RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (11-17 декабрь)

11.12.2017 Йондоҙнамә (11-17 декабрь)

Йондоҙнамә (11-17 декабрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ҡыйынлыҡтар һиҙелерлек артыр кеүек. Төрлө сәбәп арҡаһында ҡайһы бер эштәрегеҙҙең туҡтап тороуы ла ихтимал. Оло йәштәге кешеләр менән арағыҙ ваҡытлыса боҙолоп китеүе лә мөмкин. Шаршамбынан һуң хәлегеҙ һәйбәтләнә башлар.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна ике төрлө осорға бүленәсәк. Шаршамбыға тиклем һеҙҙе аҙым һайын ҡаршылыҡтар һағалап торор. Бигүк күңелле булмаған һөйләшеүҙәр ҙә булыр кеүек. Йондоҙҙар был арала әүҙемлегегеҙҙе бер аҙ кәметергә ҡуша. Кесе йоманан һуң донъя яңынан йәмләнер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Иң ауыр саҡта ла өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ. Кәрәк мәлдә уйламаған яҡтан ярҙам килер. Ғөмүмән, аҡса менән бәйле эштәрегеҙ мотлаҡ һәйбәт барырға тейеш. Шулай ҙа тамамланмаған эштәрегеҙ, элекке таныштарығыҙ йыш ҡына ҡамасаулап торор.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна байтаҡ ҡына яҡшы яңылыҡ килтерер. Үтеп киткән ауыр көндәрҙән һуң күңелегеҙ мотлаҡ күтәрелер. Элек сирләгән кешеләрҙең хәле күҙгә күренеп һәйбәтләнер. Был арала ниндәйҙер ҙур эште урынынан ҡуҙғатып ебәрерһегеҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна барышында һиҙелерлек алға бара алырһығыҙ. Ғөмүмән, осорҙоң йомғаҡтарынан ҡәнәғәтлек кисерерһегеҙ. Йомала кеше хәбәренә ышанмағыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала әүҙемлек күрһәтә алырһығыҙ, моғайын. Үҙ алдығыҙға маҡсаттарҙы дөрөҫ ҡуйһағыҙ, барыһына ла өлгәшерһегеҙ. Кесе йомала ишеткән тәҡдимдәргә шикләнеп ҡарауығыҙ дөрөҫ булыр. Һаулығығыҙға ҡарата иғтибарҙы кәметмәгеҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һеҙҙең тирәләге хәлдәр йыш ҡына тиҙ эш итергә мәжбүр итер. Аҙна барышында ял тураһында оноторға тура килер. Йомала күңелегеҙҙе икеләнеүҙәр, борсолоуҙар солғап алыр. Эске тауышығыҙҙы тыңларға тырышығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала кеше араһында йыш булыр­һығыҙ һымаҡ. Абруйығыҙ ҙа мотлаҡ артыр. Кем менәндер элек өҙөлгән мөнәсәбәттәрегеҙҙе лә яңынан ялғай алырһығыҙ, моғайын. Сығымығыҙ күбәйеп китер, бер аҙ аҡсаһыҙ улты­рырға ла тура килер, бәлки.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Ҡәҙимге аҙна. Алдан төплө уйланылған маҡсаттарығыҙҙы ғына тормошҡа ашыра алырһығыҙ. Шаршамбыла һеҙҙән иғтибарлы булыу талап ителә. Кесе йомала ҡул ҡуйған һәр ҡағыҙҙы етди тикшерергә ҡушыла. Башығыҙға төрлө уй-фекер килеп торор, бәғзеләре бигерәк тә шәп булыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Осор көсөргәнешлерәк булһа ла, унан барыбер ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Тыуып торған мәшәҡәттәр һеҙҙе һәр саҡ уяу тотор, ялҡауланырға ирек бирмәҫ. Шаршамбыла бүләк алыуығыҙ ихтимал. Иң өмөтлө көнөгөҙ – йома. Аҡса килеп торор.

Саян (24.10 – 22.11)
Күптәр аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар кисерер. Яҡшы белгән кешеләр менән дә уртаҡ тел табыуы еңел булмаҫ. Ҡайһы ваҡыт һеҙҙе бөтөнләй аңламайҙар һымаҡ тойолор. Аҙнаның икенсе яртыһында тәүге урынға матди мәсьәләләр сығыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осорҙо яҡшы кәйеф, әүҙемлек менән башлап ебәрерһегеҙ. Йондоҙҙар бөтә эшкә лә ныҡлап тотонорға, тормошҡа ыңғай ҡарарға булышлыҡ итер. Шаршамбыла бер ҙә уйламағанда нин­дәйҙер ярҙам йәки бүләк алырһығыҙ, моғайын.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»