19.11.2017 “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
йәки Иреңдең башы аша һикереү кәрәкме?
– Әсәй, Ғәлим ағай үлгән! Атай ҡайҙа? – ишектән инеү менән күңелһеҙ хәбәр менән бүлешә һалдым. Ғәлим ағай менән Дамира апай – беҙҙең ғаилә дуҫтары. Атайым менән урман хужалығы техникумында бергә уҡығандар, ғүмер буйы аралашып йәшәйбеҙ. Хәҙер инде икеһе лә күрше ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй (юғары белемде улар педагогия институтында алған, атай иһә һайлаған һөнәренә ғүмере буйы тоғро ҡалды). Мин уларҙың балалары менән бер туғандар кеүек аралашып үҫтем. Шуға күрә лә улдары Дим атаһы тураһындағы ҡайғылы хәбәрҙе миңә шылтыратып әйткәндер...
– Ишеттек, атайың шунда китте.
– Ә һин?
– Иртәгә барырмын оҙатырға. Әллә ниңә бөгөн күңелем тартмай...
Ғәлим ағайҙы һуңғы юлға оҙатып, өсөн, етеһен уҡытыуға минең ялым тамамланып, баш ҡалаға юлландым. Яңы йыл байрамы алдынан Дим менән күрештек. “Әйҙә, байрамға бергә ҡайтайыҡ. Яңғыҙ ҡалған әсәйҙе байрамда ташлап китке килмәй, ә һин ҡайтһаң, күңеллерәк булыр. Йылдағыса, Яңы йылды беҙҙә ҡаршы ҡаршыларбыҙ, икенсе көнө һеҙҙә ултырырбыҙ. Дискотекаға икәү барырбыҙ”, – тигәс, шатланып риза булдым. Тик байрамды бергә үткәрергә әсәйем ҡырҡа ҡаршы төштө. Сәбәбен әйтергә теләмәгәс, ҙур ғына бәхәс тә булып алды.
– Ни өсөн Ғәлим ағай иҫән саҡта матур итеп аралаштығыҙ ҙа, ул үлгәйне, араларығыҙ һыуынды? Тыуған көнөңә саҡырмағанһың, кис ултырыуға йөрөмәйһең. Нимә булды? Әллә атайҙы көнләйһеңме? – һуңғы һүҙҙәрҙе уйламайыраҡ әйткәнемде аңланым инде, тик кире ҡайтарып булмай шул. Әсәйем артабан өндәшмәне, ә был әрләгәненән дә ауырыраҡ, тимәк, хәтере ҡалған.
Байрамды беҙ ғаилә дуҫтарыбыҙ менән бергә ҡаршы алдыҡ, ҡунаҡҡа йөрөштөк. Тик элекке кеүек күңелле хәлдәр, йор һүҙҙәр, уйын-көлкө, ихлас һөйләшеү булманы. Араларҙы бәйләгән ниндәйҙер йылы нур, еп өҙөлгәнлеген аңланым. Айырыуса әсәйем яғынан һалҡынлыҡ, хатта күрә алмаусанлыҡ һиҙелде. Йылмайҙы, хәбәрен дә һөйләне, табын да мул ине, тик быларҙың барыһын да көсләп башҡарғанын һиҙә инем.
Дим менән Өфөлә аралашыуҙы дауам иттек. Уртаҡ дуҫтар менән Санкт-Петербург ҡалаһына сәйәхәткә барып ҡайттыҡ, диплом эше өсөн ғилми тикшеренеүҙәрҙе лә бергәләп башҡарҙыҡ. Бер көн телефондан һөйләшкән саҡта уға ҡунаҡҡа йыйыныуымды әйткәс, әсәйем уйламағанда туҙынып китте: “Арағыҙҙа нимә барын белмәйем, әммә миңә, Димгә кейәүгә сығам, тип әйтәһе булма. Былай ҙа ауыл араһында һеҙҙе, өйләнешә, тигән һүҙ йөрөй!” Аптырауымдан нимә әйтергә белмәнем. Дим Әлиә исемле Өфө ҡыҙын яратып, яуапһыҙ мөхәббәт утында яна. Ә минең дуҫлашып йөрөгән егетем бар, торлаҡ мәсьәләһен хәл иткәс, өйләнешергә тигән ниәттәр менән йөрөйбөҙ. Бала саҡтан аралашып йәшәгәс, Дим минең бер туған ағайым кеүек яҡын. Беҙҙең апайҙар ҙа күптән әхирәттәр, хәҙер ғаиләләре менән аралаша. Телефон аша бәхәсләшеп торманым, шулай ҙа ауылға ҡайтҡас, әсәй менән ултырып, ике ғаилә араһында нимә булғанын һорашырға булдым.
Күп тә үтмәне, Дамира апай баш ҡаланың данлыҡлы гимназияһының береһенә директор итеп эшкә тәғәйенләнде. Хеҙмәт юлын яңы башлап торған миңә, йәш белгескә, был ханымдың артабанғы тормошо өлгө булып торҙо. Талапсан, ҡәтғи, сөсөләнеп һөйләшеүҙе үҙһенмәгән ҡатын эшендә бик күп юғары күрһәткескә өлгәште. Артабан юғары уҡыу йортонда, бер аҙҙан Мәғариф министрлығында эшләне. Атай-әсәйем менән аралашыуы өҙөлһә лә, Дамира апайҙарға йыш барҙым. “Ябай ауыл малайы”, – тип Димде һанға һуҡмаған Әлиә, әсәһе юғары вазифаларҙа эшләй башлағас, йәһәт кенә уға ҡарата ҡарашын ҡырҡа үҙгәртте. Тик егет тә кемдең кем икәнен аңлағайны инде, Әлиәнән баш тартып, уйламаҫтан ғына класташ ҡыҙына өйләнде. Туйҙары бик матур үтте, уларҙы ниндәй генә эстрада “йондоҙ”ҙары ҡотламаны. Дамира апай йәштәргә фатир асҡысы тапшырҙы. Теүәл ике айҙан минең дә туйым булды. Дим менән кәләшен дә, әсәйем риза булмауына ҡарамаҫтан, Дамира апайҙы ла был шатлыҡты бүлешергә саҡырҙым. 6 – 7 көн алдан ғына телефондан һөйләшкәндә: “Киләбеҙ, кейәүеңде көнләштереп, берҙе ҡосаҡлап үбермен дә әле!” – тип вәғәҙәләр биргән дуҫым ғаиләһе менән туйға килмәне. Кәйефһеҙ йөрөүемде күргән апайым ғына Дамира апайҙың етди ауырып китеүе хаҡында әйтте. Туй мәшәҡәттәре үткәс, Димгә шылтыраттым, тик ул, ваҡыты юҡлығына һылтанып, телефонын һүндерергә ашыҡты. “Әсәйең ни хәлдә? Ҡайһы дауаханала ята, барып хәлен белергә ине?” – тип һорауыма ул ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе: “Кем сығарған ғәйбәт ул? Ауырымай, барыһы ла һәйбәт, шифаханаға ял итергә китте!” “Ғәйбәт кенә икән, бик шатмын. Дамира апай миңә бик яҡын кеше, борсолоп ҡына шылтыраттым”, – тип һөйләшеүҙе тамамланым.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был насар хәбәр ғәйбәт кенә булмаған. Инсульт кисергән Дамира апай аҡылға бер төрлө булып ҡалды. Был хәлде балалары ауыр кисерҙе, бигерәк тә Дим бөтә донъяға нәфрәт менән ҡарай башланы. Нисек кенә йыуатырға, ярҙам ҡулы һуҙырға тырышһам да, ул аралашыуҙы дауам итергә теләмәне һәм беҙҙең дуҫлыҡ яйлап юҡҡа сыҡты. Матур һәм ҡайғыһыҙ саҡта, тормош яйлы барғанда ғына аралашып, ауырлыҡтар килгәндә ярҙам итешергә тейеш инек тә бит, килеп сыҡманы. Һуңғы ҡайтҡанымда Дамира апайҙың мәрхүм булыуы, тыуған ауылы (ул беҙҙең яҡтарға төньяҡ-көнсығыш райондарҙың береһенән килен булып төшкән) зыяратында ерләнеүен белдем.
– Әсәй, ә ниңә Ғәлим ағай янына ерләмәнеләр икән? 30 йылға яҡын бергә-бергә матур йәшәп, балалар үҫтер ҙә, ҡәберҙәрҙе айырып ҡуй инде, – тип ризаһыҙлыҡ белдереп ҡуйҙым сәй эсеп ултырғанда.
– Килен булған еренән тыуған ере яҡын тойолғандыр, – тине әсәй. Бер аҙ үткәс кенә ғибрәтле тарихты бәйән итергә булып өҫтәп ҡуйҙы. – Ғәлим ағайың бер туған ҡустыларына, Дамира менән беҙҙе йәнәш ерләмәгеҙ, тип васыят әйтеп ҡалдырған. Шуға ла ул Өфөгә, донъяһын һатып, был яҡтар менән араһын өҙөп китте. Кире ҡайтмаҫҡа тип. Уның менән аралашмай башлағас, һин беҙгә ныҡ үпкәләп тә йөрөнөң, тик мин үҙемде һындыра алманым. Күҙҙәренә ҡараһам, Ғәлим ағайыңдың үлеме иҫкә төшә лә, үҙемде ғәйепле һанайым. Уның алдында гонаһлымын. Бәлки, ваҡытында ярҙам иткән булһам, ул бөгөн дә тере булыр ине.
Улар техникумда уҡыған йылдарында уҡ танышып, дуҫлашып, ғаилә ҡорһа, беҙ атайың менән һуңыраҡ өйләнештек. Туйыбыҙҙан һуң ҡунаҡҡа саҡырып, әхирәттәр булышып, бүләктәр биреп, беҙҙе ҙурлап ҡайтарҙылар. Йәштәштәр генә булып һеҙ, балалар, тыуҙығыҙ, йорттар һалып сыҡтыҡ. Байрамдар ҙа, эштәр ҙә бергә барҙы. Башҡа ғаиләләр менән аралашмағас, арала һүҙ ташыусы, бутаусы булманы, яҡшы-яманлыҡтарға күнеп, йәмһеҙләшмәй, талаш-тартышһыҙ, бер туғандай йәшәнек. Тик һуңғы ваҡыттарҙа ниңәлер Дамираның үҙен Ғәлимдән өҫтөн ҡуйырға тырышыуын һиҙә инем. “Мин булмаһам, ауылығыҙҙың беренсе алкашы булып, урманда ағас һанап йөрөр инең. Институтҡа алып барып, һинең өсөн рефераттар, курсовойҙар яҙып, диплом алыштым. Баязитович булып, ата ялҡау, донъя көтә белмәгән алкаш атайыңдың исемен данлап йөрөгән булаһың”, – тип сираттағы килгәндәрендә әрләүенә шаһит булдыҡ. Бындай әр йышайғас, үҙемдең фекеремде еткерергә тырыштым: “Ҡуй, Дамира, быға тиклем матур йәшәнегеҙ, йөҙ йыртып, иреңде кәмһетеп йөрөмә. Былай ҙа һеҙгә ярты ауыл көнләшә. Ир-ат эсмәй ултырмай инде, башҡалар менән сағыштырғанда, беҙҙекеләр шөкөр бит. Атаһы өсөн улын битәрләмә, аҙып-туҙып йөрөмәй. Етмәһә, Ғәлим мәктәп директоры, тимәк, уҡытырға тырышыуың бушҡа булмаған. Эше ауыр, әлбиттә, әммә абруйы ҙур, башҡалар менән сағыштырғанда, аҡсаһы ла мул ғына”, – тигәйнем, ул бар ярһыуын сығарып һалды:
– Мәктәп директоры итеп мине ҡуйырға тейештәр ине, мәғариф бүлеге етәксеһе өйгә килгәйне, сәй эсеп ултыра торғас, Ғәлимгә тәҡдим итте. Алдан миңә вәғәҙәләп йөрөнө лә, аҙаҡ, ир – баш, тип тора оялмай ҙа! Эскән, минһеҙ бер ни эшләргә ҡулынан килмәгән ир минән өҫтөн булып сығамы?! Завуч булып эшләгәндә үк күпме эште атҡарып сыҡтым, хәҙер килеп, директор ҡатынына завуч булып эшләү килешмәй тип, ябай уҡытыусы итеп ҡалдырырға итәләр! Ризалашаһым юҡ!
– Һуң, Дамира, ул яуаплылыҡ нимәгә кәрәк һиңә? Етмәһә, Ғәлим һәр эште һинең менән кәңәшләшеп башҡара тиһең, булғанына шөкөр итеп, иреңә ышыҡланып ҡына эшлә лә йөрө!
– Эшләргә ҡулымдан килә икән, нимәгә мин башҡалар рәтендә йөрөргә тейеш?
Күп тә үтмәне, ул ире өҫтөнән ошаҡ ташып, һүҙен һүҙ итеп, директорлыҡтан сығартып алды. Уҡытыусылар коллективы исеменән хат яҙҙырып, ул вазифаны үҙе биләне. Теләген тормошҡа ашырғас, бер аҙ тынысланып ҡалды, кәйефе лә бермә-бер артты. Тик бер мәл атайың йомош менән барып ҡайтҡандан һуң бик оҙаҡ йәне көйөп йөрөнө: “Был Дамира Ғәлимдән бөтөнләй сепрәкша яһаны. Барһам, бахыр ир иҙән йыуып йөрөй. Мине күреп, күҙенә йәш килде, бына ошондай көнгә ҡалдым инде, тип әйткән булды”.
Мәрхүм булаһы йылында, уҡытыусыларҙың йәйге ялға сыҡҡан ваҡыты ине, беҙгә Ғәлим ағайың ҡыҙмаса булып килеп инде:
– Һаумы, әхирәт! Хәлдәрең нисек? Һиңә ҙур үтенесем бар ине.
– Хәлдәр һәйбәт, маҡтап йөрөйһөң, хәҙер мейестән картуф бәлеше сыға!
– Хан һыйы инде ул беҙгә хәҙер! Ҡасан һуңғы мәртәбә өйҙә бәлеш бешкәнен дә хәтерләмәйем, – Ғәлим өҫтәл артына килеп ултырҙы ла күҙҙәремә текәлде.– Ун мең һум аҡса бир әле, зинһар. Тик ҡасан ҡайтарырымды әйтә алмайым.
– Әллә машина алырға булдыңмы? Әхейең менән һөйләшербеҙ ҙә, бесәндән артырлыҡ булһа бирербеҙ.
– Машинаны, ана, әхирәтең алырға йөрөй. Алты ай аҡса тигән нәмәне күргән юҡ. Китергә булдым мин унан, бисә типкеһендә йөрөгәнсе эт типкеһендә булам.
– Һин бит эскәнһең, ә бындай хәбәрҙәрҙе айыҡ саҡта һөйләргә кәрәк.
– Йөрәгем яна минең, шуға эсәм. Ярай, мәктәптә етәкселек иткеһе килә икән, итһен. Ә ниңә өйҙә ул мине һанламай? Ашарға бешермәй, кер йыумай, йорт эштәре тулыһынса минең өҫтә. Туғандарым алдында ла, уҡытыусылар алдында ла абруйым төштө инде. Етмәһә, Өфөнән бер түрә менән йөрөй, тип һөйләйҙәр. Булһа, барҙыр, ике йыл түшәк бүлешкәнебеҙ юҡ.
– Ҡуй, Ғәлим, бындай хәбәрҙәрҙе миңә һөйләп ултырма, әхейең менән кәңәшләш, йәме.
Башын эйеп сығып киткән ирҙе йәлләп ҡарап ҡалдым. Ә кисен атайың менән бәхәс сыҡты. Ул дуҫына аҡса биреү яҡлы ине.
– Раян ҡустыһы үҙенең янына – Киров ҡалаһына саҡырған. Ун мең булмаһа, юллыҡ ҡына бирегеҙ инде, ти.
– Ҡалай ҡыҙыҡһың һин, эсеп йөрөгән ирҙең һүҙенә ышанып, ҙур суммала аҡса бирергә итәһеңме?
– Эсергә кәрәкһә, ундай ғына аҡсаны һинән һорамайынса ла бирә алам. Икенсенән, ауылда уның ҡатынына үсәп, юрамал эсереүселәр былай ҙа күп. Кешелектән сыҡҡансы ауылдан китеүе хәйерле.
– Нисәмә йыл аралашып, дуҫлашып йәшәйек тә, ауыр саҡтарында айырылыуға юл ҡуяйыҡмы? Ул китер ҙә барыр, беҙгә Дамира менән аралашып йәшәргә кәрәк. Ғәфү ит, ғаилә боҙоуға беҙ сәбәпсе булмайыҡ.
Бер нисә көндән ғаилә дуҫыбыҙ ап-айыҡ килеп инде. Күрше ауылда йәшәгән ҡәйнәм ауыр хәлдә тип хәбәр килгәйне, матурлап һөйләшергә ваҡыт булманы.
– Әхей, әйҙә, улай ҡыҙыу баш менән бындай мәсьәләне хәл итмәйек. Барыһы ла һәйбәтләнер, сабыр ит. Йөрөй тигәне лә кеше һүҙе бит, иғтибарға алма.
– Сабыр итер хәлем булһа, китәм тип йөрөмәҫ инем. Ышанысты юйыр эскесе лә түгелмен, эшләп китеү менән бурысымды ебәрер инем, береһе лә биреп торорға риза түгел.
– Тимәк, был – һиңә китмәҫкә сәбәп. Йәшәйһе көндәрең, ашайһы ризығың ошо ерҙә, Дамира менән бергә.
– Көндәр ҙә, ризыҡтар ҙа, юлдар ҙа бөткәндер ул минең...
Ваҡытында был һүҙҙәргә иғтибар итмәнем. Октябрь айында барып, 50 йәшлек юбилейы менән ҡотлап ҡайттыҡ. Бер туғандары, курсташтары йыйылғайны, күңелле генә ултырҙыҡ. Йырлап, мәҙәк хәлдәр һөйләп ултырған Ғәлимгә ҡарап, ҡатыны менән аралары яйланыуына ҡыуандым. 20 көндән вафат булды. Күршеләренә инеп йығылған, улар Дамираға шылтыратҡас: “Әҙерәк эсһен. Уға бер нәмә лә булмай ул”, – тип яуап биргән. Атайың барғанда һаман район үҙәгенән ҡайтмаған булған. “Тиҙ ярҙам” машинаһы килеүгә Ғәлим йән биргән. Бахырҙың бер генә лә таҙа кейеме юҡ ине. Хәле насарая башлағансы, билмән бешерәм тип, ҡамыр йәйеп торған булған. Алдағы көн атайың менән магазинда күрешкәндәр, бер ҡап туң билмән алып торған. “Өй билмәненә етәме инде былар! Рәхәтләнеп, йәш саҡтағылай итеп, үҙең эшләгәнде аша ине ул!” – тигән. Танһыҡлаған ризығын да ашап өлгөрмәгән. Мин хөкөмдар түгел, әммә ҡәберенең йәнәш булыуын теләмәгәс, Дамира был донъяла тамам үҙәгенә үткәргәндер. Ир менән ҡатын араһын ситтәр аңлай алмай, тиҙәр бит. Был, ысынлап та, шулай. 20 йылдан ашыу аралашып йәшәп, һуңғы сиккә еткәнен аңламағанмын. Һораған саҡта аҡса бирһәм, бөгөнгө көндә лә иҫән булыр ине, моғайын. Ул үлде лә китте, кеше араһына ҡыҫылмайым тигән булып, йөрәгемдә үкенес ҡалды. Башҡаса Дамира менән аралашҡым килмәне, мин генә түгел, күптәр уға ҡарата ихтирамын юғалтты. Йөҙөнә бәреп әйтеүселәр ҙә табылды. Шуға ла тиҙерәк юғарыға үрләй һалды.
– Ҡуй, әсәй, ҡайғырма. Тимәк, тәҡдирҙәре шулай булған. Аҡса бирһәң дә, китә алмаҫ ине, ул ҡәтғи кеше булманы бит. Талап итһә, Дамира апай керен дә йыуыр ине, иҙәнен дә. Ҡайһылыр ерҙә йомшаҡлыҡ күрһәткән дә, ҡалған тормошон шулай дилбегә тартҡан Дамира апай юлы менән киткән инде. Икеһе лә ысын донъяла ята, ҡәберҙәре айырым да бит, уларҙың йәндәрен бер иткән никах бар бит әле. Тимәк, яуапты ла бергә бирәсәктәр: береһе – ирен һанламағанға, береһе – үҙен.
Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.