RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кемде нимә көтә?

20.01.2018 Кемде нимә көтә?

Кемде нимә көтә?
Иҫке Яңы йыл байрамын сит ил кешеһенә бер нисек тә аңлатып булмай, тигән лаҡап бар. Хатта йәш быуын вәкилдәренең барыһы ла Яңы йыл һәм Иҫке Яңы йылдың айырмаһын аңлап етмәйҙер әле. Байрамдың ике тапҡыр билдәләнеүе совет власы башланғыстарына барып тоташа. Большевиктар иҫкелектән ҡотолоу өсөн нимә генә эшләмәй, хатта ваҡытты иҫәпләү системаһын үҙгәртергә ҡарар итә. Шулай итеп, 1918 йылда, теүәл 100 йыл элек, юлиан календаренән григорианға күсә. Ә халыҡҡа нимә – ул ни бер быуат буйына Яңы йылды иҫке һәм яңы стилдәр буйынса ҡаршылай.
Ғөмүмән, Рәсәй халҡы, төрлө календарҙы хөрмәт итеп кенә ҡалмай, төрлө йондоҙнамәгә ышана: көнсығыш, зодиак, друидтар, сәскәләр һәм башҡа. Ҡытай календарына күҙ һалғанда, Һары Ер эте йылы, бүтәндәргә ҡарағанда, тотороҡло һәм көйлө булмаҡсы. Түбәндә гәзит уҡыусыларға ҡытай йондоҙнамәһен тәҡдим итәбеҙ. Әйткәндәй, ҡытайҙарҙың Яңы йылы быйыл 16 февралдән генә башланасаҡ, ҡыҙыҡ, эйеме?

Сысҡандарҙы 2018 йылда үтә һаҡ булырға саҡыралар. Тыныс хо­лоҡло, сабыр “сысҡандар” ҙа күңелһеҙ хәлдәргә, иреш-талашҡа тарып ҡына торор, артабан низағты үҙҙәре үк йырып сығыр. Йыл башы финанс йәһәтенән ауыр булмаҡсы. Хәлде еңеләйтеү өсөн бурысҡа батмаҫҡа тырышығыҙ, башҡаларға аҡса бирмәгеҙ ҙә. Белмәгән кеше менән төрлө аҡса эшен планлаштырып маташмағыҙ – алданырһығыҙ.
Яҙ тамамланыр алдынан барыһы ла яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәк. Тик был осорға тиклем хәлдән таясаҡһығыҙ. Шуға күрә июнь – июль айҙарында һаулыҡ мәсьәләһендә бер аҙ проблемалар тыуыр.
Көҙ мөхәббәтле ваҡиғаларға бай булмаҡсы, хеҙмәт урынында кемделер оҡшатыуығыҙ ихтимал. Декабрь айы барыһын да тәртипкә һалыр – эмоциональ, физик һәм финанс яғынан еңел булмаған йыл, иң һуңында, түҙемлегегеҙ өсөн аҡса, гармониялы мөнәсәбәттәр һәм ныҡлы һаулыҡ менән бүләкләйәсәк.
Тиҙ ҡыҙып барыусан Үгеҙгә Эт кемдең хужа икәнлеген күрһәтер. Уҙған йылда Үгеҙ Тауыҡ менән етәкселек итһә, быйыл уға күндәмлеккә өйрәнергә ваҡыт. Эттең төп һыҙаты – ғәҙеллек, Үгеҙгә, башҡалар ал­дында абруйын юғалтмаҫ өсөн, ғәҙел булырға өйрәнергә кәрәк. Хеҙмәт урынында нервыларығыҙҙы һаҡлағыҙ, эштән һуң үҙегеҙгә матур ял ойошторорға онотмағыҙ. Май айын яҡындарығыҙ, яратҡандарығыҙ менән бергә уҙға­рырһығыҙ.
Йыл аҙағында ҙур килем көтөлә. Был табыш вариҫлыҡҡа йәки юғары карьера баҫҡысына бәйлелер. Бәлки уңышлы, бай һөйгәнегеҙ менән сәстәрегеҙ сәскә бәйләнер.
Ғөмүмән, декабрь айы – һөйөү-һөйөлөү өсөн иң яҡшы осор. Яңғыҙҙар үҙҙәренең парын осратыр, парлылар бер-береһен ярты һүҙҙән аңлар. Йыл аҙағы никахтар өсөн бигерәк уңайлы булыр.
Барыҫ йылында тыу­ғандар тыныс һәм итәғәтле булыр. 2017 йылдың иң уҫал, ажар хайуаны быйыл иркә һәм туҡ бесәй балаһы кеүек күренер. Йыл башында тирә-яҡ мөхит менән тулы гармония тыуғанлыҡтан, Барыҫ рәхәтлек кисерер, «ялҡау» ғына тормош көтөр. Тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уянған мәлдә, ул да үҙенең кемлеген иҫенә төшөрөр һәм барлыҡ көсөнә эшкә тотонор. Һөнәри өлкәләге тырышлыҡ тәүге һөҙөмтәләрен оҙаҡ көттөрмәҫ.
Март айы үҙ эшен асырға теләүселәр өсөн уңышлы, туғандар һәм яҡындар хуплаған проект булһа – бигерәк тә. Йәй аҙағында аҡсалата бүләк отоу мөмкинлеге бар. Кемдер был осор­ҙа туйына әҙерләнәсәк. Йыл аҙағында һаулығығыҙҙы ҡайғыртыу артыҡ булмаҫ. Хатта ябай ғына тымауҙың да хроник ауырыуға әйләнеп китеүе бар.
Ут Тауығы йылында, башҡаларға ҡарағанда, иң күбе Ҡуян тир түкте, быйыл ул лайыҡлы ялға мохтаж. Тормоштоң барлыҡ матурлығына ҡы­уанып йәшәй торған осор, ниһайәт, етте.
Карьера буйынса был йондоҙнамә вәкилдәренең барыһы ла яҡшы. Ҡуянды тыңлайҙар, уның һүҙен үтәйҙәр. Мөхәббәт өлкәһендә икенсе яртыһы менән барыһы ла ал да гөл. Ошондай уҡ ыңғай картина – аҡса эштәрендә лә. Киләсәккә тулы ышаныс менән йәшәп ятҡанда, күңелһеҙ яңылыҡтар ҙа ишетелеп ҡалыр. Был һаулыҡ менән бәйле. Ҡуяндар бигерәк тә аш һеңдереү системаһына ныҡлы иғтибар бүлһен. Гастроэнторолог консультацияһына мохтаж түгелмен, тип ҡул һелтәп ҡуйырға ярамай. Ҡатын-ҡыҙҙарға енес системаһына иғтибар итеп, йылыраҡ кейенеп йөрөргә кәрәк. Саҡ ҡына һыуыҡ алдырыу ауыр гинекологик проблемаларға килтермәһен.
Лыу (Аждаһа) өсөн 2018 йыл хәл-ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Яҡшыһы ла, яманы ла етерлек буласаҡ. Бер яҡын кеше менән ниндәйҙер күңелһеҙ хәл булып, йыл буйына уны хәл итергә тура килмәгәйе.
Йылдың тәүге айҙарында аҡсағыҙҙы ҡыҫып тотоу дөрөҫ булыр. Төрлө планлаштырылмаған һатып алыу­ҙан алыҫ тороғоҙ. Яҙ етеү менән аҡса яғы ла яҡшырыр. Эштә юғарыраҡ вазифа тәҡдим итеүҙәре, хеҙмәт хаҡының артыуы ихтимал. Шулай ҙа, аҡсағыҙ артты тип, уны туҙҙырырға ашыҡмағыҙ. Яҡын киләсәктә эре әйберҙе уңышлы ғына һатып алыу көтөлә, был мәлдә аҡса бик тә ярап ҡалыр. Кәрәкһеҙ ваҡ-төйәк алғансы, машина йәки фатир алыуың күпкә файҙалыраҡ, шулаймы?
Йәй Аждаһаға төрлө йәрәхәттәрҙән һаҡланырға кәңәш ителә. Актив спорт төрҙәре менән шөғөлләнгәндә һәм һыуҙа иғтибарлы булығыҙ. Йәйге ялығыҙҙы ғаиләгеҙ менән тыныс ҡына үткәреп, экстримды киләһе йылға ҡалдырыуығыҙ хәйерлерәк. Көҙ ғаилә ағзалары һәм дуҫтарығыҙ менән низағлашыу оло аңлашылмаусанлыҡҡа килтереүе бар.
Йыландарға ҡарата Эттең мөнәсәбәте төрлөсә – мул аҡса, ныҡлы һаулыҡ һәм яҡындар менән үҙ-ара низағ бер-береһенә бәйләнеп барасаҡ.
Тәүге айҙарҙа хеҙмәт урынында етәксегеҙ һеҙҙең менән ҡәнәғәт булмаҫ. Быны күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ, коллегаларығыҙҙың хуплауы, дөрөҫ позицияғыҙ килеп тыуған хәлде еңеләйтер. Бәлки, аҡса яғынан ауырлыҡтар кисерерһегеҙ. Йыйған запастарығыҙ ҙа бөтөүгә табан бара – нисек кеҫәгеҙҙе ҡалынайтыу хаҡындағы уйҙар тынғы бирмәҫ. Йәйгә ҡарай иртәнге көнгә ышаныс барлыҡҡа килер, тормошоғоҙ яңы кимәлгә сығыр.
Оҙаҡ айҙар Йылан йылы вәкилдәре ҡаршы енес менән мөнәсәбәттәрен яйға һала алмай йонсор. Көҙгә ҡарай был тәңгәлдә хәл яйланыр, сосораҡтары никахҡа ла инер.
Һаулығығыҙҙы контролдә тотоғоҙ – барлыҡ сирҙе лә профилактикалау иң урынлыһы.
Йылҡы йылында донъяға килеүселәр, ҙур мөмкинлектәрҙе ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ! Тәүге айҙа уҡ файҙалы тәҡдим яһаясаҡтар. Йондоҙҙар һеҙҙең яҡта – ҡушҡуллап эшкә тотонорға ғына ҡалды. Үҙегеҙҙең һөнәри кимәлегеҙҙе күрһәтеү өсөн иң уңайлы осор тип иҫәпләгеҙ. Тырышлығығыҙ яҡшы һөҙөмтәләргә генә килтерер.
Йылҡы өсөн яҙ айҙары – эре әйбер, күсем­һеҙ милек һатып алыу­ға яҡшы осор. Хатта ышанысһыҙ то­йолған алыш-бирештән дә ҡурҡмағыҙ, һис шик­һеҙ, уңышҡа ос­рарһығыҙ.
Йәйгә ремонт эштәрен планлаштырыу зарур. Йәшәгән ерегеҙҙе, торлағығыҙҙы бергәләп төҙөкләндереү ғаилә ағзаларын тағы ла яҡынайтыр, мөнәсәбәттәрҙе нығытыр.
Күп эшләүҙән, көсәнеүҙән нервыларығыҙ ҡаҡшар, ваҡытында һаулыҡты ҡайғыртығыҙ. Ә көҙ хәләл ефетегеҙ менән ял итеү мәле. Һуңғы айҙа яҡындарығыҙҙың һаулығы борсоуға һалыр.
Ҡуйҙар өсөн Эт йылы уңышлы йылдарҙың береһе булмаҡсы. Йыл дауамында улар ғишыҡ утында янып, тирә-йүндәге етешһеҙлек­тәр­ҙе һәм ауырлыҡтарҙы күрмәйәсәк, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән йырып сығасаҡ. Былтыр үҙҙәре уйлап сығарған ауырыуҙарҙы ла онотасаҡтар. Ә мөхәббәт яңы йәки элекке буласаҡ, йәғни быға тиклем быҫҡып янған хис-тойғолар яңы көс менән дөрләйәсәк.
Ҡуй ошо арала перспективалы эш проектын уйлап сығарыуы йәки ҡулына килеп эләгеүе мөмкин. Ең һыҙғанып эшкә тотонһағыҙ, уңыш үҙен оҙаҡ көттөрмәҫ, килем яҙ башында уҡ килә башлар. Аҡмаһа ла, тамып торған аҡсағыҙҙы бушты юҡҡа туҙҙырмағыҙ. Көҙгә запастың кәрәге тейеүе бар, экономиялау артыҡ булмаҫ.
Дуҫтарығыҙ менән яҡшы мөнәсәбәттә булығыҙ, сөнки улар һеҙгә файҙалы тәҡдим менән сығасаҡ. Рухи яҡтан да дуҫ-иш терәк-таяныс булып, күңелегеҙҙе күрәсәк. Бергәләшеп бизнес асып ебәреү өсөн иң яҡшы осор – көҙ айҙары. Бында һеҙгә ойоштороу эштәрен башҡарырға тура килер, моғайын.
Йыл аҙағында һөҙөмтә яһап, йылдың еңел түгел, шулай ҙа һеҙҙе ҡыуандырған мәлдәре күп булыуын билдәләрһегеҙ.
Ҡомар яратыусылар Маймыл йылында тыу­ғандарға етмәйҙер, күрәһең. Әйткәндәй, Эт тәүәккәлдәрҙе үҙ итә, ә ҡомар яратыусыны түгел. Шуға күрә холҡоғоҙҙо бер аҙ тыйып тороғоҙ, юғиһә аҡса һәм һаулыҡ өлкәһендә лә оло юғалтыуҙар кисерерһегеҙ.
Еңел-елпе эштәр урынына, барлыҡ иғтибарығыҙҙы ғаиләгеҙгә йүнәлтегеҙ. Йыш командировкаларға, осрашыуҙарға, аралашыуға күнеккән кешеләр үҙ эшенән ҡәнәғәт булмаҫ. Һеҙгә насар уйлы кешеләрҙең тоҙағына ҡапмаҫ өсөн айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Апрель-май айҙарында кемгәлер ҡарата уянған хистәрегеҙ шартлап өҙөләсәк – ысынында алдаҡсы кеше һеҙҙе аҡсаға ул­тыртмаҡсы.
Йыл буйына Маймылға мөхәббәт өлкәһендә янып-көйөүҙәр хас, йәй кемгәлер баштан-аяҡ бәйле булыуығыҙҙы аңларһығыҙ. Айырылышыуҙар күңелегеҙҙә оло яра ҡалдырасаҡ.
Ижад өлкәһендә оло уңыштарға ирешерһегеҙ. Кемдер хатта үҙенең бәләкәй генә эшен дә асып ебәрер. Был, килемдән тыш, йәмғиәттә танылыу яуларға ярҙам итер.
Тауыҡҡа арымай-талмай хеҙмәт итергә тура килер. Танауығыҙ төшмәһен, хеҙмәтегеҙ лайыҡлы баһаланасаҡ. Йылдың яртыһында эшләгән аҡсағыҙҙы һөйгәнегеҙ менән сәйәхәткә тотоноу – иң шәп идеяларҙың береһе. Шулай ҙа киләһе ярты йыллыҡта финанс ауырлыҡтары килеп сығып торор, һеҙ ғәйрәтләнеп, әтәсләнеп, уларға ҡаршы сығырһығыҙ.
Йәмәғәт эшмәкәрҙәренә йыл уңышлы килә. Үҙегеҙҙең һәләтегеҙҙе күрһәтеү һәм социаль статусығыҙҙы күтәреү мәле етте, буғай. Яңы таныштарығыҙ араһында күренекле кешеләр ҙә булмаҡсы.
Тауыҡҡа һаулығын ҡайғыртырға кәңәш ителә. Тәүге билдәләрҙән үк дауаланырға ашығығыҙ, юғиһә, йәшәү көсө ҡалмаҫ. Арып-талыуҙан йоҡо туйҙырып алыу ҙа ярҙам итә, көс бирә, был хаҡта онотмағыҙ.
Эт өсөн үҙ йылы уңышлы киләсәк, тигән белдереү берәүҙе лә аптыратмаҫ, моғайын. Барлыҡ башлан­ғыстарығыҙ, эш­тәрегеҙ уңасаҡ. Хыялдар тормош­ҡа ашҡанда тирә-йүнегеҙҙә көнләшеүселәр ҙә булмаҫ хатта.
Мөхәббәт өсөн бик һирәк була торған иң яҡшы осор. Йыл башынан алып һеҙҙе һөйөү менән хәстәрлек уратып аласаҡ. Йыл уртаһы ғаилә ҡороу өсөн уңайлы.
Икенсе ярты йыллыҡта Эт торлағын ҡайғыртасаҡ. Был капиталь ремонт, бәлки, үҙ тупһаһын төҙөү булыр. Туғандарығыҙ, дуҫтарығыҙ ярҙамға килер, кәрәк саҡта аҡсалата ярҙам итер.
Тик барыһы ла әкиәттәгесә түгел икән, Эттең һаулыҡ яғы аҡһай. Бигерәк тә, ир-аттың физик хәле ауырлашыуы бар.
Һуңғы айҙарҙы тыныс ҡына йорт йылыһында уҙғарырһығыҙ. Һеҙҙең ғаилә бәхетегеҙгә бер кем дә ҡамасауламаҫ.
Ҡабан йылында тыуғандарға тирә-йүндәге хәлде анализларға өйрәнергә кәрәк. Тәүге айҙарҙа аҡса проблемаһы булмаҫ, был сумманы күсемһеҙ милек алыуға йәки үҙ эшеңә тотоноу дөрөҫ булыр. Бындай инвестиция үҙен тиҙ арала аҡлар.
2018 йылда ғүмерлек мөхәббәтегеҙҙе осратып, бәхетле булырһығыҙ. Ялҡынлы хистәрҙән башығыҙҙы юғалтып, аҡсағыҙҙы кәрәкмәгәнгә туҙҙырмағыҙ. Тик яҡындарығыҙ илаһи хәлегеҙҙән сығырға ярҙам итер, һеҙ тәүге халәтегеҙгә ҡайтырһығыҙ.
командировкаларҙы, төрлө осрашыуҙар, сәйәхәтте йылдың икенсе яртыһына планлаштырығыҙ. Аралашыу ҡуласаһын киңәйтегеҙ – яңы танышлыҡтар файҙа ғына килтерәсәк. Ҡайһы бер яңы таныштарығыҙ донъяға ҡарата мөнәсәбәтегеҙҙе тулыһынса үҙгәртер. Хатта өйрәнелгән эшегеҙҙе ташлап, яратҡанына күсерһегеҙ. Ғаиләле кешеләргә осор тормошона яңылыҡтар индереү өсөн уңайлы, ҡайһы берәүҙәр мөнәсәбәттәрен өр-яңынан башлап ҡарар.

Лилиә ХӘЛИТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»