12.03.2018 Йондоҙнамә (12-18 март)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Үткән ваҡиғалар яйлап онотола башланы һымаҡ. Был арала теләһә ниндәй йүнәлештә лә һиҙелерлек уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Шаршамбыла уйламаған ярҙам алырһығыҙ, моғайын. Йома аҡсалата юғалтыу кисереүегеҙ бар.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Осор сәйәсмәндәр, йүнселдәр, кешеләр менән даими эш иткәндәр өсөн уңайлы. Шулай ҙа ҡайһы ваҡыт үҙегеҙҙе яңғыҙ тойорһоғоҙ. Янығыҙҙа ышаныслы кешеләрҙең әҙ булыуы ла эсегеҙҙе бошорор. Йомала ярҙам эҙләргә мәжбүр булырһығыҙ кеүек.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна башында һеҙҙе ыңғай яңылыҡтар көтә. Шишәмбеләге хәл етеҙ эш итеүегеҙҙе талап итер. Шаршамбынан һуң ниндәйҙер элекке, тулыһынса хәл ителмәгән мәсьәлә ҡалҡып сығыр.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Донъя мәшәҡәттәре тулыһынса бирелеп эш итергә ҡамасаулар. Шаршамбылағы һөйләшеү кәйефегеҙҙе мотлаҡ күтәрер. Кесе йомала аҡсағыҙҙы самалап тотоноғоҙ, һис тә кәрәкмәгән әйберҙе һатып алыуығыҙ ихтимал.
Буға (21.04 – 21.05)
Аралашыуҙа ҡытыршылыҡтар килеп сығыр. Ҡайһы саҡ үҙ фекерегеҙҙе яҡлап ҡаты торорға кәрәк булыр. Шаршамбынан һуң юлығыҙҙа ҡаршылыҡтар күбәйеп киткәндәй тойолор. Иң һәйбәт ваҡиғаларҙы ашыҡтырмағыҙ, бер аҙ түҙегеҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала көс-хәлегеҙ артҡанын асыҡ тойорһоғоҙ. Ҡайһы бер ҡатмарлы эштәрҙе лә урынынан ҡуҙғата алырһығыҙ. Кешеләр менән аңлашыу ҙа күпкә еңеләйер. Бәғзеләр менән элек боҙолған араларҙы яңынан тергеҙерһегеҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Мәл тәнегеҙҙе һауыҡтырыу өсөн уңайлы. Элегерәк борсоп торған сирҙәр ҙә онотолор. Аҙна барышындағы аралашыу файҙалы булыр. Күптән күрмәгән кеше менән дә арағыҙҙы яңыртырһығыҙ. Иң уңышлы көнөгөҙ – кесе йома.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Һәйбәт осор. Тик шаршамбыла ғына кәйефегеҙҙе боҙорға теләүселәр табылыр. Кесе йомала ниндәйҙер яңылыҡ ишетерһегеҙ. Әйткәндәй, һеҙ уны күптән көткәйнегеҙ ҙә кеүек. Йомалағы хәлдәр етеҙ эш итергә мәжбүр итер.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала йондоҙҙар йортоғоҙҙан алыҫ китмәҫкә ҡуша. Етәкселәр һәм эштәгеләр менән аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Кемдер абруйығыҙға тап төшөрөргә маташыр. Быға иғтибар итмәй, асыҡ көрәшкә инмәүегеҙ әлегә дөрөҫ булыр.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Өмөтлө осор. Һиҙелерлек уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Шаршамбы һәм шәмбелә был бигерәк тә яҡшы һиҙелер. Мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеү өсөн күберәк урау юлдар эҙләргә тура килер. Бик күптән ишетелмәгән элекке дуҫығыҙ үҙе хаҡында белдерер.
Саян (24.10 – 22.11)
Был арала һеҙгә кешеләр тартылып торор. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә булыр. Мөмкин тиклем уларға иғтибар күрһәтергә тырышығыҙ. Осор уҡып һәм белем арттырып йөрөгәндәр өсөн дә уңышлы. Иң ауыр имтихандарҙы ла еңел тапшырырһығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Дүшәмбе һәм шишәмбеләге хәлдәр һеҙҙән иғтибарлыҡ талап итер. Был көндәрҙә хата ебәреү ихтималлығы юғары буласаҡ. Етди ҡағыҙҙар менән эш иткәндә уяу булығыҙ. Кесе йомалағы ваҡиғалар кәйефегеҙҙе күтәрер. Аҙна аҙағы тыныс үтер.