RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (27 ноябрь - 3 декабрь)

27.11.2017 Йондоҙнамә (27 ноябрь - 3 декабрь)

Йондоҙнамә (27 ноябрь - 3 декабрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ҡәҙимге аҙна. Шулай ҙа бик яҡшы таныш булған кешеләр ҙә холҡо менән аптыратыр. Быға тиклем тыныс йөрөгән дошмандарығыҙ ҙа йәнләнеп китер. Ғөмүмән, был арала үҙ фекерегеҙҙе артыҡ белдермәҫкә кәңәш ителә.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна башындараҡ өмөтлө осрашыуҙар һәм ыңғай ваҡиғалар күбәйер. Шулай ҙа аралаш­ҡанда иғтибарлыраҡ булығыҙ, ябайлығығыҙ менән файҙаланырға теләүселәр юҡ түгел. Шаршамбынан һуң матди мәсьәләләр үҙҙәрен һиҙҙерер кеүек.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Кешеләргә артыҡ ышанаһығыҙ, ахырыһы. Бынан файҙаланырға теләүселәр ҙә бар, иғтибарлыраҡ булығыҙ. Йондоҙҙар аҡса менән бәйле мәсьәләләрҙә һаҡ эш итергә ҡуша. Аҙна аҙағы үтә мәшәҡәтле үтер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһаламауығыҙ йыш ҡына хаталарға килтерер. Шаршамбынан һуң бар эштәрегеҙ туҡтағандай тойолор. Йомала ғына хәлегеҙҙең ыңғай яҡҡа үҙгәреүен асыҡ тойорһоғоҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Тышҡы ыңғайлыҡҡа ҡарамаҫтан, ҡайһы саҡ борсолоу кисерерһегеҙ. Эштәгеләр һәм туғандар менән ваҡытлыса арағыҙ ҙа боҙолоп китеүе ихтимал. Буш ваҡытығыҙҙы яңғыҙлыҡта үткәрһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр. Тиҙҙән кәйефегеҙ яҡшырыр.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Дүшәмбеләге ваҡиғаларға артыҡ иҫегеҙ китмәһен. Тик уларҙан мотлаҡ фәһем алырға тырышығыҙ. Был арала иңегеҙгә күп эш төшөр. Башҡа кешеләрҙең эштәрен дә башҡарырға тура килер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Төп эшегеҙҙә һәр саҡ тәжрибәгеҙгә таянығыҙ. Һөйләшеүҙәр һәм осрашыуҙар файҙалы булмаҡсы. Шәхси тормошоғоҙҙағы ваҡиғалар яңынан ҡыуандыра башлар, моғайын. Бәғзеләрҙе яҡын киләсәктә үҙгәрештәр көтә.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙнаның тәүге яртыһы бер аҙ ҡатмарлыҡ килтерер. Көтөлмәгән сығымдар, уйламаған ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр яфалар һымаҡ. Был арала кеше аҡсаһы менән бик һаҡ эш итегеҙ. Кесе йомала һәйбәт хәбәр ишетерһегеҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Ҡайһы бер эштәрегеҙҙе тәртипкә килтерә алырһығыҙ. Тик яҡындарығыҙҙан уй-ниәтегеҙҙе әлегә сер итеп һаҡлауығыҙ дөрөҫөрәк булыр. Шаршамбынан һуң көтөлмәгән ваҡиғалар булыуы ихтимал. Уларҙың барыһы ла ыңғай килеүе мөмкин.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Һеҙҙең өсөн бик мөһим осор башланыр. Киләсәктә хәл-ваҡиғалар тормошоғоҙға етди үҙгәрештәр индерер. Быға алдан әҙерләнә торорға кәрәк булыр. Ышанысһыҙ дуҫтарҙан, кәрәкмәгән әйберҙәрҙән һис йәлләмәй ҡотолоғоҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна аралашыу өсөн уңайлы. Төрлө уй-ниәт төҙөрһөгөҙ, тик көндәлек эштәрегеҙ хаҡында онотмағыҙ. Шишәмбелә уйламаған сығымдар булыр. Йомала ишеткән яңылыҡ кәйефегеҙҙе боҙор. Йомаға әүҙемлегегеҙ бер аҙ кәмер һымаҡ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала ыңғай хәбәрҙәр даими килеп торор. Шишәмбеләге осрашыу бик өмөтлө булырға оҡшай. Үҙегеҙгә өҫтәмә дәрт-көс ингәндәй тойорһоғоҙ. Ваҡ-төйәк мәсьәләләргә ваҡытығыҙҙы сарыф итмәгеҙ, алыҫҡараҡ ҡараш һалығыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»