06.11.2017 Йондоҙнамә (6-12 ноябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала ҡайһы бер һәләтегеҙҙе тулыһынса күрһәтә алырһығыҙ. Ғөмүмән, үҙегеҙҙе тыныс һәм иркен тойорһоғоҙ. Шулай ҙа кемдер йомала һеҙгә ниндәйҙер дәғүә белдереүе ихтимал. Һаулығығыҙға ҡарата һәр саҡ иғтибарлы булығыҙ.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һәйбәт һәм файҙалы осор. Шаршамбыла һаҡ булығыҙ. Был бигерәк тә етди ҡағыҙҙар менән эш итеүгә ҡағыла. Йомалағы ваҡиғалар өмөтөгөҙҙө тулыһынса аҡламаҫ кеүек. Буласаҡ үҙгәрештәргә әҙерләнә башлағыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна барышында күп аралашырһығыҙ. Ләкин уларҙың барыһы ла күңелле һәм файҙалы булмаҫ. Ҡайһы ваҡытта һеҙҙе кәрәкмәгән эштәргә лә ҡыҫылырға мәжбүр итерҙәр. Дәғүәле хәлдәрҙән мөмкин тиклем арыраҡ йөрөгөҙ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Йондоҙҙар һеҙгә был арала төрлө сәйер хәл-ваҡиға вәғәҙә итә. Уларҙы әлегә тулыһынса аңлауы ауыр булыр һымаҡ, бәғзеләре һеҙҙең өсөн мәңгегә сер булып ҡаласаҡ. Аҙна барышында яңы, өмөтлө танышыуҙар булыр.
Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна барышында ҡаршылыҡтарға осрарһығыҙ. Һеҙҙе күрә алмаусылар йәнләнеп китер. Бәғзеләр менән мөнәсәбәттәрҙе барларға ла тура килер. Ҡайһы бер дуҫтарығыҙҙың эш-ҡылыҡтары аптыратыр.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Осорҙоң башын тыныс һәм уйлап ҡына үткәрегеҙ. Бигерәк тә төрлө дәғүәнән, ығы-зығынан алыҫыраҡ булырға тырышығыҙ. Был арала күптән күрмәгән оло туғандарығыҙҙың хәлен белешеү сауаплы булыр. Иң өмөтлө көнөгөҙ – йома.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Өйөгөҙҙә лә, төп эшегеҙҙә лә ныҡлы тәртип урынлаштырырға ваҡыт етте. Кәрәкмәгән әйберҙәрегеҙҙән мөмкин тиклем ҡотолоғоҙ. Кеше йомоштары менән дә күп йүгерерһегеҙ. Матди хәлегеҙ мотлаҡ яҡшырыр.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ваҡиғаларҙың барышы күҙгә күренеп тиҙләнеп киткән һымаҡ тойолор. Эштә һәм уҡыуҙа үҙегеҙҙе әүҙемерәк күрһәтегеҙ. Икенсе яҡтан, артыҡ ашығыуҙың зыян килтереүе лә ихтимал. Кесе йомала яҡындарығыҙ менән бәхәскә инеүегеҙ мөмкин.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала йондоҙҙар ял итеү өсөн ваҡыт табырға ҡуша. Тыныс ҡына киләсәккә уй-ниәттәр ҡора алырһығыҙ, күңелегеҙ ҙә тиҙ урынына ҡайтыр. Алда көткән хәл-ваҡиғаларға әҙер булырһығыҙ. Тәжрибәле кешеләрҙән кәңәш һорау файҙалы булыр.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Элек башлаған эшегеҙҙе тамамларға тырышығыҙ. Был яңы, өмөтлө осорға әҙерләнергә булышлыҡ итер. Бер ҙә йәлләмәйенсә иҫке ҡағыҙҙарҙан, туҙған кейемдән һәм әйберҙәрҙән ҡотолоғоҙ. Йомала алыҫтан ыңғай хәбәр килер.
Саян (24.10 – 22.11)
Әгәр алдан уйлап эш итһәгеҙ, осор мотлаҡ уңышлы үтәсәк. Шишәмбелә ниндәйҙер дәғүә килеп сығыр һымаҡ, ләкин ул оҙаҡҡа бармаҫ. Күберәк эске тауышығыҙға һәм тәжрибәгеҙгә таянығыҙ. Кеше фекеренә ышанмағыҙ, хаталанырһығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Элекке эштәрегеҙгә тәртип урынлаштырырға кәңәш ителә. Яңы таныш булмаған мәсьәләләргә әлегә тотонмауығыҙ хәйерле. Юғиһә көсөгөҙҙө юҡҡа ғына сарыф итерһегеҙ. Шаршамбыла яҡшы таныш булған кеше менән дәғүәләшеүегеҙ ихтимал.