RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Киләсәгемә үҙем нигеҙ һалам»

13.06.2018 «Киләсәгемә үҙем нигеҙ һалам»

«Киләсәгемә үҙем нигеҙ һалам»
Ейәнсура районының Абзан ауылы ҡыҙы инглиз телен төплө өйрәнергә лә, модель агентлығында шөғөлләнергә лә өлгөрә

Бер кемгә лә арҡаланмай, үҙ көсөнә генә ышанғандар, хыялдарын ысынбарлыҡҡа әүерелдереү өсөн үҙҙәре тырышлыҡ һалғандар тормошта ла юғалып ҡалмай. Ейәнсура районының Абзан ауылы һылыуы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филологияһы факультетының инглиз бүлегенең IV курс студенты Әлсинә Мусина ла, тырышлыҡ – уңыш нигеҙе, тип иҫәпләй. Тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән ҡыҙ ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашырға ла, матурлыҡ мәктәбенә йөрөргә лә, бейеү менән шөғөлләнергә лә өлгөрә.

– Абзан мәктәбендәге инглиз теле буйынса уҡытыу­сым Вадим Зыя улына рәхмәтлемен. Ул ошо телгә ҡарата һөйөү уятты һәм мин был предметтан тик «бишле»гә генә өлгәштем. Сит телдәрҙе өйрәнеү бер кемгә лә еңел бирелмәй. Университетта ғына уҡып, барлыҡ белемде алып бөтөп булмай. Туҡтауһыҙ камиллашырға, күп уҡырға кәрәк. Инглиз телендә китаптар уҡырға тырышам, фильмдар ҡарайым. Мастер-кластарға йөрөйөм. Киләсәктә репетиторлыҡ менән шөғөлләнергә лә иҫәбем бар. Тарих менән дә ҡыҙыҡһынам. Иртәгәһе көнгә ҡурҡмай ҡарар өсөн үҙеңде үҫтерергә кәрәк, – ти ул.
Уҡыу йортон тамамлағас, аспирантураға инергә лә уйы бар. Үҙенең буласаҡ һөнәрен педагог итеп күрә.
– Миңә балалар менән эшләү ныҡ оҡшай. Шуға ла педагогик практикаларҙы ла һағынып көтөп алам. Әсәйем яғынан беҙ – уҡытыусылар династияһынан, – ти мөғәллимлек эшен яратыуы тураһында. Уға гимназияларҙа, йәйге лагерҙарҙа, үҫмерҙәр клубтарында ла уҡыусылар менән эшләргә тура килгән.
Балалар ҙа һөйкөмлө, тауышын күтәрмәй генә һөйләшкән, һәр нәмәгә маһир, ҡыҙыҡлы итеп дәрестәр алып бара белгән апайҙарын оҡшатҡан.
Әлсинәнең тағы бер яратҡан шөғөлө бар. Ул, ваҡыты тығыҙ булһа ла, модель агентлығында шөғөлләнә. Унда төрлө сарала, мода аҙналыҡтарында билдәле дизайнерҙарҙың кейем өлгөләрен күрһәтәләр, фотосессиялар эшләйҙәр. Матурлыҡ мәктәбендә шөғөлләнеү ҡатын-ҡыҙға гүзәллек серҙәрен төшөнөргә, үҙеңде күрһәтергә мөмкинлек бирә, тип һанай ул. Әлсинә Мусина быйыл Өфөлә үткән «Урал аръяғы һылыуҡайы» гүзәллек бәйгеһендә лә ҡатнашҡан һәм икенсе урын алған. Ҙур сараларҙа үҙ көсөңдө һынап ҡарау ышаныс ҡына өҫтәй. Үҙ көсөң менән үҙең генә яулаған үрҙәр ҡәҙерлерәк тә була, тигән фекерҙә Ейәнсура һылыуы. Алсаҡлығы, булдыҡлылығы менән дә төркөмдәштәре, дуҫтары араһында ихтирам яулаған, шуға, ниндәй генә сараларҙа ҡатнашһа ла, аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итергә әҙер теләктәштәре лә күп. Һәр көнө планлаштырылған Әлсинә спорт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Белем алыу йылдан-йыл ауырлашҡанда, ҡулына диплом алып та, эш таба алмай йөрөгән йәштәрҙең ҡыйынлыҡтар алдында юғалып ҡалмауын, ғилем юлында ныҡышмал булыуын теләй. Белемле кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай, тип һанай. Бәләкәйҙән алдына ҡуйған ниәттәрен тормошҡа ашырырға өйрәнгән, уҡыуға етди ҡараған Әлсинәнең тәүәккәллеге, маҡсатҡа ынтылышлығы етерлек. Йәшлек хыялдарын тормошҡа ашырыр, яулар үрҙәре алда әле уның.

З. ЙӘҺҮҘИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»