RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (4-10 декабрь)

04.12.2017 Йондоҙнамә (4-10 декабрь)

Йондоҙнамә (4-10 декабрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Күптәр тормошона үҙгәрештәр индерергә тырышыр. Һәр хәлдә тәжрибәле кешеләрҙең һүҙенә таянығыҙ, улар дөрөҫ йүнәлеш күрһәтер. Яҡын арала ҡайһы бер күптән борсоған һорау­ҙарға ла яуап алырһығыҙ, моғайын.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна барышында бәғзеләрҙең аралашыу даирәһе һиҙелерлек киңәйер һымаҡ. Ғөмүмән, кеше араһында күберәк булырға кәңәш ителә. Был бар йәһәттән дә яҡшы булыр. Көтөлмәгән ваҡиғалар килеп сығыуы ихтимал.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Һеҙҙе көсөргәнешле осор көтә. Мәшәҡәттәр бер ҙә бөтмәгән һымаҡ тойолор. Шишәмбе тормошоғоҙға ыңғай үҙгәрештәр индереү өсөн уңайлы. Кесе йомала теләһә ниндәй мәсьәлә буйынса уртаҡ тел табырһығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Матди хәлегеҙ аҙна башынан уҡ күҙгә күренеп яҡшы яҡҡа үҙгәрер. Шар­шам­былағы тырышлығығыҙ көтөлмәгән уңышҡа килтерер. Эштәрегеҙгә ҡыҫылыусылар ҙа табылыр. Шулай ҙа осорҙо һәйбәт тамамларһығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Шәхси тормошоғоҙҙағы ваҡиғалар ҡыуандырыр. Аралашыуҙар өмөтлө күренә. Аҙна барышында теләһә ниндәй эш тә һәйбәт барыр. Элек күңелегеҙ ятмаған эштән дә ҡәнәғәтлек алырһығыҙ. Йомала ыңғай ваҡиғалар көтөгөҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Яҡшы аҙна. Шаршамбы һеҙҙең өсөн айырыуса мөһим булыр. Ниндәйҙер ҙур эште уңышлы ғына осларһығыҙ. Бының өсөн маҡтау һүҙҙәрен дә ишетерһегеҙ, бәлки. Яҡын арала эш хаҡығыҙҙы арттырырҙар кеүек.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Был арала төп иғтибарығыҙҙы йорт-хужалыҡҡа бирһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр. Ҡыйын эштәр ҙә еңел барыр һәм ҡулығыҙҙан килер. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәрегеҙ ҙә мотлаҡ йылыныр. Матди хәлегеҙҙең ыңғай яҡҡа үҙгәргәнен тойорһоғоҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ҡайһы ваҡыт арыуығыҙҙы һиҙерһегеҙ. Йондоҙҙар әүҙемлекте кәметеп, бер аҙ ял итеп, фекер төйнәргә кәңәш итә. Яҡын туғандарығыҙҙың мәсьәләләре менән булышырға ла тура килер. Аҙнаның икенсе яртыһы күңеллерәк үтер. Йомала һәйбәт яңылыҡ ишетерһегеҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Ҡатмарлы осор. Ҡайһы бер маҡсаттарығыҙ алыҫлашыр. Ныҡышмалығығыҙ һәм тырышлығығыҙ һәйбәт һөҙөмтәләргә килтереүе мөмкин. Бер аҙ түҙегеҙ. Кесе йоманан һуң хәлегеҙҙең үҙгәреүен күрерһегеҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Уртаса аҙна. Дүшәмбе-шишәмбелә һеҙҙең тирәләге хәлдәргә әллә ни ҙур йоғонто яһай ҙа алмаҫһығыҙ. Күҙәтергә һәм тәжрибә алыр­ға ғына ҡала. Күберәк ял итергә тырышығыҙ, һаулығығыҙға иғтибар бирегеҙ. Йәшәү көсөгөҙҙө һаҡлауығыҙ бик мөһим.

Саян (24.10 – 22.11)
Күптәр аралашыуҙа ҡыйынлыҡтарға осрар. Яҡшы белгән кешеләр менән дә уртаҡ тел табыу ауырлашыр. Үҙегеҙ тураһында кемдеңдер юҡ-бар хәбәр таратыуы тураһында ишетерһегеҙ. Иң мөһим эшегеҙҙе һәм осрашыу­ҙарҙы аҙна аҙағына күсереүегеҙ дөрөҫ булыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осор еңелдән булмаҫҡа оҡшай. Күптәнге таныштарығыҙ һеҙҙе төп башына ултыртыр­ға йыйына. Был көндәрҙе тыныс һәм уйлап ҡына үткәрергә, ашығыс аҙымдар­ҙан һаҡ­ланыр­ға ҡушыла. Йоманан һуң бер ҙә уйламаған сығым көтә.















Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»