RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Уның үлемен теләп йәшәнем...”

23.11.2017 “Уның үлемен теләп йәшәнем...”

“Уның үлемен теләп йәшәнем...”
Ҡырҡ йәштәрҙәге ир бер нөктәгә төбәлеп тик ултырҙы. Суд барышына әллә ни иғтибар ҙа итмәне шикелле. Хәйер, уның күҙ алдынан бер нисә тиҫтә йыл элек булған ваҡиғалар, ябай ауыл өйөндәге тетрәндергес мәлдәр үтте лә үтте...
Рауил, быуындары нығынып та етмәгән кескәй малай, кәртә-ҡуралағы бөтмәҫ эштәрҙе барланы. Тәне берсә янған, берсә өшөгән, башы түҙгеһеҙ итеп ауыртҡан бала ҡоймаға терәлеп ял иткәндән һуң эшен дауам итте. Инеп кенә йығылыр ине, әсәһе йәл. Сөнки бар эш уның өҫтөнә өйөләсәк. Яратҡан Ҡуңыр буғаһы ла малайҙың хәлен аңлап, йыуатыр­ға маташҡандай, уның битен ялап-ялап алды. Бар тәне ҡалтыраған малай диванға килеп ауҙы. Эшенә ҡабаланып йөрөгән әсәһе, маңлайын тотоп ҡарап: “Ут һымаҡһың бит! Мин ҡайтҡансы ятып ҡына тор инде”, – тип сығып китте.
Күпмелер ваҡыттан һуң атаһының иҫерек тауышы ишетелде. Ул яңғыҙы түгел ине. “Һин бында нимәңде ҡарап ятаһың?” – тип улын дивандан алып та ырғытты. Уға эйәреп ингән әшнәһе, малайҙың ауырығанын һиҙеп, ниҙер әйтергә маташты. Тик ата кеше: “Миңә тимәһә ҡырылып бөтмәгәндәрме шунда!” – тип ҡул ғына һелтәне.
Рауилға әсәһе ҡайтҡансы урамда йөрөргә тура килде. Ҡатын ут кеүек янған балаһының ҡоймаға терәлеп үҙен көтөп тороуын күреп, илап ебәр­ҙе. Был кис Рауилды “Ашығыс ярҙам” дауаханаға алып китте. Ныҡ ҡына һыуыҡ тейҙергән балаға ике айға яҡын дауаланырға тура килде.
Дауахананан ҡайтҡан малай әсәһенең һәм һеңлеһенең йонсоу йөҙөнә ҡарап, уларҙың күп ауырлыҡ кисереүен аңланы. Хәйер, бар ҡыйынлыҡ ғаиләгә ата йөҙөндә генә килә. Аталары, айныҡ саҡта ла, иҫерек көйөнсә лә, ҡатынын, балаларын йәберләүҙән, мыҫҡыл итеүҙән көс алғандай. Эш хаҡының бер тинен бирмәһә лә, йортонда төрлөләп аш-һыу яраштырыуҙы талап иткән ирҙең ҡайтыуын барыһы ла ҡалтырап көтә. Уның ни хәлдә, тәүлектең ниндәй сәғәтендә ҡайтасағын да билдәләп булмай. Ағалы-һеңлеле йыш ҡына аталарының әсәһен туҡмауын ишетеп, ҡосаҡлашып шым ғына илайҙар. Ғәзиз кешеләрен яҡларға көстәре етмәгәнлектән, бала саҡтан үҙҙәрен ғәйепле итеп тә тойоп үҫә улар.
Аталарының әле бер, әле икенсе ҡатын менән йөрөп китеүен уларға ишеттереүселәр табылып ҡына тора. Ысынбарлыҡта, ғаиләгә быны белеү өсөн ғәйбәт һүҙҙәре лә кәрәкмәй – ир кешенең нисек хаттин ашыуынан барыһын да яҡшы аңларға була...
...Ир, судьяның үҙенә мөрәжәғәт итеүен ишетеп, һиҫкәнеп китте. “Мин һеҙҙән ҡабатлап һорайым – был кешенең һеҙҙең атайығыҙ икәнлеген таныйһығыҙмы?”
Рауил алғы эскәмйәгә ҡунаҡлаған ҡартласҡа төбәлде. Йылдар уны йәлләмәгән. Таушалған, ҡартайған, йөҙөн мең һыр ҡаплаған. Мәйет һалҡынлығын өргән ҡараштар ғына шул килеш. “Эйе, үкенескә күрә, оло бәхетһеҙлеккә ҡаршы, был кеше минең атайым булып сыға...”
...Аталары уларҙы ташлап киткән көн Рауилдың хәтерендә иң бәхетле көн булып ҡалды. Ир, юлға аҡса кәрәклеген белдереп, кәңәшләшмәйенсә, ғаиләнең күҙ терәп торған Ҡуңыр буғаһын һуйып һатты. Әсәләренең яңы уҡыу йылына балаларын кейендереү өсөн йыйып барған аҡсаһын тартып алды. Артабан аш-һыу бүлмәһенә инеп, бар һауыт-һабаны онтаны, ултыр­ғыс­тарҙы емерҙе, түшәк-ҡаралтыны ямғырҙан һуңғы бысраҡ күләүектәргә ырғытып тапаны.
Тағы нимә эшләргә белмәй, ярһып йөрөгән ир бер урында ҡатып ҡалған ҡатынының алдына килеп баҫты. “Һин мин юҡта рәхәтләнеп йәшәрмен тип уйлама!” – тип ыҫылданы ул һәм ҡапыл уның башын стенаға ҡуша һуҡты. Аңын юғалтып, иҙәнгә шыуып төшкән әсәләрен килеп ҡосаҡлаған улын һәм ҡыҙын да икеһен-ике яҡҡа осора тибеп сығып китте ул йорттан. Шуға ҡарамаҫтан, Рауил өсөн ул иң бәхетле көн булды. Тәүҙә улар елдең тәҙрә ҡапҡастарын ҡағыуынан, өйгә инеп килгән һәр ир затынан ҡурҡып йәшәне. Әммә аталарының Себерҙә бик яҡшы эшкә урынлашыуын ишеткәс, тынысландылар. “Аллаға шөкөр, ҡустым бик матур ҡатынға өйләнде. Ул да үҙе кеүек төҙөүсе, һеҙҙең әсәгеҙ һымаҡ, “юғары белемлемен” тип, танау сөймәй. Бик бәхетле, һөйөшөп кенә йәшәйҙәр. Атағыҙҙың ҡәҙерен белмәнегеҙ – хәҙер унһыҙ йәшәп ҡарағыҙ, хәйерселәр”, – тип ағыу сәсте инәләре.
Әлбиттә, яңғыҙ ҡатынға бер ниндәй ярҙамһыҙ ике баланы күтәреүе бик ауырға төшә. Шуға күрә ул ирен алиментҡа бирҙе. Аҡса ике мәртәбә генә килде лә, туҡтаны. Артабан иренең “сәләме” килеп төштө: “Минән алимент түләттерергә уйлаһаң, ҡайтып, йортоғоҙға ут төртөп китәм!”
Иренең холҡон яҡшы белгән ҡатын башҡаса уны борсоманы. Төнгөлөккә ҡарауылсы булып урынлашып, балаларын үҫтереп, икеһенә лә юғары белем алырға ярҙам итте. Тәүҙә һәр тауыштан ҡурҡҡан әсә һәм балалар көндәр, йылдар үтеү менән тыныслана төштө. Һылыу, егәрле әсәләрен һоратыусылар күп булһа ла, ул башҡаса тормошҡа сыҡманы. “Бер ирҙән ҡотолғаныма һаман да ышанып бөтә алмайым әле”, – тип аңлатты ул үҙенең ҡәтғи ҡарарын.
Аталары уйламағанда килеп ингәндә, өйҙә Рауилдың туйына әҙерлек бара ине. Ир кеше тупһанан тауыш күтәрә башланы, әсәһенә ҡул күтәрергә ынтылды. Тик үҙенән хәҙер инде бер башҡа бейегерәк булған әзмәүерҙәй улы, ҡулынан тотоп алып, уны ситкә быраҡтырҙы. Йән асыуы менән атаһына ынтылған улының юлын әсәһе ҡапланы: “Кәрәкмәй, улым, ниндәй генә булмаһын, ул һинең атайың”.
Никахы тарҡалып, ҡатыны тарафынан ҡыуып сығарылған кәкүк ата элеккесә йортона баҫып инеп, йәшәп китермен тигән уйҙар менән ҡайтҡан булғандыр инде. Тик ул балаларының инде ҙурайып, әсәләрен яҡлаша алырлыҡ йәшкә етеүҙәрен уйламағандыр ҙа. Хәйер, ҡарашынан ҡалтырап торған ҡатыны ла үҙгәргән, бер һүҙ әйтермен тимә.
Ир тағы сит яҡтарға сығып китте. Эштән-эшкә күскән кеүек, ҡатындан-ҡатынға йөрөй. Эсергә яратҡан, холоҡһоҙ, үсексән, ялҡау ирҙән бала табырға теләүселәр табылмай. Олоғайған көндәренә тиклем ятаҡта йәшәй ул. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған ҡалаһына әйләнеп ҡайта. Тәүҙә яңғыҙ йәшәгән апаһының йортона инә. Тик һәр саҡ ҡустыһын яҡлап, киленен яманлаған олоғайған ханым оҙаҡламай туғанын ҡыуып та сығара. Туғандары, таныштары буйынса күпмелер ваҡыт йөрөгәс, бер ҡатын менән таныша. Улар, хәҙерге тел менән әйткәндә, гражданлыҡ никахы менән йәшәй. Тик ҡатын ирҙе йортона теркәүгә ҡуйыуҙан ҡырҡа баш тарта. “Балаларың бар, улар һине ҡараһын да, фатир ҙа алып бирһендәр!” – ти ул.
Олоғайыуына ҡарамаҫтан, һаман да эсергә яратҡан бабайға пенсияһы етмәй башлай. Ул күп уйлап тормай, судҡа мөрәжәғәт итеп, балаларынан алимент түләттереүҙе һорай.
...“Атайығыҙ һеҙгә алимент түләнеме?” Рауил судьяның һорауына: “Юҡ”, – тип әйтеп тә өлгөрмәне, атаһы әллә ниндәй ҡағыҙҙар килтереп сығарҙы. “Әлбиттә, түләнем. Бына эш урынынан белешмәләрем дә бар. Иптәш судья, хәҙер балалар игелекһеҙ бит ул, үҙең ашамай, тейешлеһен кеймәй, шуларҙы хәстәрләһәң дә, риза түгелдәр. Эйе, мин миллионер булманым, уларға машиналар, фатирҙар алып бирмәнем, әммә уларҙың хәҙерге ваҡытта тормошта өлгәшкән ҙур уңыштарында минең дә өлөшөм бар”, – тине.
Рауил, был кешенең оятһыҙ ялғанлауынан тартынып, бер ни ҙә өндәшә алманы. Бала саҡ хәтирәләренә төшөү ир кеше өсөн ваҡлыҡ һымаҡ. Судьяның үҙенә төбәлгән һораулы ҡарашын күреп: “Был һорауға яуап бирергә ҡыйынһынам”, – тип кенә әйтә алды. Улының дөрөҫлөктө даулаясағын көтөп, әллә ниндәй аҡланыуҙар, алдауҙар әҙерләп ултырған ҡартластың йөҙө яҡтырып китте. Уның бар ҡиәфәте: “Былай булғас, минең эш бешә!” – ти ине. Алимент таптырыусының һөмһөҙлөгө хөкөм залында ултырыусыларҙың барыһына ла ауыр тәьҫир итә ине. Сөнки был әҙәмдең хаҡһыҙлығын, алама, боҙоҡ күңелле булыуын аңлау өсөн күрәҙәлек тә кәрәкмәй ине.
Рауил өндәшмәй ҡалһа ла, һеңлеһе (ни тиһәң дә, ҡатын затынан бит) күңелендәге һыҙланыуҙарҙы асып һалды. Әммә кәкүк ата уның һәр һүҙен инҡар итте, әллә ниндәй аҡланыуҙар, хатта ғәйепләүҙәр уйлап тапты. Ә инде иң ҡәҙерле кешеләре – әсәһе өҫтөнә бысраҡ яға башлағас, һеңлеһе лә түҙмәне: “Ярай, етте, эт ашамаҫ телеңде, исмаһам, беҙҙе кеше иткән әсәйебеҙгә тейҙермә. Түләйем мин һиңә алимент! Үҙ балаларыма тейешле аҡсаны һиңә лә бүлермен. Тик ризаһыҙлыҡ, күҙ йәштәре менән килгән аҡса һиңә бәхет килтермәҫ!”– тине.
Суд ҡарары буйынса Рауил да, уның һеңлеһе лә хәҙер аталарына ай һайын алимент түләй. Был кемдер өсөн ҡот осмалы ғәҙелһеҙлек булып күренһә лә, барыһы ла законға ярашлы.
Рауилдың һеңлеһе судтан һуң: “Бала саҡтағы иң ҙур хыялым “атай үлһә ине” тигән булғандыр ул. Йылдар үткәс, был гонаһлы уйҙар­ҙан арындым, хатта тәүбә иттем. Әммә уның иҫереп ҡайтып, араҡы таптырыуы, әсәйем өйҙә юҡта шешәләштәренең хатта, бала тип тормай, миңә бәйләнеүҙәре, ағайыма һыйынып ҡына яҡлау табыуымды әле лә онота алмайым. Әлдә Хоҙай үҙемде яңғыҙ итмәгән, атай нисек кенә ҡаңғырмаһын, ағайым мине һаҡлап, уның бар асыуын үҙенә генә алырға тырышыр ине. Сығып киткәс, ҡотолоуыбыҙға һөйөнгәйнек тә, ҡартайған көнөндә тағы ла бер хәсрәткә һалды. Ул оялыр урынға, беҙ кеше күҙенә күренергә ҡыйынһынабыҙ”, – тип көрһөндө.
Кәкүк ата хөкөм залынан еңеүсе ҡиәфәтендә, еңел баҫып килеп сыҡты. Улы янына туҡталып, янаулы тауыш менән: “Аҡсаны ваҡытында түләгеҙ. Яңынан судлашып йөрөргә тура килмәһен!” – тине.
Рауил бер ни ҙә өндәшмәне, әммә уның йөрәккә үтеп ингән ҡарашынан ата кеше кесерәйеп, бөршәйеп ҡалды. Ҡартлас тиҙерәк улының янынан ҡасыуҙы хуп күрҙе. Хәйер, бабай Рауилдың былай ҙа үҙенә ҡул күтәрмәҫен белмәй ине. Ҡасандыр “үлтерәм мин уны!” тип ярһып илаған малайҙы әсәһе ҡосағына алып: “Яуызлыҡты ғәфү итә белеү – иң ҙур көс. Ә ул һинең атайың, һиндә уның ҡаны аға. Бер ҡасан да уға ҡул күтәрмә, йәме. Бар ҡылған ҡылыҡтары өсөн һәр әҙәм балаһы үҙе яуап бирәсәк”, – тип йыуата. Рауилдың кескәй йөрәге әсә һүҙҙәренең бөйөклөгөн аңлай һәм ғүмерлеккә ҡабул итә.
Ойошманан – ойошмаға, бер етәксенән икенсеһенә ялыу хаттары тотоп йөрөгән ҡартласты күреү менән күңелемдә екһенеү, хатта ерәнеү тойғолары уяна. Йәшлеген, көслө сағын кәйеф-сафа менән үткәреп, ҡатынын, ғәзиз балаларын кәмһетеүҙән тәм тапҡан бабай үҙен донъялағы иң изге кеше тип һанай шикелле. Уның өсөн барыһы ла ваҡыт табырға, кемдәрҙелер яманлауын башын эйеп, бүлдермәй тыңларға тейеш. Ҡартлас урамда китеп барғанда ла янынан үткән йәш ҡыҙҙарҙы, ҡатындарҙы, ололарҙы әрләп-битәрләп китә. Бабайҙың ир-егеттәрҙе күргәндә тауыш-тынһыҙ ҡалыуы, көслөләргә бер һүҙ өндәшмәүе уның ҡурҡаҡлығын һәм шул уҡ ваҡытта уйлап, аҫтыртын эш итеүен күрһәтә.
Бер аяғы менән гүрҙә торған оло кешенең, донъяла ҡылған эштәрен барлап, иман нуры таратыу урынына, ошондай түбәнселеккә төшөүе уның был тормошта уҡ ҡылған яуызлыҡтары өсөн яуап бирә башлауына ишаралыр ул...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»