RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (7-13 май)

07.05.2018 Йондоҙнамә (7-13 май)

Йондоҙнамә (7-13 май)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Төп эшегеҙҙә ниндәйҙер яңы йүнәлеш буйынса эшләргә тура килер һымаҡ. Был осраҡта элегерәк алған белемегеҙ ныҡ ярҙам итергә тейеш. Ғөмүмән, яҡын арала етди һынау аша үтергә мәжбүр булырһығыҙ. Аҙна йомғаҡтарынан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Осор яңы фекерҙәр, ниндәйҙер асыштар килтерер. Күптәр үҙ һәләттәрен күрһәтә алыр. Был арала теләһә кем менән дә уртаҡ тел таба алырһығыҙ, моғайын. Кесе йомала ниндәйҙер мөһим уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Дуҫтарығыҙҙан һиҙелерлек ярҙам килер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна барышында ҡыйынлыҡтар күбәйеп китер. Хәлегеҙҙән сығып эш итеүегеҙ дөрөҫ булыр. Ҡатмарлы, икеле мәсьәләләрҙе мөмкин тиклем кисектереп торорға кәңәш ителә. Үҙ иңегеҙгә артығын алмаҫҡа тырышығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Шишәмбеләге яңылыҡтар яҡын көндәргә булған ҡайһы бер маҡсаттарығыҙҙы үҙгәртергә мәжбүр итер. Ошо арала дуҫтарығыҙҙан кемдер ышанысығыҙҙы аҡламаҫ һымаҡ. Был хәл һеҙҙең өсөн киләсәккә һабаҡ булыр. Мәсьәләләрҙе хәл иткәндә урау юлдарҙы эҙләргә тура килер.

Буға (21.04 – 21.05)
Шәхси эштәрегеҙҙе сер итеп һаҡлағыҙ. Кеше кәңәштәре барыбер бер ниндәй ҙә файҙа бирмәҫ. Осор белем алыу һәм уны арттырыу өсөн уңайлы. Аҙаҡ был һеҙгә кәрәк буласаҡ. Матди хәлегеҙҙең ыңғай яҡҡа үҙгәргәнен тойорһоғоҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҡса менән бәйле мәсьәләләр һәр саҡ көн үҙәгендә булыр. Бындай хәл бәғзеләрҙең тормошона ҡытыршылыҡтар ҙа индерер. Шаршамбынан һуң дөйөм эштәрегеҙ мотлаҡ һәйбәтләнер. Йома һәм шәмбелә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар булыр. Улар туғандарығыҙ менән бәйле булыр һымаҡ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һәйбәт көндәр. Осор башында бүләктәр, аҡса алыуығыҙ бар. Шаршамбынан һуң сығымдарығыҙ ҙа артыр кеүек. Әйткәндәй, һатып алған әйберегеҙ мотлаҡ бәрәкәтле буласаҡ. Йомалағы ваҡиға һеҙгә ҡәнәғәтлек килтерер. Янығыҙҙа яңы кеше пәйҙә булыр, уға иғтибар күрһәтегеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Төп эшегеҙҙә ниндәйҙер яңы йүнәлеште өйрәнергә тура килер. Бер аҙ түҙемлек тә талап ителер. Ҡайһы саҡ баш күтәрергә лә ваҡытығыҙ булмаҫ. Эштәге ығы-зығынан ары торорға тырышығыҙ. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – шаршамбы һәм шәмбе.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Һеҙҙе ҡатмарлы осор көтә. Йыш ҡына ялҡауланырһығыҙ, үҙегеҙҙе көсләп эшләтерһегеҙ. Ҡайһы ваҡыт көндәлек эшегеҙ ҙә оҡшамай башлар. Бәғзеләргә эштәре тейешенсә баһаланмаған һымаҡ тойолор. Бындай хәл ваҡытлыса ғына булыр. Шаршамбынан һуң кәйефегеҙ яҡшырыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙнаны әүҙем үткәрерһегеҙ. Шулай ҙа сығымдарығыҙ ҙа артыр. Матди хәлегеҙ мотлаҡ яҡшырыр. Ләкин был байтаҡ ваҡыт үткәс кенә булыр. Бәғзеләр был арала өмөтлө тәҡдим ишетер. Ризалыҡ бирергә ашыҡмағыҙ. Башта башланған эштәрегеҙҙе тамамлағыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Осор башында яңы эштәрҙе башларға ҡушылмай. Ҡайһы бер таныш мәсьәләләргә яңыса ҡарарһығыҙ һымаҡ. Был һеҙҙең өсөн файҙалы булыр. Ҡәҙимге, хатта бер аҙ туйҙыр­ған эш тә ниндәйҙер ҡәнәғәтлек килтерер. Йомала иҫтә ҡалырлыҡ ыңғай ваҡиға көтөгөҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Бер аҙ көсөргәнешле көндәрҙе үткәреп ебәрергә тура килер. Ниндәйҙер күптәнге үпкә яңынан ҡалҡып сығыр. Кешеләр һеҙҙең шәхси эштәрегеҙгә ҡыҫылырға маташыр. Килеп сыҡҡан хәлдәрҙе тыныс ҡабул итһәгеҙ, шаршамбынан һуң хәлегеҙ яйланыр. Йомала файҙалы кәңәш ишетерһегеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»