RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Изгелек ерҙә ятып ҡалмай

23.05.2018 Изгелек ерҙә ятып ҡалмай

Изгелек ерҙә ятып  ҡалмай
Айҙар буйы эсә-эсә, битендә нур әҫәре лә ҡалманы, йөҙөн йыйырсыҡтар баҫты Сәбиләнең, аңы томаланды. Башында тик бер уй: «Ҡайҙан табып, баш төҙәтергә, кемгә барып баш эйергә? ...Ә ни эшләп әле урам буйлап эҙләнеп йөрөргә тейеш мин?!» – тигән уй ҡапыл ҡарарын үҙгәртте лә инде.
Түшәктә ятҡан әсәһенең һуңғы юлға әҙерләгән хәйерлектәре юҡ тиһеңме ни, барҙыр ул! Тик йәшергән ерен белергә ине... Һандыҡ төбөн биш аҡтарҙы бит инде. Тапманы.
Уның оторо асыуы ҡабарҙы. Хәлһеҙ ятҡан әсәһенә аҡыра башланы:
– Ҡайҙа тыҡтың хәйерлегеңде, инде күпме йылдар үлергә йыйынһаң да Хоҙай алмай бит әле һине! Ана, уйламаҫтан йәштәр үлеп китә, ә һин... Ҡырҙан балаларың алып килер. Үлеүең генә көс! – тип екеренде.
– Эй, Аллам, был тиклем дә эт булыр­һың икән... Ауыҙың ни һөйләгәнде үҙең белер хәлдә лә түгелһең бит, исмаһам!
Әсәһе илай-илай яҫтыҡ аҫтынан ҡулъяулыҡҡа төрөлгән тинлектәрҙе иҙәнгә атып бәрҙе.
– Суҡынып кит! Атаң иҫән булһа, ошо хәлде күрһәтмәҫ ине лә ул. Был тиклем дә кеше була икән, туйманың бит, мәскәй... Затымда юҡ һинең кеүектәр!
Әсә юрғанын ябынып, боролоп ятты. Ҡыҙының был тәүге эше түгел.
Арыны ла, ялҡты ла Сәриә инәй. Тик ни хәл итһен. Ҡарар кешеһе булмағас...
Бөгөн тағы йоҡо булмаясаҡ икән былай булғас. Күрше ҡатынды индереп, таң атҡансы хихылдашып ултырасаҡтары иҫенә төшөп, инәйҙең йәне ҡалтырап китте.
Ишек асылыуға таныш йөҙ күренде. Урам аша йәшәгән Нурзилә ҡыҙы ине. «И-и-и, балаҡайым! Уның йөҙө мәңге яҡты, ҡояшмы ни, ә минең балам йөрөй эске һаҙлығына сумып, ҡаралай көйөп... Ниндәй гонаһтарым өсөн, Хоҙайым?!» – тигән үкенесле уйҙар йәнен тағы бер телеп, ярып үтте.
Нурзилә ололарҙы ҡараған саҡта инәһенә эҫенеп киткәйне.
– Инәй, хәлең нисек, һауғынамы?
– Имен әле, ятам инде кеше ялҡытып, үлем көтөп...
– Ни һөйләйһең инәй, кем йәшәүҙән ялҡҡан?
– Кем тип үҙ балам, Сәбилә апайың, ялҡты. Мине күпһенә башланы. Эскенән туҡтай алмай бит. Иртәнсәк тағы ла талашып, хәйерлегемде алып сығып китте. Тағы ла йоҡо булмаҫ инде...
– Ни эшләп ҡатын-ҡыҙҙар советына әйтмәнегеҙ уның эскәнен, үҙенең йәшәр урыны бар ҙа инде, ҡайтһын үҙ йортона. Һине мин үҙем ҡарармын, инәй!
– Балаҡайым, ысын әйтеүеңме, әллә әүрәтер өсөн генәме?!
– Ысынды әйтәм инәй, ысынды! Тап ошо һүҙҙе әйтер өсөн дә индем бөгөн был йорт­ҡа. Ауыл халҡы гөж килеп Сәбилә апайҙың эскегә бирелеүен һөйләй. Ә үҙҙәренең инеп, һинең хәлеңде белергә лә баштары эшләмәй. Шуға ла йәнем әсеп йөрөнөм дә, ирем менән ошо ҡарар­ға килдек. Өй ярайһы ғына ҙур. Балаларыбыҙ ҙа эшкинеп, ситкә китеп бөттө. Кемеһе уҡый, кемеһе эшләп йөрөй. Рауил улың менән икебеҙ генә хәҙер. Үҙеңә бер бүлмә лә әҙерләнек. Йыйын, инәй. Хәҙер ҡайтып, Рауил улыңа ғына әйтәйем дә, атын егеп килһен.
– Ә өйҙө ни эшләтәбеҙ, ҡыҙым?
– Йоҙаҡ ҡуйырбыҙ, эте-бете инеп йөрөмәҫ! Көндәр йылынғас, тағы ҡайтырһың. Үҙем килеп ҡарап торормон. Әлегә Сәбилә ҡыҙыңдан ҡотолоу юлы ошо ғына, инәй! Башҡа сара юҡ. Әйҙә, яйлап кейенә тор. Бер юлы сәйемде лә ҡуйып киләйем, – тип йүгереп сығып китте Нурзилә.
Сәриә инәй яйлап тороп ултырҙы ла ҡыуанып йыйынырға тотондо.
Шулай итмәй ни, бер төн тыныс йоҡлауы ғына ни тора оло кешегә?! Ҡыҙының аҡса таптырып ҡасан килеп үңәсенә йәбешеүен көтөп ятыуҙары еңелме ни ҡарт кешегә! Бар икән әле изге йәнле кешеләр...
Шул көндән Сәриә әбей Нурзиләнең ҡәҙерле кешеһенә әүерелде. Аҡ яулығын яҙып ябынып, яңы итәкле күлдәген кейеп алды ул. Йөҙө асылып киткәндәй булды. Көнө буйы бөтә әруахҡа аяттар уҡыны. Өй эсе яҡтырып китте хатта. Күрше-тирәләре лә был йортҡа йышланы. Улар буш ҡул менән инмәй ине. Кем майын, ҡоротон, сәйен, кәнфитен тотоп килә, әбейҙән аят та бағышлаталар. Ингән береһе менән ихлас аралашып, ҡыуанып ултырып ҡала ине инәһе лә. Шулай итеп, ҡыш та, яҙ ҙа «һә» тигәнсе үтеп тә китте. Өй эсендә йөрөп, хәле шәбәйеп киткәс, әбейҙең үҙ өйөнә ҡайтҡыһы килә башланы.
Ҡаршы торманы Нурзилә. Көндөҙ үҙ донъяһында булһа, кисен әбейҙе йоҡларға алып ҡайтып йөрөнө. Таң менән яйлап баҫып үҙ йортона осоп-ҡунып атлаған әбейҙе күреүселәр: «Бына бит изге йәндәр бер оло изгелек эшләп, фатиха алып йәшәй белә, афарин! – тип һоҡланып туйманы. – Беҙҙең теләк бер – был донъяла бер кеше лә зарығып йәшәмәһен! Ғүмерҙәр ҙә ҡыҫҡа һәм ул ошо донъяға тик бер килеүен онотмаһын ине!» – ти улар һүҙ араһында.Тик был хәҡиҡәтте аңламаусылар ҙа бар шул әле арабыҙҙа... Шуныһы үкенесле!
Үҙҙәре лә балаларының изгелеген күреп, бәхетле ҡартлыҡта йәшәү өсөн юл яралар түгелме һуң?! Ата-әсәнән күргән – уҡ юнған, ти халыҡ мәҡәле. Амин, шулай булһын!
Ә иткән изгелектәре бер ҡасан да ерҙә ятып ҡалмаҫ, Аллаһы Тәғәлә хозурына барып етер.

Нуриҙә ИЛҺАМОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»