RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡатынымдан наҙ етмәй

08.01.2018 Ҡатынымдан наҙ етмәй

Ҡатынымдан наҙ етмәйМиңә – егерме туғыҙ, ә ҡатыныма егерме ете йәш, ике йәш ярымлыҡ ҡыҙыбыҙ үҫә. Өйләнешкәнебеҙгә өс йыл.
Йылдан ашыу инде юҡ-барға тиҙ тоҡанып китеүсәнлегемде, ҡатыныма бәйләнсек була барыуымды һиҙәм. Быға тиклем кәләшемдең холҡондағы кире яҡтарын һиҙмәгәнмендер, ә бәлки, уның ысын йөҙө асыла башлағандыр. Ғаиләләге был хәл йыш ҡына үпкәләшеүҙәргә, иреш-талаштарға барып етә башланы. Элекке һөйкөмлө, нәфис ҡыҙҙан ул ҡатын-иргә әйләнде. Тупаҫ һөйләшә, фекерем менән бөтөнләй иҫәпләшмәй. Донъяға бөтөнләй икенсе ҡарашта. Хужабикә булараҡ уға тик “афарин” тип кенә әйтергә була. Ҡыҙыбыҙ бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, ашарға һәр ваҡыт әҙер, өйҙә таҙа. Ә былар миңә бик мөһим дә түгел һымаҡ, унан иғтибар, наҙ ғына кәрәк. “Бөтә проблемаларҙы үҙең эҙләп табаһың, үҙең бәйләнәһең”, – ти ҡатыным. Ғаиләмдә нисек тыныслыҡ урынлаштырырға?
Илсур.
Өфө ҡалаһы.

Ҡатын менән ир араһындағы мөнәсәбәттәр һәр ваҡыт ябайҙан булмай, ғәйепте лә ике яҡтан эҙләргә кәрәк. Әйҙәгеҙ, ҡатынығыҙҙы битәрләмәй генә, иғтибарҙы үҙегеҙгә йүнәлтеп ҡарайыҡ. Ҡатынығыҙҙан наҙ һәм һөйөү етмәүгә, ул абруйығыҙҙы һанламауға зарланаһығыҙ. Беренсенән, ауырлы йөрөү, бала табыу сәбәпле, гүзәл затта психологик үҙгәрештәр булыуы мөмкин. Ул хәҙер әсә, уның төп бурысы – баланың хәүеф­һеҙлеген һаҡлау, хәстәрләү, уға һөйөү бүләк итеү. Ошо фонда улар икенсе вазифаһын – ир ҡатыны булыуын йыш ҡына онота. Нимә эшләргә? Был тик ҡатынығыҙҙың ғына эске торошо. Ипләп кенә үҙегеҙҙең уй-кисерештәрегеҙҙе, мөнәсәбәттәрҙә нимә етмәүен белдерегеҙ.
Икенсенән, үҙегеҙ ҡатынығыҙға етерлек кимәлдә иғтибарлыһығыҙмы? Уға ҡасан һуңғы тапҡыр сәскә бүләк иткәнегеҙҙе, наҙлы һүҙҙәр әйткәнегеҙҙе иҫләйһегеҙме? Уға ла һөйөүегеҙҙе, хәстәрегеҙҙе, һеҙгә кәрәк икәнлеген тойоп йәшәү бик мөһим. Икәүләп кафеға (кино, спектакль һ.б.) барып килегеҙ, ҡатынығыҙҙы ни өсөн яратҡанығыҙҙы иҫкә төшөрөгөҙ. Тормош иптәшегеҙҙең гел кире яҡтарын телгә алып, мөхәббәтте еңел генә юҡҡа сығарыуығыҙ бар. Әгәр ҙә инде тап киреһенсә эшләһәгеҙ, ғаилә усағығыҙ ҡабаттан дөрләр.
Кешене үҙгәртеп булмай, ә бына үҙебеҙҙе ниндәйҙер кимәлдә яҡшырта алабыҙ. Ғаиләгеҙҙә проблема көйләнер, тигән ышаныста ҡалам.

Земфира ҒӘЙФУЛЛИНА,
психолог.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»