24.08.2018 Ҡолаҡ һал!
Ҡабығы ла файҙалы
Картуф яратмаған кеше юҡтыр, моғайын. Уңған хужабикәләр унан ниндәй генә ризыҡ әҙерләмәй.
Тик күптәр «икенсе икмәк»тең ҡабығын сүп һауытына ырғыта. Ә йыйып, киптереп, мейескә йәки каминға яҡҡанда, торбаға ултырған ҡоромдо бөтөрөргә була.
Уңышығыҙ мул булһын, тиһәгеҙ...
Теплицала помидор үҫтерһәгеҙ, аяҙ һәм ҡоро көндә иртәнге сәғәт 11-гә тиклем үҫентеләрҙе һелкеткеләп алығыҙ. Был уларҙы тиҙерәк һеркәләндерергә ярҙам итәсәк. Сөнки төшкә ҡарай, теплицала температура 30 градустан юғары күтәрелһә, помидор сәскәһендәге һеркә стерилгә әйләнә, йәғни һеркәләнеү һәләте кәмей.