RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (12-18 февраль)

12.02.2018 Йондоҙнамә (12-18 февраль)

Йондоҙнамә (12-18 февраль)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Кәйефегеҙҙең ыңғай яҡҡа үҙгәргәнен асыҡ тойорһоғоҙ. Күптәр кеше араһында үҙен күрһәтергә тырышыр, ләкин бының өсөн мөмкинлектәр булмаҫ һымаҡ. Был арала булдырған танышлыҡтар киләсәктә файҙа килтерер. Йомала уйламаған хәбәр ишетеүегеҙ ихтимал.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һәйбәт осор. Донъяуи мәсьәләләр ҡайһы ваҡыт етди уйланырға мәжбүр итер. Бәғзе­ләр элегерәк ҡорған маҡсаттарына үҙгәрештәр индерер. Шаршамбыла күптән күрмәгән яҡын танышығыҙ үҙе хаҡында белдерер. Иң яҡшы көндәрегеҙ – йома һәм шәмбе.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ мотлаҡ артыр. Тик был хәлдән файҙаланыу өсөн шарттар әҙ булыр кеүек. Кеше аҡсаһы менән бәйле мәшәҡәттәр өҫтәлеүе мөмкин. Ләкин был эштең ахыры һәйбәт бөтөр. Йомала килеп сыҡҡан ҡаршылыҡ еңел хәл ителер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Киләсәккә булған маҡсаттарығыҙҙы бер аҙ асыҡлай алырһығыҙ. Был арала бурысҡа алмағыҙ, бурысҡа инеү дошмандарығыҙҙы ғына арттырыр. Төп эшегеҙҙәге тырышлы­ғығыҙ етәкселәр тарафынан тейешле баһа алыр. Әлегә эшегеҙҙе алмаштырырға кәңәш ителмәй.

Буға (21.04 – 21.05)
Ниндәйҙер осраҡлы ғына ваҡиға тормошоғоҙға ыңғай йоғонто яһар. Ҡайһы бер нәмәләргә күҙегеҙ асылыр. Шаршамбыла өмөтлө тәҡдим ишетеүегеҙ бик ихтимал. Аҙна барышында ҡәҙимгенән икеләтә күберәк эшләрһегеҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Мәшәҡәтле осор. Ҡайһы бер эшегеҙҙе төрлө сәбәп арҡаһында ваҡытлыса кисектереп торорға ла тура килер. Был арала һеҙҙең хаҡта ғәйбәт таратыуҙары тураһында ла белер­һегеҙ. Йомала тәжрибәле кешенән файҙалы тәҡдим ишетерһегеҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙнаның тәүге яртыһында ныҡышмалыраҡ булырға кәңәш ителә. Тырышлығығыҙ арҡа­һында элек «тешегеҙ үтмәгән» эштәрҙе лә урынынан ҡуҙғатып ебәрерһегеҙ. Шаршам­бынан һуң төрлө сәбәп арҡаһында әүҙемлегегеҙҙе күрһәтә алмаҫһығыҙ шикелле.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала күберәк аралашырға, дуҫтарығыҙға яҡыныраҡ булырға кәңәш ителә. Ҡайһы бер яңылыҡтарҙы, файҙалы нәмәләр хаҡында ишетерһегеҙ. Бәғзеләр элек боҙолған мөнәсәбәттәрҙе еңел генә яңынан ялғар. Йомала ниндәй ҙә булһа ла дәғүәнән ары торорға тырышығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Һеҙҙең өсөн яуаплы осор. Элек ҡорған маҡсаттарығыҙға табан тағы ла бер аҙ яҡынайырһығыҙ һымаҡ. Эш урынында абруйығыҙ артыр. Аҙна башындараҡ ишеткән яңылыҡ кәйефегеҙҙе күтәрер. Ул аҡса менән бәйле булыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Һеҙҙе ҡаршылыҡлы көндәр көтә. Ҡайһы бер эштәрегеҙ туҡтағандай тойолор. Икенсе яҡтан, тормош уңайлы мөмкинлектәр ҙә биреп торор. Шаршамбыла уларҙы күреп ҡалырға тырышығыҙ. Һуңғы ваҡиғаларҙан һабаҡ алыу ҙа файҙаға булыр.

Саян (24.10 – 22.11)
Эштәге ығы-зығы, төрлө мәшәҡәт көс-хәлегеҙҙе алыр, моғайын. Шишәмбелә кемдер элекке бурысығыҙ тураһында иҫегеҙгә төшөрөр. Шуға ҡарамаҫтан, үҙегеҙҙе тыныс тотоғоҙ – тиҙҙән барыһы ла яйланыр. Ҡыҫҡа ваҡыт­ҡа булһа ла тәбиғәткә сығырға тырышығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Дөйөм хәлегеҙ тотороҡло булыр. Ләкин айырым ваҡиғаларҙың кире йоғонтоһо булыуы ихтимал. Был шаршамбыла асыҡ беленер. Күптәргә икенсе кешенең эшен дә башҡарырға тура килер һымаҡ. Аҙна аҙағы һәйбәтерәк үтер.













Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»