28.11.2017 Татлы һөйөүҙән кем туйған?
Ҡунаҡсыларға яратмайым мин, өйҙә ултырыуҙы хуп күрәм. Ләкин ҡайһы ваҡытта, өлкән кешеләрҙең саҡырыуын аяҡ аҫтына һалып тапай алмай, өгөтләүҙәренә күнеп, сәй табынына барырға ризалашам. Сөнки шундай осрашыуҙар мәлендә телгә маһир әбей-бабайҙарҙы, апай-ағайҙарҙы тыңлап ултырып, телебеҙҙең һутлылығына, байлығына, матурлығына хайран ҡалып, үҙ лексикаңды ла байытаһың, тормоштарындағы төрлө ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс хәл-ваҡиға тураһында бәйән итеүҙәренә лә шаһит булып, шуларҙы хәтер һандығына һалып ҡуяһың. Зәйтүнә* апайҙың да ихлас сәйгә саҡырыуын был юлы инҡар итә алманым. Күңелем болоҡһоп тора ине, шуға барҙым.
– Һинән башҡа, Рәмилә ҡарсыҡты ла сәйгә алдым әле, – тип ҡаршыланы ул. “Ҡарсыҡ” тигәне үҙе менән бер йәштәлер әле, һәр хәлдә, улар йөҙ йыл күрше генә тороп, бергә ҡатышып йәшәйҙәр. Ҡасан ҡарама – гел бергә: почтаға ла, магазинға ла, дауаханаға ла етәкләшеп тигәндәй йөрөйҙәр. Дөрөҫөрәге, Зәйтүнә апай кейәүгә сыҡҡансы шулай булды. Хәҙер ни, “йәш кәләш” ирен генә ҡултыҡлап йөрөй. Рәмилә апайға: “Мине списать иттеләр”, – тип көлөргә генә ҡалды. Әйткәндәй, Рәмилә апай кескәй генә ҡошсоҡҡа оҡшаған. Һоро кейемдәргә өҫтөнлөк биреп, мине күреп, ишетеп, һиҙеп ҡалмаһындар, тигән кеүек башын баҫып йәшәй, көлгәндә лә тештәрен күрһәтмәй генә көлә, сөскөргәндә лә рәхәтләнеп, бар көсөнә, өйҙө һелкетерлек итеп бышҡырмай бит ул, ниндәйҙер “пси-пси”һы ғына ишетелә. Бер ир менән ғүмер буйы тороп, биш бала үҫтереп, әлеге көндә яңғыҙ йәшәй: тормош иптәше, пенсияға сығып, ике-өс йыл да үтмәй, яҡты донъя менән хушлашҡан, ә ул-ҡыҙҙары илебеҙҙең төрлө тарафына таралған. Заманында ике генә бала менән хушһынған Зәйтүнә апай иһә уның ҡапма-ҡаршыһы: дәү кәүҙәле, көслө тауышлы, кейемдәрендә йәйғорҙоң бөтә төҫтәре сағылған. Ул шундай гүзәл ханымдар рәтенән – йәшен һис ҡасан дөрөҫ кенә әйтеп булмай. Иртә менән йоҡонан таушалып торғанында ғына күптән хаҡлы ялда икәнен төҫмөрләргә мөмкиндер. Ә былай ҡарамаҡҡа ул илле йәшлектәреңә биргеһеҙ ҡупшы ҡатын. Башын текә, арҡаһын гелән төҙ тотҡас, түңәрәк кенә ҡорһағы ла үҙенә һәләк килешә. Рәмилә апайҙың юҡҡа ғына ғүмер буйы бер ир менән тороуын айырым әйтеп китмәнем: әхирәте – ирҙәрҙе бирсәткә урынына алмаштырған ханым. Ошо турала һүҙ сыҡты ниһә, Зәйтүнә апай:
– Уйнаш итмәнем! – тип, теләһә нимә уйлауҙан шунда уҡ бармаҡ янап туҡтата. – Бөтә ирҙәремде лә законлы рәүештә генә ҡуйыныма индерҙем.
Уның... Ярай, нисә тапҡыр ЗАГС-ҡа барыуы, паспортында нисә мисәт тороуы әллә ни әһәмиәткә лә эйә түгел, һәр хәлдә, Гиннесс рекордтар китабына инерлек рекорд ҡуймаған.
– Ҡуйыр инем ул мин, – тип көлә үҙе, – бынау Хоҙайбирҙегә осрап харап булдым.
“Хоҙайбирҙе”һенең ысын исеме Тәлғәт булыр. Әммә Зәйтүнә апай уға ғашиҡ булған көндән алып уны “Хоҙайым бирҙе” тип атап йөрөттө, шулай яңы иренә яңы исем йәбеште. Һылыу ҡатындың һушын китәрерлек Хоҙайбирҙе-Тәлғәттең ниндәйерәк кеше икәнен күҙ алдына баҫтырғығыҙ килһә, инәлтмәйем, һүрәтләп бирәм: Зәйтүнә апайҙан бер башҡа тәпәшерәк, түңәрәк кенә, айыу һымаҡ алпан-толпан баҫа. Тәү ҡарашҡа күрекһеҙ генә тойолһа ла, эске матурлығы уны һөйкөмлө итә. Эскерһеҙ йылмайыуынан тирә-яҡ яҡтырып киткәндәй була. Йомшаҡ, итәғәтле мөғәмәләһе менән һәр кемде әсир иткән ағай шул уҡ ваҡытта быуынһыҙ заттарҙан да түгел: кәрәк саҡта тауышында тимер сыңлай, күкрәге гармун күрегенән былайыраҡ дуғалана. Ошо ағайҙы Зәйтүнә апай иҫе китеп ярата ла инде.
– Бер ҙә уйламағайным етмеште ҡыуғанда ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙарҙай ғашиҡ булырмын да, һөйөү уттарында өтөлөрмөн, көйөрмөн, мең үлеп, мең терелермен тип, – Зәйтүнә апай үҙенең һөйөүенә үҙе бот сабып аптырай. – Мөхәббәтем яуапһыҙ икән тип, ҡаҙ мамығы ғына тултырылған күпме мендәрҙе сылатып әрәм иткәнде белһәгеҙ... Инде хис-тойғолар ҙа беҙҙең менән бергә ҡартайып, һүнгән кеүек ине бит. Хәйер, йәш саҡта ла мин арлы-бирле быҫҡып-төтәп кенә йөрөнөм, дөрләп янғаным булманы. Ә Хоҙайбирҙе осрағайны, әллә нимә булды күңелгә. Ныҡ ыҙалатты ул мине, көйөп көйөккә әйләнгәнсе өйләнмәй зарлатты.
Зәйтүнә апай үҙен, “биш урамға бер ата” балаһы мин, ти:
– Һуғыштан һуң ауылда ир-егеттәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ булған, ә тол ҡалған, кейәүгә сыҡмай ҡартайған ҡатын-ҡыҙ – эт тубығынан. Әсәйем дә шулар араһында. Фронтовик бер ағай, йәғни минең атай инде, бик дәртле булып, яңғыҙ ҡатындарҙың эшен дә эшләшеп өлгөргән, шул ике арала орлоғон да мул сәскән. Бисәһе бигерәк йыуаш булған үҙенең. Ирең шуның менән дә йөрөй, бының менән дә сыуала, тиһәләр, йөрөгәс йөрөй инде, теге ерен бәйләп, аяғын тышап, күҙ-моронон томалап ултыртып ҡуйып булмай бит, тип ҡул ғына һелтәгән. Әсәһенә һеңле-ҡустыларын ҡарашҡан әсәйем бахыр кейәүгә сығып өлгөрмәгән, йәштәштәре яу яланында ятып ҡалған, ҡайтҡаны ла йәштәргә өйләнгән. Нишләп мине ямаҡай итеп таптың, матур булһам, миңә лә егеттәр күҙ һалыр ине, тип әсәйемдең өләсәйемә үпкәләгәне хәтерҙә. Өләсәйем ҡулдарын йәйеп, күҙҙәренә йәш алып, атаң шундай булғас, нишләйем һуң, тигән булыр ине, мәрхүмә. Ә миңә атай булған кеше сибәр, буйсан ине, мине бәләкәй саҡтан уға оҡшаттылар. Шул миңә ҡарап, әсәйемдең кем менән зина ҡылғанын күргәндәрҙер. Эй, былай ҙа ауылда һәр кемдең тормошо һәр кемгә мәғлүм инде ул. Бер оста берәйһе сөскөрһә, икенсе остан “йәрхәмикалла” тиерҙәр ине. Атай кеше насар булманы, вафатына тиклем утынын да килтереште, бесәнен дә, эш араһында урамда осратһа, арҡанан тупылдатып һөйөп тә китер ине. Ярты урамды һөйҙө, ул-ҡыҙҙары йыл һайын тиерлек тыпылдап торҙо. Тик ғүмере ҡыҫҡа булды, минең үҫеп буй еткергәнде күрмәне. Һуғышта алған яралары оҙаҡ йәшәтмәне. Тәне шау ғына яра, көндөҙ түҙеп йөрөй ҙә, төндә йоҡлағанда һаташып, ауыртыуҙан ҡысҡыра, тип һөйләнеләр. Бәлки, шуға йәшәргә, йөрәге тулы һөйөүҙе барыһына ла өләшергә ашыҡҡандыр, бәлки, шул сәбәпле бисәһе лә ҡыҙғаныуын төпкә йәшереп, уның әүрәүҙәренә күҙ йомғандыр. Ҡырҡы ла тулмайынса әхирәткә китеп барҙы. Ул заманда бигерәк ҡарт һымаҡ ине, ә уйлап ҡараһаң, йәш булған бит, дәртле, ут сәсрәтер сағы. Әсәйемде, яратмаһа ла, йәлләгәндер, тим. Ярай, ни булһа ла, булғандыр, донъяға яралғаныма ата-әсәмә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Уларҙың ғишҡы булмаһа, йөрөр инем күктә осоп. Бәләкәйҙән эшкә егелеп, арыш икмәген тиребеҙ менән тоҙлап ашап үҫелде. Эшһеҙ ултырған мәлде иҫләмәйем, ҡара таңдан ҡара төнгәсә эш тә эш ине. Ҡайһы арала өлгөргәнбеҙҙер, ҡайҙан көс, дәрт алғанбыҙҙыр, аҙна һайын тансыға йөрөнөк. Фасонлы күлдәктәрҙе үҙебеҙ тегеп кейеп, сәстәргә матур сепрәктәр үреп, саң борҡотоп, аяҡтар талғансы, күңел булғансы “Өсмөйөш”, “Әйлән-бәйлән”, “Марш” бейенек. Үҙебеҙҙе өлкәндәр кеүек тотһаҡ та, күбебеҙгә шул ун биш-ун һигеҙ йәш. Шулай бер бейеп йөрөгәндә (тәүге ҡырпаҡ ҡар яуғайны), күрше ауылдан егеттәр саналарға тейәлешеп килеп төштө. Күмәкләп бейеп тә, таҡмаҡ әйтешеп тә мас булдыҡ. Элек ни, шулай таҡмаҡ әйтештек тә ул беҙ. Беҙҙең ауыл “әтәстәре” улар менән сәкәләшеп тә алырға өлгөрҙө. Шуларҙы аралайбыҙ тип сыҡҡайныҡ, минең башҡа толоп ҡаплап, күтәреп санаға бәрҙеләр ҙә, алып китеп тә барҙылар. Оҙаҡ ваҡыт тибешеп, илап барҙым. Мине кемдер ныҡ итеп ҡосҡайны, толоп аҫтында тыным ҡыҫылып, тонсоғоп, хатта үлә яҙҙым. Күтәреп өйгә индереп баҫтырғас ҡына толопто башымдан алдылар. Бәрә-һуға сығып китер инем, төндә ҡайҙа бараһың?
– Бына, килен алып ҡайттым, – тип ауыҙ йырҙы мине урлаған егет. Күп булһа минән ике-өс йәшкә өлкәндер. Күҙҙәре йылтырауынан ҡыҙмаса икәнен аңғарҙым. Дөбөр-шатыр килеп инеүебеҙгә йоҡоһо бүленеп, уң яҡтағы урындыҡтан һикереп килеп торған ата-әсәһе юғалып ҡалды. Әсә кеше өлтөрәп нимәгә барып тотонорға белмәне, ата кеше башын тызыны. Төпкө яҡтан оло йәштәге ҡатын килеп сыҡты. Егеткә өтөп ҡыҫҡа ғына ҡарап, мине һынсыл ҡарашы менән оҙаҡ ҡапшаны. Был ғаиләлә ошо өләсәйҙең командир икәне шунда уҡ күренде. Нисә йәш һиңә, балаҡай, кемдең балаһы булаһың, тип һораны. Күҙ йәштәрем һаман кипмәгәйне, ун биш, тип һулҡылданым, әсәйемдең исемен атаным. “Командир” ирендәрен уҫал ҡымтып, ейәненә, һинең менән аҙаҡ һөйләшербеҙ, ят йоҡларға, тине лә, миңә үҙе артынан барырға ҡушты. Төпкө бүлмәгә үткәс, өләсәй мине үҙе менән бергә урындыҡҡа һалды. Стена буйына. Икенсе көндө мине урлаған егет таң менән эшкә һыпыртҡайны, әсәһе менән атаһы ла фермаға киткәйне, мин өләсәй, өс ыбыр-сыбыр бала-саға менән сәй эстем дә, улар менән ҡапҡа эсендә баҫтырышмаҡ уйнап йөрөгәндә, артымдан әсәйем ауылдаш бабай менән килеп етте. Артың ҡысып йөрөмәһен башҡаса, тип, әсәйем мине йоҙроҡлап дөмбәҫләп, алып ҡайтып китте. Һуғыуы ла шул ғына инде, күберәк ҡурҡытыу өсөн. Аҙаҡ ул мине уҡырға ебәрҙе. Минең дә ғүмер буйы һыйыр к..н ҡарауым еткән, һин уҡы, кеше бул, тине. Зерә белеме булмаған ауыл балаһы ҡайҙа барһын, шул штукатур-малярға инде. Тырышып эшләнем дә, ҡайырып аҡсаһын да алдым. Артымдан һеләгәйҙәрен ағыҙып йөрөүселәр күп булды, ҡайһы бер шуғыраҡтары стенаға килтереп ҡыҫһа, күп һорап торманым, алдым да елгәрҙем. Һөйгөң килһә, ЗАГС-ҡа юлды беләһең, ти торғайным. Сабир исемле бер ташсы егет эргәмдә ышҡылғандарҙың барыһын да өркөтөп, бер ваҡыт мине үҙенә кейәүгә сығырға күндерҙе. Өйләнешеп йәшәй башлағайныҡ, уны яратмағанымды аңланым. Бер нәмәһе лә оҡшамай. Тапҡас, бер атанан булһын, тип ике бала таптым да, айырылыштым. Икенсегә сыҡтым. Унан – өсөнсөһөнә. Береһенең сумаҙаны балаларыма ҡырын ҡарағаны өсөн коридорға осто, икенсеһе эсергә әүәҫлеге, ҡулын “остандатырға” маташҡаны менән үҙенән биҙҙерҙе. Башҡаса кейәүгә сығып бимазаланмам, тигәйнем, бынау Рәмиләгә ҡоҙалыҡ килеп төштө бит.
Рәмилә апайҙы ҡоҙалап килгән ирҙең дуҫы тап ошо Хоҙайбирҙе-Тәлғәт ағай булған. Утыҙ биш йылдан ашыу татыу ғүмер иткән һөйөклө ҡатыны сирҙән вафат булғас, ул башҡаса өйләнергә уйламаған да, һөйгәне рухына хыянат итеүҙән ҡурҡҡан. Зәйтүнә апайҙы тәү күреүҙән оҡшатһа ла, хис-тойғоларын белдермәй, йөрәген йүгәнләргә маташып, һылыу ҡатындан ҡасып та йөрөгән. Рәмилә апай үҙен ҡоҙалап килгән уҙаманға “юҡ” тиһә лә, уныһы ла, ҡарышҡыр бәндә, алдына алғанын ҡуймай, байтаҡ тол ҡатындың ишеген шаҡып, тупһаһын тапап йөрөгән. Һаманғаса сәй эсергә инеп-сығып йөрөй шикелле. Рәмилә апай сибек, көсһөҙ генә күренһә лә, ныҡ кеше, уны өҫтәлдән ары үткәрмәй. Ә ир-егеттәрҙең һоҡланыулы ҡараштарына йәштән күнеккән, артынан сабыуҙарына өйрәнгән Зәйтүнә апай Тәлғәт ағайҙың уға битарафыраҡ ҡалыуына шаңҡыған. Ҡайҙа минең йәш, матур, һомғол саҡтарым, тип илап та алған. Шуның үҙен илатмаһаммы, тип ҡәһәтләнгән дә. Осрашырға форсат эҙләп, ҡара уйға ла ҡалған. Әлдә лә ир-егет кенә башҡарырлыҡ төрлө эш сығып торған, әлдә лә Хоҙайбирҙе-Тәлғәт ағайҙың ҡулдары алтын булып сыҡҡан. Ҡайҙа гардин элеп, ҡайҙа лампочка бороп, ҡайҙа раковина алмаштырып ҡына ҡайтып киткән Тәлғәт ағай Зәйтүнә апайҙы өс йыл зарыҡтырған. Башҡаса уның яғына әйләнеп тә ҡарамайым, тип тәүбәләр әйтеп бөткән Зәйтүнә апайҙың бер көндө сабырлығы һынған. Сираттағы эште атҡарып, инде ҡайтырға уҡталған ирҙе оҙатырға ҡалҡҡан ханым, балалар ише, ишек яңағына һөйәлеп, үкһеп илап ебәргән. “Аҙмы-күпме ҡалған ғүмерҙе заяға уҙғартаһың, нишләп һин шулай туң ул, ә?!” – тип үпкәһен белдергәндә, Тәлғәт ағай кинәт уның йәшле күҙҙәренән үрелеп үпкән. Артабан ни булғанын Зәйтүнә апай һөйләмәне. Ҡыҙыҡ кеше лә инде: Хоҙайбирҙе-Тәлғәт ағайҙы ла үҙенә шунда уҡ яҡын юлатмаған, карауатҡа юл ЗАГС аша, тигән. Ә ир шундай мәлдә үпкәләп, ҡайтып китһә, башҡа һис ҡасан килмәй ҡуйһасы?
– Бер ирҙең дә үсегеп, кире килмәй ҡалғаны юҡ әле, – тип ҡәнәғәт көлә хужабикә, беҙгә сәй яһай-яһай.
– Матурҙарҙың эше башҡа шул, – тип кеткелдәп баш һелкә Рәмилә апай.
Уларҙың көлөүенә мин дә ҡушылам. Һөйөү йәшәгән ерҙә тын алыуҙары ла рәхәт.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
*Исемдәр үҙгәртелде.