03.03.2018 Сират – ҡыуаныс-шатлыҡтарға
Мәрйәм* гел дә яҡшы кәйефтә. Һәр хәлдә шылтыратҡан һайын уның йылмайып-көлөп кенә һөйләшкәнен тояһың. Әйтерһең дә, еңел, рәхәт йәшәгән, һис бер проблемаһыҙ кеше. Ҡайғырып-бошоноп ултырырға ваҡытым юҡ, ти шул үҙе лә. Ә тормошон яҡындан белеүселәр уның яҙмыш тарафынан бихисап ҡағылып-һуғылғанын, ҡайғы һурпаһын етерлек һемергәнен яҡшы белә. Оптимислығына хайран ҡалырһың, тип һоҡланыуҙарын йәшермәйҙәр.
– Мин бәләкәйҙән олатай менән генә йәшәнем, – тип һөйләй Мәрйәм. – Әсәйем ҡаты психик ауырыу менән ауырығанға, атайым беҙҙе ташлап киткән. Өләсәйем иһә беренсе синыфта уҡығанда вафат булды. Шулайтып олатай ҡарамағында тороп ҡалдым. Бәләкәйҙән олатайым менән бесән дә саптым, үҙ аллы һыйырын да һауҙым. Етем булғас, кешеләрҙән кәмһетелеү һүҙҙәрен байтаҡ ишетергә тура килде. Ләкин теште ҡыҫып булһа ла, бирешмәҫкә, яман бәндәләр һүҙенә ҡарамай, кеше булырға, бәхетле булырға тырыштым. Бар көсөмдө уҡыуға һалдым, олимпиадаларҙа ҡатнаштым, тик яҡшы билдәләргә генә уҡыуҙы тамамланым. Ун беренсе синыфтан һуң юғары уҡыу йортона барырға матди мөмкинлектәр сикле ине, шуға һөнәрселек училищеһына документтарымды алып барырға мәжбүр булдым. Тегенсегә уҡып йөрөгәндә былай ҙа сирле әсәйемде фалиж һуҡты. Уҡып та йөрөнөм, дауахана яҡын булғас, әсәйемде лә тәрбиәләп, риза булып ҡараным. Бер йылдан тегенсе дипломын алғас, олатайым, артабан уҡы, тип дәртләндерҙе. Һүҙен йыҡманым, белем алырға теләгем дә булғас, Белорет медицина колледжына шәфҡәт туташына уҡырға индем. Көҙөн уҡыу йортона барғас та, Ринат исемле егет менән таныштыҡ. Бик фырт егет ине ул. Дуҫлашып йөрөп, үтә яҡынайып киттек. Һәм күп тә үтмәй ауырға ҡалдым. Хәлде белгәс, Ринаттың әсәһе академ ялды рәсмиләштереп, мине үҙҙәренә йәшәргә алып ҡайтты. Үкенескә күрә, унда миңә яҡты йөҙ күрһәтеүсе табылманы, гел әрләнеп йәшәлде. Нимә эшләгәнемде, ҡайҙа барғанымды, ашауыма ҡәҙәр (күп ашай, тип) ҡарап, тикшереп кенә торҙолар. Табиптар һаҡланыу өсөн дауаханаға ятырға ҡушҡас, ҡуй, нимәгә ул, тип мине бала табыу йортона ятҡырманылар. Берәй ерем ауыртһа, дарыу эсергә (хатта витамин ашарға ла) ҡушманылар, ҡаты тыйҙылар. Туғыҙынсы айҙа, бала табырға ун көн ҡалғас, туй үткәрҙеләр. Туйҙан һуң, йолаға ярашлы, тип, ҡырға алып сыҡтылар. Мин шешенеп, күҙ алдарым ҡараңғыланып, бар нәмә икешәр-өсәр булып күренгәнсе оҙаҡ йөрөнөк. Йәп-йәш бала инем бит, өндәшмәнем, бар ерем һыҙлаһа ла, эсем ғәләмәт ауыртһа ла, шулай йоланы атҡарырға кәрәктер, тип, теш ҡыҫып түҙҙем. Баш баламды операция яһап, ҡорһағымды ярып алдылар... Операциянан һуң тора ла, һөйләшә лә алмай яттым. Бала табыу йортонан сығыу менән мине кире дауаханаға, неврология бүлегенә ун биш көнгә һалдылар. Ана шулайтып, мин дә бала тапҡандан һуң әсәйем һымаҡ сиргә һабыштым. Ауырығанымды белгәс, оторо шашып киттеләр. Ҡәйнәм неврологияға килеп, олатайыңа ҡайтырһың инде, беҙгә ауырыу килен кәрәкмәй, тине асыҡтан-асыҡ. Ысынлап, ауырыу кемгә кәрәкһен инде, бер уйлаһаң? Шулай ҙа Ринат мине өйҙәренә килеп алып ҡайтты. Бәлки, яңынан һауығып та китер инем, әгәр ҙә тыныс мөхит, яҡшы тәрбиә эләкһә. Әммә ләкин... Былай ҙа ҡаҡшаған нервыларҙы ҡуҙғытып, ҡәйнәм көн дә мине игәп, әрләп торҙо. Операциянан һуң һаулыҡ насарайып, бәүелемде тота алмайынса, яңылыш иҙәнгә һейеп ебәргәс, ул мине ҡайыш менән ярһып туҡманы. Бындай стресс ауырыуымды тамам көсәйтте. Туғыҙынсы ноябрь көнө үҙ-үҙемде аңламай башлағас, Ринат мине дауаханаға алып барҙы, ике ай психоневрология диспансерында дауаланып яттым. Мин ҡайтҡанда балама алты ай ине инде. Әҙерәк һауығып ҡайтҡайным да бит, ҡәйнәм ҡабаттан мине көн дә үсекләргә, кәмһетергә, этләшергә тотондо. Ошондай алама мөхиттә сирем яңынан ҡалҡты – йәйгә тағы ауырыным. Июлдән сентябрь башынаса дауаханала ятылды. Унан ҡайтҡас, ҡәйнәм, бар, олатайыңа ҡайт, бала әүрәтеп йөрөмә, ул – минеке, тине. Баламды ҡарап, үтә эҫенеп киткәндер инде. Әйберҙәремде әҙерләп, төйнәп ҡуйғайнылар, ҡалайтайым, ҡәйнәмдең һүҙен тыңлап, яҙмышыма күнергә тура килде. Шулайтып мине олатайыма ҡайтарып ебәрҙеләр. Олатайым менән әүәлгесә һәүетемсә генә йәшәп киттек. Һуңғы айҙарҙағы ваҡиғалар, сир, дауа арҡаһында хәтерем ныҡ насарайғайны. Ләкин яҡын кешем янында әкренләп йүнәлә башланым, хәтерем яҡшырҙы, сир артҡа сигенде. Яҙ көнө икенсе ирем менән таныштым. Ул миңә өйләнешергә тәҡдим яһағас, янына күсеп барҙым. Бер ыңғайы инвалидлыҡ юллап алдым. Аҡсаһы әҙ генә булһа ла, донъя көткәндә ярап ҡалды шунда арлы-бирлегә. Бер йылдан бала таптым. Пенсия аҡсаһына балалар пособиеһы, бер тапҡыр түләнә торған түләүҙәр ҙә өҫтәлгәс, ирем дә эшләп йөрөгәс, әҙерәк күҙ асылып ҡалғандай булды. Инде ҡыуанып, дәртләнеп «әсәлек капиталы»н юлларға документтар йыйғанда офоҡта яңынан Ринат пәйҙә булып, беҙҙе ҡаңғыртырға тотонмаһынмы! Миңә илле мең һум аҡса бирмәһәң, баш балаңа әсәлек хоҡуғынан яҙҙыртасаҡмын, тип янап, даими рәүештә телефондан шылтыратып бимазаланы ғына. Ә беҙҙә ундай аҡса ҡайҙан булһын? Ауыҙыбыҙҙы асһаҡ, үпкәбеҙ күренергә тора, тигәндәй, осто-осҡа саҡ ялғап йәшәй башлағанбыҙ. Етмәһә, кеше йортонда айына берәр мең һум түләп йәшәйбеҙ, ауыл ерендә ул да ҙур сумма. Шуны аңлата торғас, саҡ Ринаттың дәғүәләренән ҡотолдоҡ.
Әйткәндәй, икенсе ирем менән бик бәхетлебеҙ. Бер-беребеҙҙең хәленә инеп, аңлашып, татыу ғына йәшәйбеҙ. Теремек кенә уртаҡ балабыҙ үҫеп килә. «Әсәлек капитал»ына, ниһайәт, өй һатып алып, өйлө лә булдыҡ, һыйырыбыҙ ҙа бар. Ҡартайып бөтөнөп киткән олатайымды ла үҙебеҙгә күсерҙек. Үҙемдең янда булғас, хәҙер олатайым өсөн күңелем тыныс. Ул мине нисек ҡәҙерләп үҫтерҙе, үҙен дә бөгөн шулай ҡәҙер-хөрмәт итәм. Әсәйемдең хәленә ҡалмаҫ өсөн, йылына ике-өс тапҡыр дауаханала ятып сығам, сиремде аҙҙырмайым. Тормоштоң ҡәҙерен беләм, һәр көнөмә ризамын.
Ҡәйнәмдең ҡаршылыҡ күрһәтеүенә ҡарамаҫтан, тәүге балам менән дә барып күрештем. Ул минән һыуынып бөткәс, өйрәнгән мөхитенән тартып алырға ҡыйманым, йәлләнем. Ҙурайғас, моғайын, хәлемә инер, аңлар, тинем. Ҡәйнәмде лә ғәфү итеп, кисерҙем. Йәшәй бирә, уның хис-тойғоларын бик яҡшы аңланым кеүек. Баламды ҡарап үҫтергәне өсөн ысын күңелдән рәхмәтлемен. Ҡәйнәм булмаһа, баламды йә балалар йортона, йә сит кешеләргә бирерҙәр ине бит. Ә былай ул үҙ кешеләрҙә, ҡараулы, яҡлаулы, ситтәрҙән ҡағылып-һуғылмай, шөкөр.
Ҡәйнәмде йылдар йомшартты, ахыры. Уларға барғанымда, киленем ҡалай үҙем кеүек һимергән, шыр ғына миңә оҡшағанһың да ҡуйғанһың, тип көлгән булды. Икебеҙҙе лә белгән кешеләр, буйың, йөҙөң, атлап китеүең менән дә тас ҡына ҡәйнәң дәһә һин, тип бот сабып аптырай. Әйтмәксе лә, килен – ҡәйнә тупрағынан: олоғая килә уның күсермәһенә әйләнгәнмен. Уҫаллығым да хәҙер уныҡынан һис кәм түгел: һүҙ эҙләп, кеҫәгә инеп интекмәйем, үҙемде лә, башҡаларҙы ла яҡларлыҡмын. Күрәһең, йәштән үк әсәһенә йөҙ-ҡиәфәтем, холоҡ-килбәтем менән тартым булғанға, Ринат элек үк мине оҡшатҡандыр ҙа әле.
Бына шулай йәшәп ятҡан көнөм, – тип йылмайып һүҙен тамамлаған Мәрйәмдең рух көсөнә таң да ҡалаһың, һәм әллә күпме кәртәне еңеп, яҙмыш менән еңешеп, үҙенең дә тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә, бәхетле булырға хоҡуғы барлығын раҫлай алған ҡатын алдында йөҙөң дә ҡыҙара. Йәмғиәттең камилһыҙлығына әсенеп, барыбыҙға ла мәрхәмәтлелек етмәгәнен асығыраҡ тойоуҙан, әлбиттә. Сирҙәрҙән, шул иҫәптән психик ауырыуҙарҙан да, бер кем дә һаҡланмаған – теләһә кемде боғаҙынан алыуы ихтимал. Әммә ниндәй хәлдә лә һәр кемде кешелеклелек, мәрхәмәтлелек оҙата барһын ине, тим. Сөнки психик ауырыуҙарға мөнәсәбәт – беҙҙең психик сәләмәтлек күрһәткесе ул. Һынатмаҫҡа ине ошо йәһәттән.
Ә ҡайғы-хәсрәт нормаһын артығы менән үтәгән, тултырған Мәрйәмгә бынан ары тик изге күңелле кешеләр генә осраһын – ҡыуаныс-шатлыҡтарға сират еткән бит, тик һөйөнөп йәшәһен артабан.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
* Исемдәр үҙгәртелде.