23.07.2017 Йондоҙнамә (24-30 июль)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Артыҡ сәбәләнеп, көсөгөҙҙө юҡҡа сарыф итеүегеҙ ихтимал. Ваҡытлыса туҡтап, яҡын-тирәгә байҡау яһау файҙалы булыр ине. Тейешле йүнәлеште күргәс, артабан хәрәкәт итергә мөмкин булыр.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Матди хәлегеҙ тотороҡло, яҡшы яҡҡа үҙгәреүсән булыр. Тик шәхси тормошоғоҙҙа асыҡлыҡ һәм йылылыҡ етмәү бер аҙ борсоп торор. Янығыҙҙа ышанысһыҙ кешеләр булыуы ла эсегеҙҙе бошорор. Шаршамбы мәшәҡәтлерәк көтөлә.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был арала яңы эштәрҙе башлап ебәрергә кәңәш ителмәй, аҡсағыҙҙы һәм ваҡытығыҙҙы юҡҡа түгерһегеҙ. Кемдер һеҙҙең эштәрегеҙгә ҡыҫылырға маташыр, ләкин уның бер ниәте лә барып сыҡмаҫ. Бар осраҡта ла яҡшы кәйефегеҙ ыңғай булышлыҡ итер.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Шишәмбе ниндәйҙер юғалтыуҙар, кәрәкмәгән сығымдар менән янар. Шаршамбылағы хәлдәр мәшәҡәттәр өҫтәр. Был арала бәғзеләргә йәмәғәт сараларында йыш ҡатнашырға тура килер. Улар Һәйбәт үтер.
Буға (21.04 – 21.05)
Ҡәҙимге аҙна. Өйҙәге мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалыу бер аҙ түҙемлек талап итер. Туғандарығыҙға, бигерәк тә оло йәштәгеләргә, ҡаты бәрелмәҫкә тырышығыҙ. Был аҙнала кемдер иҫке бурысығыҙ тураһында хәтерегеҙгә төшөрөр.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Бер аҙ икеле осор. Уны мөмкин тиклем тынысыраҡ үткәрегеҙ. Йондоҙҙар кеше араһында артығын һөйләмәҫкә ҡуша. Яңылыш ысҡынған һүҙҙе шунда уҡ таратырға әҙер тороусылар табылыр. Иң һәйбәт көнөгөҙ – шәмбе.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙнаның тәүге яртыһы күпкә уңышлыраҡ көтөлә. Күптәр өй-хужалыҡ өсөн ниндәйҙер файҙалы эште тамамлар. Артабан ҡаршылыҡтар күбәйер, мөмкинлектәрегеҙ ҡырҡа кәмер. Иғтибарҙы күберәк үҙегеҙгә һәм эшегеҙгә бирегеҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Һуңғы ваҡиғалар онотолдо, тип әйтергә лә мөмкин. Яңы маҡсаттар менән йәшәрһегеҙ. Яҡшы кәйефегеҙ бар эшегеҙҙә лә булышлыҡ итер. Йондоҙҙарҙан да һәр саҡ ярҙам булыр. Был бигерәк тә кесе йомала асыҡ һиҙелер. Йомала ашыҡмағыҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна барышында ҡайһы бер матди мәсьәләне ыңғай хәл итерһегеҙ. Уҡып йөрөгәндәрҙең дә эштәре һәйбәт барыр. Шаршамбынан һуң ғаиләлә бер аҙ үпкәләшеү булыуы ла ихтимал. Йома мәшәҡәтле үтер.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Шишәмбелә ғаиләгеҙҙә бер аҙ шау-шыу сығыр. Башҡа көндәр өмөтлө һәм тыныс килә. Аҡса тотонғанда һәр саҡ һаҡ булығыҙ. Был арала сығымдарығыҙға ҡарата иғтибарҙы кәметегеҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Мөмкинлектәрегеҙҙең ысынбарлыҡҡа тура килмәүе арҡаһында ҡыйынлыҡ кисерерһегеҙ. Бәғзеләргә үҙгәреүсән ваҡиғаларҙы күҙаллауы ауыр булыр. Янығыҙҙағыларға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ, кемдер һеҙҙең ярҙамығыҙға мохтажлыҡ кисерә һымаҡ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Дөйөм хәлегеҙ күпселек ваҡытта кәйефегеҙ менән бәйле булыр. Йондоҙҙар был арала ашыҡмаҫҡа, өйрәнелгән көн тәртибен һаҡларға кәңәш итә. Кәрәк саҡта яҡын кешеләрҙән ярҙам тойорһоғоҙ. Йомала ниндәйҙер аҡсалата отош алыуығыҙ мөмкин.