RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (23-29 июль)

23.07.2018 Йондоҙнамә (23-29 июль)

Йондоҙнамә (23-29 июль)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Иң яҡшы мәлдәрҙең береһе. Йондоҙҙар бөтә эшегеҙгә лә булышлыҡ итер. Был арала етәкселәргә ниҙер һорап мөрәжәғәт итеү ҙә файҙалы булыр. Һорағандан күберәкте алыуығыҙ ихтимал. Кесе йомала ниндәйҙер бүләк алырһығыҙ кеүек.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Яңы таныштарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Улар юлығыҙҙа осраҡлы ғына пәйҙә булмағандыр, моғайын. Был арала башығыҙға төрлө фекер килер, уларҙы онотмағыҙ – аҙаҡ мотлаҡ кәрәге тейер. Яҡын киләсәккә ҡуйған маҡсаттарығыҙҙы сер итеп һаҡлауығыҙ дөрөҫ булыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Тормошоғоҙҙо үҙгәртеү тураһында йыш уйланырһығыҙ һымаҡ. һеҙҙе оҙайлы һәм көсөргәнешле осор көтә. Күберәк үҙ аллы эш итергә тура килер, һиҙелерлек ярҙамға өмөт итмәгеҙ. Аҙаҡтан тырышлығығыҙ тейешле емеш бирер. Йома бигерәк тә уңышлы көтөлә.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Мәл киләсәккә яңы маҡсаттар ҡороу өсөн уңайлы. Ғөмүмән, күптәр тап ошо арала тормоштарына еди үҙгәрештәр индерә башлар. Шаршамбыла бик урынлы мәғлүмәт йәки аҡыллы кәңәш ишетерһегеҙ. Матди хәлегеҙ мотлаҡ ыңғай яҡҡа үҙгәрер.

Буға (21.04 – 21.05)
Ниндәйҙер ҙур эште башлап ебәреү өсөн әлегә мөмкинлектәрегеҙ етеңкерәмәй кеүек. Шишәмбелә яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ, моғайын. Ул кәйефегеҙҙе күтәрер һәм дәрт өҫтәр. Йомалағы ваҡиғалар ҡайһы бер ҡараштарығыҙҙы үҙгәртергә мәжбүр итер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Өмөтлө осор. Әүҙем эшмәкәрлеккә тотоноу өсөн көс һәм теләгегеҙ етерлек булыр. Бигүк дөрөҫ юл менән булмаһа ла, ниндәйҙер маҡсатығыҙға ирешә алырһығыҙ. Элекке бәйләнеште лә яңыртырға тура килер. Олораҡ йәштәгеләргә үҙ һаулығына даими иғтибар кәрәк булыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Был аралағы бәйләнештәр, танышлыҡтар файҙалы булмаҡсы. Бәғзеләренең киләсәктә кәрәге тейер. Төп эшегеҙҙә абруйығыҙ артыр, ниндәйҙер шәхси уңышҡа ла өлгәшерһегеҙ кеүек. Йомала маҡтау һүҙҙәрен дә ишетерһегеҙ, моғайын.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ҡәҙимге аҙна. Шишәмбелә тормош һеҙгә ниндәйҙер бүләк бирер, унан баш тартмағыҙ. Уйығыҙҙа ҙур маҡсат тыуыр һымаҡ. Киләсәктә уны бойомға ашыра алырһығыҙ. Тәнегеҙҙе һауыҡтырыу өсөн уңайлы мөмкинлектәр сығып торор. Уларҙан файҙаланып ҡалығыҙ, аҙаҡ ваҡытығыҙ булмаҫ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Төп эшегеҙҙә ҡыйынлыҡтар күбәйер. Элекке осланмаған эштәрегеҙ үҙҙәрен һиҙҙертеп торор. Ҡыйын булһа ла, улар менән шөғөлләнергә тура килер. Йомала кеше ярҙамы менән ниндәйҙер ҡатмарлы хәлдән ҡотола алырһығыҙ, буғай.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Мөһим ваҡиғаларға әҙер булығыҙ. Тормошоғоҙҙағы үҙгәрештәр файҙа килтерер. Икеләнгән саҡта эске тауышығыҙ дөрөҫ юл күрһәтер. Ғөмүмән, элек тотонорға баҙнат итмәгән эштәрегеҙ ҙә майланған һымаҡ барыр. Ҡайһы бер ныҡлы булмаған бәйләнештәрҙең тарҡалыуы ихтимал.

Саян (24.10 – 22.11)
Был арала файҙалы осрашыуҙарҙы нығытырға тырышығыҙ, бының өсөн мөмкинлектәрегеҙ булыр. Аҙна барышында ниндәйҙер үҙегеҙ өсөн мөһим хәбәр алырһығыҙ. Кемдер һеҙҙең ярҙамығыҙға мохтаж һымаҡ, хәлегеҙҙән килгәнсә уға булышлыҡ итегеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна яҡын һәм алыҫ сәфәрҙәргә сығыуға булышлыҡ итмәй. Йондоҙҙар ваҡытығыҙҙы йорт-хужалыҡҡа бүлергә кәңәш итә. Ысынлап та, өйҙәге эштәр күбәйеп киткән һымаҡ. Аҡсағыҙҙы йыйыбыраҡ тотһағыҙ, яҡшы булыр ине. Шаршамбыла һис тә уйламаған, ләкин кәрәкле сығымдар килеп сығыуы ихтимал.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»