01.12.2017 Бала үҙенсә йәшәргә хоҡуҡлымы?
йәки Бәғзе ата-әсә ул-ҡыҙҙарының тормошон үҙҙәре теләгәнсә ҡорорға теләй
Кеше йәшәйешенең теге йәки был осоронда йәшәү мәғәнәһе тураһында уйлана башлай. Бала саҡта өҫтөң – бөтөн, тамағың туҡ икән, атай-әсәйең эргәлә булһа, бәхет өсөн башҡа нәмә кәрәкмәй ҙә. Үҫмерлек осорона етәрәк инде ҡиммәттәр үҙгәрә башлай. Кемдер өсөн йәшәү йәме – яҡшы уҡыуҙа, кемдер өсөн – яратҡан берәй шөғөл табыуҙа, ә бәғзеләр өсөн мөхәббәт уттарында яныуҙа. Йәшлегеңә аяҡ баҫҡас, бер аҙ өлкәнәйә төшкәс, етдиерәк уйҙарға биреләһең, ҡиммәттәрең дә икенсерәк юҫыҡ ала башлай.
Әммә ысын мәғәнәһендә йәшәү мәғәнәһен бик әҙҙәр генә аңлайҙыр ул. Күптәр үҙенә дөрөҫ маҡсат ҡуймай, йәшәйешен дөрөҫ ҡормай. Уйлап ҡарағыҙ әле. “Йәшәү мәғәнәһе ниҙә?” тигән һорауға кемегеҙ нисек яуап бирер? Күптәр быға: “Балалар үҫтереүҙә, ҡартайған көнөңдә ейәндәр һөйөп ултырыуҙа”, – тигәнерәк яуап бирә.
Әммә бөтә йәшәү мәғәнәһен балалар үҫтереүгә генә ҡайтарып ҡалыу, бөтә ғүмереңде уларға ғына бағышлау дөрөҫмө икән? Әлбиттә, балалар – йәшәү йәме, күңел йыуанысы. Ләкин тормоштоң бар мәғәнәһе бының менән генә бәйле түгел.
Күп ата-әсә балаһына артыҡ ҙур өмөт бағлай, хыялдарында улар өсөн айырым бер киләсәк төҙөп ҡуя. Әйтерһең дә, улар өсөн барыһын да хәл итәләр, балаһының тормошоноң үҙе теләгәнсә сценарийын яҙып ҡуя. Ундай балалар мәктәптә ата-әсәһе уның менән ғорурланһын өсөн тик яҡшы билдәләргә генә уҡырға тейеш. Ата-әсәң теләгән түңәрәккә йөрөү мотлаҡ. Әлбиттә, балаңдың киләсәге өсөн борсолоу, уның өсөн тырышыу бик һәйбәт. Әммә үҙең тураһында ла оноторға ярамай. Шулай уҡ балаңдың шәхес икәнен иҫтә тоторға кәрәк. Уның ҡыҙыҡһыныуҙары, ынтылыштары бар. Бәлки, балаңдың сәнғәткә ынтылышы барҙыр, ә һеҙ уны тырышып-тырмашып спортсы итергә маташаһығыҙҙыр. Бәлки, уға әҙәби китап уҡыу, ижад донъяһы оҡшайҙыр, ә һеҙ уның киләсәктә иҡтисадсы булыуын хәл итеп ҡуйғанһығыҙ.
Һәр кем үҙе теләгән юҫыҡта, ирекле шәхес булараҡ үҫешергә хоҡуҡлы. Бала кешенең дә шундай уҡ хоҡуҡтары бар. Әгәр ҙә уға теүәл фәндәр ауыр бирелә икән, ул алгебранан йә физиканан “бишле” билдәһе алырға бурыслы түгел. Йәиһә уға әҙәбиәт оҡшамаһа, ул бер нисек тә танылған ижад кешеһе булып китә алмай. Һәр кеше үҙенә күрә бер талантҡа эйә. Шуларҙы күрә белеү, балаға үҫешергә ярҙам итеү мөһим. Әммә ошо талантты, баланың теләген ата-әсәнең балаһы өсөн билдәләп ҡуйған теләктәре баҫмаһын, юҡҡа сығармаһын ине ул. Бар яҡлап та килгән кеше булмай барыбер ҙә. Булһа ла – бик һирәк. Шуға күрә балаға кәрәгенән артығын йөкмәтергә кәрәкмәй. Ул ата-әсәһе башҡалар алдында маҡтана алһын өсөн үҙенә оҡшамаған нәмә менән шөғөлләнергә бурыслы түгел.
Күптәр баланы йәшәү мәғәнәһенә әйләндереп, уға артыҡ өмөт бағлап, бөтә ғүмерен тик уға ғына бағышлай, үҙе тураһында онота. Күңелең китек булмаһын, йөҙөңдән йылмайыу китмәһен өсөн, үҙеңә лә ваҡыт таба белергә кәрәк. Бала кеше өсөн әллә ниндәй түңәрәктәргә ҡарағанда әсә иғтибары, уның бәхетле йөҙө күпкә мөһимерәк. Ул әсәһенең ал-ял белмәй, көнө-төнө эшләп йөрөүенә түгел, ә күберәк янында булыуына, күңел йылыһын биреүенә мохтаж.
Ҡайһы бер ата-әсә балаһы өсөн үҙен ҡорбан итә, бар ғүмерен тик уға ғына бағышларға әҙер. Эйе, балалар – тормош йәме, һәм һәр кем бала өсөн тырышыуҙы бурыс итеп ҡуя. Әммә ата-әсә иң тәү сиратта балаһына яҡшы тәрбиә, тормошта ысын кеше булыу өсөн дөрөҫ йүнәлеш бирергә бурыслы. Сөнки бала – беҙгә тапшырылған аманат. Был донъяла бар бәхет матди байлыҡҡа, бөтөнлөккә генә ҡайтып ҡалмай.
Һәр хәлдә лә, бала өсөн тырышыуҙы һәр кем үҙе һайлай. Шуға күрә йылдар үтә килә ошо тырышыуҙар баланың иркен сикләүгә, үпкәләшкә һәм ниндәйҙер бер үкенескә әйләнергә тейеш түгел.
Бөтә тормошоңдо тик балаға ғына бағышлау, уны туҡтауһыҙ әпәүләү, бөтә теләгәнен алдына алып һалыу, һәр бер нәмәнән ҡурсаларға тырышыу бик яҡшы һөҙөмтәгә килтермәй. Артыҡ әпәүләнгән, иркәләтелгән балаға был тормошта үҙ-үҙен табыу, ауырлыҡҡа ҡаршы тороу ауыр бирелә. Сөнки быға тиклем уның өсөн барыһын да хәл иткәндәр, туҡтауһыҙ ҡурсығандар, үҙенсә ҡарар ҡабул итергә мөмкинлек бирмәгәндәр. Үҙ булмышыңды таба алмай, тегеләй-былай һуғылыуҙан да ауырырағы юҡтыр һикәлтәле тормош юлында. Сөнки үҙ-үҙен таба алмаған кешенең күңеле гел китек була, ул ауырлыҡҡа бирешеп бара. Шуның өсөн бала кеше илаһа ла, абынған еренән тороп китә, бәләкәй генә булһа ла мәсьәләләрҙе үҙенсә хәл итә белергә тейеш. Ул ғүмер баҡый ата-әсәһе ҡанаты аҫтында була алмай. Уға ла бит ҡасандыр тыуған ояһын ташлап китергә тура килә. Артыҡ әпәүләнеп тормошҡа яраҡлашмағанлыҡтан күптәр бит ғүмер буйы ата-әсә елкәһен кимерә, үҙ-үҙен таба алмай яфалана.
Тағы килеп, бала кешегә шәхес булараҡ ҡарай белеү зарур. Ата-әсәнең теләге ни тиклем генә көслө булмаһын, бала тик улар әйткәнсә генә йәшәй алмай. Шуға күрә, балаңа ҡарата үҙеңсә ҡорған пландарыңды ситкә ҡуйып, уның ынтылыштарына иғтибар итеү мөһим. Юғиһә бала үҙ-үҙен юғалтырға мөмкин. Кеше күңеле тартмаған нәмә менән шөғөлләнергә тейеш түгел. Һәр кемдең яратҡан шөғөлө була. Һеҙ теләгән өсөн генә һәләте булмаған бала бейеүсе йә йырсы булып китә алмай. Ата-әсәһе шулай хәл иткән өсөн әҙәбиәтсе йә режиссер булырға теләгән бала юридик йәки медицина факультетына инергә тейешме ни?
Әлбиттә, ата-әсә һәр ваҡыт балаһы өсөн тырыша. Әммә баланың ниндәйҙер өмөттө аҡламауы әр-битәр һүҙҙәренә килтермәһен ине. Тормошон һеҙ теләгәнсә ҡормаған өсөн кемделер ғүмер буйы: “Мин һине ҡараным, үҫтерҙем, аҡса түктем”, – тигән һүҙҙәр менән битәрләргә кәрәкмәй. Эйе, ғүмер биргән, үҫтергән өсөн бала кеше ата-әсәһенә рәхмәтле булырға тейеш. Әммә бында бурыслы тигән һүҙҙе ҡулланыу урынһыҙ. Рәхмәтле, әммә бурыслы түгел. Сөнки уның үҙ хыялы, үҙ ынтылышы бар һәм ул үҙенсә бәхетле булырға хаҡлы.
Бала кеше ата-әсәһенә рәхмәтле, әммә был үҙ хыялын ҡорбан итергә, тормошон тик улар теләгәнсә генә ҡорорға тейеш тигәнде аңлатмай. Балағыҙ ниндәйҙер юлды һайлаған икән, зинһар, аяҡ салмағыҙ, ҡаршы сыҡмағыҙ. Һәр кемгә ата-әсәһенең йылы һүҙе, фатихаһы кәрәк. Тормош юлында шулай еңелерәк. Шуға күрә баланы үҙ хыялын йә һеҙҙе һайлау алдына ҡуймағыҙ. Уның шәхесен хөрмәт итегеҙ. Ул һеҙ теләгәнсә юрист йә иҡтисадсы түгел, ә рәссам һөнәрен һайлаған икән, күнегеҙ һәм битәрләмәгеҙ. Тимәк, уның күңеле шуға тарта һәм ул сәнғәт донъяһында үҙен тапҡан.
Кеше һүҙенән һис ҡасан ҡурҡмағыҙ, балағыҙға ҡарата ниндәйҙер идеаль образ ҡормағыҙ, уны нисек бар шулай ҡабул итегеҙ, яратығыҙ. Уның бәләкәй генә булһа ла ҡаҙанышы менән ғорурланырға өйрәнегеҙ. Тирә-йүндәгеләргә балағыҙ һайлаған юл, уның йәшәйеше оҡшамаһа, уларға ҡул һелтәгеҙ. Сөнки ул – үҙенсә йәшәргә хоҡуғы булған шәхес. Һәм ул башҡаларға яраҡлашырға, уларға оҡшарға тырышмаһа, быны ҙур бәлә тип һанамағыҙ.
Нәркәс АЛСЫНБАЕВА.