RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (20-26 ноябрь)

20.11.2017 Йондоҙнамә (20-26 ноябрь)

Йондоҙнамә (20-26 ноябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Мәл тәнде һауыҡтырыу өсөн үтә уңайлы. Был арала сирҙәр һеҙҙе мотлаҡ урап үтер, көс-дәртегеҙ артыр. Киләсәгегеҙ тураһында өмөтлө уй-ниәттәр тыуыр. Аҡса мәсьәләләре генә бер аҙ борсоп торор

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Башлаған эштәрегеҙҙе тамамлауға күберәк иғтибар бирегеҙ. Юғиһә артабан алға бара алмаҫһығыҙ. Былай ҙа элекке бурыстарығыҙ тураһында иҫегеҙгә төшөрөп торорҙар. Шаршамбыла аҡсағыҙҙы дөрөҫ тотоноуығыҙ бик мөһим.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Яҡшы кәйефегеҙ эштәрегеҙҙең һәйбәт барыуына булышлыҡ итер. Икенсе яҡтан, уйламаған ҡаршылыҡтар ҙа килеп сығыуы ихтимал. Был бигерәк тә шаршамбыла асыҡ беленер. Дөйөм хәлегеҙ бигүк тотороҡло булмаһа ла, әкренләп яйлана башлар.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Шәхси тормошоғоҙға ҡағылышлы борсолоуҙар артыр һымаҡ. Бәғзеләрҙең яратҡан кешеләре менән араһы ваҡытлыса һыуынып китер. Был йәһәттән кесе йома хәүефлерәк күренә. Йомала ниндәйҙер ҡыуаныслы ваҡиға көтөгөҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Был арала кеше араһында йыш булырһығыҙ. Төҫ-башығыҙға иғтибарлыраҡ булырға тырышығыҙ. Етәкселәр менән аралашҡанда күп һөйләмәгеҙ. Эргәгеҙҙәге ниндәйҙер бәндә һеҙҙе ошаҡлап йөрөй, ахырыһы.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Тормош ыңғай мөмкинлектәрҙе, уңайлы мәлдәрҙе бүләк итеп торор. Уларҙы ваҡытында күреп, файҙаланып ҡалырға тырышығыҙ. Яҡын арала һеҙҙе ыңғай ҡырҡа үҙгәрештәр көтә. Уларҙы алдан төҫмөрләп, әҙерләнеп тороуығыҙ яҡшы булыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Матди ҡыйынлыҡтар һаман да дауам итер. Төп эшегеҙҙә бөткөһөҙ ваҡ-төйәк мәшәҡәт менән мәшғүл булырһығыҙ, шулай ҙа ундағы дөйөм хәлегеҙ тотороҡло буласаҡ. Яҡын киләсәктә икенсе, юғарыраҡ вазифаға үрләүегеҙ бар.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала өр-яңы, элек таныш булмаған эш йүнәлешен өйрәнерһегеҙ. Ғөмүмән, эшләгән йәки уҡыған урында бурыстарығыҙ ҡапыл артып китер. Ҡыйыныраҡ булһа ла, бер аҙ түҙегеҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна барышындағы аралашыуҙар файҙалы буласаҡ. Яңы ҡыҙыҡ кешеләр менән танышыр­һығыҙ. Был арала ниндәйҙер күптән күҙегеҙ ҡыҙып йөрөгән әйберҙе һатып алырһығыҙ. Етәкселәр менән мөнәсәбәтегеҙ яҡшырыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Осор барышында һис тә көтөлмәгән ваҡиғалар­ға юлығыуығыҙ мөмкин. Быға алдан әҙер тороуығыҙ һәйбәт булыр ине. Бер яҡтан, киләсәгегеҙ бер аҙ асыҡланыр һымаҡ. Икенсе яҡтан, күбәйеп киткән ҡыйынлыҡтар йыш ҡамасаулар.

Саян (24.10 – 22.11)
Был аралағы үҙгәрештәр күпселектә һеҙҙең файҙаға булыр. Шишәмбелә ниндәйҙер ҡатын кешенән мөһим яңылыҡ ишетерһегеҙ кеүек. Туғандарығыҙҙың эштәрендә лә ҡатнашырға тура килер, уларҙан баш тартмағыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна барышында күптән эсегеҙҙе бошороп торған ниндәйҙер ҙур эште уңышлы ғына тамамларһығыҙ. Был ваҡиға күңелегеҙҙе лә күтәрер. Үҙегеҙгә бер аҙ ял бирергә мөмкин булыр. Осорҙан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»