14.01.2018 "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
Фатир алһаң, ҡыҙыҡ икән ул: таныштар һәм туғандар күбәйә. Кемдер дауаханаға, кемдер курсҡа, кем балаһының хәлен белергә ҡалаға килә. Һәр береһенә тигәндәй йоҡларға урын кәрәк, шуға ла ишегем, Аллаға шөкөр, ябылғаны юҡ. Курсташтар, класташтар, таныштар, туғандар, дуҫтар. Ә бер көндө ауылдағы күрше еңгәй Мәғарифты үҫтереү институтына килгән класташын ике төн йоҡлатып сығарырға рөхсәт һораны. Бер ҡасан да күрмәгән кешене килтереп, уның яйын яйлап йөрөргә теләк юҡ ине лә, ни хәл итәһең, урамда йоҡлатып булмай бит инде. Ҡыйынһынып ҡына булһа ла, аш бешерергә ҡуйҙым, бәлеш өсөн ҡамыр баҫырға тотондом.
Ишектән ингәндән үк Әлфирәнең үҙенсәлекле матурлығы хайран итте. Ҡап-ҡара сәстәре бөҙрәләнеп яурынын ҡаплаған, ҡыйылып киткән ҡара ҡаштар менән оҙон керпектәр янып торған йәшел күҙҙәрҙе ҡаймалаған. Түңәрәк бит остарын йылмайғанда уймаҡтар биҙәй, ирендәре лә күпереп торған кеүек. Әллә ни һөйләшеп тә бармай икән, бәлки, кәйефе лә булмағандыр – һүҙҙәребеҙ бәйләнмәне. Ярым тынлыҡта ашап алдыҡ та, телевизорға текәлдек. Был кис шулай күңелһеҙ һәм мәғәнәһеҙ генә үтеп китте. Икенсе көндө төшкө ял мәлендә театрға йүгерҙем. Яңы танышыма “Шәүрәкәй” спектаклен күрһәтергә булдым. Әлфирә был тәҡдимде ихлас ҡабул итте. “Эйй, ҡайһылай шәп булды! Академдарҙы 20 йыл булғандыр күрмәгәнгә. Рәхәтләнеп, күңел байытып ҡайтам икән!” – тип ҡат-ҡат һөйләнеп алды. Тамашаны ул хисләнеп, йотлоғоп ҡараны, ҡулынан килһә, сәхнәгә, артистар янына менер ҙә, ҡушылып китеп уйнар ине, моғайын.
Өйгә ҡайтып, сәй эсергә ултырғас та теле телгә йоҡмай, алған тәьҫораттары менән бүлешә ине әле. “Үтәшевтың уйнағанын бигерәк яратам инде. Студент саҡта Таңсулпан Бабичева менән икәү генә “Төнгө ҡунаҡ” тигән драмала уйнағайнылар, әллә ун тапҡыр ҡараным инде ул, стипендия килгән һайын билет алғаным хәтерҙә. Ә Мәскәүҙән ҡайтҡан йәштәр талантлы икән! Анау Хайсаров бигерәк матур! Костюмдары ла ғәҙәти түгел, ивет! “Ҡара йөҙҙәр”ҙе лә ҡарарға ине ул! Яратам шундай боронғо әйберҙәрҙе!” Кисәге өндәшмәҫ танышымды бөгөн танырлыҡ түгел ине. Нисә сәғәт үтһә лә, һаман шул спектакль менән йәшәгән Әлфирәгә һоҡланып ҡарап ҡуйҙым. Сынаяғындағы сәйҙе бер аҙ ҡалаҡ менән болғатып ултырҙы ла ҡапыл: “Ирада йырлаған “Шәүрә” йыры беҙҙең яҡтарҙа бөтөнләй икенсе көйгә йырлана. Өләсәйемдән 12 йәшемдә үк өйрәнеп алғайным”, – тине лә, мине таң ҡалдырып, йыр һуҙып ебәрҙе. Хәтеремдән “Шәүрәкәй” спектакле бөтөнләй юйылды, бары тик тәнемде зымбырлатыр матур тауыш менән иҫ киткес моңло йыр ғына ҡалды. Хәйер, матур йырлау тип кенә әйтеү Әлфирәнең йырын бөтөнләй асып бирә алмай ине, уны аңлар өсөн мотлаҡ тыңларға кәрәк. Талантлы йырсылар күп, әммә ул береһенә лә оҡшамаған, үҙенә генә хас, ҡабатланмаҫ тауышҡа эйә.
– Әлфирә! Һин бит сәхнә кешеһе, ниңә ауылда уҡытып йөрөйһөң ул? Әйҙә, иртәгә үк сәнғәт институтында эшләгән танышыма алып барам. Мотлаҡ йырсы булырға кәрәк һиңә, әле һуң түгел бит. Берәй конкурста ҡатнашып, еңеү яулаһаң, даның бөтә республикаға тараласаҡ!
– Эй, ҡуй әле, йырлар саҡтар үтеп киткән инде күптән... Кеше көлдөрөп, сәхнәгә сығып тормам инде...
Мине кире сигендерә алмаҫын аңлаған Әлфирә бер аҙҙан күңелһеҙләнеп, үҙенең тормошон бәйән итте.
* * *
Бынан 20 йыл элек, актер булырға хыялланып, сәнғәт институтының театр факультетына имтихандар тапшырырға килдем. Тәүге турҙа, йырымды тыңлау менән, бер мәшһүр артист: “Мин был ҡыҙҙа икенсе Нурия Ирсаеваны күрәм. Мотлаҡ студенттар рәтендә булырға тейеш ул”, – тине. Икенсе турға әҙерләнеп йөрөгәндә ул мине үҙе янына саҡырып алды ла:
– Һеңлем, уйланып йөрөнөм-йөрөнөм дә, һиңә сәнғәт училищеһына уҡырға барырға кәрәктер, тип ҡуйҙым. Профессиональ йырсы булһаң, уңыштар ҙур буласаҡ. Ә театр нимә инде, йырлы ролдәр һирәк була, улары өсөн дә – талаш-тартыш. Йыл һайын “Ғәлиәбаныу” йәки “Ҡоҙаса”ны ҡуйып тормайҙар бит. Ә һиңә мотлаҡ йырларға кәрәк,– тине. Уның һүҙен тыңлап, йырсы булырға тип, училищеға киттем. Был аҙымды яһамаған булһам, бөгөн тормошом бөтөнләй икенсе юлдан китер ине.
Музыкаль белемем булмаһа ла, училищеның вокал бүлегенә уҡырға ҡабул ителдем. Күңелле студент тормошо башланды. Көндөҙ – уҡыу, кис спектаклдәргә, концерттарға йөрөйбөҙ. Ял көндәрендә классик музыка буйынса өҫтәмә дәрестәр алам. Училищела ниндәй генә сара үтмәһен, уртаһында ҡайнайым. Һүҙгә маһир икәнемде белгәс, төрлө кисәне алып барыу миңә йөкмәтелде. Ауылға ҡайтҡан саҡта мотлаҡ концерттарҙа ҡатнашырға ваҡыт таба инем. Шулай ике йыл һиҙҙермәй генә үтеп китте.
Ғаиләлә беҙ дүрт бала үҫтек. Ике ағайым өйләнеп, ауылда донъя көтә, Сания апайым мин уҡырға ингән йылда медицина училищеһын тамамлап, район дауаханаһында эшләй башланы. Беҙ икебеҙ йөҙгә шул тиклем оҡшаш булһаҡ та, характерҙарыбыҙ бөтөнләй ҡапма-ҡаршы ине. Ул һүҙгә лә, йылмайыуға ла һаран, бер ваҡытта ла кешегә асылып хәбәр һөйләмәҫ. Тауышы минекенән күпкә матурыраҡ булһа ла, бер ваҡытта ла сәхнәгә сыҡманы, йырларға яратманы. Шулай уҡ кешеләргә ҡарата артыҡ талапсан, бөтә нәмәнең тик кире яҡтарын ғына эҙләй. Мәҫәлән, бешергән ашты тәмле булған тимәҫ, биргән бүләкте рәхмәт әйтеп алмаҫ. Кешеләргә ҡарата изгелекле, ярҙамсыл булһа ла, дорфа яуаптарынан ҡурҡып, уға ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәҫкә тырыштым. Арала дуҫлыҡ әллә ни булманы, етмәһә, минең сәнғәт юлынан китеремде белгәс, ныҡ ҡына әрләп алды. “Сәхнәлә йөрөү ҙә булғанмы эш. Тамаҡ туйҙырырлыҡ, донъя көтөрлөк һөнәр һайларға кәрәк. Былай ҙа сәхнәгә сығып сәрелдәп тораһың бит, етмәйме шул? Барыбер Фәриҙә Ҡудашева йә Ғәлиә Солтанова була алмаҫһың!” – тип күңелемде төшөрҙө. Икенсе курс аҙағында ауылдан, 24 июнгә апайымдың туйына ҡайтып етергә, тигән фарман менән хат килеп төштө. Имтихандарымды, практикаларымды биреп бөтөп, иртәгә туй тигән көндә ҡайтып төштөм. Күңелем күтәренке, кәйефем шәп, ҡапҡанан инеү менән апайымды ҡосаҡлап алдым. “Ну, шымпата һин ә! Май байрамдарында ҡайтҡанда бер һүҙ ҙә әйтмәгән булдың. Кем ул, минең еҙнәй? Ҡайҙан таптың? Тиҙ генә һөйлә, әйҙә!” – тип әйтеүемә, ул, ғәҙәттәгесә, дорфа яуапланы: “Күҙең бар, иртәгә күрерһең. Нимәһен һөйләп торайым инде, ҡыш таныштыҡ та, иртәгә – туй. Һиңә рәхәт, уҡыйым тигән булып, өй эштәренә эләкмәнең. Ә беҙҙең бында бөтә ихатаны буяп, рәтләп хәл ҡалманы. Хәҙер йәйге ялыңда ятаһың инде эшһеҙ, әҙергә хәҙер генә итеп!” Иң бәхетле мәлдәрендә лә ризаһыҙ йөҙ менән йөрөгән апайыма йәнем көйһә лә, өндәшмәнем. Сәй эсеп алдым да, туй алды мәшәҡәттәренә сумдым.
Илфат еҙнәйем менән туй алдынан ғына таныштыҡ. Район үҙәгендә тыуып үҫкән, электрик булып эшләй икән. Ҡыш һалҡын тейҙереп дауаханаға эләккән дә, шунда апайым менән танышҡандар. Йомоҡ Санияның йөрәгенә нисек асҡыс яратҡандыр, был сер булып ҡалды. Туйҙа мин бар ҡунаҡтарҙың күңелен астым: элек бит тамадалар юҡ ине, үҙем йырланым, уйындар үткәрҙем, ҡотлауҙар әҙерләнем. Йылмайып-көлөп, мәҙәк һүҙҙәр һөйләп йөрөй торғас, “әртис ҡоҙаса” тип ҡунаҡтар ҡушамат та таҡты. Нимә генә эшләһәм дә, еҙнәйемдең зәңгәр күҙҙәре мине күҙләгәнен һиҙә башланым. Йөрәгемдә бөрөләнгән хистәрҙе ул саҡта аңламаным, әммә уға һоҡланыуым сикһеҙ ине. Көләс, ихлас, ике яҡтың туғандарына ла йылмайып һүҙ ҡушҡан, рәхәтләнеп уйын-көлкөгә ҡушылып ултырған еҙнәм төҫкә лә матур ине шул. Зәңгәр күҙҙәр, ап-аҡ йөҙ, гел йылмайып ҡына торған ирендәр, уйнап торған мускулдарын ҡара костюм да йәшерә алмай. Мин ғүмеремдә тәүге тапҡыр көслө затты шулай ҡыҙыҡһынып, матурлығын күреп күҙәттем. Уның эргәһендә башҡа ир-егеттәр йәмһеҙ һәм ғәҙәти кеүек күренде.
Беҙҙең яҡта туй матур ғына үтеп китте. Икенсе көндө беҙ апайымды кейәү йортона оҙатып киттек. Туй матур башланды, ҡунаҡтар бер аҙ табын артында ултырғас, һыу юлын күрһәтеү йолаһына әҙерлек башланды. Шул саҡ еҙнәй менән һөйләшеп ултырған апайым һикереп торҙо ла, өйгә инеп юғалды. Илфат килеп әсәйемә шым ғына ниҙер әйтте лә, икәүләшеп апайым артынан юлландылар. Аҙаҡ белеүемсә, апайым, биҙрә менән көйәнтәләрҙең биҙәлмәүен сәбәп итеп, һыу юлына барыуҙан баш тартҡан. Уны әсәй ҙә, еҙнәй ҙә ыҡҡа килтерә алмағас, йола үтәлмәй ҡалды. Ҡунаҡ дауам итһә лә, күптәрҙең кәйефе ҡырылғайны инде. Бер аҙ ултырғандан һуң беҙҙең яҡтыҡылар ҡайтыр юлға ҡуҙғалды.
Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.
(Дауамы бар).
Бер аҙна үткәс, әсәйем ҡоҙағыйҙар менән бергә апайымдарҙы ҡунаҡҡа саҡырып алды. Мин бер аҙ ултырғас, киске уйынға сығырға булдым. “Әйҙә, Сания беҙ ҙә бер аҙ йөрөп киләйек. Балдыҙымды йә урлап ҡуйырҙар, оҙатып ҡуяйыҡ. Бер аҙ бейеп тә алырбыҙ”,– тип Илфат та урынынан торҙо. Апайым тәүҙә ҡаршы булһа ла, аҙаҡ ризалашты. Өсәүләшеп һөйләшә-һөйләшә клубҡа барып индек. Бер аҙҙан еҙнәйем килеп: “Ҡайтҡасың, өйгә инмәй тор, мин яныңа сығырмын. Һөйләшәһе етди һүҙ бар”, – тине. Ниндәй һөйләшеү булырын күңелем менән һиҙә инем инде. Ҡайттым да, баҡсаға индем. Тулҡынланып та, ҡурҡып та Илфаттың сығыуын көттөм. Ярамаған, гонаһ эш эшләгәнемде лә аңлайым, әммә шул тиклем күңелем уға тартыла ине. Бер аҙҙан ул сыҡты, бер талай өндәшмәй торғандан һуң һүҙ башланы:
– Әлфирә, аңлағанһыңдыр инде, мин һиңә тәү күргәндән үк ғашиҡ булдым. Аҙна буйы уйымдан сыҡмайһың. Ятһам да, торһам да, нимә эшләһәм дә һин күҙ алдымда тик тораһың. Әле эргәмдә тораһың, ҡағылырға ла ҡыймайым. Ә хыялымда һин – күптән минеке.
– Беҙгә бит ғүмер буйы аралашып йәшәргә кәрәк, зинһар, хаталанмайыҡ йәме. Апайым алдында мине ҡаралама, зинһар!
– Шул-шул, ғүмер буйы ғазапланып йәшәргә тура килә хәҙер. Ниңә генә һине бер нисә аҙна элек күрмәнем икән? ! Туйҙан баш тартыр инем.
– Оноторһоң яйлап.
– Сания шул тиклем ҡырыҫ, мине, киреһенсә, үҙенән көндән-көн һыуындыра бара. Шул тиклем бер-берегеҙгә оҡшашһығыҙ, ә икегеҙ –ике кеше. Һин– ут, ҡояш, ә ул боҙ кеүек һалҡын. Яратам мин һине, нимә тип кенә әрләһәң дә, хистәремде әйтмәй ҡала алмайым. Һин дә бит битараф түгелһең миңә, һиҙәм, – тине лә Илфат мине ҡосаҡлап алды.
Ышанаһыңмы, Гөлдәриә, мин уны бары тик бер генә үбергә теләгәйнем. Бер ниндәй ләззәтле мәл дә мине артығын ҡыланырға мәжбүр итә алмаҫ ине. Тик... Ирендәр ҡауышып бер мәл генә үтте, Сания апайымдың тауышы төнгө тынлыҡты ярҙы:
– Аһ, һеҙ шаҡшылар! Һиҙә инем инде, арағыҙҙа ниҙер бар тип, мине йоҡлатып уйнаш итергә булдығыҙмы!?
Икәүләп уны тынысландырырға тырыштыҡ, тик ул беҙҙе тыңларға ла теләмәне. Шау-шыуға өйҙән әсәйемдәр, ҡоҙағыйҙар уянып сыҡты, нимә булғанын уларға аңлатырға тура килде. Апайым ярһып-ярһып ҡысҡырыуын, илауын белде, мин, икәү араһын үҙҙәре яйларҙар, иртәгә тынысланғас ғәфү үтенермен, тип уйлап, ағайымдарға йоҡларға киттем. Сөнки уның мине күрһә, тыныслана алмаясағын аңлағайным инде. Йоҡлай алмай төн үткәрҙем дә, иртәнсәк өйгә ҡайттым. Апайымдар ҡайтып киткәйне, әсәйем минең менән һөйләшергә теләмәне: улар өсөн ғәйепле инем. Бер аҙнанан апайым, үҙ-үҙенә ҡул һалырға теләп таблеткалар эскән, ярай, ҡоҙа эштән ҡайтып ингән, « тиҙ ярҙам » машинаһы саҡыртып өлгөргән. Был осраҡтан һуң әсәйем миңә ҡарата бөтөнләй һыуынды. “Елбәҙәк холҡоң менән апайыңды ла, мине лә ҡәбергә тығырһың инде!”– тип әйткәндән һуң, йәйге ял үтмәһә лә, Өфөгә юлландым. Тик уҡыу башланғас, тауышым юғалғанлығы асыҡланды. Көслө стресс кисергән кешеләрҙә шундай хәл булыуы тураһында ишеткәнем бар ине, әммә үҙемә ҡағылыр, тип бер ҡасан да уйламаным.
Шулай итеп, мин бер мәлдә ғаиләһеҙ ҙә, йырһыҙ ҙа, белемһеҙ ҙә тороп ҡалдым. Етмәһә, бәхетһеҙ мөхәббәт үҙәкте өҙә. Йырлауымды төштә күреп уянам да, таңға тиклем илап сыға инем. Психолог менән оҙаҡ ҡына аралаштым, тик ул, бары тормошоңдо яйға һалырға, тынысланырға кәрәк, тигән кәңәш кенә бирҙе. “Үҙеңә бары тик үҙең генә ярҙам итә алаһың”,– тине ул. Тик мин тыныслана алманым. Атай-әсәй менән аралашҡым килә ине, улар хаттарыма яуап бирмәне. Сәбәбен әйтмәйенсә генә уҡыуымды ташлауым тураһында яҙғайным, бәлки шуны ла ауыр кисергәндәрҙер. Дөйөм ятаҡтан киткәс, йәшәргә урын булһын тип ашнаҡсылар әҙрләгән ГПТУ-ға уҡырға индем. Көнөнә ике тапҡыр ашханала ашаталар, стипендия йәшәргә таҡа-тоҡа булһа ла килеп тора.
Ҡулыма диплом алғас, эшкә урынлашыр алдынан ауылға ҡайтып килергә булдым. Әсәй бик аралашырға теләмәһә, ағайымдарға барырға була, тип уйланым да, юлға сыҡтым. Ҡолас йәйеп ҡаршы алмаһалар ҙа, ҡыуып сығарманылар. Әсәй өсөн мин ят бауырға әйләнгәйнем инде, хәлемде лә һораманы. Кис еткәс, Хәлиҙә еңгәй мине килеп, үҙҙәренә алып ҡайтып китте. “Эй, бикәс, Сания менән ҡәйнәм бер-береһенә оҡшап ҡырыҫ бит, ул ҡылыҡтарына аптырама. Ғаиләгеҙ ҙә һин дә, ағайың ғына ихлас кеше бит. Күңелеңә ауыр алма, йәме. Туй көнөндә үк кире холҡон күрһәтеп ултырғас, апайыңдың тормошо ла кире китте. Һине ғәйепләй ҙә бит, әрләп-талап ҡына мөхәббәтте ҡайтарып булмай шул. Әҙ генә йылы һүҙ, яҡты йөҙ булһа, Илфат кейәү ҙә ирер ине яйлап. Үҙен ыҙалап, кешене яфалап йәбешеп ята бит,”– тип ул мине йыуатырға тырышты. Өс көн уларҙа тороп, ҡабат ҡалаға юлландым.
– Йәшем үтеп бара тимә, юғары белем алырға тырыш. Аҡсалата әллә ни ярҙам итә алмаҫбыҙ, әммә ит-май, йәшелсә-емеш ебәреп торорбоҙ. Бик булмаһа, ситтән тороп белем ал, – тине ағайым менән еңгәйем хушлашҡанда. Уларҙың кәңәшен тотоп, филология факультетына уҡырға индем. Ике йылдан һуң ситтән тороп уҡыу бүлегенә күстем.
Шул йылда еңгәйҙән адресымды алып, Илфат яныма килеп китте. Йәшлегемдең иң-иң бәхетле көндәре уның менән менән бергә булған мәлдәр ине. “Түҙемлегем ҡалманы, зинһар, ҡыума”,– тип килеп ингәйне минең яныма. Тәүҙә уйланманым, аҙаҡ һағыныуым үтеп, тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡарарлыҡ хәлгә ҡайтҡас, уны ҡыуып тигәндәй ҡайтарып ебәрҙем.
– Мин ата-әсәйемдең, апайымдың ҡарғышы менән йәшәгем килмәй. Балаларымдың олатай-өләсәй менән аралашыуын теләйем. Икенсенән, еҙнәһен һалдырып алған, тигән ғәйбәт ғүмер буйы беҙҙе оҙатып барасаҡ. Беҙ бергә булып бәхет күрмәйәсәкбеҙ.
– Һин кейәүгә сығырға риза булһаң, ата-әсәйем фатиха бирергә әҙер. Улар Санияның холҡонан да, талашыуынан да биҙрәп бөттө инде. Һине тәү күргәндән оҡшатҡандар.
– Туҙға яҙмағанды һөйләмә. Апаһы оҡшамай икән, һылыуын ал да ҡайт, тиҙәрме?
Ул осрашыуҙан һуң ун өс йыл ваҡыт үтте. Институтты тамамлап, Сибай ҡалаһына эшкә урындаштым. Йәшәй алмаҫымды белә инем инде, шулай ҙа бала табыр өсөн генә кейәүгә сыҡтым. Ҡыҙым Юлиәгә хәҙер алты йәш, балалар баҡсаһына йөрөй. Тауышым юғалғанына шул тиклем ышанғайным, оҙаҡ йырламаным. Ике йыл элек әллә ниңә моңһорап киттем дә, “Иҙел бит ул” йырын йырлап ебәрҙем. Тауышым һин дә мин кеүек, аптыраным. Юғалған моңом ҡайтҡан, тик бер кемгә лә әйткәнем юҡ. Кеше араһында ла йырламайым. Теге саҡта бәлки йырлап, уйнап-көлөп йөрөмәһәм, Илфат миңә ғашиҡ булмаҫ ине. Бына, тәүге тапҡыр һин ишетеп тораһың йырлағанды.
– Әсәйеңдәр менән аралашаһыңмы һуң?
– Юлиә тыуғас, ҡунаҡҡа килеп киттеләр. Әллә ағайым менән еңгәм өгөтләгәнме, әллә үҙҙәре теләк белдергән, кем белә инде. Башҡаса киләгәндәре юҡ, ҡайтып йөрө, тип тә әйтмәйҙәр. Телефондан шылтыратып торам былай, иҫән-һау булһындар. Көн һайын, күңелдәренә миһырбанлыҡ килеүен, мине ғәфү итеүҙәрен теләйем инде. Тыуған ауылымда ун йыл булғаным юҡ. Һуңғы ҡайтҡанымда Сания апай ҡыуып сығарҙы, ә ата-әсәй була тороп, ағайымдарға ҡайтып йөрөргә кешеләрҙән оялам.
– Ә Сания менән Илфат йәшәйме һуң?
– Юҡ, Илфат эскегә һалышҡас, айырылды. Ирем менән айырылғас, уны барып күрергә булдым. Һөйләшеп, эскеһен ташлатырға тип уйлағайным да, һуңланым шул. Барғанымда етеһен уҡытҡайнылар. Йоҡларға ятҡан ерҙән уянмаған. Шул тиклем һағынғайным, исмаһам, үлек кәүҙәһен күрергә лә өлгөрмәнем. Уға бит яңы 40 йәш кенә тулғайны. Үкенесле ғүмер, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр, күрәһең...
– Иҫән булһа, бергә булыр инеңме?
– Юҡ, шулай ҙа осрашып торорға ризалашыр инем. Минең дә бит яратҡан кешемдән яратылғым килә... Һирәкләп булһа ла. Бала табыр инем. Теге саҡта осрашҡанда ауырға ҡала алманым, хәйер ул саҡта йәшәр урыным да, һөнәрем дә юҡ ине. Ә хәҙер фатирым да бар, эшем дә, аҡсам да. Тик һуң, үлгәндәрҙе кире ҡайтарып булмай. Үткәндәрҙе лә үҙгәртеү мөмкин түгел. Ярай, бауыр баҫырға ҡыҙым бар, ә Илфаттың балаһы ла ҡалманы. Сания ла ҡабат кейәүгә сыҡманы.
– Уға тормошо килеп сыҡмағанға һине ғәйепләп йәшәү оҡшай, күрәһең. Ә һин бит тормошоңдо яйға һалырға тырышҡанһың һәм маҡсатыңа ирешкәнһең. Ә уға үҙен йәлләтеү мөһимерәк...
– Кем белә инде? Ирем туйҙан һуң берәйһенә мөхәббәтен белдереп торһа, мин дә әллә нимәләр ҡыланыр инем, моғайын. Шуға күрә уны ғәйепләй алмайым. Белә инем Илфаттың ғашиҡ булғанын, ул да минең яратҡанымды һиҙгән. Һүҙҙәр бит мөһим түгел, һөйләшеү нимәгә кәрәк ине?! Беҙҙең ғаилә трагедияһында бары тик мин генә ғәйеплемен. Һәм ошо үкенес ғүмер буйы минең менән йәшәйәсәк.
Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.