RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Тормоштоң төрлө мәле була”

19.01.2018 “Тормоштоң төрлө мәле була”

“Тормоштоң  төрлө мәле була”
Уның бәрхәт тауышы күп концертты биҙәй. Йыр менән түгел, әлбиттә, ә һүҙ сәнғәте менән. Тамашаның нисек үтеүе алып барыусының оҫталығынан тора, тиҙәр. Лирик шиғырҙарҙы ла, тетрәндергес әҫәрҙәрҙе лә, көлкөләрен дә берҙәй оҫта башҡарған Нәсимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА Сибай филармонияһының һәр концертын сағыу байрамға әүерелдерә. Бөгөн беҙ уның тормошона фотояҙмалар аша күҙ һалабыҙ.

“Тормоштоң  төрлө мәле була”1) Мин Баймаҡ районының Бәләкәй Төркмән ауылында ун балалы ҙур, татыу ғаиләлә тыуып үҫтем. Күмәк бала булғас, ауыр мәлдәр ҙә булғандыр, әммә бер ваҡытта ла атайым менән әсәйемдең әрләшкәнен, бер-береһенә тауыш күтәргәнен ишетмәнем. Әсәйемдең Магнитогорск баҙарынан ҡайтҡан саҡтары хәтеремдә уйылып ҡалған: һәр беребеҙҙе теүәлләп, кейем-һалым, тәмлекәстәр алып ҡайтһа, беҙҙең өсөн оло байрам була торғайны. Атайым йырларға яратты, әсәйем шиғырҙар, мөнәжәттәр ижад итте. Ағайымдар бала саҡтан бер-береһенән өйрәнеп, гармун, баянда уйнаны. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәйебеҙ ҡаты сирләп, бик иртә баҡый донъяға күсте. Ул саҡта 9-сы класта ғына уҡый инем. Шунан бирле күңелемдә юҡһыныу, һағыныу йәшәй.

“Тормоштоң  төрлө мәле була”2) Мәктәп йылдарынан уҡ шиғыр һөйләргә маһир булдым. Тасуири уҡырға башҡорт теле уҡытыусыһы Миңъямал Әшраф ҡыҙы өйрәтте. Тексты бер нисә тапҡыр уҡыуҙан ятлап ала торған һәләтем бар. Шуғалыр ҙа төрлө кисәләр, концерттарҙы алып барыу миңә йөкмәтелде.
Хеҙмәт юлымды интернатта уҡыған саҡта уҡ башлағайным. Ҡаланың һөт комбинатына туңдырма таяҡтары әҙерләй, эремсек һөҙөү өсөн тоҡтар тегә инем. Иҙән йы­уып та аҡса эшләнем. Үҫмер саҡтан уҡ үҙаллылыҡҡа өйрәндем, хеҙмәт емештәрен татып үҫтем.

“Тормоштоң  төрлө мәле була”3) Әсәйем мәрхүм булғас, ҡайҙалыр ситкә уҡырға китеү тураһында уйламаным. Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалына барҙым да, башланғыс кластар педагогикаһы бүлегенә документтарымды тапшырҙым. Тик бер көн дә уҡытыусы булып эшләргә яҙманы: 1994 йылдың февраль айында мине, 1-се курс студентын, Әлмира Шәриф ҡыҙы Ҡыуатова фи­лармонияға эшкә саҡырҙы. Уҡыу процесы гастролдәр, репетициялар менән бергә үрелеп барҙы. Юлдан ҡайтам да имтихандарға йүгерәм, дәрестән сығам да репетицияға ба­рам. Йәшлегем, студент йылдарым шу­лай күңелле һәм тынғыһыҙ үтеп китте. Сибай филармония­һының асылғанынан алып бөгөнгө көнгә тиклем эшләгән кешеләрҙең береһе булыуым менән ғо­рурланам.


“Тормоштоң  төрлө мәле була”4) Ирем Ильяс менән филармонияла таныштыҡ. Нимәһе ҡыҙыҡ: бер осорҙа эш башлаһаҡ та, беҙ бары тик ярты йыллап ваҡыт үткәс кенә осраштыҡ. Сөнки музыканттар башлыса – бейеүселәр, ә мин режиссер менән репетиция яһай торғайныҡ. Гастролдәргә лә бер нисә бригада сыға ине. Силәбе өлкәһенә сыҡҡанда тәүге тапҡыр бер-беребеҙҙе күреп, танышып, аралашып киттек. Ғаилә ҡороуыбыҙға 21 йыл да үтеп киткән. Улыбыҙ Иҙел музыка яғынан үтә лә талантлы, тик сәнғәт юлынан китергә теләмәне. Беҙҙең һәр ваҡыт юлда булыуыбыҙҙан ул биҙеп бөттө шикелле. Хәҙерге ваҡытта ул Красноярск ҡалаһында, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Себер юридик институтында белем ала. Ҡыҙыбыҙ Нәдиәгә 3 йәш, көҙгө алдына баҫып йырлап та ебәрә, бейергә лә ярата.
Ильяс шаян, йор һүҙле булыуы менән күңелемде яуланы. Проблемаларҙы тиҙ арала хәл итә белеүе тормош көткәндә еңеллек бирә. Ышаныслы кешем, таяныр терәгем ул.



“Тормоштоң  төрлө мәле була”Яңы йыл – артистар өсөн иң мәшәҡәтле мәл. 30 декабрҙә төндә генә өйгә ҡайтып инәһең. Ҡайһы йылдарҙа хатта 31-ндә лә эшләйһең. Сөнки миңә гел Ҡарһылыу роле эләгә. Шуға күрә Яңы йыл төнөн тыныс ҡына итеп, ғаиләм менән үткәрергә яратам. Шау-шыу минең өсөн түгел. Бер нисә йыл, ана шул шау-шыуҙан ҡасып, байрамды ауылда, ағайым менән еңгәйемдәрҙә үткәрҙек. Рәхәтләнеп мунса инеп, өҫтәл артына саҡ ултырып өлгөрә инек. Сә­ғәт төнгө ун икенән һуң фейерверк атыу ба­лалар­ға ҙур байрам.



“Тормоштоң  төрлө мәле була”Филармонияла эшләп, бер аҙ тәжрибә туплағас, үҙемде режиссер булараҡ һынап ҡарағым килде. Тәүге эшем – Нәсимә Тимерованың “Исем­дәре Нәсимә, моңло йыры нисәмә” исемле концерты. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тигәндәй, ҡытыршылыҡтары ла булғандыр, әммә тәнҡит һүҙҙәрен ишетмәнем. Әҙерлек эштәре ваҡытында аҙашым менән дуҫлашып, яҡын туғандар булып бөттөк. Ҡул арты еңел, ырыҫлы булды: күп тә үтмәй, “Аҡмулланың аҡ көндәрен юллап” тигән программаны әҙерләй башланым. 2006 йылда художество етәксеһе вазифаһы ышанып тапшырылғандан һуң, концерттар әҙерләү төп эшемә әүерелде.


“Тормоштоң  төрлө мәле була”Тормоштоң төрлө мәле була. Ҡайһы бер осраҡтарға бөгөнгө күҙлектән үкенес менән ҡарап ҡуям. Шулай ҙа Аллаһы Тәғәлә яҙған яҙмышыма рәхмәтлемен, шөкөр итеп йәшәргә тырышам. Эшемдең көн режимына тап килмәүенә ҡарамаҫтан, ғаиләмә, балаларыма иғтибарҙы йәлләмәйем. Яратҡан эш – ярты бәхет, ғаилә бөтөнлөгө – тулы бәхет, тиҙәр. Ти­мәк, минең бәхетем теүәл һәм бөтөн.
Кәйефте ҡырған ваҡиғалар булһа, бер аҙ япа-яңғыҙ ҡалып, уйланып алам, яйлап тынысланам. Матур ши­ғыр­ҙар уҡыйым, күңелле йырҙар тыңлайым. Йылмайырға сәбәптәр күп бит ул, күрә белергә генә кәрәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»