RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үҙ ерендә ҡәҙерлеләр

15.02.2018 Үҙ ерендә ҡәҙерлеләр

Үҙ ерендә ҡәҙерлеләр
Лариса һәм Рәил Бикмәтовтар Сибайға ҡайтып төпләнеүҙәренә һис тә үкенмәй
Ғаилә ҡороп, үҙ аллы йәшәй башлағандар күп ҡаршылыҡтар менән осраша. Йортло булғы, уны матур йыһаздар менән тултырғы килә. Балаларҙы башҡаларҙан кәм-хур итке килмәй, сәйәхәттәр ымһындыра, машинаһы ла кәрәк. Юҡлыҡ талаштыра тигәндәй, ир менән ҡатындың саф мөхәббәте ауырлыҡтарҙан тоноҡланыуы ла бар. Шул саҡта, социализм төҙөлгән шанлы йылдарҙа йәш белгестәргә торлағы бирелгән, эше булған, тип үткәндәргә көнләшеп тә ҡуяһың.

Ә бына был йәһәттән Сибай үҙәк ҡала дауаханаһында эшләүсе йәш белгестәр бәхетле. Дауахананың баш табибы Азамат Әхмәҙуллин әйтеүенсә, йәштәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә. Тырыштарға карьера эшләү мөмкинлеге киң, тәжрибәле коллегалар кәңәшенән өҙмәй. Шулай уҡ бында йәштәрҙең бәкәлгә ныҡ һуҡҡан проблемаһы – торлаҡ мәсьәләһе уңышлы хәл ителә. “Һуңғы ете йылда, Сибай ҡалаһы хакимиәте ярҙамы менән, йәш белгестәргә ҡырҡтан ашыу торлаҡ, шул иҫәптән һигеҙ коттедж асҡысы тапшырылды”, – тине Азамат Хәйҙәрйән улы.

Бындай дәүләт ярҙамын алғандар нисек йәшәгәнен белер өсөн Бикмәтовтар ғаиләһе менән танышырға булдыҡ. Улар 2012 йылда өйлө булған. Ғаилә башлығы Рәил – дауахананың ультратауыш һәм функциональ диагностикалау бүлеге мөдире, ә Лариса “Ҡурай” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Алина һәм Эльвина исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр.
Рәил Бикмәтов юҡҡа табип һөнәрен һайламаған. Уның атаһы Зөфәр Әнүәр улы – республикаға билдәле алтын ҡуллы хирург. Абруйлы табиптың улы булыуы, моғайын, Рәилгә тағы ла яуаплылыҡ өҫтәйҙер. Ул, эше хаҡында һөйләп: “Күп кенә ауырыуҙы, алдан киҫәткән осраҡта, булдырмаҫҡа йәиһә ул етди төҫ алмаҫ элек дауаларға мөмкин. Һыҙланыу сирҙең көсәйеүе хаҡында һөйләй. Шуға күрә йылына бер тапҡыр эске ағзаларға УЗИ, флюорография үтергә кәңәш итәм”, – тине. Күптән түгел Сибай үҙәк дауаханаһына магнит-резонанс томографияһы аппараты урынлаштырыл­ған. Элек Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары халҡына МРТ үтеү өсөн Өфөгә юлланырға тура килһә, хәҙер уны Сибайҙа эшләтергә була.
Рәилдең күп ваҡыты эштә уҙа, шуға күрә балаларҙы ҡарау, йорт-ҡура мәшәҡәттәре ҡатыны иңенә күберәк төшә. “Бала саҡтан атайымдың эш тип яныуы, көнө-төнө дауахананан ҡайтып инмәүе хәтерҙә ҡалған. Мине һәм ике ҡустымды тәрбиәләү мәшәҡәттәре әсәйемә – Яңылбикә Абдулхай ҡыҙына эләкте. Ул бер ҡасан да зарланманы, эҫе ашы менән сабыр ғына атайҙың ҡайтыуын көтә ине. Ә хәҙер мин эштән ҡайтып инһәм, ҡыҙҙарым һәм кәләшем һағынып ҡаршы ала”, – тине Рәил.
Иң яҡшы инвестицияның балаларҙың киләсәгенә нигеҙ һалыу икәнлеген Бикмәтовтар яҡшы аңлай. Шуға ла бәләкәстәренең һәләттәрен төрлө яҡлап асыуға ҙур көс һалалар. Ҡыҙҙар бейеү түңәрәгенә ихлас йөрөй, спорт менән шөғөлләнәләр. Өсөнсө класта уҡыусы Алина ижади конкурс­тарҙа уңышлы ҡатнаша.
Йәштәрҙең ҡауышыуы бик ҡыҙыҡ, осраҡлы мәлдән торған. Лариса, 2005 йылда БДУ-ны тамамлағас, Өфө ҡалаһында эшкә ҡала. Ул башҡорт теленән уҡыта, шул уҡ ваҡытта балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Йәмле матур кистә ҡыҙҙы әхирәте Салауат Юлаев майҙанына барырға өгөтләй. “Эштән ныҡ арып ҡайтҡайным, әммә әхирәтем, ай-вайыма ҡарамай, алып сығып китте. Әҙ генә йөрөнөк тә ҡайтырға юлландыҡ. Бер мәл өс егет беҙгә һүҙ ҡушты”, – тип һөйләй башланы Лариса.
Ҡыҙҙар уларға иғтибар итеп тормай, юл аша сығып китә. Ҡапыл егеттәрҙең береһе арттарынан йүгерә һәм Ларисаның ҡулынан тотоп та ала. Шул минутта Рәил буласаҡ хәләленең артынан сапҡанын аңламай ҙа әле. Егет, ҡыҙҙарҙың ҡаршылашыуына ҡарап та тормай, уларҙы оҙатып китә. “Юҡ-бар хәбәр һатып, көлөшөп барғанда, Рәил һүҙ ыңғайында: “Ике туған ҡусты-апайҙарым менән бергә йәшәргә фатир эҙләйем. Ҡуртымға берәйһе тапшырмаймы икән?” – тип һорашты. Ә шул көндө иртәнсәк кенә мин ҡуртымға алып йәшәгән фатирҙың хужаһы буш торған бүлмәләргә кеше табыр­ға ҡушҡайны. Мин, ни, уны-быны уйлап торманым, әйттем дә һалдым. Һәм шундуҡ оноттом. Иртәгәһенә эшкә барырға йыйынып йөрөһәм, берәү ишек ҡаға. Асып ебәр­һәм, ҙурҙан ике сумка тотҡан Рәил тора! Әйберҙәрен йөкмәп килгән кешене кире борорға уңайһыҙландым, ә үҙем үҙемде эстән генә битәрләйем. Уға буш торған бүлмәләрҙе күрһәттем дә эшкә йүгерҙем. Кис ҡайтһам, күптән ир ҡулы теймәгән фатир көлөп тора: йүнәтәһе әйберҙәрҙе йүнәтеп, ҡаға торғандарын ҡағып ҡуйған. Эшһөйәр, оҫта ҡуллы егетте сығарырға ҡыйманым. Шунан Рәилдең ике туған апайҙары һәм ҡустылары күсте, улар ҙа студент ине. Тәүҙә барыһынан да һағая инем, бүлмәмде гел бикләп йөрөнөм. Ябай һәм ихлас өйҙәштәрем күңелемде тиҙ яуланы”, – тине хужабикә.
“Ә ҡасан бер-берегеҙгә ғашиҡ булдығыҙ һуң?” – тигән һорауға Лариса: “Ике сменала эшләгәс, бик һуң ҡайта инем. Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты Рәил көнө буйы уҡыуҙа, ә төндә һаҡсы булып эшләй. Йүнләп һөйләшеп ултырғаныбыҙ юҡ ине, аҙналар буйы бер-беребеҙҙе күрмәй йөрөнөк. Йылға яҡын “бергә йәшәгәс” кенә һүҙҙәребеҙ беректе”, – тип көлдө.
Йәштәр 2008 йылда өйләнешә һәм Рәилдең тыуған ҡалаһы Сибайҙа төпләнә. Йәш ғаиләнең нисек йәшәп китеүенә ҡайны-ҡәйнә мөнәсәбәте тәьҫир итеүен берәү ҙә инҡар итмәҫ. Был йәһәттән дә бәхетле Бикмәтовтар ғаиләһе. “Ҡәйнәмдән уңдым, ул – серҙәшем һәм кәңәшсем. Ҡайным да мине баштан уҡ яҡын күрҙе, ейәнсәрҙәрен бик ярата, улары ла “ҡартатай” тип өҙөлөп тора”, – тине Лариса. Ә Рәил үҙенең ҡайныһы менән ҡәйнәһен маҡтарға тотондо. “Бер ҡасан да беҙҙе ярҙамынан ташламайҙар, уларҙың йылыһын тойоу беҙгә күп көс бирә”, – тине ул. Йәштәрҙең “һинеке-минеке” тип туғандарын айырмауы, рәхмәтле булыуы был ғаиләнең берҙәм һәм татыу булыуын дәлилләне.
Рәилдең ата-әсәһен Сибай халҡы намыҫлы һәм эшһөйәр кешеләр тип белә. Ларисаның ата-әсәһен – Ишембай районының Һайран ауылында йәшәүсе Богдановтарҙы ла хеҙмәт һөйгән, ғаилә ҡиммәттәрен барыһынан да өҫтөн ҡуйып йәшәгән пар тип таныйҙар. Флүрә Ғабдулхаҡ ҡыҙы ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған, ә Алексей Александрович элемтәсе-инженер булып эшләй. Ҡоҙалар үҙ-ара татыу, ғаилә байрамдарын бергә билдәләйҙәр.
Ошондай күркәм, тырыш ғаиләләрҙә ҡанат нығытҡан Рәил менән Лариса, әлбиттә, ата-әсә юлын ҡыуа. “Атай-әсәйҙәребеҙ бар йәһәттән дә өлгө, беҙгә тапшырған аҡыл-хазинаны, үҙ сиратыбыҙҙа, балаларыбыҙға өләшәбеҙ. Киләсәктә беҙ ҙә улар кеүек бәхетле ҡартатай-өләсәй булғыбыҙ килә”, – тине йәштәр.
Бикмәтовтарҙан ир менән ҡатын, бала менән ата-әсәһе араһындағы йылы мөнәсәбәт бөркөлә. Улар ҡабыҙған ғаилә усағы бер ҡасан да һүнмәһен, ҡотло йорттарында шатлыҡлы миҙгелдәр күберәк булһын!

Гүзәл ЙОСОПОВА.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»