. Беҙгә әйтмәгәндәр... Әлдә Дилбәребеҙ ул саҡта беҙҙең менән бергә булманы, практикала ине.
Юл фажиғәһен тикшергән тәфтишсе, аварияла “Нива”ныҡылар ғәйепле, уларҙы судҡа бирә алаһығыҙ, тиһә лә, судҡа бирмәнек. Судлашып та, ҡыҙымды кире ҡайтарып булмаясаҡ бит. Миллион һумдар ҙа уны терелтмәйәсәк. Һәм үҙебеҙҙең ише ябай ауыл кешеһенән нисек ҡайырып аҡса алмаҡ кәрәк?! Рәнйетеп... Асыҡланыуынса, “Нива”ның хужаһы ул көндө эсеп, рулгә үҙенең бәлиғ булмаған ҡыҙын ултыртҡан. Ә ул ҡыҙ шуғаса бер тапҡыр ҙа машина йөрөтмәгән. Көҙгөгә ҡарамайынса рулде һулға бороп, беҙҙең алға килеп сыҡтылар ҙа инде. Уларға бер ни ҙә булмаған, сыйылмағандар ҙа, ә беҙҙең машина ла, тормошобоҙ ҙа бәрелеүҙән селпәрәмә килде. Һуңынан килеп, ғәфү ҙә үтенмәнеләр. Бәлки, килеп күҙебеҙгә ҡарарға ҡурҡҡандарҙыр, бәлки, оялғандар­ҙыр. Беҙ үҙебеҙҙе шулай йыуатабыҙ. Моғайын да, ҡаты бәғерле әҙәмдәр түгел­дәрҙер, тип.
– Бер ниндәй ҙә һиҙемләү булманы, – тип күҙ йәшен эсенә йотоп, саҡ һүҙен дауам итә өс бала әсәһе. – Алдан әҙ генә йөрәк тертләһә, йә ҡаҡһа, баламды бер ҡайҙа ла алып бармаҫ, киреһенсә, көсләп өйҙә ҡалдырыр инем дә бит... Йөрөтмәҫ инем балаҡайғынамды...
Фажиғә хаҡындағы хәбәр йәшен тиҙлегендәй тарала. Кемдәрҙер сит илдә практика үткән Дилбәргә, атай-әсәйеңдәр аварияға тарыған, ҡайтыр инең, тип социаль селтәр аша яҙа, баш ҡалала туйға аҡса эшләгән Альбертҡа ла ҡот осҡос яңылыҡты еткерәләр. Йәйҙең, отпускыларҙың иң ҡыҙыу мәлендә билеттар булмай, Дилбәр ниндәйҙер мөғжизә менән генә ҡайтып етә. Альберт та йыназаға өлгөрә, мәрхүмәнең курсташтары, дуҫтары, иптәштәре йыйыла. Көтөлмәгән ауыр ҡайғы барыһын да телһеҙ итә. Гөлдәрҙең иң яҡын, оҙаҡ йылдар дуҫлашҡан, бергә уҡыған, бер бүлмәлә йәшәгән Сәлимә исемле әхирәте түгелеп илай. Үҙҙәре аңҡы-тиңке йөрөгән ата-әсә уны, Альбертты йыуата: “Ныҡ булайыҡ. Һеҙ беҙгә үҙ балаларыбыҙ кеүек, онотмағыҙ, килеп йөрөгөҙ, һеҙҙең өсөн ишектәр һәр ваҡыт асыҡ”.
Ә бер аҙҙан уларға банктан ҙур сумма кредит түләүҙе талап иткән ҡағыҙ килә. Аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай тәьҫир итә ул. Сөнки ул кредитты Гөлдәр иҫән сағында Альберт өсөн алған була.

Бурыс
Әүәлдән еңел генә аҡса эшләргә хыял­ланған Альберт “намыҫ” тигән һүҙгә әллә ни ҙур әһәмиәт бирмәй, ахыры. Сөнки, мәҫәлән, үҙенең асылып һөйләүенсә, заманында таксист булып эшләгәнендә, иҫерек пассажир­ҙар машинала паспорт-фәләнен онотоп ҡалдырһа, ул тыныс ҡына барып, улар исеменә экспресс-кредиттар ҙа алып йөрөгән, документты хужаларына һатып та кире ҡайтарған. Яҙыҡ эштәргә яҡын йөрөгән егет Гөлдәр менән дуҫлашҡан мәлендә хоҡуҡ һаҡлау органдары күҙенә салынып, ҡулға ла алына. Ана шунда ул Гөлдәргә инәлеп, кредит алып, һаҡ аҫтынан сығырға ярҙам итеүен үтенә. Аҙаҡ, кредитты үҙем түләрмен, ҡотҡар, тип күҙенә мөлдөрәп ҡарап торған егеттең үтенесен изге йөрәкле ҡыҙ кире ҡаға алмай. Әммә Альберт иреккә сығыу менән биргән вәғәҙәләрен онота. Күп тә үтмәй, Гөлдәрҙең дә ғүмере фажиғәле өҙөлөп ҡуя. Ә кредит суммаһы ҡар өйөмө ише көндән-көн ҙурайып, бер көн килеп, Гөлдәрҙең ата-әсәһе башына ҡаплана.
– Тәүҙә Альбертҡа шылтыратҡас, ярай, түләрмен, тине, – әсә кеше һүҙен артабан дауам итте. – Әммә түләмәне. Бер көн, беҙгә түләүе ауыр, ике бала уҡытабыҙ, ағайың ғына эшләй, түлә, һинең өсөн алын­ған кредит бит, тигәйнем, “һин”ән һалдырып, ә ниңә һин дә эшләмәй­һең, эшкә сыҡ, өйҙә ултырма, тимәһенме! Унан һорап тормаҫ, эшләр ҙә инем, тик эше бармы һуң ауылда? Һеҙ минең яратҡан кешемде үлтерҙегеҙ, ти етмәһә. Шул тиклем ныҡ яратҡас, нишләп ике ай ҙа үтмәне, Сәлимә менән туй яһаны һуң? Элек Альберт гел дә, Сәлимә менән дуҫлашма, нимәгә һин уның менән дуҫлашаһың, тип Гөлдәргә бәйләнде, әхирәттәрҙең араһын һыуытырға маташты... Гөлдәр алдында үҙ-ара эт менән бесәй кеүектәр ине. Хәҙер, Сәлимә менән Альберттың араһында алдан уҡ яҡынлыҡ булған, тип уйлайбыҙ. Шуға ла балабыҙҙың һөйәге лә һыуынып бөтмәҫ борон өйләнештеләр. Сәлимәнең дә бит ата-әсәһе етеш, мул йәшәй, шуға Альберт йәһәт кенә йылы урынға оялай ҙа һалды. Тәүҙә Сәлимәгә, кемде һин яратаһың, ҡас ул әҙәм йоратынан, тип әйтке килһә лә, бер-береһенә тап киләләрҙер, тип ҡул һелтәнек. Ә бит Сәлимә лә, Альберт та Гөлдәр иҫән саҡта өйөбөҙгә килеп, йылы ашыбыҙҙы, бешергән икмәгемде ашап йөрөгән кешеләр... Иремдең эшендә аҡса менән өҙөклөктәр булып, осто-осҡа саҡ ялғай башлағас, Дилбәр Сәлимәнең номерын эҙләп табып (улар Гөлдәрҙең вафатынан һуң тиҙ генә номерҙарын алмаштырғайны) шылтыратты. Кредит тураһында һөйләп бирҙе. Сәлимә бер ни өндәшмәне, ләкин иренә ошаҡлаған: бер нисә минуттан Альберт шылтыратып, Дилбәргә төрлөсә итеп янаны, үлтерәсәкмен, тип ҡурҡытырға маташты. Ысынлап, ике итек бер пар икән. Ауыҙыбыҙҙан өҙөп, иремдең Себерҙә ауыр эштә һаулығын бөтөрөп, хәләл тирен түгеп тапҡан аҡсаһынан кеше өсөн кредит түләгән һайын, бар йәнем-тәнем менән тетрәнеп, рәнйейем. Шул мәлдә иң тәү сиратта үҙемдең һаулығыма зыян килтергәнемде лә аңлайым, әммә бер ни ҙә ҡыла алмайым. Рәнйеүем шундай көслө.
Киткәндәр артынан китеп булмай, артабан йәшәргә кәрәк, тип үҙебеҙҙе йыуатып, тормошто ялғап маташабыҙ. Ләкин ана шул кредит, Гөлдәрҙең иң яҡын әхирәте Сәлимәнең хыянаты, Альберттың намыҫһыҙлығы, хаялығы йөрәкте әрнетеп тик тора. Онотор ҙа инек, түләү ҡағыҙы килә лә етә, килә лә етә. Ниңә кеше шулай намыҫһыҙ, оятһыҙ була икән ул?! Нишләп Хоҙайҙан ҡурҡмайҙар? Эскерһеҙ балам, береһенең ата-әсәһе туң, икенсеһенеке бөтөнләй имен түгел, исмаһам, беҙҙә ысын ғаилә йылыһын тойһондар, тип Сәлимәне лә, Альбертты ла йәлләп, ихлас яратып, үҙ күреп, уларҙы гелән алып ҡайтып йөрөгәйне. Ә кәрәк булғанмы икән уларға был йылылыҡ?
Ни әйтәһең, бәндә генәме, хатта йылан да йылыға эйәләй, тинем, әсәнең һәр һүҙен йөрәгем аша үткәреп. Һөйөп кенә үҫтергән ғәзиз балаҡайғынаһын ҡара гүргә оҙатып, сит-ят әҙәмдең бурысын түләргә мәжбүр булған ата-әсәне йәлләүҙән үҙем дә иланым...

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
*Исемдәр үҙгәртелде.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»