RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңы йыл табынына

25.12.2010 Яңы йыл табынына

Яңы йыл өҫтәлен һәр хужабикә айырыуса тырышлыҡ менән әҙерләй. 2011 йылды ҡаршылағанда табында ит ризыҡтары күп булырға тейеш түгел. Ни тиһәң дә, яңы 2011 – үҙе ҡурҡаҡ ҡына, зыянһыҙ һәм йомшаҡ ҡуян йылы. Әлбиттә, ҡуян итенән әҙерләнгән бәлеш тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел.
2011 йылдың стихияһы – металл, тимәк, табынға металдан эшләнгән ваза, шәм тотҡаһы, көмөш ҡалаҡ-сәнске ҡуйырға мөмкин. Байрам табынының уртаһында әфлисун, мандарин һәм һары алмалар тулы һауыт торһон. ҡуяндың кишер яратыуын беләбеҙ инде – шуға ла өҫтәлгә сей кишер ҡуйыу ҙа табынға үҙенсәлек бирәсәк. ҡыҫҡаһы, лимон, алма һәм кишер ни тиклем күберәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ.
Әлбиттә, бер кемдең дә Яңы йылды итһеҙ, вегетариандар кеүек ҡаршылағыһы килмәҫ. Шуға ла күберәк балыҡ ризыҡтары әҙерләргә тырышығыҙ. ҡуян йәшел тәмләткестәрҙе лә бик ярата.
Үтеп барған йылдың хужаһы – юлбарыҫ хаҡында ла онотоу дөрөҫ булмаҫ. Уҙған йылдың бәләләре үткән йылда ҡалһын тиһәгеҙ, уны матурлап оҙатығыҙ. Тап юлбарыҫ өсөн генә, сәғәт 12 тулғанға тиклем ашау маҡсатында туҡлыҡлы, итле аш-һыуҙы күпләп әҙерләргә мөмкин.

«Йомшаҡ ҡуян» салаты
200 грамм бешерелгән тауыҡ ите, 100 грамм йәшел борсаҡ (консерва), 4 йомортҡа, 2 бешкән картуф, 2 ҡыяр (маринадланған булһа ла ярай), 4 аш ҡалағы ҡаймаҡ, биҙәү өсөн ҡуҙаҡлы фасоль, борос, тоҙ.
ҡыярҙың тышын әрсергә һәм тауыҡ ите, ҡыяр, картуфты шаҡмаҡлап турап, борсаҡ, ҡаймаҡ, тоҙ ҡушып бутарға. Бынан һуң ошо масса дүрт бәләкәй тәрилкәгә шайба формаһында һалып сығыла. Уның өҫтөн йәшел тәмләткестәр менән биҙәргә кәрәк.
Ә инде ҡуяндар ошолай эшләнә – бәләкәй генә ағас теш таҙартҡыс алып, һәр бер бешкән йомортҡаға ҡара борос ярҙамында күҙҙәр эшләп сығырға кәрәк. Мыйыҡтары петрушканан эшләнә. Йомортҡаның өҫкө өлөшөнә ҡолаҡтар эшләү өсөн ҡуҙаҡлы фасолде тығып ҡуйырға кәрәк (һүрәтте иғтибарлап ҡарағыҙ).
Был салатты әҙерләүгә табында нисә кеше булһа, шунса йомортҡа кәрәк. Өҫтәлгә ҡуйыр алдынан һыуытып алығыҙ.

Чипсынан ҡабымлыҡ
Бер ҡап чипсы (тик ул арзан һәм ондан эшләнгән булмаһын, картуфтыҡы кәрәк), ҡырғыстан үткәрелгән 100 грамм сыр, 2 помидор, майонез, йәшел тәмләткестәр, һөйәкһеҙ зәйтүн емештәре (маслины), теләһәгеҙ, аҙыраҡ һарымһаҡ.
Помидор менән йәшел тәмләткестәрҙе турап, сыр, майонез һәм ныҡ итеп иҙелгән һарымһаҡ ҡушып, бутарға. Ҙур яҫы һауытҡа чипсыларҙы теҙеп, өҫтөнә ошо массаны һалып сығырға. ҡабымлыҡтың өҫтө зәйтүн емештәре менән биҙәлә.

Яңы йыл салаты
1 бешерелгән тауыҡ, 150 грамм ҡара емеш, 250 грамм йәшел һуған, 1 аш ҡалағы лимон һуты, петрушка, тауыҡ итенә тура килгән тәмләткестәр, әскелтем соус.
Һуғандың аҡ төҫтәге өлөшөн аҫҡа, йәшелен өҫкә һалабыҙ. Тауыҡты һөйәгенен айырып, ҡара емеште өҙгөсләмәй генә иҙәбеҙ. һауытҡа иң тәүҙә һуған менән соус, унан һуң бер нисә ҡара емеш һалына. Майонез һылана һәм тауыҡ ите теҙелә. Лимон һутын иткә һибергә кәрәк. Бынан һуң бөтә ингредиенттар ҙа ошондай уҡ тәртиптә яңынан ҡатлана. Салаттың һәр ҡатына майонез һалына.
Салаттың өҫтө тулыһынса йәшел һуған менән ҡаплана. Майонез ярҙамында сәғәт уҡтары, һандар эшләнә. Һандар аҫтында ныҡ итеп йәлпәштерелгән ҡара емеш булырға тейеш.

«Бесәй» салаты
2011 йылды «Бесәй йылы» тип әйтеүселәр ҙа бар. Шуға күрә байрам табынын «Бесәй» салаты менән биҙәү бик шәп буласаҡ. Әйҙә, үпкәләп тормаһын!
Был салат өсөн 4 баклажан, 4 йоморт­ҡа, 1 банка консерваланған йәшел борсаҡ, 1 алма, майонез кәрәк.
Баклажандарҙы тышын әрсемәй генә ваҡ ҡына шаҡмаҡтар формаһында, алманы һалам рәүешендә турарға.
Йомортҡаны бешереп, ағы менән һарыһын айырырға ла, һәр береһен айырым ҡырғыс аша үткәрергә. Баклажандарҙы тоҙлап, йомшарғансы бешереп алырға.
Бөтә ингредиенттар ҙа әҙер булғас, яҫы һауытҡа иң тәүҙә бесәйҙең башы рәүешенә килтереп, алма һалына. Икенсе ҡатҡа – ҡырылған йомортҡа ағы, өсөнсөгә – борсаҡ, унан һуң йомортҡаның һарыһы һәм баклажан теҙелә. Һәр ҡатлам һайын майонез һылана.
Бесәйҙең күҙҙәрен, ауыҙын, мыйыҡтарын эшләү өсөн зәйтүн емештәре, колбаса, йәшел тәмләткестәр ҡулланырға була. Әгәр бесәй һары төҫтә булыуын теләһәгеҙ, иң аҫҡы ҡатҡа баклажанды һалып, иң өҫкә йомортҡа һарыһын һибегеҙ.

«ҡуян бәхете» ҡабымлығы
Уртаса ҡырғыстан үткәрелгән ыҫланған сыр (колбаса рәүешендәге сыр), һарымһаҡ, майонез, сей кишер, петрушка.
Был юлы ҡабымлыҡ бәләкәй генә кишер формаһында эшләнә. Сыр менән һарымһаҡты майонез ҡушып бутарға һәм кишер формаһын биреп, яҫы һауытҡа һалып сығырға. Масса ҡырғыстан үткәрелгән кишер менән ҡаплана. Кишерҙең япраҡтары булып йәшел тәмләткестәр хеҙмәт итә. Был бик тиҙ һәм еңел эшләнә торған ҡабымлыҡ.

Рулет
3 йоҡа ләүәш, бер ҡап краб таяҡсалары, 3 помидор, 200 грамм ҡаты сыр, укроп, майонез.
Ләүәшкә йоҡа ғына итеп майонез буяр­ға. Уға ҡырғыстан үткәрелгән сыр һәм укроп ҡатламы һалырға. Был ләүәш икенсеһе менән ҡаплана.
Бынан һуң ләүәштәр өҫтөнә шаҡмаҡлап туралған помидор һалып, майонез һылана. Бөтә ошо ҡаттар өҫтөнә майонез буял­ған өсөнсө ләүәш ҡуйыла һәм уға ваҡлап туралған краб таяҡсалары теҙелә.
Өс ләүәште лә берләштереп, рулет формаһында урарға кәрәк. Уны аҙыҡ пленкаһы менән ҡапларға кәрәк, юҡһа, кибеүе ихтимал.
Өҫтәлгә бирер алдынан 4 – 5 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»