RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бәхетле бул тимәгән...

17.03.2018 Бәхетле бул тимәгән...

Бәхетле бул тимәгән...
– Һеҙҙе һыуыҡта йөрөтөп ҡуйҙым инде борсоп, – тип ҡаршыланы мине Гөлйөҙөм апай*.
– Бер ҙә борсомайһығыҙ, эшем шул бит, – тип йылмайҙым.
Ысынын әйткәндә, телефон аша һөйләшкәндән һуң, тауышынан уны мөшкөлөрәк хәлдәлер тип күҙәүелләгәйнем. Үҙе лә бит, өс тапҡыр инсульт кисер­ҙем, шуға һөйләшеүем насарыраҡ, тип ҡат-ҡат иҫкәртте. Ә әле ҡаршымда тип-тигеҙ тештәрен ялтыратып йылмайып, ҡупшы ғына ханым баҫып тора. Һөйләшеүе лә, ашыҡмаһа, тулҡынланмаһа, һин дә мин. Һөйкөмлө хужабикәнең өйө лә ипле, таҙа, зауыҡлы – бында ауырыу кеше йәшәй тип башыңа ла индермәҫһең.
– Йөрәк сирле булып тыуғанмын, әммә бер кем дә минең һаулығымды хәстәрләмәгән, уның ҡайғыһы ла булмағандыр инде, – тип йылмая, ә күҙҙәрендә – һағыш. – Ғаиләлә ныҡ күмәк үҫтек, мин – туғыҙынсы бала. Атай яман һуғышты. Беҙҙе урамға ҡыуып сығара ла, ишекте элмәккә элеп, әсәйҙе туҡмай торғайны. Әсәйемдең бер һау ере булманы бит ул. Башындағы ороһо йоҙроҡ хәтлем ине, атай эскән һайын уны башы менән стенаға төйгәндән һуң шулай тороп ҡалғайны. Әсәйем ауырлы саҡта ла йәлләп ҡарап тормағандыр. Бәлки, миңә ауырлы йөрөгәнендә атайым уны туҡмаһа, шул ҡорһаҡта саҡта уҡ ҡурҡыуҙан йөрәгем ҡалтырап, сиргә һабышҡанмындыр ҙа, кем белә... Миңә табиптар бала табырға ла тыйғайны, әммә кейәүгә сыҡҡас, барыбер бәпәйләнем. Әлдә, тыйыуҙарына ҡарамай, тапҡанмын, тим. Ҡыҙыбыҙ – беҙҙең ҡыуанысыбыҙ, йыуанысыбыҙ. Ләкин әле үҙем тураһында һөйләргә түгел, ә апайым хаҡында бәйән итергә теләйем, кемдер ғибрәт алыр, кемдер – фәһем...
Апайым – ғаиләлә иң өлкән бала. Уға уҡыу эләкмәне лә тиерлек. Тиҙерәк үҫеп, атай-әсәйгә ярҙам итәйем, тип, ете синыф белеме менән һөнәрселек училищеһына уҡырға инеп, малярға уҡып сыҡты ла, Өфөлә төҙөлөштә эшләй ҙә башланы. Кейәүгә сығып, ике бала тапты. Үкенескә күрә, ғаилә карабы көнкүреш проблемаларын йырып сыға алманы. Ире менән айырылыш­ҡас, апайым, балаларҙы аяҡҡа баҫтырайым тип, сәмләнеп тә, аҡса етмәү сәбәпле лә, баш күтәрмәй эшләне лә эшләне. Шул “эш” тип, балаларына иғтибары ла етмәгәндер. Ҡыҙы бәләкәс ине, Өфөгә барғанда юл ыңғайы уларға һуғылғайным, шул ике йәшлек сабый бер туҡтауһыҙ күҙен ышҡый. Апайға әйттем, ә ул аңғармай ҙа йөрөгән. Офтальмологҡа алып барһа, ҡыҙының күҙенә себенме-нимәлер инеп, үлгән дә, етди елһенеү процесы бара, имеш. Операция яһап, күҙенең яҫмығын (хрусталигын) алдылар. Ун дүрт йәше еткәс, ҡыҙығыҙға яңы күҙ яҫмығы ҡуйырға кәрәк, тигәндәр. Әммә апайым, әлеге лә баяғы эш менән булып, ҡыҙын дауаханаға йөрөтөргә ваҡыт тапманы. Ана шулайтып ҡыҙы бер күҙһеҙ тороп ҡалды. Күҙе менән проблема булғас, йүнләп уҡый ҙа алманы, үҙенең дә артыҡ теләге юҡ ине шикелле. Ни эшкә талымһыҙлыҡ күрһәтмәне, кейәүгә сыҡмайынса бала тапты ла, хәҙер әсәһе елкәһендә балаһы менән икәүләп ултыралар. Электән әйтә килдем, инвалидлыҡ юлла, тип, ыжламаны. Хәҙер эшләмәй өйҙә ята. Исмаһам, дауаханаға, социаль учреждениеларға документтар артынан йөрөһәң, инвалидлыҡ буйынса пенсия, балаңа, яңғыҙ әсә булараҡ, пособие алыр инең, тиһәм, ярай, юллармын, ти ҙә, һаманғаса ҡыбырламай. Әсәһе мәңгелек түгел, китеп барһа, нимәгә, нисек йәшәргә уйлай­ҙыр, белмәйем...
Апайымдың улы ла бәхетһеҙ булып сыҡты. Сит милләттән кәләш алғайны. Дуҫлашып йөрөгән мәлдәрендә, өйләнешкән саҡта килен иҫ киткес алсаҡ ине, йылмайып-көлөп кенә торҙо. Апайымдың ике бүлмәле фатирына теркәлеүе булды, холҡо үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Шунда уҡ бүлмәләренең ишегенә йоҙаҡ элдерҙе, айырым ашауға күсте. Йомош менән баш ҡалаға барғанымда, апайымдарға хәлдәрен белешергә ингәйнем, ишектәге бикте күреп, аптыраным.
– Килен көнөн-төнөн ҡалын бер китапты уҡый, күрәһең, бәпес табырға йыйынып әҙерләнәлер, – тигән була апайым. Әмәлен табып, төпкө бүлмәнең ишеге асыҡ саҡта карауатта ятҡан китапҡа күҙ һалдым. Бер ҙә бала табыу, уны тәрбиәләүгә арналған әсбап түгел, ҡанундар йыйылмаһы ине ул (үҙенең хоҡуҡтарын өйрәнгән, ахыры). Күпмелер ваҡыттан һуң балаһы тыуғас, ире менән ҡәйнәһенең араһын болғап, ғәзиз кешеләрҙе үҙ-ара талаштырып, килен теләгенә иреште – баш ҡала үҙәгендәге фатирҙы бүлдерҙе. Үҙҙәренә Өфөлә торлаҡ алдылар, ә апайым ҡыҙы һәм ейәнсәре менән бәләкәй бер ҡалала өй тапты. Әйткәндәй, бергә йәшәгәндәрендә, көндән-көн яһилланған, ысын йөҙөн күрһәтеүҙән тартынмаған килен шәкәр диабеты менән ауырыған ҡәйнәһен гел дә, һин серек, һинән һаҫыҡ еҫ сыға, тип кәмһетә торғас, Хоҙайҙан күрҙе – үҙенең балаһы шәкәр диабеты менән ауырый. Яңы торлаҡты һатып алғанда ирен теркәмәгән булған икән, әҙ генә бергә торғас, ҡустымды ҡыуҙы ла сығарҙы. Йәһәтләп икенсегә кейәүгә сыҡты. Ҡатынының әшәкелеген күтәрә алманы ҡустым – инфаркттан йән бирҙе.
Апайымдың бер ҙә бәхете булманы, тип ҡайғырам. Ни атай-әсәй ҡәҙерен белмәне, ни иренән уңманы, ни улы менән килене рәхәтлек килтермәне. Исмаһам, ҡыҙы бәхетле итһәсе, тип теләп ултырам да бит... Апайым үҙе былай һыр биреп барғандарҙан түгел, дәртләнеп донъя көткән була, ауырыуына ла бирешмәҫкә тырыша, ҡунаҡҡа йыйылышҡаныбыҙҙа гел иғтибар үҙәгендә, шулай ҙа, ҡасан да булһа бәхете булмаҫмы ни, тип, уның өсөн йән әрней ҙә китә. Ни эшләп тормош ҡайһы берәүҙәргә ҡарата үгәй әсә кеүек ҡылана – ҡаҡҡылай ҙа һуҡҡылай икән һуң?
Был һорауға яуапты мин түгел, фәйләсүфтәр тапмаған. Апаһы өсөн өҙөлгән Гөлйөҙөм апай, үҙенә-үҙе яуаплағандай, көрһөнөп ҡуйҙы:
– Һәр кем маңлайына яҙылғанды күрәлер инде. Бына шулай икән ул тормош, ҡайһы берәүҙәргә ормош. Хас та йырҙа йырланғанса:
Әсәй мине тапҡанда,
Аҡ биләүгә биләгән.
Аҡ биләүҙәргә биләгән,
Бәхетле бул, тимәгән...


Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
*Исеме үҙгәртелде.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»