RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (17-23 сентябрь)

17.09.2018 Йондоҙнамә (17-23 сентябрь)

Йондоҙнамә (17-23 сентябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Көсөргәнешле аҙна. Төп эшегеҙҙә өҫтәмә бурыс йөкмәтеүҙәре ихтимал. Ҡайһы саҡ башығыҙҙы күтәрергә лә форсат булмаҫ һымаҡ. Мөмкинлек табып, үҙегеҙгә бер аҙ ял бирергә тырышығыҙ. Матди ҡыйынлыҡтар дауам итер, ләкин тиҙҙән хәлегеҙ мотлаҡ һәйбәтләнер.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар килеп сығыр кеүек. Әгәр үҙегеҙҙе тыныс тотһағыҙ, барыһы ла һәйбәт буласаҡ. Был арала йондоҙҙар үҙгәрештәр менән булмаҫҡа ҡуша – уларҙы киләсәккә ҡалдырығыҙ. Кесе йомала ниндәйҙер өмөтлө танышлыҡ булдырырһығыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ҡәҙимге аҙна. Кәйефегеҙ ҙә яҡшы булыр, дәртегеҙ ҙә ташып торор. Ләкин өйҙәге мәшәҡәттәр эш итергә ҡамасаулар, моғайын. Шаршамбы буш һөйләшеүҙәр менән үтер. Күпселек осраҡта үҙ көсөгөҙгә генә таянырға тура килер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ҙур эштәрҙе, алыҫ киләсәккә маҡсаттарҙы әлегә ситкә ҡуйып торһағыҙ ҙа була. Бөгөнгө көн менән ҡәнәғәт булырға тырышығыҙ. Башланған эштәрегеҙҙе тамамлауға күберәк иғтибар бирегеҙ. Яҡын кешеләр менән аралашыуҙа һаҡ ҡыланығыҙ, юғиһә хәлдең үпкәләшеүгә тиклем етеүе бар.

Буға (21.04 – 21.05)
Йондоҙҙар иҫкәртә: был арала көсөгөҙҙө һәм мөмкинлектәрҙе дөрөҫ баһалау мөһим. Тағы бер кәңәш – яҡындарығыҙға үҙ фекерегеҙҙе тағырға ашыҡмағыҙ. Ошоларҙан сығып эш итһәгеҙ, аҙна барышында бер ниндәй ҙә кире ваҡиға булмаясаҡ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ваҡиғаларҙы ашыҡтырырға тырышмағыҙ, барыһы ла үҙ яйы менән барһын. Был арала бөтә эштәрегеҙ яйланған һымаҡ тойолор. Ҡайһы саҡта арыу ҙа һиҙерһегеҙ. Башланған эштәрегеҙҙе дауам итеү һеҙҙән байтаҡ тырышлыҡ талап итер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ күҙгә күренеп артыр. Ҡайһы бер борсоған һорауҙарға асыҡ яуап таба алырһығыҙ һымаҡ. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәрегеҙ мотлаҡ һәйбәтләнер. Һаулығығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ, артыҡ көсәнмәҫкә тырышығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна барышында ниндәйҙер танышлыҡ булдырырһығыҙ. Ул һеҙҙең өсөн уңайлы һәм файҙалы буласаҡ. Ваҡытығыҙ булмауы туғандар менән мөнәсәбәттәргә кире йоғонто яһар. Йондоҙҙар урманға йәки һыу буйына сығыу өсөн мөмкинлек табырға ҡуша.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Яҡын киләсәккә маҡсаттарығыҙ тураһында күпте һөйләргә ҡушылмай, дошмандарҙың эштәрегеҙгә ҡыҫылыуы мөмкин. Төп эшегеҙҙә артыҡ күҙгә салынмаҫҡа, башлаған эштәрегеҙҙе тамамларға тырышығыҙ. Тап был арала ниндәйҙер матди ярҙам йәки бүләк алыуығыҙ бар.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Уйламаған сығымдарҙың ҡапыл кеҫәгеҙгә “һуғыуы” мөмкин. Был хәлдең бер аҙ кәйефегеҙҙе лә боҙоуы ихтимал. Төрлө сәбәп арҡаһында шишәмбегә төҙөгән ҡайһы бер маҡсаттарығыҙ селпәрәмә килер. Шаршамбынан һуң бөтә эшегеҙ һәйбәт барыр. Бында таныштарығыҙҙың ярҙамы күп тейер.

Саян (24.10 – 22.11)
Шишәмбе ниндәйҙер көтөлмәгән юғалтыу кисерерһегеҙ, моғайын. Күптәр быны ваҡыт үткәс кенә аңлар. Был арала яҡшы таныш булмаған кешеләр менән һаҡ булырға кәңәш ителә. Яңы танышлыҡтар ҙа әллә ни файҙалы булмаҫ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Элек хәл ителмәгән мәсьәләләр йыш ҡына үҙҙәре тураһында һиҙҙереп торор. Был йәһәттән шишәмбе уңышлы түгел. Артабанғы осор әүҙем эш өсөн уңайлы. Йомала мөһим аҙымдар яһамаҫҡа ҡушыла. Сығымдарығыҙға ҡарата ла үтә иғтибарлы булығыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»