28.06.2018 Эт хәленә төшмәйек
Бер байҙың йортонда тотош көҙгөнән генә торған бүлмәһе булған. Стеналары ла, түшәме лә, иҙәне лә шау көҙгө икән. Бер саҡ шунда осраҡлы ғына рәүештә эт килеп ингән. Тирә-яғында үҙе кеүек бик күп эт күреп, ырылдаған, тешен ыржайтҡан. Уны уратып алған эттәр ҙә шулайтҡан. Был яуап итеп, өрөп ебәргән. Тегеләр ҙә өргән. Шулай итеп, эт төнө буйына үҙенә ҡаршы өргән, асыуланып, ҡойроҡ болғаған, һеләгәйен ағыҙғансы теш ҡайраған эттәр менән “талашҡан”. Иртәгәһенә уны үле килеш тапҡандар. Бахырҙың йөрәге ярылған, имеш.
Ә бит барыһы ла башҡаса булыуы мөмкин ине. Көҙгө-бүлмәгә ингәс, эт тешен ыржайтмайынса, ипле генә ҡойроғон болғап, дуҫтарса мөнәсәбәт күрһәтһә, көҙгөләгеләр ҙә уға шулай яуаплар ине.
…Үҙеңә бәйле бөтәһе лә, үҙеңә.
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.