RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һәр нәмә сағыштырыуҙа баҙығыраҡ күренә

22.01.2018 Һәр нәмә сағыштырыуҙа баҙығыраҡ күренә

Һәр нәмә сағыштырыуҙа баҙығыраҡ күренә
йәки Илле йәш – күп түгел!

Был тормошта ниндәй ҙә булһа берәй нәмә хаҡында һүҙ ҡуҙғат­һаҡ, уны, үҙебеҙгә йә башҡаларға аңлайышлыраҡ булһын өсөнмөлөр, икенсе берәй нәмә менән сағыштырыусанбыҙ. Ысынлап та, шунһыҙ күпселек осраҡта теге йәки был хәлдең, күренештең ниндәй икәнлеген тулы итеп белеп тә, тейешенсә баһалап та булмай. Шулай уҡ бер үк нәмәне төрлө кешенең төрлөсә, хатта ҡапма-ҡаршы формала ҡабул итеүе лә бар. Мәҫәлән, Чукотка кешеһе өсөн йылы булған көндөң экватор тирәһендә көн күргән африкан өсөн ифрат та һалҡын булып тойолоуы ихтимал...

Күптәрҙең тағы бер нәмәгә иғтибар иткәне барҙыр: ниндәйҙер ныҡ татлы ризыҡты ашағандан һуң уның артынса эскән сәйеңдең шәкәр тәмен бөтөнләйгә тоймайһың. Бала сағымда: “Мин сәйемә шәкәр һалып болғат­ҡайным бит, нишләп ул татлы түгел”, – тиһәм, әсәйем, әле генә кәнфит ашаның, шуға күрә ауыҙыңды һыу менән сайҡатып ал, тип кәңәш итер ине. Ысынлап та, телемдәге кәнфит тәмен ябай һыу менән сайҡатып бөтөргәс кенә сәйемдәге шәкәр тәме беленә башлай. Элегерәк “Москвич” автомобиле менән тиҙлекте сәғәтенә 80 – 90 километрға еткерә башлаһам, хәләл ефетем: “Һәй, һәй, нишләп улай шәп ҡыуаһың?” – ти торғайны. Ә хәҙер “Рено” менән шул уҡ тиҙлектә бара башлаһаң, “артыҡ әкренләп киттең бит, әй”, – тип аптырата. Кемдер берәүҙең ҡолағы насар ишетеп, шуға зарланырға тотонһа, икенсеһе: “Тапҡанһың зарланыр нәмә. Мин һинең урында булһам, шатланып ҡына йөрөр инем. Ә бына минең... күҙҙәрем насар күрә!” – ти.
Айлыҡ ун биш-егерме мең һум эш хаҡы бәғзеләргә күп һымаҡ тойолһа, икенсе берәүҙәр өсөн был ғына “кәпейкәләр” бер нәмәгә лә етмәй. Ә кемделер айына йөҙ меңдән ашыу алған аҡсаһы ла мөрхәтһендермәһә, уның күршеһе минималь күләмдәге (7 – 8 мең һум) эш хаҡы менән ҡәнәғәт... Яҡынды белмәй тороп, алыҫлыҡ төшөнсәһен, күпте, ҙурҙы белмәй тороп, аҙҙың һәм бәләкәйҙең ни икәнлеген, йомшаҡты татымай тороп, ҡатылыҡты аңлау ҙа мөмкин түгелдер. Йәғни беҙҙең ошо тормошобоҙ бихисап ҡапма-ҡаршылыҡтан тора. Кемгәлер яҡшы булып күренгән нәмә икенсе берәүгә ифрат та насар булып тойола. Кемдер өсөн “ямаҡай” булып күренгән кеше башҡа берәү өсөн – матурҙар­ҙың матуры. Тормошта бына ошо мәсьәләләргә лә һәр саҡ объектив күҙлектән сығып ҡарарға кәрәктер. Берәү өйөнә кәләш алып ҡайта икән, бәғзе таныштары: “Ҡайҙан тапҡан икән был бисураны”, – тип ризаһыҙлыҡ белдерә башлай. Ә егет өсөн кәләше, бәлки, донъяла иң гүзәлелер... Минең инаныуымса, һәр кемде был донъяға Аллаһы Тәғәлә матур итеп яралтҡан. Тик кешеләр генә улар­ҙы төрлөсә ҡабул итә. Йәғни “абсолют матур” тигән төшөнсәне мин бөтөнләйгә инҡар итәм. Шул уҡ ваҡытта, әгәр күңеле матур икән, һәр кеше матур була, тип уйлайым.
Элегерәк, беҙ бала һәм үҫмер саҡта драма театры ҡуйған “Ҡоҙаса” спектаклендәге йырҙарҙы оло быуын кешеләренең күптәре, моғайын, хәтерләйҙер. Пластинкаға яҙҙырыл­ғандарын тыңлап, хатта отоп та ала торғайныҡ. Шундағы “мулла куплеттары”ның һүҙҙәрен әле булһа онотмағанмын. Оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ҡатыны – “оҫтабикә”һе олоғайғас, бер йәш ҡоҙасаға ғашиҡ булып, уға “эс серен” асҡан мулланың йырында ошондай юлдар бар:
...Оҫтабикәм бик ҡартайҙы,
Етеп бара иллегә.
Усымда ғына йөрөтөрмөн,
Бисәлеккә кил миңә...
Шул йырҙы тыңлаған сағымда, минең, йәш үҫмерҙең, күҙ алдына мулланың “оҫта­бикә”һе ифрат та ҡарт булып килеп баҫа. Шулай булмай ни, илле йәшкә етеп бара бит, сүтәки!.. Йыл артынан йыл үтә, әкренләп үҙем дә олоғаям, ә йырҙың һүҙҙәре, әлбиттә, шул көйөнсә ҡала килә. Үҙем илле йәшкә яҡынай­ған һайын, шул йыр йышыраҡ иҫкә төшә. Ахырҙа, әлеге “оҫтабикә”нең йәшенә лә килеп еттем. Әммә уға хәҙер бер аҙ икенсерәк, ир уртаһындағы кеше күҙлегенән сығып бағам: “Илле йәш әллә ни ҡарт түгел икән дә баһа...” Тиҫтерҙәремә ҡарайым, үҙемә лә иғтибар итәм. Кешенең йөрәге һәр саҡ йәш була, тигәндәй, әллә ни бирешкәндәй ҙә түгелбеҙ...
Шулай, көңгөр-ҡаңғыр йөрөй торғас, тағы әллә күпме ғүмер йәшәп ташлағанбыҙ. Сираттағы мәртәбә артыма әйләнеп бағам: алтынсы тиҫтәне аша атлап үтеп киткәнде һиҙмәй ҙә ҡалынған бит, йәмәғәт! Ә әлеге йыр һаман шул көйө хәтергә эйәреп килә. “...Етеп бара иллегә” тигән ере әле булһа ҡолаҡ төбөндә ишетелеп торғандай. Тик хәҙер инде “әле саҡ иллегә генә яҡынлашып килгән”, йәғни минән ун-ун бишәр йәшкә кесерәк һеңлекәштәрҙең “почти ҡыҙҙар” икәнлеге хаҡында ла уйҙар башҡа килә башлай. Ә “ир уртаһы” ҡустылар егет һымаҡ ҡына тойола. Шулай уҡ, алтмышта булыуыма ҡарамаҫтан, әле булһа үҙемде ҡарт кеше тип тойорға кәрәклеген дә танығы килмәй бит әле, йәмәғәт! Бына шул юҫыҡтараҡ күптән түгел етмеш бишен билдәләгән бер ҡайнаға тейеш кеше менән һөйләшеп ултырабыҙ. “Мин дә, ҡайнаға, һинең арттан эйәрә киләм, алтмыш булды бит инде”, – тигәс, ул миңә: “Э-э-эй, кейәү, һин әле малай ғынаһың бит”, – тип һалдырмаһынмы! Бына һиңә кәрәк булһа... Алтмыш йәшлек малай!
Был фани донъяла бар нәмә ваҡытлыса һәм сағыштырмаса. Бына шул хәҡиҡәтте аңлап, ниндәй дәүерҙәр килгәндә лә, төрлө ауырлыҡ башҡа төшкәндә, унан да ауырырыҡ мәлдәр булыуы мөмкинлеген иҫләп, һис ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәй, тормош ҡыйынлыҡтарына гелән генә оптимизм менән ҡарап, уларҙы һәр саҡ еңеп сығыу сараһын эҙләп йәшәү кәрәктер. Ә әхирәткә барғас (унан бер кемебеҙ ҙә ҡотолоп ҡала алмайбыҙ), әгәр беҙгә Аллаһы Тәғәлә ожмахҡа инергә насип иткән булһа, шуны күрәсәкбеҙ: унда кеше мәңге ҡартаймай һәм әҙәм балалары асығыу, бошоноу, ҡайғырыу, ауырыу, үлем тигән нәмәне белмәй. Икенсе төрлө әйткәндә, “абсолют яҡшы” тигән нәмә тик әхирәттә генә булалыр. Әлеге фани донъяла йәшәгән кешеләр һис күҙ алдына килтерә алмаҫтай ләззәтле шундай тормошҡа ирешергә һәр кемебеҙ ынтылырға, ә уның өсөн тереклектә Раббыбыҙ риза булырҙай ғына ғәмәлдәр, тик гүзәл эштәр генә атҡарып йәшәргә тейешбеҙ. Шуға күрә ошо ҡыҫҡа ғына ғүмеребеҙҙе заяға үткәрмәйек. Яҡты донъяла матур йәшәргә тырышыуыбыҙ менән бер рәттән, Аллаһы Тәғәләнең тик Үҙенә мотлаҡ ҡылып йәшәргә тейешле ғибәҙәттәребеҙ хаҡында ла онотмайыҡ.

Х. ҒӘЛИӘХМӘТОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»