RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (15-21 ғинуар)

15.01.2018 Йондоҙнамә (15-21 ғинуар)

Йондоҙнамә (15-21 ғинуар)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Күптәрҙең ижади һәләттәре асылып китер. Был арала ҡайһы бер мөһим мәсьәләләрҙе асыҡлай алырһығыҙ. Шаршамбынан һуң уйламаған ҡыйынлыҡтарға осрауығыҙ ихтимал. Уларҙы хәл итеү байтаҡ көс-хәлегеҙҙе алыр.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һеҙҙең тирәләге ваҡиғалар үҙгәреүсән булыр. Ҡатмарлы саҡта тәжрибәгеҙгә һәм эске һиҙемләүегеҙгә таянырға тырышығыҙ. Кисерештәр һәм борсолоуҙар ҙа булыр, моғайын. Ниндәйҙер бик етди мәсьәлә күңелегеҙгә тынғы бирмәҫ һымаҡ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙнаның тәүге яртыһын бигерәк тә өмөтлө һәм файҙалы үткәрерһегеҙ. Бөтә икеле хәл һеҙҙең файҙаға тамамланыр. Аралашыуҙан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Уйламағанда ҡулығыҙға аҡса ла төшөр кеүек. Элекке бурысты ҡайтарыуҙары ла бар.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был арала ҡыйынлыҡтарҙан бер ҙә ҡаса алмаҫһығыҙ. Ҡайһы ваҡытта башығыҙға, барыһы ла миңә ҡаршы, тигән уйҙар ҙа килер. Әлбиттә, был дөрөҫлөккә тап килмәй. Йомала ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кешене ситкә типмәгеҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Мәл насар ғәҙәттәрҙән бөтөнләй ҡотолоу өсөн уңайлы. Иң мөһиме – теләгегеҙ генә булһын. Шаршамбынан һуң донъя мәшәҡәттәре күбәйеп китер. Кесе йомала осраҡлы ғына ниндәйҙер матди зыян күреүегеҙ бар.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна барышында уңайлы шарттар сығып торор. Уларҙы күрергә һәм файҙаланып ҡалырға тырышығыҙ. Был аҙнала ниндәйҙер сәйәхәткә барырға тура килһә, мотлаҡ уңыр­һығыҙ. Кесе йомала ниндәйҙер яуаплы һынау аша үтергә тура килер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Көндәрҙе әүҙем үткәрерһегеҙ. Ҡәҙим­генән күберәк эшләй алырһығыҙ. Яҡындарығыҙҙан, дуҫтарығыҙҙан ярҙам алыуы еңел булыр. Матди хәлегеҙ тотороҡлана башлар. Ҡайһы бер элекке бурысығыҙҙы ла ҡайтарырға мөмкинлек сығыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна һәйбәт башланыр. Шишәмбелә ниндәйҙер ыңғай һәм үҙегеҙ өсөн мөһим яңылыҡ ишетерһегеҙ. Кесе йомала кеше йомошо менән йөрөргә тура килер. Йомала кемдер кәйефегеҙҙе боҙорға маташыр.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Матди мәсьәләләр беренсе урынға сығыр, моғайын. Был арала улар һәйбәт хәл ителәсәк. Аҙна барышында туғандарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырһығыҙ. Йомала алдығыҙҙа ниндәйҙер яңы мөмкинлектәр асылыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Яҡын киләсәккә уй-маҡсаттарығыҙ тураһында артыҡ һөйләмәгеҙ. Эргәгеҙҙә эштәрегеҙгә аяҡ салыусылар бар. Шаршамбынан һуң эштәрҙең барышы туҡтағандай тойолор, быға бер ҙә аптырамағыҙ. Йомала ниндәйҙер матди юғалтыу кисерерһегеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Йәшәү көсөгөҙ күҙгә күренеп артыр. Бәғзеләр үҙҙәрендә ҡанат үҫкәндәй тойор. Дөрөҫ йүнәлеш буйынса барыу бик мөһим, юғиһә көс-хәлегеҙҙе юҡҡа ғына әрәм итерһегеҙ. Кеше мәсьәләләренә мөмкин тиклем ҡыҫылмаҫҡа тырышығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ҡәҙимге аҙна. Шәхси тормошоғоҙға ҡағыл­ған ниндәйҙер етди аҙым яһарға ваҡыт етте кеүек. Тәүәккәллек күрһәтергә баҙнат итһәгеҙ, аҙаҡ үкенмәҫһегеҙ. Аҡса яғынан был көндәр бер ҙә уңышлы булмаҫ, моғайын.












Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»