RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бер уңмаған һис уңмай (Тулыһынса. Башы 32-се һанда һәм сайтта)

31.08.2017 Бер уңмаған һис уңмай (Тулыһынса. Башы 32-се һанда һәм сайтта)

Бер уңмаған һис уңмай (Тулыһынса. Башы 32-се һанда һәм сайтта)Тимер ишек әллә нисәмә йоҙаҡҡа шатырлатып бикләнде. Дыңҡ итеп шуның ябылыуы, асҡыстың дүрт тапҡыр шығырлап боролоуы мейеһенә генә түгел, тәненең һәр бер күҙәнәгенә йән әсеткес итеп бәрелдеме ни! Ишеккә арты менән торған Гөлния ошо тауышты ишетмәҫ өсөн устарын ике ҡолағына ла терәне. Йән­тәслимгә, башын күкрәгенә ты­ғыр­ҙай булып, ҡолаҡтарын ҡаплап күпме торғандыр – ваҡыт тигән нәмә онотолғайны был мәлдә. Бөтә тәне ҡатып, мускулдарының хәле бөтөп, шыҡһыҙ бүлмәнең берҙән-бер карауатына аяҡтарын саҡ ҡыбырлатып барып ултырҙы. “Иий, илаһым, күрер көндәрем бар икән, Аллам... Ий, Хоҙайым! Ни өсөн мине ошо көнгә төшөр­ҙөң һин? Ниндәй гонаһтарым булды һинең алда? Нишләп кенә балаларымды булһа ла уйламаның?! Кем ҡулына ғына ҡалды инде хәҙер улар, етемкәйҙәрем, алтындарым минең!” – тип үкһеп, ҡаты ка­рауатҡа ауҙы.
Ире ҡапыл ғына үлеп китеп, ҡатын бер үҙе өс бала менән торҙо ла ҡалды! 31 йәш кенә ине бит әле... Йәндәй күргән ирем үлде тип, тормош туҡтап тормай, уның тәгәрмәстәре тәгәрәй генә алға. Күрҙе, үҙенең елкәһендә тойҙо Гөлния яңғыҙлыҡтың нимә икәнен: утынын, бесәнен, һаламын йүнлә, малын-ҡошон ашат, кәртә-ҡураны ипкә килтер, өс баланың икәүһен – мәктәпкә, берәүһен баҡсаға илтеп өлгөрт, тамаҡтарына йүнәт, аҡсаһын тап! Көнө буйы эштә, ҡайтып инһә, өйөндә бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъя мәшәҡәттәре менән елеп йөрөп арманһыҙ булып арыһа ла, меҫкен ҡатындың төндәре йоҡоһоҙ үтер ине. Киләсәген уйлап, ҡурҡып, үткәндәрен иҫләп, юҡһынып, илап таңдарын аттырыр булды. Күҙгә күренеп ябыҡты, халыҡ әйтмешләй, “сыҡмаған йәне генә” ҡалды Гөлнияның.
Иренең үлгәненә ике йыл булған көндө, эңер мәлендә генә, күстәнәстәрен тотоп, ҡәйнәһе килеп инде. Былай уға һүҙ юҡ – бер генә лә ҡалдырманы киленен дә, балаларын да. Ярҙам кәрәкме-түгелме, һорап тормай: килә лә эшен дә эшләй, тамағын да йүнәтә, ейәндәренең дәресен дә ҡарай. Һүҙ араһында энә йотҡан эт һымаҡ ябығып киткән килененә ҡарап: “Үлгән артынан үлеп булмай, килен. Баштан үткән бит инде. Мына гел үҙемде әрләйем, нишләп кенә анау һоратыу­сылар булғанда тағы ла кейәүгә сыҡманым икән? Балалар үгәй күрмәһен тигән булып, эээээййй... Минекеләр, ни, ҡайның мәрхүм булғанда сәпсим ҙурайғайны бит инде, үҙемә лә 45 тулғайны... Баяғыса, еләктәй мәлемдә... Килен, аңлайһыңмы, ҡайһылай ҙа үкендерә... Үкендерә яңғыҙлыҡ! Ни әйткем килә, һоратыусы булһа – баш тартма, килен, йәме. Балаларыңды яңғыҙ ҙурайтыуы, ай-һаааай”, – тип әйтеп тә алыр ине. Гөлния тәүҙәрәк артыҡ иғтибар бирмәне, олоғай­ған кешенең хәбәре бөтмәҫ, тип ҡолаҡ та һалманы. Әле бына бөгөн дә ҡәйнәһе бер үк балыҡ башын сәйнәй башлағас, аптырап һораны: “Ҡәйнәм, аңлайым. Шул тиклем рәхмәтлемен һиңә! Әлдә һин барһың! Ҡайһылай итеп йәшәр инек һинһеҙ – хатта уйлағым да килмәй, Хоҙайыма рәхмәт уҡыйым көн дә! Тик тота килеп, өс баламды эйәртеп, кемгә барайым? Кемгә кәрәк кеше балалары, ҡәйнәм? Минең ике ятып бер төшөмә ингәне юҡ ир тигән нәмә! Эй, юҡты һөйләйһең дә ул”. Шуны ғына көткәнме ни әбей, еңел генә баҫып, килененең эргәһенә ултыра һалды. “Ә нишләп юҡты һөйләйем ти ул, ә? Хатта барҙы ғына епкә теҙәм, балам. Тағы ла, нисек инде һин өс балаң менән кемгәлер сығып китергә тиһең ул? Шыңғырлап ҡына торған ҡарағай­ҙан өр-яңы өйөңдө, мал-тыуарыңды, донъяңды ташлап, ә, килен? Һуң, берәй бик тә генә яҡшы ир-егетте индереп, никах уҡытып, йәшәйһең үҙ йортоңда!” – тине лә, “Ииии, улым тере булһа икән, килен! Ошо балалар­ҙы, һине шул тиклем дә ситкә ебәргем килмәй бит, балам! Нишләп Хоҙай әҙ ғүмер бирҙе икән балама, аңламайым”, – тип илап та ебәрҙе. Гөлнияға күп кәрәкме – ҡушылып мыршылдай башлағайны, ҡәйнәһе: “Етте! Килен, үпкәләмә миңә, ҡортҡаға, йәме. Ҡыҫыла, тип тә уйлама. Бер әйтәм дә, бүтән ләм-мим! Ана, Ибраһим ҡәйнешеңде күҙ уңында тотам! Әле кисә генә тағы килеп китте үҙе. Оялам, ти һиңә һүҙ ҡушырға. Бер ҙә өйләнмәгән, алимент-фәләне юҡ, белеме, эше бар! Эсмәй. Тағы – үҙебеҙҙеке бит әле!” – тип, бармағын түбәгә ҡарата сөйөп ҡуйҙы хатта. Ибраһим түгел, башҡа ирҙәр тураһында бер ҙә генә уйламаған Гөлния ҡәйнәһенә ҡарап, аптырап, бер һүҙ ҙә өндәшә алмай ултыра бирҙе. Килененең өнһөҙ ултырыуын ҡәйнә кеше үҙенсә аңлап: “Ә һин йәшенә ҡарама! Ул һинең эргәңдә торһа, айырма ла күренмәй, беленмәй. Ул да булдымы сәбәп. Иң мөһиме, ул – һәйбәт кеше, яҡшы ғаиләнән. Ә биш йәшкә кесе булыуы пүстәк!” – һелтәп үк ебәрҙе. Гөлния “Нимә әйтергә тейешмен?” тигән һораулы ҡарашын ҡәйнәһенә төбәне. “Килен, әйҙә иртәгә уларҙы ашҡа саҡырып алайыҡ. Нисек уйлай­һың? Бөгөн һеҙҙә ҡунырмын да, үҙем ярҙам итермен өҫтәлеңде йыйнарға, борсолма”, – тип һөйләнде ҡәйнәһе. Гөлнияның ауыҙынан ни “юҡ”, ни “эйе” сыҡмағас: “Йә, ярай, һуң бит инде, ятайыҡ, булмаһа. Эшкә бит һиңә, балам. Уйла, үлсә, ҡара. Әйткәнемсә, мин башҡаса үҙ киленемде кемгәлер яусылап йөрөмәм”, – тип, Гөлнияның арҡаһынан тупылдатып һөйөп, балаларҙың бүлмәһенә инеп тә китте әбей. Елберләп торған итәге генә күренеп ҡалды.
Көтмәгән хәбәрҙән аптырап ҡалған ҡатын­ҡай ни уйларға ла белмәй, барып урынына ятты. Ибраһим ҡәйнешенең көн дә тиерлек ваҡыт табып килеүе, йорт эштәрендә булышыуы, һәр бер йомошона йүгереп йөрөп ярҙам итеүе, балалар менән ихлас аралашыуының сәбәбе тик Гөлнияла булып сыға түгелме? “Эй, Хоҙайым, тағы ла күҙ ҙә йоммай таң аттырырмын инде ир уйлап”, – тип көлөмһөрәне Гөлния. Тик әллә арыуы, әллә инде башҡа сәбәптәре күп булдымы – күҙҙәренең йомолоуы булды, әүен баҙарына ла сумды.
Балаларының ихлас көлөүенә уянып китте ул. “Аһ, балалар торған инде әллә?”. Сәғәткә күҙ һалыу менән, уҡ кеүек атылып торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Халатын эләктерә һалып, йүгереп түрбашҡа сыҡһа... Өләсәләренең хәбәренә көлә-йылмая өс балаһы ла бутҡа ашап ултыра! “Әсәй, хәйерле иртә!” – тип сәләмләне ике улы, ә бәләкәсе, ҡыҙғынаһы, ултырғысынан һикереп төшөп, ҡосағына ынтылды. Балаһын тупылдатып һөйә-һөйә, Гөлния: “Үәт һин уларҙы! Минһеҙ рәхәтләнеп ашап ултыралар, күрегеҙсе? Ниңә уятмай­һығыҙ? Йә инде, былай итеп йоҡлаған да юҡ ине, бына ғәләмәт”, – тип ни аптырарға, ни ҡыуанырға белмәй һөйләнде. “Батырға ла ял кәрәк, килен. Иҙрәп йоҡлап ятҡас, уятып торманыҡ, эйе бит, алтындарым? Өләсәләре булғанда, әсәләре әҙ генә булһа ла йоҡо һимертһен тинек балаларым менән, үәт”, – тип өҫтәлгә саҡырҙы көләкәс әбей. Эшкә йүгерер алдынан Гөлния, төндә булған һөйләшеүҙе киләһе аҙнаға ҡалдырайыҡсы, тине ҡәйнәһенә. “Эйе, дөрөҫ уйлайһың, килен, ашыҡҡан – ашҡа бешкән шул”, – тип ҡеүәтләне ҡәйнәһе лә.
“Бер уңмаһа, уңмай икән шул кеше. Килештереп, етмәһә, халыҡ нимә тигән була? “Унға бар – уңғансы бар”, имеш. Бында тәүгеһен ерләгәндән һуң күпме зарығаһың? Икенсеһен тап иткәндән меңәрләгән уй мейене ҡайната! Риза булырғамы, юҡмы? Тағы ла, үҫеп етеп килгән балаларына кәрәкме, үҙенә терәкме ул ир тигән нәмә? Тәүгеһе, балаларҙың атаһы инде, бигерәк кенә йомшаҡ, ипле, әҙәпле кеше ине, бахырҡайым! Тик ғүмере генә ни өсөндөр үтә лә ҡыҫҡа булды. Ә быныһы? Былай аҙып-туҙып йөрөгән кеше түгел, үҙебеҙҙең ауылдыҡы. Элегерәк эсте, хәҙер – тотмай ҙа! Кешеләр “закодированный” ти ҙә ул... Ғаиләһе, балаһы булмаған ғүмерендә лә. Әлеге лә баяғы, иремде һалдырып алдың, тип ҡапҡаңды килеп туҡмап йөрөүсе юҡ бит инде. Кәүҙәле, төҫ-башы ла нисауа. Тағы ла, мәрхүм иремдең ырыуынан, алыҫ булһа ла ҡәйнеш кеше”, – тигәнерәк тулҡынландырғыс уйҙар Гөл­ния­ның башында нисәнсе көн өйөрмәләй өйрөлә...
Киске ашҡа ҡәйнәһе Ибраһим ҡәйнешен әсәһе менән, ошо уҡ ауылда йәшәгән ҡыҙы менән кейәүен алдырҙы. Гөлнияның эштән килеп инеүенә өҫтәлгә ризыҡтар теҙелгән, ҡәйнәһе йүгереп йөрөп түрбашта өйрөлә, балалар эргәһендә булышып маташа ине. Әсәһен күреү менән, ике малайы ике яҡтан килеп ҡосаҡлап алды. Ҡыҙғынаһы хатта йүгереп килеп сикәһенән үпте: “Әсәй, ә беҙгә ҡунаҡтар килә! Өләсәй күп итеп тәмлекәстәр бешерҙе! Ә беҙ ағайымдар менән өйҙө болартманыҡ, өләсәйгә ярҙам иттек, үәт!” – тине. Өҫтөн алмаштырыуға, Ибраһимдар килеп инде. Арттарынса тигәндәй бикәстәре ишек шаҡыны. Шау-гөр килеп хәл һорашып, ҡунаҡтар төпкә үтте. Гөлния үҙен тәүгә кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙай итеп тойҙо. Ибраһимға хатта ҡарарға баҙнат итмәне. Аҡыллы ҡәйнәһе, килененең хәлен күреп, йәһәт кенә бөтәһен дә өҫтәл артына саҡырҙы. Тәрилкәгә мул ғына итеп бишбармаҡ һалып, әбей һәр береһенә таратып сыҡты. Маҡтай-маҡтай ат итенән, йылтырап торған ҡаҙынан ауыҙ иттеләр. Нисектер Гөлния уларҙың һүҙенә ҡушылып китә алмай аптыранды. Сәй сынаяҡтарын түңкәргәс, ҡәйнәһе һүҙ алды. Тулҡынланғаны йөҙөнә сыҡҡан әбей: “Һый-хөрмәтең өсөн рәхмәт, килен. Бына табынға йыйылыуҙың төп сәбәбен әйтеп китергә лә ваҡыт етте. Ҙур ҡаза булды, минең улым, һинең ирең мәрхүм булғанға өсөнсө йыл китте бына, – тауышы ҡалтырап китте, – тик үлгән артынан үлеп булмай. Бына бер түгел, туптырлап өс бөртөк балаҡайың үҫеп килә. Үҙең мәктәбеңдән ҡайтып инәһең дә, йорт-ҡура эштәренә сумаһың. Шулай бөтмәҫ, хатта бер ҡасан да кәмемәҫ эшкә алданып ғүмер үтә лә китә ул, килен! Баштан үтте бит, шуға ни һөйләгәнемде беләм! Килен, беҙ, бына өҫтәл артында ултыр­ғандар, һине ныҡ хөрмәтләйбеҙ, яратабыҙ. Нисек тырышып йәшәгәнеңде лә күрәбеҙ. Еңел түгел икәнен дә аңлап, ярҙам итеп торабыҙ, балаҡай. Тик берәү ҙә мәңгелек түгел. Мин дә гел генә, нисек кенә теләһәм дә, эргәңдә була алмайым. Ҡартайҙым. Үҙем имен саҡта, ғәйбәтселәрҙең теле сарланмаҫ борон, матур, еләктәй сағыңда ышаныслы кеше менән артабанғы яҙмышыңды бәйләргә, тип кәңәш итәм. Кеше тигәнең бына – үҙебеҙҙең Ибраһим улыбыҙ. Риза булһаң, иртәгә мулла саҡыртып, никахлаштырып ҡуйырбыҙ!” – тине. Өҫтәл артында ултырғандар тын да алмай тыңланы шикелле ҡәйнәһен. Күҙҙәрен күтәреп ҡа­раһа, бөтә ҡараш йәш ҡатынға төбәлгәйне. Гөлния, ныҡ ҡаушап, ултырғысынан торҙо. Ошоно ғына көткәндәй, ҡаршыһында ултырған Ибраһим да ҡалҡынды. Ул да бик ныҡ тулҡынлана ине, күрәһең.
“Еңгәй... Гөлния, мин һине яратам. Балаларҙың һәр береһен тыу­ғандан алып беләм – бер ҡасан да ситләтмәм! Һинһеҙ, балаларһыҙ тормошомдо инде күҙ алдына килтерә алмайым. Миңә кейәүгә сығырға ризаһыңмы?” – тип ҡулдарын уға һуҙҙы. Үҙ ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй торған ҡатын ихтыярһыҙҙан Ибраһимға ынтылып ҡуйҙы. Егет кеше шуны ғына көткән тиерһең – уң ҡулының сығанаҡ бармағына балдағын кейҙерҙе. Гөлния тертләп китте хатта.


Әлмира ИСХАҠОВА.
Өфө ҡалаһы.
(Дауамы бар).



Бер уңмаған һис уңмай (Дауамы. Башы 32-се һанда һәм сайтта)

Бикәсе, һикереп тороп: “Аһ, еңгәй! Иҫ киткес матур балдаҡ! Үәт, Ибраһим ағай, афарин! Ҡара әле, еңгәй, риза булмай ҡара хәҙер”, – тип көлөп ебәрҙе. Ике сикәһе уттай янған ҡатын: “Бикәс, кейәү, Гөлмәрйәм апай, рәхмәт килгәнегеҙ өсөн. Ҡәйнәм, һиңә айырым рәхмәт, һинһеҙ нисек күтәрер инек был тиклемде. Ҡәйнеш... Ибра­һим... мин риза”, – тип саҡ-саҡ әйтергә эшкинде. Артабан ҡәйнәһе иртәгә буласаҡ никахтың рәт-сиратын аңлатты Ибраһимға. Сикһеҙ оҙаҡ тойолған мәжлес бөтөп, барыһы ла таралышып, балаларҙы һалғас, Гөлния түрбашҡа арманһыҙ булып килеп сыҡты. Килененең янына, балитәкле күлдәген елберләтеп, ҡәйнәһе лә ултырҙы. “Йә, килен, нимә борсой? Аңлайым, төрлөһөн уйлайһыңдыр. Тик... ҡайһы ваҡыт шул уйҙарыңды туҡтатып, ҡаршыңа килгәнгә риза булыу бииик яҡшыға була ул! Уйлаһаң, аллам һаҡлаһын, уйылып китерһең! Ибраһим үҙеңә оҡшайҙыр бит?” – тине. “Уй, ҡәйнәм. Оҡшай тип... Мин уны-быны уйламай яҡынлаттым да! Ярҙамы ныҡ тейә бит, йүгереп йөрөп малды ҡарай, һыуын ташый, балалар менән дуҫ. Әлләсе, ҡапыл булды ла ҡуйҙы түгелме, ҡәйнәм? Ә балалар­ға нисек әйтергә?” – тип бышылданы Гөлния. “Әйтербеҙ. Иртәгә әйтербеҙ, килен. Бөтәһе лә яҡшы булыр, алла бирһә. Ҡуй, ятайыҡ. Ҡамыр ҡуйҙым. Әҙерләнергә кәрәк бит, балам”, – тип урынынан торҙо ул. Йоҡо бүлмәһенә ыңғайлаған килененә ҡапыл: “Балам, шулай ҙа ярҙамымдан ҡалдырмам. Борсолма түлке йәме. Үҙем иҫән саҡта эргәгеҙҙә булам әле! Тағы, Ибраһимды ныҡ тот! Ул Рамаҙан мәрхүм түгел бит, характеры башҡасараҡ. Иғтибарлы бул, йәме”, – тип килеп, арҡаһынан тупылдатып һөйә-һөйә, бүлмәһенә оҙатып ҡуйҙы. Гөлния берсә борсолоп, берсә татлы уй-хыялдарға батып, йоҡоға талды.
Ҡәйнәһе һүҙендә торҙо. Йығылып киткәнсе ҡарашты балаларҙы. Ибраһим менән йәшәгәндәренә теп-теүәл биш йыл тигәндә, мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо ул. “Килен, фатихамды бирәм, шул тиклем ризамын һинән. Бер ауыр һүҙ әйтеү түгел, бер генә лә яман ҡараш ташламаның, рәхмәт, балам. Бынау бәләкәсегеҙҙе лә әҙ-мәҙ ҙурайтыштым, аллаға шөкөр. Рәхмәт, миңә күрһәткән изгелектәреңде балаларың аша күрергә насип итһен Аллам. Шул тиклем ризамын һинән, балаларымдан. Матур ҡартлыҡ бүләк иттегеҙ, рәхмәт”, – тип бер көн алдан ғына өс йәшлек Нәфисәне тупылдатып һөйөп ултыр­ғайны... Иртәнсәккә уянманы ла ҡуйҙы.
Ҡәйнәһенең ҡырҡын уҡытҡан көндө иртәнсәк эшкә киткән Ибраһим ҡайтманы. Гөлния борсолоп кисте еткерҙе. Төн уртаһына тиклем ҡайҙа һуғылырға белмәй аптыранды. Иртәнсәк тә ҡайтмағас, ҡатын эшкә китешләй Гөлмәрйәм апаһына һуғылды. Ниңәлер, ҡәйнәм, тип әйтә алманы шул иренең әсәһен! Тупһала уҡ шау-шыу ишетелгәс, Гөлния аҙымдарын тиҙләтте. Ишекте асып ебәрһә?! Күргәненә сәстәре үрә торҙо: өҫтө-башы туҙған Ибраһим әсәһен иҙәнгә йығып һалып, быуып маташа ине! Бер секундҡа ла туҡтамай, Гөлния йән асыуынан ирҙең башына сумкаһы менән тондормаһынмы! Ыңғайы бар көсөнә ирҙе этеп ебәрҙе лә: “Нишләйһең һин, Ибраһим?! Уф, аллаҡайым”, – тип ҡысҡырҙы. Үҙе ике ҡуллап Гөлмәрйәмгә торорға ярҙамлашты. Ҡото осҡан әбей Гөлнияға сат йәбеште, ҡалтырана-ҡалтырана һыңҡылдап илап ебәрҙе. “Уй, килен... Уй, аллам, алай ҙа ғына индең, үлтерә бит, үлтерә”, – тип һамаҡланы. Ауа-түнә урындыҡҡа барып ултырған иренең лаяҡыл иҫерек икәнен аңланы Гөлния. “Апай, һеҙ беҙгә барығыҙ, ҡурҡмағыҙ, мин Ибраһим менән үҙем һөйләшәм”, – тине. Тышҡа ыңғайлаған меҫкен әбекәйҙең ҡурҡышынан тағы ла йәмһеҙерәк булып төҫө үҙгәреп китте: “Уй, килен, милицияға хәбәр итеп ҡуйма!!! Кеше белеп ҡалмаһын, мәсхәрәһе ни тора... Оят бит, ғәрлек, ий, Аллам... Бына нисә йыл эсмәй тип тынсып ҡалғайным... Пенсиямды таптыра, эсергә аҡсаһы етмәгән... Килен, өндәшмә кешегә түлке! Әҙәмдән оят”, – тип илай-һыҡтай сығып китте. Әбей артынан ишек ябылыу менән Гөлния, зәһәрле ҡарашын иренә төбәп: “Ни ҡыланаһың, Ибраһим? Был нимә тип атала ул? Оялмайһыңмы? Үҙ әсәйеңә ҡул күтәрәһең бит! Һине донъяға тыуҙырған, ғүмер бүләк иткән кешегә рәхмәтең шулмы, Ибраһим?! Был хәлдә балаларға күренеп йөрөмә бөгөн. Айныҡҡас, һөйләшербеҙ. Әсәйеңдең ялбарыуын тыңлап ҡына милицияға хәбәр итмәйем, онотма!” – тип, ярһып, ишек яғына ыңғайланы.
Артынан бер һикереүҙә ҡыуып етте иҫерек ир ҡатынын. Ҡулдары менән ике яғаһынан эләктереп, Гөлнияны иҙәнгә бәрҙе. Йәтеш кәүҙәле ҡатын урындыҡ аҫтына тәгәрәп инеп китә яҙҙы. Бындайҙы үҙ ғүмерендә бер ҡасан да күрмәгән һәм хәҙер бөтөнләй ҙә көтмәгән ҡатын, өнөммө-төшөммө тигәндәй, шаҡ ҡатып ята бирҙе. Иҫен йыйып та өлгөрмәне, башына Ибраһимдың итеге килеп ҡунды! Гөлнияның танауы шырт итеп ҡалды, бите буйлап ҡан ағып китте. “Аһһ, нимә эшләйһең ул һин?!” – тип әйтеп тә бөтмәне, суҡмарҙай йоҙроҡ Гөлнияның ҡолаҡ төбөнә эләкте. Иҙәндән һаман тора алмай ятҡан ҡатын ҡапыл бер нәмә ишетмәҫ булды. Ҡото осоп, Ибраһимға ҡараны – күҙҙәре тонған ирҙең ауыҙы ҡолағына еткәйне. “Уф, үлтерә бит был мине! Күҙҙәре аларған да! Ҡасырға! Ҡотолорға!” – тигән уй йәшен тиҙлеге менән мейеһен сыйып үтте. Көрәктәй ҙур ҡулдарҙың муйынына һуҙылғанын шәйләп, ҡатын бынан ҡасыу сараһын эҙләй башланы. Ҡулы менән иҙәнде ҡапшап эҙләнә торғас, бер таяҡ һымаҡ нәмә эләкте. Күҙҙәре тонған ирҙең ҡулдары муйынына йәбештем тигәндә, Гөлния бар көсөнә теге әйбер менән Ибраһимдың башына һуҡты. Уҡлау битенә килеп эләгерен көтмәгән ир гөрҫ итеп Гөлния аша барып төштө. Ҡурҡышынан дер ҡалтырап: “Аааа, ҡотҡарығыҙ, ярҙам итегеҙ!” –тип ҡысҡыра-ҡысҡыра, артына ла ҡарамай, сығып ҡасты Гөлния өйҙән. Бына-бына ҡыуып етер тип, артына ла ҡарамай йүгерҙе ул. Бите-башы ҡанға буялып, күҙҙәре аларып, эләгә-йығыла мәктәпкә килеп ингән ҡатынды коллегалары саҡ тынысландырҙы. “Тиҙ ярҙам” менән милиция хеҙмәткәрҙәрен дә улар саҡыртты. Һорау алғанда ла, район үҙәгенә алып китер өсөн машинаға индергәндә лә, Ибраһимдың йөҙөнән ҡурҡыныс йылмайыуы китмәгәйне...
Кисләтеп кенә ҡайтып инде Гөлния өйөнә. Гөлмәрйәм апай, уны күреп, “аһ” тип, торған еренән лып ултыра төштө хатта. “Уй, балам! Һиңә лә эләктеме? Йә, Хоҙайым, ҡартайған көнөмдә инде бәхетле генә булырмын тигәйнем бит, эсеүен ташлап, һинең менән йәшәй башлағас... Ниндәй генә гонаһтарым өсөн был тиклем итеп ыҙа күрәм икән үҙемдең бөртөк баламдан, ә?” – тип, әбекәй һығылып төштө. Гөлния уны тынысландырырға тырыш­һа ла, булдыра алманы. Балалары әсәләрен күреп, һорауҙар менән күмде. “Ҡоланым, ныҡ ҡына бәрелдем битем менән”, – тип әйтте уларға. Шунан ғына көҙгөгә яҡынланы. Унан Гөлнияға һул яҡ бите һәм танауы шешкән, ирене йыртылған, маңлайындағы яраһына бинт йәбештерелгән ҡыйышбаш ҡараны. Башының ауыртыуына саҡ түҙеп, балаларының борсолоулы ҡараштарын тойоп, бирешмәҫкә тырышты. Сәй ултыртты, өҫтәлгә тәм-том, ризыҡ ҡуйҙы. Күмәкләшеп артыҡ һүҙ ҡуйыртмай ғына тамаҡ ялғап алдылар.
Балалар үҙ бүлмәләренә ингәс кенә Гөлмәрйәм апай улының нисәмә йыл буйы ыҙалатҡанын һөйләне. Ҡот осҡос был яңылыҡҡа Гөлния ни әйтергә лә белмәне. Бары тик Ибраһимдың ни өсөн ошоға тиклем кәләш­һеҙ булыуы, ни өсөн ауыҙына араҡы алмауы асыҡланды. Ә нилектән ул биш йылдан һуң тағы килеп араҡыға ынтылған – был һорау ҙа яуапһыҙ ҡалды. Гөлмәрйәм апай, улын милиция алып киткәнен, килененең уға ҡарата ғариза яҙғанын белгәс, уфтанып ҡына ҡуйҙы. “Кем белә, бәлки, яҡшығалыр. Бәлки, төҙәлер, айнығып ҡайта бит инде хәҙер”, – тип ҡуйҙы. “Бында башҡаса ҡайтмаясаҡ Ибраһим, Гөлмәрйәм апай. Әлбиттә, һеҙҙең өсөн минең ишегем асыҡ. Хатта бында йәшәй алаһығыҙ. Тик Ибраһимды индермәйем”, – тине ҡатын ҡаты итеп. Әбей бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
Балаларға, Ибраһим эшкә китте, тип әйтелде. “Оҙаҡҡамы, әсәй? Эй, атайым өйҙә булмағас, ҡыйын да ул”, – тип бошонған булды Нәфисәһе. Ике ҡатын үҙҙәренсә матур һүҙҙәр менән арбаны балаларҙың күңелдәрен. Ҡот осҡос ысынбарлыҡ йәшерелде.
Гөлмәрйәм әбей өйҙә файҙалы булырға тырышты: һауыт-һаба йыуһынмы, ашарға йүнәтһенме, күңелле итеп әкиәт һөйләһенме... Гөлния был көндәрҙә үҙе лә өйҙә булғас, ваҡытты күберәген балаларға бүлде. Әбе­кәйҙең үткәндәрен тыңлап, бер бөртөк улының ни тиклем дә йүнһеҙ икәненә төшөндө. Әбей күберәген үҙен әрләне инде, атайһыҙ үҫкәс, тыйманым, алдына ни теләй – йүгертеп кенә килтереп торҙом, тип. Бер-бер артлы һанаулы көндәр үтә торҙо, Гөлния менән Гөлмәрйәм Ибраһимды ипкә килтереү буйынса төрлөсә уйланы, кәңәш ҡорҙо. Ә шулай ҙа, ҡысҡырып әйтмәһәләр ҙә, икеһе лә ҡурҡа ине. Гөлния – үҙе түгел, балалары өсөн, Гөлмәрйәм – балаһының холҡон үтә лә яҡшы белгәнгә күрә.
Нәфисәне баҡсаға алып барып, тыштағы сихри матурлыҡҡа һоҡланып ҡайтып килгән Гөлния, ҡапҡа төбөндә тәмәке тартып торған ирен күреп, ҡалтыранып китте. Етеп килгән ҡатынын күреп, Ибраһим бер-ике аҙым алға атлап та ҡуйҙы. Шып туҡтаны Гөлния. Тәҙрәнән Гөлмәрйәм әбейҙең борсоулы йөҙөн шәйләп ҡалды. Ибраһим яҡынлаған һайын, ҡатындың ҡурҡыуы көсәйҙе. Ир кеше, ғәйепле ҡараштарын төбәп, Гөлнияға өндәште: “Кәләш, һаумы! Ни хәлдә генә йәшәнегеҙ? Гөлния, мин шул тиклем ғәйеплемен, кисер, йәме, зинһар өсөн? Нисек кенә ғәйебемде юяйым икән, кәләш?”. Эргәһенән, башы менән генә әйҙәп, үтеп китте ҡатын. Бергәләп өйгә инделәр, өнһөҙ-тынһыҙ кейемдәрен һалдылар. Гөлмәрйәм әбей һүҙһеҙ генә балалар бүлмәһенә инеп китте.
– Әсәйеңдән ғәфү үтендеңме?
– Эйе. Мин ҡайтҡанда, һин ҡыҙым менән әле генә сығып киткәйнегеҙ, өлгөрмәнем Нәфисәмде яратырға, һағындым бигерәк! Әсәйем менән һөйләштек, килештек. Рәхмәт, кәләш, әсәйемде яныңа алғаныңа. Былай ҙа тегендә борсолоп бер булғайным, нисегерәк кенә икәнһегеҙ, тип. Гөлния, эскән кеше иҫәр кеше менән бер бит инде ул. Шулаймы, ғәфү ит инде, йәме... Мин...
– Туҡтап тор әле, Ибраһим.
– Мин бит һине яратам. Балабыҙҙы ла уйла, Гөлния. Нәфисә минһеҙ нисек йәшәр? Ә өлкәндәре? Улар ҙа бит миңә өйрәнеп бөткән. Һинең ни әйтереңде аңлайым мин, тик... Мин ғәйеплемен, тим бит. Аңланым. 15 тәүлегемде ултырып сыҡтым шуның өсөн. Онот бөтәһен дә, башҡаса улай булмаясаҡ.

Әлмира ИСХАҠОВА.
Өфө ҡалаһы.



Аҙағы
– Ибраһим! – тауышын күтәреберәк әйтте Гөлния, – Ибраһим, етәр, күп һөйләмә. Үҙең әйтеп тораһың бит – бөтәһен дә аңлайым. Тик... һин дә мине аңларға тырыш. Мин һине ғәфү итәм. Тик... Беҙ башҡаса бергә йәшәмәйбеҙ. Һинең үҙ йортоң бар. Беҙҙең – үҙебеҙҙеке. Нәфисәгә аңлатырмын, килеп-күрешеп торорһоғоҙ һис шикһеҙ. Шулай. Һүҙем бөттө.
– Нисек – бөттө? – тотлоғоп уҡ китте ир кеше, – нимә бөттө? Бер һуҡты тип, хәҙер бөтә киләсәкте һыҙып ырғытмаҡсы булаһыңмы? Әллә кем булмасы, бисәкәй. Ана, бөтәһе лә шулай йәшәй, үлмәгәндәр бер ҙә...
– Һин минең әйткәнде аңламаның шикелле, – тауышы ҡалтырап китте Гөлнияның, – нисек кенә теләһәм дә, булдыра алмайым... Онота алмайым. Ибраһим, шул тиклем итеп мине түпәләнең... ҡурҡам... Һинән, һинең ҡулдарыңдан, һинең хатта йылмайыуыңдан минең ҡотом оса! Мин һине ниндәй кеше икәнеңде күрҙем! Ҡуй, яманлашмайыҡ, матур ғына итеп аралашырға тырышайыҡсы.
– Һин нимә! Ниндәй аралашыу? Кем менән аралашмаҡ булаһың? – ир кеше үкереп үк ебәрҙе хатта, – Мин – һинең ирең, онотмаған­һыңдыр әле? Яҡшылыҡ менән әйтәм, Гөлния, ҡанымды ҡыҙҙырма! Мин һиңә көсөк түгел, тегеләй-былай итеп, төртөп сығарып ташлар­ға. Тағы ла, мин бөртөк кенә ҡыҙымды һиңә ҡалдырыр, тип уйлайһыңмы, ә? Китәм икән – ҡуша Нәфисәне лә алып сығасаҡмын был йорттан! Яҡшылыҡты аңламаһаң, аңлатырмын. Үҙем!
– Аңлашылды. Хәҙергә һөйләшеүҙе туҡтатып торайыҡ. Ибраһим, бар, ҡайт йортоңа, – тине Гөлния.
Был һүҙҙәрҙән һуң, ир ҡырт боролоп, элгестәге кейемдәрен ҡулына алып, тышҡа атылды. Ишекте бар көсөнә ябыуына өй һелкенеп ҡуйҙы, ахыры. Гөлмәрйәм әбейҙең мышнаған тауышын ишетеп, Гөлния уның янына барҙы. Әбекәйҙең ҡобараһы осоп, ауыҙын яулығының осо менән ҡаплап, тауыш сыҡмаһын тип һығылып илап ултырғанын күргән ҡатын албырғап ҡалды. “Килееен, ни эшләп кенә мине ер йотмай икән шундай бала үҫтергән өсөн? Хәҙер ҡайтып инеүем менән башланыр инде... Эй, илаһым... Бәләкәй сағында ҡыҙыҡ, ҙурайғас күренә икән ҡыҙғанысы”, – тип һыңҡылданы әбей. “Апай, һуң һеҙҙе мин ҡыумайым бит. Йәшәгеҙ беҙҙә. Бергә булайыҡ. Балалар күптән һеҙҙе үҙ итеп бөттө! Нәфисәм ҡайһылай ҙа ярата үҙегеҙҙе! Ҡалығыҙ, апай, иркенләп, тыныслыҡта йәшәрбеҙ, алла бирһә!”. “Ээээйй, балаҡайым... Тыныслыҡта ҡалдырмаҫ шул Ибраһим, беләм бит мин уны...” – тип көрһөнөп ҡуйҙы әбекәй.
Балаларҙың дәресен ҡараштырып, күңелле генә кис еткерҙеләр. Ошо мәлдә, ишекте шар асып, ап-аҡ һыуыҡ болот менән Ибраһим килеп инде. “Атай! Атайым ҡайтты!” – тип тупылдап иң беренсе Нәфисә ташланды уға. Баланы күтәрәм тип ынтылған ир, ҡапыл аяғы тайып, гөрҫ итеп кенә иҙәнгә ҡолап китте. Бәләкәс ҡыҙ, атаһының өҫтөнә барып төштө лә, ҡурҡышынан илай башланы. Ибраһим, шарҡылдап көлөп, ҡыҙын ҡосоп алды: “Бәләкәсем, илама, матурым минең! Бына мин – атайың, ҡайттым. Һине һағынып ҡайттым”, – тип ҡыҙын сәстәренән һыйпап йыуатты. Иренең теле көрмәлеүенән, буштан тиккә хихылдауынан Гөлния уның иҫерек икәнен аңланы. Йөрәген ҡурҡыу ялмап алды ла ҡуйҙы. “Нәфисә, кил бында, ҡыҙым. Атайын торһон иҙәндән. Кил, балам”, – тип ҡулдарын һуҙҙы. Әсәһенә ынтылған баланы, Ибраһим, ныҡ ҡына итеп ҡосоп алды. “Атай! Ебәр мине, атай” – тип көлдө ҡыҙыҡай тәүҙә. Тағы ла нығыраҡ көс менән балаһының бәләкәс кенә кәүҙәһен ҡосҡан ир бер һүҙ ҙә өндәшмәне, нығыраҡ ҡыҫты ҡуйынына балаһын. “Атаааай, ауырта арҡам, атаай! – тип бышылданы бала. “Ай, Аллам, килен! Нимә ҡарап тораһың, ал балаңды!” – тип сарсаулап Гөлмәрйәм әбей ҡысҡырып ебәрҙе. Торған урынынан уҡ һымаҡ атылып, Ибраһимдың ҡулдарына сат йәбеште Гөлния. Нәфисәһе тыны ҡыҫылыуынанмы, ҡурҡышынанмы өнһөҙ генә илай ине. “Уф, балам! Балам, хәҙер... Ибраһим! Ебәр, ебәр, ысҡындыр Нәфисәне, Ибраһиииим”, – тип инәлде ул. Иҫерек ир мыҫҡыллы йылмайып ултыра бирҙе. Әбей ҙә улы эргәһендә, ялбарып өлтөрәп йөрөй. “Әсәййй”, – тип Нәфисәнең бышылдағанын ишетеп ҡалды ла Гөлния, бар асыуына иренең баш бармағы тирәһен тешләне! Ошо мәлдә үк бәләкәсе менән икеһе атылып иҙәнгә тәгәрәп киттеләр. Үҙенең танауынан, ҡолағынан ниҙер йылы ғына булып аҡҡанын тойһа ла, Гөлния тыныс тауыш менән: “Балам, ҡайһы ерең ауырта? Нәфисә, ошо ерең ауыртамы?” – тип һорай-һорай балаһының бөтә тәнен ҡапшап сыҡты. Артта иренең йоҙроҡ төйнәп торғанын күрмәне ул. Нәфисә, әсәһе аша атаһына ҡарашын төбәп, ни әйтергә белмәй аптырап ултырғанда, Гөлмәрйәм әбей быларҙың араларына торҙо: “Етәр! Булды! Ибраһим, һуҡһаң миңә генә һуҡ, балаларға теймә!”. Әллә инде бармағы менән генә әсәһен төртөп йыҡты! Ҡот осҡос ҡараштарын төбәп, йоҙроҡтарын йомарлап, ҡатынына яҡынлай башланы. Нәфисәне ҡулына алып, түрбаш яғына сигенде Гөлния. Арты менән өҫтәлгә терәлгәс, туҡтарға мәжбүр булды. Ошо мәлдә тышта уйнап йөрөгән ҙур балалары йүгереп ҡайтып инде. Ни булғанын аңлағас та,сырылдашып, өс яҡтан Ибраһимға йәбештеләр. Ҡыбырламаны ла хатта һөмһөҙ ир. Ә ике ҡулы менән бер һелтәүҙә өсөһөн өс яҡҡа тәгәрәтә һуҡты. “Теймә! Теймә әсәйебеҙгә!”– ҡысҡырышты улары илашып. Оло улы кире һикереп тороп, ағаһының ҡулынан тартҡылап, Ибраһимды туҡта­тыр­ға, әсәһен ҡотҡарырға теләне. Ибраһим “тыңлауһыҙ” малайҙың муйынын бер ҡулы менән генә эләктереп алды ла, шул килеш кенә күтәреп, стенаға терәтеп ҡуйҙы. Үҙе баланың муйынына ҡулдарын батыра ғына бирҙе! Ҡосағындағы балаһын саҡ тынысландырып, улынан күҙҙәрен ала алмай торған ҡатын малайының нисек тыны ҡыҫыла башлағанын, нисек хәле бөткәнен күреп кенә ҡалманы, ә бәлки бөтә тәне, йәне менән тойҙо! Көсө етмәҫен аңлаған ҡатын, йүгереп барып Нәфисәне әбейгә тотторҙо ла, түрбашҡа инде. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй ниҙер эҙләне. “Тиҙерәк! Тиҙерәк! Тиҙерәк! Балам! Улым! Тиҙерәк!” – тип шкаф ишектәрен асты, кире япты... “Әәәәссссәәәййй!” – улының ғыжылдап сыҡҡан тауышы зиһенен юйҙы Гөлнияның. Ҡулына нимә алғанын да ҡарап тормай: “Баламды ебәр, хайуан!” – тип ҡысҡырып, атылып килеп Ибраһимдың арҡаһына бысағын ҡаҙаны. “Керт” тигән тауыш ишетелеп ҡалды. Үлем тоҙағы бушағанын һиҙгән ҡатын, Ибраһимды этә төрттө лә, малайын ҡосоп алды. “Тиҙерәк! Апай, кейендер бәләкәсте! Балалар, кейенегеҙ йәһәтерәк!” – тип кейенер-кейенмәҫ тышҡа атылдылар. Улының хәле насар икәнен күргән әсә, ҡурҡыштан малайының ауырлығын да тоймай, йүгереп бикәстәренә килеп инде. “Тиҙ ярҙам” саҡырт, тиҙ ярҙам кәрәк!” – тип балаһының биттәренән һыйпап, ҡулдарын һелкетеп ҡараны...Ҡот осҡос хәлгә бикәсе ҡаушаманы алай ҙа. Малайға тәүге ярҙам күрһәтте, шул арала еңгәһенең битен йыуҙырҙы, Гөлмәрйәм апайҙың ҡулын бәйләне, башҡа балаларҙы тынысландырҙы. Табиптар килеп етеүгә, өйҙәге бөтә йәрхәтләнеүселәргә беренсе ярҙам күрһәтелгәйне. Бер аҙҙан полиция хеҙмәткәрҙәренең дә сираты етте. “Гражданка Әминева! Һеҙ Ибраһим Әминевты үлтереүҙә ғәйепләнәһегеҙ! Кейенегеҙ!”– тигән һүҙҙәрҙе ишетеү Гөлнияны ысын мәғәнәһендә шаҡ ҡатырҙы ла ҡуйҙы. Хеҙмәткәрҙәр албырғап ҡалған ҡатынды этеп-төртөп тигәндәй, сығыу яғына ыңғайлатты. “Ничего, тегендә һөйләрһең, тегендә телең асылыр”, – тигәнерәк һүҙҙәр менән машиналарына ултыртып алып та киттеләр... Бикәсенең полиция хеҙмәткәрҙәрен туҡта­тыр­ға маташыуы, Гөлмәрйәм апайҙың ялбарыуы, балаларының үкһеүҙәре төш һымаҡ ҡына күҙ алдында.
Шыҡһыҙ камеранан һорау алырға саҡыр­ғанда, Гөлния тәфтишсегә бөтәһен дә нисек бар – шулай һөйләп бирҙе. Гөлмәрйәм апай­ҙан, бикәсенән, балаларҙан һорау алғандар. Нәфисәһенең арҡаһын күгәрткәнсе ҡыҫҡан, үҙ әсәһенең башы менән ҡулын имгәткән, һәм өлкән улының боғаҙын йәрәхәтләндергәнсе һыҡҡан икән Ибраһим. Гөлнияның танауы һынған, ҡулдары күп-күк ине. Көнө буйы һорау алғандан һуң, кисләтеп кенә, кәрәкле документтарға ҡул ҡуйҙыртып, ауылдан бер ҡайҙа ла китмәҫкә тип, ҡатынды камеранан сығарҙылар. Бикәсе ҡосаҡлап алды хатта! “Уф, ҡурҡтым еңгәй! Әлдә генә сығарҙылар! Еңгәәй, һин... кеше үлтереүсе түгел – шуны иҫеңдә тот! Һин балаларыңды, үҙеңде яҡлаусы ғына!” – тине. Былай ҙа саҡ ултырған ҡатынға етә генә ҡалды, юл буйы икәүләп илашып ҡайттылар.
Бер нисә айҙан суд булды. Гөлнияны, енәйәт ҡылыныуҙың бөтә нескәлектәрен иҫәпкә алып, суд шартлы рәүештә һигеҙ йылға хөкөмгә тарттырҙы. Ошо йылдар эсендә ул мәктәптә эшләү хоҡуғынан мәхрүм ителде. Кеше һүҙен дә күтәреүе ауыр икән: ҡатын балаларын алып, ҡалаға күсенеп китергә мәжбүр булды. Гөлмәрйәм әбей ҙә улар менән бергә килде. Эшһеҙ ултырамы инде бөтмөр ҡатын? Урам йыйыштырыусы булып урынлашты. Тормошо һәүетемсә генә яйлана башланы. Тик күңелендәге кисерештәре генә тынғы бирмәне, төн йоҡоларынан яҙҙырҙы. Мәсеткә барып, доғалар ятлап ҡына тыныслыҡ таба алды ул. Мәсеттең имам хатибына түкмәй-сәсмәй бөтәһен дә һөйләп биргәйне, уныһы: “Ииииий, балаҡай... Сабыр бул. Хоҙай тәғәлә бит кешегә күтәрә алғанынса тиклем генә бирә. Түҙ балам, ныҡ бул. Үҙеңде язалама. Һин балаларыңды яҡлағанһың – шуны бер ҡасан да онотма. Бөтөрөнмә шул тиклем, ғазапланма! Кисер ҡылығыңды, үҙеңде ғәфү ит! Һиңә бит әле бәләкәстәреңде үҫтерәһе бар, алла бирһә”, – тип уны йыуатты. Ошо көндән башлап Гөлния буш ваҡыты булған һайын мәсеткә килде, вәғәздәр тыңланы, доғалар ятланы. Күңеленең ҡанһырап торған яралары доға һайын бөтәшкәндәй һымаҡ тойолдо. Йөҙөндә йылмайыу сатҡылары күберәк балҡый башланы. гүйә тормошоноң ҡапыл юҡҡа сыҡҡан йәме, тәме ҡабаттан асыла төштө.
Ап-аҡ ҡар яуа... Күктән төшкән һәр бер ҡар бөртөгөнә шатланып, ҡыуанып, оло юлдан бер ҡатын килә. Бәләкәс кенә өйөндә уны өҙөлөп балалары, Гөлмәрйәм апаһы көтә. Был донъялағы сикһеҙ ҡәҙерле, иң яратҡан кешеләре янында бит уның! “Ошо ла ул бәхет”, – тип бышылданы ирендәре, килеп ҡунған ҡар бөртөктәрен иретә-иретә....

Әлмира ИСХАҠОВА.
Өфө ҡалаһы.

Ремонт холодильников в Уфе










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»