RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (28 май - 3 июнь)

28.05.2018 Йондоҙнамә (28 май - 3 июнь)

Йондоҙнамә (28 май - 3 июнь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Яңы эштәрҙә әүҙем ҡатнашығыҙ, улар мотлаҡ уңышлы барыр. Аҙна башында буш, файҙаһыҙ һөйләшеүҙәр күбәйер. Йондоҙҙар был арала етәксе кешеләрҙең күҙенә артыҡ салынмаҫҡа ҡуша. Күптәр эшенән ҡәнәғәтһеҙлек тә кисерер. Мөмкин тиклем күберәк ял итергә тырышығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна барышында файҙаһыҙ һәм кәрәкмәгән осрашыуҙар, уңышһыҙ сәфәрҙәр күп буласаҡ. Үҙ фекерегеҙҙе яҡлауығыҙҙың күптәргә оҡшап етмәүе лә ихтимал. Уҡып йөрөгәндәр ҡыйынлыҡтарға осрар һымаҡ. Аҡса менән бәйле ауырлыҡтар ҙа эсегеҙҙе бошорор. Шаршамбынан һуң хәлегеҙ тиҙ генә ыңғай яҡҡа үҙгәрер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был арала күптәргә туғандарынан матди ярҙам килер. Икенсе яҡтан, үҙегеҙ ҙә яҡындарығыҙға изгелек эшләй алырһығыҙ. Тормошоғоҙҙа бик оҙайлы өмөтлө осор башланасаҡ. Иң ҡатмарлы саҡта эске тауышығыҙ һәр ваҡыт дөрөҫ юл күрһәтер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Мөмкин булһа, яңы һәм ҙур эштәрегеҙҙе кисектереп тороғоҙ. Күберәк үҙ хәлегеҙгә, һаулығығыҙға иғтибар бирегеҙ. Башҡа­ларҙың эшенә артыҡ ҡыҫылмағыҙ. Барыбер әллә ни ярҙам итә алмаҫһығыҙ, ваҡиғалар үҙ яйы менән барһын. Был арала ҡайһы бер шәхси мөнәсәбәттәр етди һынау үтер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Тыныс һәм файҙалы аҙна. Яҡын киләсәккә маҡсаттар ҡорорға мөмкин. Бәғзеләрҙең төп эш урынында яуаплылығы артыр. Кемдер икенсе вазифаға ла күсер. Был арала яҡшы танышығыҙҙан ниндәйҙер бик урынлы кәңәш ише­тер­һегеҙ. Артабан да уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна барышында матди хәлегеҙҙе бер аҙ нығытырһығыҙ. Бының өсөн шишәмбе һәм йомала уңайлы мәлдәр булыр. Ең һыҙғанып эшләһәгеҙ, мотлаҡ уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Ҡатмарлы саҡта тәжрибәле кешеләр менән генә кәңәшләшегеҙ. Йомала кемдер һеҙгә ҡарата нин­дәйҙер дәғүә белдерер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ғөмүмән, эштәрегеҙ һәйбәт барыр. Күптәр киләсәккә ышаныслыраҡ ҡарай башлар. Шишәмбелә тынысыраҡ булығыҙ, кәйефегеҙгә бирелмәгеҙ. Был көндә еңел алданыуығыҙ ихтимал. Кесе йомала һис тә уйламағанда ҡаршылыҡтарға осрарһығыҙ. Элекке танышығыҙ үҙе хаҡында белдерер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Төп эшегеҙҙә бер аҙ ҡыйынлыҡтарға осрар­һығыҙ. Ҡайһы ваҡытта бәғзеләр ҡә­ҙимге эштән дә ҡәнәғәтһеҙлек кисерер. Янығыҙ­ҙағы кешеләрҙең береһе үҙенең ышанысһыҙлығын күрһәтер. Был көндәрҙә әүҙемлегегеҙҙе мөмкин тиклем кәметегеҙ. Йомалағы ваҡиғалар кәйефегеҙҙе мотлаҡ күтәрер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Шишәмбе һәм шаршамбы һәйбәт көтөлә. Кесе йома еңел булмаған осрашыуҙар һәм дәғүәле һөйләшеүҙәр менән айырылып торор. Эске тауышығыҙ ҡайһы бер ҡатмарлы хәлдәрҙе алдан тойомлап, уларҙы урап үтергә ярҙам итер. Аҙна ыңғай ваҡиғалар менән тамамланыр.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Алыҫтан яҡшы хәбәрҙәр даими килеп торор. Был арала ҡайһы бер эштәрегеҙҙе башҡарғанда ярҙам эҙләргә лә тура килер, бәлки. Ғөмүмән, аҙна эштәрегеҙҙе тәртипкә килтереү өсөн уңайлы. Кәрәкмәгән, иҫкергән әйбер­ҙәрҙән мөмкин тиклем ҡотолоғоҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ҡәҙимге аҙна. Иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар булмаҫ та һымаҡ. Шулай ҙа яҡын киләсәккә ниндәйҙер ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнә башлар, моғайын. Эштәге мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалырға тырышығыҙ. Йондоҙҙар был арала тәбиғәттә, һыу буйында күберәк булырға ҡуша.

Саян (24.10 – 22.11)
Ҡатмарлы осорға тап булырһығыҙ. Үҙ көсөгөҙгә булған ышаныс та ваҡытлыса кәмеүе ихтимал. Төп эшегеҙҙә етәкселәр төрлө ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр тыуҙырып торор. Кесе йомала яҡшы таныш булған эште башҡарғанда ниндәйҙер хата ебәреүҙән һаҡланығыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»