RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа

21.09.2018 Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа

Тормош – ҡуласа,  әйләндереп бер баҫаТормош – ҡуласа,  әйләндереп бер баҫа
Һәр кешенең үҙ хәҡиҡәте, әммә бөтә әҙәм өсөн уртаҡ, һәр кемдең ғүмерлек таянысы булған, бөтә хәүеф-хәтәрҙәрҙән ҡурсалай торған тағы бер хәҡиҡәт бар. Уның исеме – мөхәббәт. Ә уның һиңә ҡасан килерен Алла ғына беләлер...
Донъя – ҡуласа, тиҙәр. Танышым менән булған фәһемле хәл тураһында яҙмаҡсымын. Ул үҙенең тормошо хаҡында миңә бәйән иткәйне.
– Өс йыл элек «Бәйләнештә» селтәрендә теркәлеп, таныш-белештәр менән аралаша башланым. Яңы дуҫтар ҙа барлыҡҡа килде. Ирем дә унда ултыра. Үҙем уҡытыусы булып эшләйем, иптәшем вахта ысулы менән Себер юлдарын тапай. Ғаиләбеҙ башҡаларҙыҡынан бер нәмәһе менән айырылмай кеүек. Ҡыҙым мәктәптә уҡып йөрөй, улым – балалар баҡсаһында. Ирем вахтаға киткәндә «Бәйләнештә» селтәрендә үҙенең битенә «мин эштә» тип яҙып ҡуя, ҡайтып етһә, «өйҙә» тип үҙгәртә. Башта быға әллә ни иҫем дә китмәй торғайны. Дуҫтарын да, кем менән аралашыуын да һорашҡаным булманы.
Шулай бер көн бер ир йораты миңә «Бәйләнештә» селтәрендә серле хат ебәргән. Ул ҡатынының ирем менән аралашыуын, хатта осрашып йөрөүҙәрен дә түкмәй-сәсмәй яҙған. Был минең өсөн шаҡ ҡатырғыс хәбәр булды. Уның яҙғандарына ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәнем. Сөнки тормош иптәшем аҡсаһын тиненә тиклем алып ҡайта, тегендә-бында минһеҙ сығып йөрөмәй кеүек. Шулай ҙа был һүҙҙәр һағайтты. Әкренләп иремдең үҙен тотошон күҙәтә башланым, әммә бер ни һиҙелмәй кеүек тойолдо. Бер көн ул ваннаға инеп киткәс, тиҙ генә кеҫә телефонында соҡонорға тотондом. Тик унда ҡатмарлы паролдәр ҡуйылғайны. Нисек кенә баҫҡылаһам да, бер ни ҙә ҡарай алманым. Был мине тағы ла борсолдора төштө. Йөрәк атылып сығырҙай булып тибә башланы.
Үҙем төҫкә-башҡа матур ғына күренәм дә кеүек. Тик декрет ялынан һуң бер аҙ һимереп тә киттем, ахыры, тип уйландым. Балалар, мәктәптәге эш менән үҙемде ҡарарға онотоп та киткәнмен икән, тип үҙ-үҙемде әрләп тә алдым. Интернетта теге ҡатындың фотоларына күҙ һалдым. Һомғол буйлы, оҙон керпекле, һылыу ғына гүзәл затҡа ҡарап, күптәр ғашиҡ булырлыҡ та шул. Етмәһә, кейгән кейеме лә заманса, зауыҡлы, ирҙәрҙең һушын алырлыҡ, тигән һығымтаға килдем. Теге ир менән (уның исеме Артур булып сыҡты) яҙышырға тотондом. Барыбер тормош иптәшемдең миңә хыянат итеүенә ышанғы килмәне. Артур ирем менән үҙенең ҡатынының араһында барған яҙыуҙарҙы ебәрҙе. Шаҡ ҡатырлыҡ һүҙҙәр яҙыл­ғайны унда. Ирем уға ниндәй генә матур һүҙҙәр бағышламаған, хатта яратыуын да йәшермәгән. Был йөрәгемә уҡ кеүек ҡаҙалды. Ирем был ваҡытта эштә ине. Бер аҙна тирәһе йәнем ситтә, кәүҙәм генә үҙем менән йөрөгәндәй тойолдо. Бер кемде лә күрмәнем дә, ишетмәнем дә, ашау ҙа барманы, йоҡо ла ҡасты...
Эштә директорым үҙенә саҡыртып алып: «Берәй нәмә булдымы әллә, ауырыйһыңмы? Йөҙөң ҡара һөрөм кеүек ҡараңғыланған бит. Үҙеңде ҡулға ал. Уҡыусылар алдында үҙеңде лайыҡлы тот», – тине. «Бер ни ҙә булманы», – тип яуап ҡайтарҙым да сығып киттем. Бәҙрәфкә инеп, үкһеп-үкһеп иланым да, класыма йүнәлдем.
Ирем телефондан шылтыратһа ла, һөйләшергә ашыҡманым. Уны күргем дә, ишеткем дә килмәне. Кемгәлер зарымды һөйләргә кәрәк бит. Әхирәттәргә үҙ тормошомдоң аяныслы хәлдә икәнлеген белдергем килмәне. Артур менән яҙыша башланым. Изге күңелле әҙәм кеүек тойолдо. Ул, ҡатынының ирем менән сыуалһа ла, балалары хаҡына уны ташларға теләмәүе хаҡында яҙҙы. Был һүҙҙәрҙән һуң үҙемде ҡулға алып, нисек булған – шулай тормош дауам итһен тип, мин дә ирем менән араны боҙмаҫҡа булдым.
Артур менән ярты йыл тирәһе яҙышҡандан һуң, үҙемдең уға эҫенгәнемде аңланым. Үҙемде яҡшы яҡҡа үҙгәртергә теләп, бөҙрәханаға барып прическамды үҙгәрттем, ябыға башланым, яҡшы кейемдәр һатып алдым. Интернетҡа яңы фотоларымды һалдым. Артур ҙа миңә йылы һүҙҙәрен йәлләмәне. Шулай бер көн ул миңә, осрашайыҡ, тип тәҡдим яһаны. Бик теләһәм дә, ҡапыл ғына ыңғай яуап бирмәнем. Бер-ике көн уйлағас ҡына, ризалығымды белдерҙем. Минең ирем, ә уның ҡатыны булғас, йәшеренеп кенә кисен осрашырға булдыҡ.
Интернет аша аралашҡанда, бер-береңде күрмәгәс, оялмайһың икән. Ә әйтелгән урынға килгәс, ҡыйынһынып киттем, нимә әйтергә белмәй, ҡойолоп төштөм. Ул да бер аҙ ҡаушаңҡыраған кеүек. Бер-ике минут шулай торғандан һуң, ул миңә һүҙ ҡушты, хәлде һорашты. Телмәр йәнләнә башланы, көлөшөп тә алдыҡ. Нимә һөйләшкәнбеҙҙер – онотолған да инде хәҙер. Шулай ҙа был осрашыу бик оҡшаны. Йылы ғына итеп: «Тағы ла осрашырбыҙ», – тип һаубуллашып, мине таксиға ултыртып ебәрҙе.
Был төндө бөтөнләй йоҡламаным тиерлек. Уйым тик Артур тураһында ине. Уны яратыуымды аңланым. Иртәгәһен ул мине оҡшатыуын, тағы ла осрашырға теләүен яҙҙы. Көн аралаш күрешеп торҙоҡ, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәгәндәй тойолдо. Ул миңә, мин уға ныҡлап эҫендем. Бер йылдан һуң ул ҡатыны менән айырылырға һәм миңә өйләнергә теләген белдерҙе. Был ваҡытта иремә бөтөнләй һыуынғайным, шуға ла айырылышырға риза булдым. Артурҙың ҡатыны ла, ирем дә, шуны ғына көткәндәй, араларҙы өҙөргә ҡаршы булманы. Хәҙер элекке иремә һәм Артурҙың ҡатынына тик рәхмәтлемен. Ысынлап та бәхетлемен. Ул мине бер һүҙҙән аңлай, ярата. Ә элекке аҙғын ирем менән Артурҙың ҡатыны күпмелер бергә йәшәп ҡараны, аралары тиҙ һыуынған, ахыры, айырылышҡандар, тип ишеттем.
Мөхәббәт бөтәһен дә аҡлата, ярлыҡата. Минеңсә, үҙ йәрен тапҡан кеше бәхетен таба. Ул ауырлыҡтарға ла бирешмәй, дәртләнеп, хисләнеп, мөхәббәттең барлығына ышанып, уға табынып йәшәй.

Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»