23.04.2018 Йондоҙнамә (23-29 апрель)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Матди хәлегеҙ күҙгә күренеп һәйбәтләнер. Күптәрҙең уйлап йөрөгән әйберҙе һатып алырға мөмкинлеге тыуыр. Был аралағы бөтә үҙгәреш тә мотлаҡ һеҙҙең файҙаға булыр. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – шаршамбы һәм йәкшәмбе.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Башығыҙға файҙалы уй-фекерҙәр килеп торор. Шулай ҙа уларҙы бойомға ашырыр алдынан күп уйланырға, кәңәшләшергә тура килер. Ҡайһы бер дуҫтарығыҙҙың ышанысһыҙ булыуы ла ихтимал, ундайҙар менән арағыҙҙы йәлләмәйенсә өҙөгөҙ. Йоманы бигерәк тә һәйбәт һәм әүҙем үткәрерһегеҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна барышында эш буйынса күп аралашырға тура килер. Йондоҙҙар таныш булмаған кешеләр менән һаҡ булырға кәңәш итә. Был йәһәттән бигерәк тә шишәмбе хәүефлерәк булырға оҡшай. Был арала төрлө мәжлестә ҡатнашмауығыҙ хәйерле.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Хәлдәр күп эшләргә мәжбүр итер. Элек тамамланмаған эштәр менән дә шөғөлләнергә тура килер. Үҙегеҙгә бер ҙә оҡшамаған эш менән дә булырһығыҙ. Һеҙҙән түҙемлек талап ителер. Үҙ өҫтөгөҙгә яуаплылыҡ алырға һис тә ҡурҡмағыҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Төп эшегеҙҙә йәки уҡып йөрөгән урында ҡыйынлыҡтарға осрауығыҙ ихтимал. Уҡытыусылар, етәкселәр менән уртаҡ тел табыуы ауырлашыр. Бәғзеләр көндәлек эшенән ҡәнәғәт булмай, икенсе урын эҙләй башлар.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ижади һәләтегеҙ ҡапыл асылып китер һымаҡ. Осрашыуҙар, аралашыуҙар, яңы танышлыҡтар күп булмаҡсы – быларҙың барыһы ла файҙа килтерер. Үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ. Тап был арала икенсе эшкә күсеү тураһында тәҡдим ишетеүегеҙ бар.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Яҡшы кәйефегеҙ бар эшегеҙгә булышлыҡ итер. Мәл ҡайһы бер маҡсаттарығыҙҙы бойомға ашырыу өсөн уңайлы. Был мәсьәләлә үҙ фекерегеҙгә генә таянырға тырышығыҙ, кеше кәңәштәре башығыҙҙы бутар. Ғөмүмән, бөтә үҙгәреш тә һеҙҙең файҙаға булыр.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Төп эшегеҙҙә барыһы ла һәйбәт бара һымаҡ. Ниндәйҙер йөкләмә биреүҙәре ихтимал – был һеҙгә ауыр булмаясаҡ һәм абруйығыҙ артыуға килтерер. Эштәгеләр һәм етәкселәр менән арағыҙ яҡшырасаҡ. Кесе йомала иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға көтөгөҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Сығымдарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Аҡсағыҙҙы йыйыбыраҡ тотоғоҙ, алда һеҙҙе ҙур сығымдар көтә. Йондоҙҙар был арала күберәк өйҙә булырға, йыйылып киткән эштәрегеҙ менән шөғөлләнергә ҡуша. Ваҡытығыҙҙы файҙалы үткәрерһегеҙ, бер юлы араларҙы ла нығытырһығыҙ
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна башындараҡ аҡса менән бәйле мәшәҡәттәр килеп сығыуы ихтимал. Бәғзеләргә ярҙам эҙләргә лә тура килер, бәлки. Кесе йомала алыҫтан ниндәйҙер мөһим хәбәр алырһығыҙ. Йома икеле килер, тырышлығығыҙ әллә ни файҙа килтермәҫ һымаҡ.
Саян (24.10 – 22.11)
Уңышлы осор кисерерһегеҙ. Өмөтлө мәлдәр осрап торор, уларҙы күрергә тырышығыҙ. Бөтә эшегеҙ ҙә еңел, үҙенән үҙе барыр һымаҡ. Шаршамбыла ниндәйҙер күптән борсоған мәсьәлә ыңғай хәл ителер. Дошмандарығыҙҙың йәнләнеп китеүенә әҙер булығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна башындағы ваҡиғалар киләсәккә яңыса ҡарарға булышлыҡ итер. Был арала эштәрегеҙгә ҡыҫылыусылар, ярҙам итергә теләүселәр ҙә күбәйер. Был хәлдә ысын дуҫтарығыҙҙы ялған бәндәләрҙән айырырға тырышығыҙ. Кеше аҡсаһы менән бик һаҡ эш итегеҙ.