25.12.2010 Тостар, теләктәр!
Мөхәббәт өсөн!
Ейәне өләсәһенән һорай:
– Өләсәй, нимә ул мөхәббәт?
– Нисек кенә аңлатайым икән? Мөхәббәт – ул икмәк кеүек: йә уңа, уңмай.
Мөхәббәтегеҙ уңған икмәк кеүек булһын! Татлы ла, бәрәкәтле лә!
***
Бер саҡ аҡыл эйәһенән:
– Нимә ул мөхәббәт? – тип һорайҙар.
– Әгәр үҫмер һораһа, көт, белерһең, тип яуап ҡайтарам, – ти аҡыл эйәһе. – ҡарт кешенең һорауына яуабым: иҫеңә төшөр! Ә инде йәш кеше мөрәжәғәт итһә инде, миңә уға мөхәббәтте теләргә генә ҡала.
Әйҙәгеҙ, дуҫтар, беҙ ҙә был һорауға үҙебеҙсә былай тип яуап бирәйек: Яңы йылда ла яратығыҙ һәм яратылығыҙ!
Һәр минут өсөн!
Әбей менән бабай шым ғына бутҡа ашап ултыра. Бер ваҡыт әбей ҡалағы менән шап иттереп бабайының маңлайына эләктермәһенме!
Тегеһе, аптырап:
– Әбей, ни булды һиңә?
– Бынан етмеш ике йыл элек мине нисек санаға бәйләп һалып урлап ҡасҡаның иҫемә төштө.
Тауыш-тынһыҙ ғына артабан ашарға тотоналар. Көтмәгәндә ҡарт та әбейенең маңлайына килтереп тондора:
– Бына ғибрәт, ниндәй етмеш ике, ти, бынан етмеш өс йыл элек булды ул хәл.
Ғүмеребеҙҙең һәр минуты, һәр сәғәте, һәр йылы, һәр осоро күңелдәрҙә һаҡланһын!
Бәхет өсөн!
Аллаһ балсыҡтан әҙәмде әүәләгәс, уның ҡулында бер киҫәк балсыҡ ҡалған.
– Тағы һиңә нимә өҫтәргә? – тип һорай кешенән.
ҡарамаҡҡа барыһы ла теүәл: баш, кәүҙә, аяҡ-ҡул, башҡаһы... Уйланып торған да әҙәм, былай тигән:
– Миңә бәхет әүәләп бир!
Әммә Тәңре, бар нәмәне белеүенә, күреүенә ҡарамаҫтан, бәхеттең ни икәнен дә күҙ алдына килтермәгән. Шуға ла ул балсыҡты кешегә һонған:
– Мә, үҙ бәхетеңде үҙең әүәлә!
Онотмағыҙ: һәр кемдең бәхете – үҙ ҡулында, был эштә уңыштар өсөн!
***
Әгәр Яңы йыл төнөндә һеҙгә ҡайғы килеп ишек ҡаға ҡалһа, ул ишекте эстән Бәхет асһын да: «Ғәфү итегеҙ, һеҙ адресты бутағанһығыҙ», – тип әйтһен!
ҡайғыларҙы аҙаштырыр, юлынан яҙҙырыр бәхет өсөн!
ҡот-бәрәкәт өсөн
Бер көн шулай данлыҡлы физик Нильсон Борҙың өйөнә инһәләр, ишек башына ҡағылған дағаны күрә лә дуҫтары һорай:
– Һин нимә, ысынлап та, дағаның ҡот-бәрәкәт килтереренә ышанаһыңмы әллә?
– Мин ышаныуын ышанмайым да, тик ҡот-бәрәкәт ышана шикелле!
Әйҙәгеҙ, беҙҙең өйгә ҡот-бәрәкәт йышыраҡ килһен һәм шуға ышанайыҡ!
Ысын байлыҡ өсөн!
«Бай булыу һәм тоҡсайыңдан бүҫелеп сығырҙай аҡсаң хәлеңдең шәп икәнен аңлатмай әле, – тигән философ Диоген. – Кем үҙенең тормошонан ҡәнәғәт, ысынында ана шул бай».
Яңы йыл беҙгә ысын байлыҡ алып килһен!
***
Карапта сауҙагәр менән ғалим йөҙөп бара. Сауҙагәр бай икән – үҙе менән шул тиклем күп тауар алған, ә ғалимдың ҡулы бөтөнләй буш, ти. ҡапыл дауыл ҡуба ла, карап түңкәрелеп, бата. Бер бүрәнәгә йәбешеп, әлеге сауҙагәр менән ғалим ғына ҡотолоп ҡала. ҡоро ерҙә бер аҙҙан аңына килгән бай үкереп илай икән:
– Үҙем менән күпме байлығымды алғайным, бөтәһен дә юғалттым, харап булдым!
– Ә минең байлығым һәр саҡ үҙем менән, Аллаға шөкөр! Бына бында, – тип, ғалим башын тотҡан.
Юғалмай торған байлыҡ өсөн, әйҙәгеҙ! Баш иҫән булһын, байлығы табылыр!
Ғүмер һәм тормош өсөн
«Етер инде, тормоштан күпме көтөлмәгән бүләк көтөргә була. Үҙебеҙгә тормошто ла, ғүмерҙе лә тормошсан һәм кешесә итергә ваҡыт», – тип яҙған Лев Толстой.
Әйҙәгеҙ, донъялағы иң ҙур бүләк – ғүмерҙең үҙе өсөн!
«Йәшлек» өсөн
Килер бер көн, ҡартайҙыҡ, тип,
Һыйпарбыҙ һаҡалдарҙы.
Әле йәшбеҙ, «Йәшлек» өсөн
Тотайыҡ бокалдарҙы!
Балалар өсөн!
Ергә яңы кеше тыуһа, күктән Аллаһ төшә лә был сабыйҙы үбә. Башынан үпһә – ғалим йә философ, ҡулына ҡағылһа – оҫта йә музыкант, ә инде аяғына тейһә, спортсы йә бейеүсе була икән.
Балаларыбыҙҙы Тәңре һәр саҡ шулай ҡурсалап, изге эштәренә фатиха биреп торһон!
Яңы йыл өсөн!
31 декабрь. Кискеһен бер малай әсәһенә килгән дә былай тигән:
– Әйҙә, әсәй, сәғәт ун икенсе ярты булғас, бөтәбеҙ ҙә: «Ура-а, Яңы йыл килде, Яңы йыл!» – тип ҡысҡырабыҙ.
– Ниңә? Ун икенсе яртыла Яңы йыл килмәй ҙә баһа.
– Әйҙә, күршеләр, быларға Яңы йыл иртәрәк килгән икән, тип уйлаһын...
Күңелле, һәйбәт нәмәләр әҙ генә булһа ла беҙгә иртәрәк килһен! Яңы йыл менән!
М. ҒАРИФУЛЛИН әҙерләне.
Яңы йылға теләк
Мәхрүм итмә, Яңы йыл, һин һаулыҡтан,
Донъя именлеге һәм дә муллыҡтан.
Нәфсе үә хәмер йөрөмәһен йәнәштә,
Ғаиләләр ныҡ булһын, яңғыҙҙар
йәрәшһен.
Яҡшылыҡҡа яҡты юл бир, алға ҡуй,
Яманды «иман» тигән йоҙаҡҡа бикләп ҡуй!
Рәйлә ҡОЛМЫРҘИНА.
Ишембай районы,
Этҡол ауылы.