RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (25-31 декабрь)

25.12.2017 Йондоҙнамә (25-31 декабрь)

Йондоҙнамә (25-31 декабрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Төп эшегеҙҙә ҡатмарлы мәл кисерергә тура килер. Был арала етәкселәр күҙенә артыҡ салынмаҫҡа ҡушыла, тауыш-тынығыҙ сыҡмауы хәйерле. Кәрәк саҡта иң ышаныслы дуҫтарығыҙҙың ярҙамына өмөт итергә булыр. Шаршамбынан һуң хәлегеҙ яҡшыра башлар.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна барышында бер кем менән дә мөнәсәбәттәрҙе асыҡламағыҙ. Юғиһә байрам алдынан кәйефегеҙ ҡырылыуы ихтимал. Һеҙҙең турала таратылған ғәйбәткә иғтибар итмәгеҙ. Көсөгөҙҙө алдағы эштәр өсөн һаҡлағыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Төп эшегеҙҙә хәл һәйбәт буласаҡ. Маҡтау һүҙҙәрен дә ишетерһегеҙ, бәлки, бүләк алыуығыҙ ҙа бар. Йәмәғәт эшмәкәрлегегеҙ ҙә тейешенсә баһаланыр һымаҡ. Бәғзеләр менән элек боҙолған мөнәсәбәттәрҙе еңел ялғай алырһығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Һуңғы ҡыйынлыҡтарҙың артта ҡалғанын асыҡ тойорһоғоҙ. Бар эшегеҙ яйланыр, кеше менән аралашыу ҡырҡа еңеләйер. Һәйбәт хәбәрҙәр, яңылыҡтар килеп торор. Шаршамбылағы хәлдәр бер аҙ борсолдорор, ләкин улар оҙаҡҡа бармаҫ.

Буға (21.04 – 21.05)
Йыл аҙағына тиклем элекке бурыстарығыҙҙан мөмкин тиклем ҡотолорға тырышығыҙ. Уларҙың мотлаҡ аҡсалата булмауы ла мөмкин. Юғиһә аяҡ-ҡулығыҙ бик оҙайлы «бәйле булыр». Әкренләп киләсәккә маҡсаттар ҡорһағыҙ ҙа ярай.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Тыныс ҡына йылдың тамамланғанын көтөгөҙ. Был арала юлға сығыуҙы кисектерегеҙ. Ғөмүмән, йылды арыу ғына тамамлап киләһегеҙ. Кесе йомала фекерегеҙҙе яҡлап һүҙегеҙҙә ныҡ торорға тура килер. Саф һауала күберәк булығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Бөтә иғтибарығыҙҙы ғаилә һәм йорт тирәһенә бирһәгеҙ, бик тә яҡшы булыр ине. Һуңғы ваҡытта был өлкәләргә әллә ни иғтибар бирмәнегеҙ кеүек. Оло йәштәге туғандарығыҙҙың, атай-әсәйегеҙҙең хәлен белеү сауаплы булыр. Аҡсағыҙҙы йыйыбыраҡ тотоғоҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Яңылыҡтар килеп торор. Бәғзеләре һеҙгә лә ҡағылыуы мөмкин. Яҡын арала төп эшегеҙҙә һеҙ башҡарған йөкләмәләр артыр һымаҡ. Шаршамбыла кемдер алдарға маташыр, уяуыраҡ булығыҙ. Аҙна тыныс тамамланыр.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Мәл кәрәкле эштәрҙе тамамлау өсөн уңайлы. Алыҫ булмаған сәфәрҙәрегеҙ ҙә уңышлы үтер. Шаршамбыла ниндәйҙер бигүк оҡшамаған сарала ҡатнашырға тура килер. Йортта ла мәшәҡәттәр өҫтәлеүе мөмкин, бер аҙ йүгерергә лә тура килер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Эшегеҙ күп булыуға ҡарамаҫтан, үҙегеҙгә ял бирергә онотмағыҙ. Бәләкәй генә сәбәп булһа ла, табиптарға күренегеҙ. Бигерәк тә тештәрегеҙ торошона иғтибарлыраҡ булығыҙ. Кесе йомала уйламаған бүләк алыуығыҙ ихтимал.

Саян (24.10 – 22.11)
Осор шәхси мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу өсөн өмөтлө. Бәғзеләр яратҡан кешеләре менән араһын нығыта алыр. Был арала ниндәйҙер элек аңламаған мәсьәләне тулыһынса асыҡларһығыҙ. Кесе йомала уйламаған ваҡиғалар килеп сығыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Сығымдарығыҙ күпкә артыр. Был хәл һеҙҙе артыҡ борсомай ҙа һымаҡ. Шаршамбыла бүләк алыуығыҙ бар. Бурыстарығыҙҙы ҡайтарып бөтөрөргә тырышығыҙ. Элекке хаталарығыҙҙы мөмкин тиклем төҙәтегеҙ. Боҙолған мөнәсәбәттәрҙе яңынан ялғап ҡарағыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»