31.07.2017 Йондоҙнамә (31 июль-6 август)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала төрлө сәбәптәр арҡаһында ниндәйҙер ҡәнәғәтһеҙлек кисерерһегеҙ шикелле. Элек оҡшаған эштәрҙе башҡарыу ҙа эсегеҙҙе бошорор һымаҡ. Аралашыуҙа иғтибарлыраҡ булығыҙ, яңылыш ысҡынған бер генә һүҙегеҙ ҙә ҙур зыян килтереүе мөмкин.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна башында әүҙемлекте бер аҙ кәметергә кәңәш ителә. Төп иғтибарҙы башлаған эштәрҙе тапшырыуға йүнәлтеү дөрөҫөрәк булыр. Юғиһә бик тиҙҙән алға китеп булмаҫ. Иң уңышлы көндәр – кесе йома һәм йәкшәмбе.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ҡәҙимге осор. Шишәмбелә ниндәйҙер ыңғай ваҡиғалар булыуы ихтимал. Кесе йома, киреһенсә, ауырыраҡ килер һымаҡ. Тиктомалға эсегеҙ бошор. Яратҡан кешеләр араһында үпкәләшеү булыуы мөмкин. Йондоҙҙар өйөгөҙҙән алыҫ китмәҫкә ҡуша.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был арала ҡайһы ваҡыт үҙегеҙҙе тыныс тотоу еңел булмаҫ кеүек. Әллә ни артыҡ ҡыуаныслы булмаған хәбәрҙәрҙе ишетеүегеҙ мөмкин. Кесе йомала алдан уйламаған мәшәҡәттәргә юлығыуығыҙ бар. Бәғзеләр һеҙҙең эштәрегеҙгә ҡыҫылырға ла маташыр, бәлки.
Буға (21.04 – 21.05)
Төп эштә хәл бер аҙ ҡатмарлашып китеүе лә ихтимал. Бының сәбәбен үҙегеҙҙе артыҡ иркен тотоуҙа эҙләгеҙ. Артабан яуаплыраҡ эш итергә тырышығыҙ. Оло йәштәге туғандарға иғтибарлыраҡ булығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна төрлө ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙән башланып китер һымаҡ. Ғөмүмән, ыңғай һәм кире ваҡиғалар һәр саҡ аралашып торор. Шул сәбәптәр арҡаһында кәйефегеҙ ҙә үтә үҙгәреүсән булыр. Кесе йомала яҡшы хәбәр алырһығыҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Осорҙоң тәүге яртыһы бер аҙ ҡыйыныраҡ килер, моғайын. Ваҡиғалар үтә үҙгәреүсән буласаҡ, алдан төҙөлгән маҡсаттарҙың йыш боҙолоуы мөмкин. Ҡайһы саҡ өйрәнелгән эште башҡарыу өсөн дә хәлегеҙ етмәгәндәй тойолор. Шаршамбынан һуң барыһы ла ҡапыл ыңғай яҡҡа үҙгәрер.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙнаның һеҙҙең өсөн көтөлмәгәнсә башланып китеүе ихтимал. Эш урынында төрлө дәғүәләр килеп сығыуы бар. Хәйер, был хәл оҙаҡҡа бармаҫ һымаҡ. Бәғзеләр был арала юлға әҙерләнер, моғайын. Юлығыҙ мотлаҡ уңырға тейеш.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Осор башы бер аҙ мәшәҡәтлерәк көтөлә. Йорт һәм эш араһында өҙгөләнерһегеҙ, моғайын. Кемдер һеҙгә ҡәнәғәтһеҙлеген дә белдерер, бәлки. Артабан эштәрегеҙ көйләнер. Өҫтәмә килем дә эшләй алырһығыҙ кеүек.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Өмөтлө мәл. Теләһә ниндәй өлкәлә лә уңышҡа өлгәшә алаһығыҙ. Тик көсөгөҙҙө генә йәлләмәгеҙ. Аралашыуҙар ҙа күп көтөлә. Кеше араһында йыш булырға тура килер. Абруйығыҙ күҙгә күренеп артыр.
Саян (24.10 – 22.11)
Бәғзеләр ғаиләләге ҡыйынлыҡтарға юлығыр. Ниндәйҙер ҡапма-ҡаршылыҡҡа етеүе лә мөмкин. Төп эштә барыһы ла һәйбәт барыр. Тик ысын дуҫтарҙы аҫтыртын дошмандарҙан айыра белегеҙ. Алда һеҙҙе ыңғай үҙгәрештәр көтә.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала артыҡ көс түкмәйенсә, һиҙелерлек уңыштарға еңел өлгәшә алырһығыҙ һымаҡ. Уңайлы мәлдәр бигерәк тә кесе йомала һәм йомала йышыраҡ осрарға тейеш. Шәмбелә йондоҙҙар кеше аҡсаһы менән һаҡ эш итергә ҡуша.