25.12.2010 Ҡуянға хас 13 сифат
Көнсығыш календары буйынса ул Ай хайуаны, тергеҙелеү, йәшлеккә ҡайтыуҙы аңлата, шулай уҡ уны «ҡараңғылағы яҡтылыҡ» тип тә йөрөтәләр. ҡуянға тағы бына нимәләр хас:
ҡуян – уңдырышлылыҡ (түллелек) символы
Дипломатик мөнәсәбәттәрҙә уңыш килтерә
Был йәнлек ҡолағанда һәр ваҡыт тәпәйҙәренә баҫа (бер ваҡытта ла юғалып ҡал-
май, тигән мәғәнәлә)
Талантлы, баҫалҡы, матурлыҡты ярата
Йәмғиәт – уны, ул йәмғиәтте ярата
Тоғро дуҫ
Эшләгән һәр эшен аҡыл һәм намыҫ менән башҡара
Тиҙ баһалай һәм яуап бирә белә
Оптимист һәм яҡты киләсәккә ышана
Романтик, хыялый
Классикаға өҫтөнлөк бирә
Ул бик һаҡ, шул уҡ ваҡытта үҙ маҡсатына ирешер өсөн дыуамаллыҡҡа ла барыр-
ға мөмкин
ҡуянда бер ни тиклем сихри көс бар
Ошоларҙан сығып, үҙегеҙ күҙаллағыҙ инде – беҙҙе ниндәйерәк йыл көтә? Һәм тик изгелеккә, яҡшылыҡҡа өмөт итегеҙ!