RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә ((9 – 15 октябрь)

09.10.2017 Йондоҙнамә ((9 – 15 октябрь)

Йондоҙнамә ((9 – 15 октябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Яҡшы кәйефегеҙ бар эшегеҙгә лә булышлыҡ итер. Тик маҡсатығыҙ хаҡында артығын һөйләмәҫкә тырышығыҙ. Ижади һәләтегеҙ ҙә асылыр. Төрлө кимәлдәге етәкселәр мотлаҡ уңыр. Йомала күрергә теләгән кеше менән осраҡлы осрашыуығыҙ ихтимал.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙнаның тәүге яртыһы бер аҙ көсөргәнешле килер. Яңы кешеләр менән аралашҡанда абай булыуығыҙ хәйерле. Кесе йомала элек юғалған ниндәйҙер әйберегеҙ табылыр. Был арала күптән күрмәгән кеше менән күрешерһегеҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Мәл алыҫ киләсәккә маҡсаттар ҡороу өсөн уңайлы. Иң ҙур эштәрҙә яҡын дуҫтарығыҙҙан һәр саҡ ярҙам булыр. Бер ниндәй ҙә хәүеф-ҡурҡыныс янамай кеүек. Был арала ҡурҡмайынса бурысҡа аҡса алырға мөмкин.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Йондоҙҙар матди мөмкинлектәрегеҙҙең һиҙелерлек артасағын фаразлай. Төп эшегеҙҙәге үҙгәрештәр һеҙҙең файҙаға булыр. Кесе йомала ғына кем менәндер ваҡытлыса арағыҙ боҙолоуы ихтимал. Йомала килем йәки бүләк көтөгөҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Күмәкләп башҡарылған эштәрҙә һеҙҙе уңыш көтә. Фекерегеҙҙе яҡлай белеү кеше араһында абруйығыҙҙы мотлаҡ арттырыр. Аҫтыртын эш иткән дошмандарығыҙ һемәйеп ҡалыр. Йорт-хужалыҡ эштәренә лә бер аҙ иғтибар бирә алһағыҙ, бигерәк тә яҡшы булыр.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һәүетемсә генә барған тормошоғоҙға ниндәй­ҙер осраҡлы ваҡиғаның буталсыҡ индереүе бар. Был хәл шишәмбелә булыр һәм уның ахырын әлегә төҫмөрләү ҡыйын. Бурысҡа аҡса алмауығыҙ хәйерле.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Ҡәҙимгенән күберәк эшләргә тура килер. Йыш ҡына үҙегеҙгә өҫтәмә яуаплылыҡ та алыр­һығыҙ, моғайын. Эшегеҙ менән етәкселәр мотлаҡ ҡәнәғәт ҡалыр. Нахаҡ һүҙҙәр ҙә ишетеүегеҙ мөмкин. Улар һеҙгә бер ниндәй ҙә зыян килтермәҫ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ауыр ғына мәсьәләләрҙе лә ыңғай хәл итерһегеҙ. Был кәйефегеҙҙе тағы ла күтәрер. Ғөмүмән, тормошоғоҙҙа ниндәйҙер яңылыҡ һиҙелер. Үҙегеҙ тураһында ла ниндәйҙер элек ишетмәгән хәбәрҙе ишетергә тура килер.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Һәйбәт осор. Бер ниндәй ҙә кире ваҡиға һеҙгә ҡағылмаҫ, урап үтер. Яҡын кешеләр менән һуңғы ваҡытта булған үпкәләшеүҙәрҙе онотор­ға тырышығыҙ. Шаршамбы һәм йома өмөтлө аралашыу өсөн үтә уңайлы.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Тап ошо көндәрҙә үҙегеҙҙе күптән борсоған һорауға яуап табырһығыҙ һымаҡ. Кемдәндер һиҙелерлек эскерһеҙ ярҙам да алырһығыҙ, бәлки. Шаршамбылағы һөйләшеү бар йәһәттән дә файҙалы булмаҡсы.

Саян (24.10 – 22.11)
Әүҙемерәк йәшәргә тырышығыҙ. Тормошоғоҙҙо яңыса ҡороу мотлаҡ файҙалы булыр. Эске тауышығыҙ һәр саҡ тейешле юлды күрһәтеп торор. Был аралағы ниндәйҙер ваҡиға яҡын киләсәгегеҙгә ыңғай йоғонто яһар. Яҡшы кәйефегеҙ эштәрегеҙгә булышлыҡ итер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна барышында аҡса мәсьәләләре көн үҙәгенә сығыр. Был арала өҫтәмә килем сығанаҡтарын да табырһығыҙ, һуңғы ваҡыттағы эштәрегеҙҙең һөҙөмтәләре һиҙелә башлар. Ҡәҙимге көн, эш тәртибен боҙмаҫҡа тырышығыҙ. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – шишәмбе һәм йәкшәмбе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»