RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡайҙа үҫкән витаминдар файҙалыраҡ?

21.07.2017 Ҡайҙа үҫкән витаминдар файҙалыраҡ?

Ҡайҙа үҫкән витаминдар файҙалыраҡ? йәки Балан банандан нимәһе менән айырыла?

Бөгөн магазин кәштәләре йылы яҡтарҙан килтерелгән төрлө емеш-еләк, банан-ананас, хөрмә-кокос, ниндәйҙер йәшелсәләр, тағы башҡа әллә нимәләр менән тулған. Хатта уларҙы һалырға урындары ла етмәгән һымаҡ. Шул уҡ ваҡытта улар­ҙың тәмен маҡтаған, витаминдарының һаулыҡ өсөн файҙалы икәнен иҫбатлаған төрлө-төрлө реклама ла күбәйеп китте. Шуғалыр инде ҡайһы берәүҙәр:
– Иммунитетыңды нығытҡың килһә, магазинға рәхим ит: витаминдар тулып ята! – тип кенә ебәрә. Ысынлап та, тропик илдәрҙән килтерелгән емеш-еләктең витаминдары беҙҙең, Көньяҡ Уралда йәшәгән кешеләрҙең, иммунитетын нығыта аламы? Мәҡәләмдә бына ошо һорауға ҡарата үҙ фекерҙәремде белдермәксемен.

Һүҙемде халҡыбыҙҙың иммунитеты тураһында һөйләүҙән баш­лайым.
Ата-бабаларыбыҙ Көньяҡ Уралда йөҙәр, меңәр йылдар буйы йәшәй. Һәм беҙҙең организм ошо тәбиғәткә һәм уның климатына яраҡлашҡан. Иммунитетыбыҙ ҙа ошо климат шарттарында барлыҡҡа килгән төрлө ауы­рыу­ға ҡаршы торорға өйрәнгән һәм, әйтергә кәрәк, көн һайын көрәшә. Артабан да көрәш­һен өсөн уны һәр ваҡыт төрлө-төрлө витамин, башҡа микроэлементтар менән нығытып торорға кәрәк. Шуға беҙ шундай нәмәләргә бай булған аҙыҡтарҙы ашарға тейешбеҙ.
Ә бына алыҫ илдәрҙән килтерелгән төрлө емеш-еләк беҙҙең иммунитетты нығыта аламы һуң? Мәҫәлән, Африка илдәренән килтерелгән бананды алайыҡ. Беле­беүеҙсә, ул – йылы яратҡан үҫемлек емеше. Йәғни йылы климатҡа яраҡлашҡан. Шуға уның витаминдары шундай климат шарттарына ҡаршы көрәшерлек кенә көс бирә ала, минеңсә. Нисек инде йылы климатта үҫкән үҫемлектәр­ҙең витаминдары һыуыҡ климатта йәшәгән кешеләрҙең иммунитетын нығыта алһын ти?! Улар Көньяҡ Урал шарттарында барлыҡҡа килгән ҡурҡыныс вирустарға һәм бактерия­лар­ға бер нисек тә ҡаршы тора алмайҙыр.
Ошо урында миңә, бер үк витаминдар бөтә ерҙә лә бер төрлө, сөнки уларҙың структуралары бер бит, тип әйтерҙәр. Дөрөҫ. Мәҫәлән, баяғы бананда ла, шулай уҡ беҙҙең яҡта үҫкән балан емешендә лә С витамины бар. Икеһенең дә молекуляр структуралары бер төрлө. Ләкин уларҙы тиң ҡуя алмайым, сөнки береһе – тропик илдәрҙә, икенсеһе һыуыҡ ҡыштары булған тәбиғәттә үҫә. Икеһе ике төрлө ҡаршылыҡҡа ҡаршы тора. Шулай булғас, уларҙың энергетик көстәре лә бер төрлө түгел – баландыҡы көс­лөрәк. Әйтәйек, ябай кеше ме­нән штангасыны сағыштырайыҡ әле: уларҙың да бит физиологик төҙөлөштәре – структуралары бер төрлө. Тик береһе ике йөҙ килограмм ауырлыҡты күтәрә ала, ә икенсеһе уны урынынан да шылдыра алмай. Төрлө климат шарттарында барлыҡҡа килгән бер үк витаминдарҙың энергетик көстәре лә шул кешеләрҙеке һымаҡ төрлө ул. Мәҫәлән, лимонда ла, беҙҙең яҡта үҫкән балан емешендә лә С витамины бар. Тик баланда уның миҡдары 70 процентҡа күберәк.
Тағы бер күренеш. Банан йәки ананастың (һ.б.) үҫентеһен беҙҙең яҡтарҙың урмандарына килтереп ултыртайыҡ әле. Билдәле, улар бер ай эсендә ҡороясаҡ. Көньяҡ Урал климатында ярты йыл да йәшәй алмаған үҫемлектәрҙең витаминдары нисек беҙгә шул климатҡа ҡаршы торорлоҡ көс бирһен?
Минең шуны әйткем килә: тропик илдәрҙә үҫкән емеш-еләктең витаминдары беҙҙең иммунитетты етер­лек кимәлдә бер нисек тә нығытырға һәләтле түгел. Һау­лығыбыҙ өсөн иң файҙалы үҫемлектәр беҙҙең тәбиғәттә генә үҫә. Уларҙы башҡа бер илдеке лә ал­маштыра алмай. Киреһенсә, беҙҙә үҫкән емеш-еләк йылы яҡтар­ҙа йәшәгән кешеләр өсөн файҙалыраҡтыр...
География фәнендә “тәбиғәт комплексы” тигән төшөнсә бар. Нимә була һуң ул? Бер территорияға ҡараған бөтә тәбиғәт компонентының – ерҙең, һауаның, һыуҙың, хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең һәм кешеләрҙең үҙ-ара ярашып йәшәүен тәбиғәт комплексы тип атайҙар. Улар бер-береһен һаҡлап, бик тығыҙ бәйләнештә йәшәй. Мәҫәлән,ундағы хайуандар донъяһы үҫемлектәргә бөтә яҡлап ярҙам итһә, үҫемлектәр ҙә уларға йәшәү өсөн бөтә нәмәне бирә. Береһен генә үҙгәртһәң, бөтә тәбиғәт комплексы юҡҡа сығасаҡ. Аллаһы Тәғәлә тәбиғәтте шул тиклем аҡыллы һәм камил итеп яралтҡан, иҫең китерлек!
Шуға тәбиғәтебеҙҙә беҙҙең һаулыҡ өсөн бөтәһе лә бар. Әйтәйек, тыуған төйәгебеҙҙә үҫкән муйыл, балан, миләш, гөлйемеш, ҡуҙғалаҡ, ҡаҡы, йыуа, әтмәкәй, ҡуян кәбеҫтәһе, оҫҡон йыуаһы, мәтрүшкә, йүкә сәскәһе, ҡуян тубылғыһы, көпшә, ҡымыҙлыҡ, ер еләге, ҡурай еләге, турғай еләге, ҡара һәм ҡыҙыл бөрлөгән, сейә, йылға ҡарағаты (һ.б.) – бөтәһе лә беҙҙең иммунитетыбыҙҙы нығытырлыҡ кәрәкле витаминдарҙы бирә ала. Улар Көньяҡ Уралдың ҡырыҫ тәбиғәтендә үҫә икән, беҙгә лә шул климатҡа ҡаршы торорлоҡ көс бирә. Улай ғына түгел, борон-борондан ата-бабаларыбыҙ шуларҙы ашап үҫкән. Шуға физик тәндәренең “төҙөлөш материалдары” булып та хеҙмәт иткәндәр. Беҙҙең тәнебеҙ һәм эске ағзаларыбыҙ өсөн ул үҫемлектәр – “запас частар”. Сөнки беҙ – ата-бабаларыбыҙҙың дауамы.
Шуға беҙ йыл һайын тәбиғәткә сығып, улар­ҙы ашарға, йыйырға тейешбеҙ. Нәҫелебеҙ сәләмәт булһын тиһәк, балаларыбыҙҙы ла өйрәтергә кәрәк. Улар тәбиғәттәге ашарға яраҡлы бөтә үҫентене, емеш-еләкте таный белергә тейеш. Шул ваҡытта тәбиғәтебеҙҙең әһәмиәтен аңлап, уға ысын мәғәнәһендә һаҡсыл ҡарай башларҙар, уны төрлө юл менән һаҡларға тыры­шырҙар.
Һәм, әйтергә кәрәк, баҡсаларыбыҙҙа үҫтерелгән емеш-еләк, йәшелсә, картуф та, шулай уҡ беҙҙең яҡта етештерелгән ит-һөт аҙыҡтары ла халҡыбыҙҙың сәләмәтлеге өсөн иң файҙалыһы. Улар ҙа бит беҙҙең климатҡа яраҡлашып үҫә һәм йәшәй.
Ә магазиндарҙағы йылы яҡтан килтерелгән емеш-еләкте, шулай уҡ башҡа төрлө аҙыҡты ла ҡунаҡ өҫтәлен биҙәү һәм тәмдәренән ләззәтләнеү өсөн генә һатып алырға була. Башҡа бер ниндәй ҙә файҙалары юҡтыр. Витаминдарын маҡтап реклама яһайҙар икән, улар беҙҙең һаулыҡты ҡайғыртмай, үҙҙәренең кеҫәләре тураһында ғына уйлай.

Наил ЮЛДАШБАЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»