13.11.2017 Йондоҙнамә (13-19 ноябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Икеле осор артта ҡалды һымаҡ. Был арала үҙегеҙҙе күпкә ышаныслыраҡ тойорһоғоҙ. Йондоҙҙар кешеләр араһында күберәк булырға ҡуша. Осрашыуҙар файҙалы һәм ҡәнәғәтләнерлек булыр. Кесе йома бигерәк тә һәйбәт үтер.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Элек башлаған эштәрегеҙҙә тәртип урынлаштырырға мәл етте. Яңы, таныш булмаған мәсьәләләргә әлегә тотонмауығыҙ хәйерлерәк. Юғиһә көсөгөҙҙө юҡҡа сарыф итерһегеҙ. Шаршамбыла ниндәйҙер яңы танышығыҙ менән дәғүәләшеүегеҙ ихтимал.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ҡатмарлы саҡтарҙа дуҫтарығыҙға таянырға тура килер. Шулай ҙа уларҙың араһында ышанысһыҙ кешеләр булыуын да асыҡ күрерһегеҙ. Бәғзеләр менән яҡын арала мөнәсәбәттәрҙе өҙөргә лә тура килер. Башлаған эштәрегеҙҙе тамамлап ҡуйығыҙ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Ниндәйҙер ҙур эште тамамлап киләһегеҙ. Кешеләрҙән ҡайһы бер нәмәләрҙе әлегә сер итеп һаҡлағыҙ. Киләсәккә булған уй-маҡсаттарығыҙға ла асыҡлыҡ индерә алырһығыҙ. Күптән сирләүселәр ҡапыл һауыға башлар.
Буға (21.04 – 21.05)
Был арала мөһим, иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар күбәйер. Ҡайһы бер хәлдәр һеҙҙең файҙаға тамамланыр. Шаршамбыла ниндәйҙер өмөтлө ваҡиғалар көтөлә. Улар һеҙ көткәндән дә һәйбәтерәк килер.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна барышында күптән ялҡытҡан эштән дә ҡәнәғәтлек алырһығыҙ. Яҡын-тирәгеҙҙә яңы кеше пәйҙә булыр, моғайын. Әлегә уның менән күңелле лә һымаҡ, шулай ҙа иғтибарлыраҡ булыуығыҙ хәйерле. Шишәмбелә уйламаған яҡтан ярҙам алырһығыҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Төп эшегеҙҙә ҡатмарлы саҡ кисерерһегеҙ. Йыш ҡына башҡаларҙың эшен башҡарырға тура килер. Осор бигерәк тә хәрби кейем кейеп йөрөгәндәр өсөн ауыр булмаҡсы. Бындай хәл оҙаҡҡа бармаҫ, берәй аҙна түҙергә тура килер.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Бик өмөтлө осор. Бик борсоған мәсьәләләр тураһында бер аҙға онотоп тороғоҙ. Күптәрҙең ижади һәләте асылыр. Был арала күп файҙалы эш башҡара алырһығыҙ. Иң уңышлы көндәрегеҙ – шаршамбы һәм шәмбе.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Үткән ваҡиғаларҙың ысын мәғәнәһен тулыраҡ аңларһығыҙ. Бынан киләсәк өсөн фәһем-тәжрибә алырға тырышығыҙ. Уй-ниәттәрегеҙ тураһында артыҡ бер кем дә белмәүе һәйбәт. Йомала кеше аҡсаһы менән бәйле мәшәҡәттәр көтә.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Тормоштан артығын көтмәгеҙ, юғиһә һемәйеп ҡуйыуығыҙ ҙа мөмкин. Бүләк тип уйлаған әйберҙең буш нәмә булып сығыуы ла бар. Шишәмбе һәм кесе йома яңы өмөтлө эштәрҙе башлап ебәреү өсөн үтә уңайлы.
Саян (24.10 – 22.11)
Төрлө эшкә бер юлы тотонмауығыҙ хәйерле, барыбер барыһына ла хәлегеҙ етмәйәсәк. Был арала ваҡытығыҙҙы, аҡсағыҙҙы һәм көсөгөҙҙө уйлап ҡына, самалап исрафлағыҙ. Килгән аҡса бер аҙ артырға тейеш. Йомала бүләк алырһығыҙ кеүек.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Уңышлы осор. Шаршамбы бигерәк тә өмөтлө үтер. Шулай ҙа эштәрегеҙҙе ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн байтаҡ көс түгергә тура килер. Йоманың икенсе яртыһында һағыраҡ булығыҙ. Ишеткән тәҡдимдәргә шикләнеп ҡарауығыҙ дөрөҫ.