RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Айырылмағыҙ, айырылмағыҙ...

04.06.2017 Айырылмағыҙ, айырылмағыҙ...

Айырылмағыҙ, айырылмағыҙ...
Илебеҙҙә никахтар тарҡалыу мәсьә­ләһе киҫкен торғаны һәммәбеҙгә мәғлүм. Бәхеткә күрә, ошо хаҡта уйланыусылар, башҡаларға файҙалы кәңәш биреүселәр ҙә күп. Тормош тигән нәмә шундай ҡатмарлы, шунлыҡтандыр, бер кемгә лә дөрөҫ юлды аныҡ ҡына күрһәтеп булмай. Һәр ғаилә ағзаһы һәр аныҡ осраҡта килеп тыуған мәсьәләне үҙенсә сисә...
Мин уларҙың икеһен дә бала ваҡыттан уҡ беләм. Маратты сабый ғына сағынан атаһы ташлап киткәйне. Әсәһе ҡарамағында үҫте ул. Башҡа малайҙар, “атай” тип өндәшә-өндәшә, аталарынан ниндәйҙер өгөт-нәсихәт, кәңәштәр алып, унан нимәгәлер өйрәнеп үҫкәндә, Марат ана шундай тәү ҡарауға ябай һымаҡ ҡына күренгән нәмәләрҙән мәхрүм ине. Матди яҡтан нисек тәьмин ителеп йәшәгәне миңә мәғлүм түгел, әммә беҙ үҫкән саҡта тулы ғаиләле кешеләр өсөн дә бындай мәсьәлә бигүк ябайҙан булманы. Атайһыҙ үҫкән балаларға йә күмәк балалы (ул саҡта 7 – 8 бала булған) ғаиләләргә хәленән килгәнсә мәктәп ярҙам иткеләне, әлбиттә. Әммә бындай саралар атайҙы алмаштыра алмағанын һәр кем яҡшы белә. Марат мәктәптә насар уҡыманы. Тәртибе лә яҡшы булды. Ғөмүмән, атайҙары булған малайҙарҙан бер нәмәһе менән дә айырылманы ул, тиһәм дә, хаталанмаҫмын. Ә Фәнисә – күрше ауылда тыуып үҫкән ҡыҙ. Мараттан ике-өс йәшкә кесерәк. Биш балалы ғаиләһенән аталары киткәндә, ҡыҙыҡайға ете-һигеҙ йәштәр тирәһе ине. Ҡуңыр сәсле матур ғына был ҡыҙҙың бала сағы яҡшы хәтеремдә. Минең менән тиҫтер тиерлек. Фәнисәне, уның тағы дүрт туғанын ауыл кешеләре бик йәлләгәнен иҫләйем. Атаһы, хәтерләүемсә, бер ҙә насар кеше булманы. Алдынғы эшсе. Фотоһы һәр саҡ колхоз идараһының Почет таҡтаһында элеүле торҙо. Ҡатыны Фатима еңгә менән ыҙғышып та йәшәмәнеләр. Тик ниндәйҙер сәбәп менән ағайыбыҙ шул уҡ ауылда йәшәгән Рабиға исемле апайға күсте лә сыҡты. Ҡарты­раҡтар быға риза булмай, үҙ-ара “бурылдашты”. “Мөхәббәттер инде, ни хәл итһендәр”, – тине йәшерәктәр. Ә миңә, бала кешегә, ана шул “мөхәббәт” тигән нәмә бер ҙә генә аңлашылманы. Кешеләрҙе айырылыштыра торған насар нәмә икән ул “мөхәббәт” тигәндәре, һымағыраҡ тойғо ҡалды күңелемдә. Биш бала менән (иң кескенәһе хатта ҡорһаҡта ине, буғай) яңғыҙы ултырып ҡалған Фатима еңгәне йәлләнем һәм шул уҡ ваҡытта Рахманғол ағай­ҙы ла яманларға теләмәнем. Әйткәндәй, был ағайҙы үҙенә ҡаратып алған Рабиға апай ҙа ифрат алсаҡ, мөләйем, ғөмүмән, яҡшы кеше. Бына шулай, барыһы ла – шундай һәйбәт кешеләр, әммә сабыйҙар атайһыҙ үҫә... “Мөхәб­бәт” тип аталған нәмә сәбәпме быға, әллә ана шул нәмә менән кешеләрҙе ҡыҙыҡтырып, алдаштырып, яҙыҡ юлға баҫтырған ҡәһәрле шайтан ғәйеплеме?.. Мин, бала кеше, әлбиттә, был һорауҙарға аныҡ яуап таба алманым, тик Фәнисәне, Маратты ғына ныҡ йәлләй торғайным. Мин генә түгел, ғаиләләре тарҡалған әлеге ағайҙар, апайҙар, еңгәйҙәр үҙҙәре лә ошондай һорауға яуап эҙләп маташҡандыр, моғайын. Балаларын ташлап, өйөнән киткән ағайҙар, ситтән ҡарағанда, ифрат та тыныс һымаҡ тойола. Әммә хәҙерге, бер талай тормош тәжрибәһе булған оло кеше күҙлегенән сығып фекерләй башлаһаң, был ағайҙарҙың уй-кисерештәре башҡалар уйлағанса бигүк ябайҙан да булмағандыр. Улар ҙа балаларын һағынғандыр, йәлләгәндер, улар өсөн ҡайғырғандыр, моғайын... Бәлки, һәр ғаиләлә була торған аңлашылмаусанлыҡтарҙан, кемеһенеңдер бер аҙ сигенеп, бер-береһенә юл биреп, уртаҡ тел табыр­ға тырышырға кәрәклеген аңлап етмәү уларҙың айырылышыуының төп сәбәптәренең береһе булғандыр. Тик ағайҙар ғына ла ғәйепле түгелдер, бәлки, тип тә уйлап ҡуям. Халыҡта: “атта ла бар, тәртәлә лә бар”, – тип әйтәләр бит әле... Ә алдараҡ әйтеп үткән мөхәббәт – айырылышыуҙы аҡлар өсөн уйлап сығарылған һылтауҙарҙың береһе генәлер, моғайын. Кеше­ләрҙе һәр саҡ нисек тә генә булһа юлдан яҙҙырырға әҙер йөрөгән шайтан уларҙың ҡолағына ана шуның һымаҡ матур һүҙҙәрҙе шыбырлап, донъяларҙы бутай, ахырыһы... Ошо хаҡта әллә күпме һүҙ йөрөтөргә була. Нисек кенә булһа ла, һөҙөмтәлә Марат менән Фәнисә икеһе лә атайһыҙ үҫте. Үҙҙәрендә мәктәп булмағанлыҡтан, Фәнисә Марат­тарҙың ауылына килеп урта мәктәпте тамамланы. Шул ваҡытта танышып алдылар. Яратышып өйләнештеләр. Бер-бер артлы өс балалары донъяға килде. Үҙҙәре тулы булмаған ғаиләлә нисек үҫкәндәрен иҫләй-иҫләй, тик балаларының бәхетен ҡайғыртып, ошо көнгәсә ифрат та татыу ғына йәшәп яталарҙыр тип уйлап йөрөгәйнем. Хаталанғанмын. Марат менән Фә­нисә лә айырылышҡан! Балалары атайһыҙ үҫә! Улар миңә туған булмауына ла ҡарамаҫтан, шулар өсөн әле булһа ла борсолам. Өс баланың бәхете хаҡына бер-береһенә “һыйып” йәшәһәләр ине улар... Үҙҙәре тулы булмаған ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкән кешеләрҙә айырылышыуға ҡарата “аллергия” булыр­ға тейеш тә ул, минеңсә. Һәр хәлдә, тап шулай­ҙыр, тип уйлай инем ошоғаса...
Күптән түгел Маратты урамда осраттым. Хәл-әхүәл һораша торғас, ни өсөндөр үҙенең атаһы хаҡында һүҙ ҡуҙғатты ул. Хәҙер инде ныҡ ҡартайған атаһы улына һыйынырға уйлап килгәнмелер, әммә атаһын бер ҙә ҡарағыһы килмәгәнен һиҙҙем. “Бала саҡта мине ҡарамаған атайҙы хәҙер ни өсөн мин ҡарарға тейеш?..” – тип һөйләнде ул. Эй, ҡатмарлы тормош... Заманында улын ҡайғыртма­ған атай кешенән хәҙер инде улы үс алған һымаҡ килеп сыға. Бер яҡтан уйлағанда, был бик тә ғәҙел булып тойолоуына ҡарамаҫтан, ҡарт кешене ғәфү итеп, уға ярҙам ҡулы һуҙһа, Маратҡа, моғайын, Аллаһы Тәғәләнән оло сауап булыр ине...
Олораҡ ата-әсәләр, дөрөҫөрәге, ҡоҙа, ҡоҙағыйҙар хаҡында ла бер аҙ ғына һүҙ йөрөтөп алырға ниәтем. Балалары үҙ-ара бер аҙ насарыраҡ йәшәй башлаһа, уны-быны уйлап тормай, үҙенең балаһына “айыр ҙа ебәр” йәиһә “айырыл да ҡайт” тигән һымағыраҡ “аҡыллы” кәңәштәрен бирергә ашыҡҡан ата-әсәләр бар. Ҡыҙын – кейәүенән йәиһә улын килененән ҡыҙғанып, балаларының араһына “шына ҡатҡан” ата-әсәләр ҙә күп, үкенескә күрә. Минең тәрән инаныуымса, бындай ата-әсә – төптән яңылыш юлда. Ундайҙар ғаилә мөнәсәбәтендә быҫҡып ятҡан утҡа һыу урынына кәрәсин һипкән кешегә тиң. Яҡшы кәңәш бирә алмағас, һис юғында өндәшмәҫкә тейеш бындайҙар. Ә мин бер яҡшы ғаиләнең ҡыл өҫтөндә торған хәлдән ҡабат ифрат та һәйбәт йәшәп киткәнен беләм. Нин­дәйҙер бер сәбәп арҡаһында хатта рәсми айырылышыуға барып еткәйнеләр. Икеһе лә мөләйем, кешелекле, кеселекле, әҙәпле, ифрат эшлекле, ғаилә өсөн өҙөлөп торған был йәштәр айырым йәшәй башланы. Икеһенең дә йәндәй күреп яратҡан балалары, әлбиттә, әсә кеше ҡарамағында. Бәләкәс­тәрҙең: “Атай, һин әсәйемә сәскә бүләк итһәң, ул һине ҡабаттан яратыр...” – тип аталарын йәиһә: “Әсәй, атайым һине ярата ул”, – тип әсәләрен өгөтләүе хаҡында ишетеп, күҙгә йәштәр килә ине. Бына шул Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән йәштәрҙең ата-әсәһенең битараф булмауы, хатта уларҙың әүҙем ҡыҫылыуы бик тә урынлы булды. Ир менән ҡатын бер йылға яҡын бер-береһе менән аңлаша алмай ҡаңғырып йөрөгән мәлдә, ҡоҙалар үҙ-ара ныҡ дуҫ йәшәне (хатта элеккегә ҡарағанда ла, тип әйтер инем), бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөштө. Ата-әсәһе айырылышыу­ға ҡайғырышҡан бәләкәстәр ҙә ҡартаталарында алмаш-тилмәш бул­ды. Ғәҙәттә, ҡоҙалар араһында була торған бер-береһенең балаларын ғәйепләү тигән нәмәнең улар араһында булмауы был оло кешеләрҙең аҡыллылығы билдәһе, тип әйтер инем. Бына ошо мәсьәләлә улар бик күптәргә үрнәк булырлыҡ. Ҡоҙалар бар мөмкинлеген фәҡәт балаларын ҡабаттан ҡушылырға өндәүгә бағышланы. Сабыйҙарҙың атайһыҙ үҫеүенең нисек насар буласағын ваҡытында күҙаллаған был оло кешеләр маҡтауға лайыҡ. Ә йәштәргә, әлхәмдүлилла, Аллаһы Тә­ғәлә ҡабаттан бергә ҡушылып йә­шәргә насип иткән. Артабан татыу­лашып, һин дә мин бергә йәшәй башлаған был ғаиләнең алмаш-тилмәш бер-береһенең ата-әсәһенә хәл белешергә йөрөүе үҙе бер бәхет бит! Инде етмеште ҡыуып барған аҡыллы ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ҙа шат. Иң мөһиме – кескәйҙәрҙең, “атай, әсәй” тип, бәхетле итеп йәшәүе! Әле бәйән ителгән бына шундай киҫкен торған осраҡтарҙа ололарҙың, йәғни ата-әсәләрҙең үҙ балаларына аныҡ ярҙамы итеү мөмкинлеге лә бар, тимәксемен.
Яҡын-тирәбеҙҙә шундай хәл бихисап. Ир кешенең ҡатынын туҡмауы, ғаилә өсөн ҡыл да ҡыбырлатмай, бисә ҡарамағында ятыуы йә кемеһенеңдер эскелек менән мауы­ғыуы арҡаһында булған айырылышыуҙар ғына үҙен-үҙе аҡлай­ҙыр. Башҡа осраҡтарҙа, һәр кем айыҡ аҡыл менән фекер йөрөтөп, һәр хәлгә ололарса, тик объектив күҙлектән ҡарап, мәсьәләне хәл итһә, айырылышыу тип аталған шундай насар күренештәр һирәгәйер. Бергәләп бала тәрбиәләп, шул уҡ ваҡытта, төрлө ғаилә ығы-зығыһына ла “етешеп” йәшәгән йәштәребеҙ эгоист булмаһын, йәғни фәҡәт үҙҙәрен генә уйлап ғүмер итмәһен ине, тигән теләк бар. Балалары хаҡына, үҙҙәренең мин-минлеген берәй “нығыраҡ урын”ға йәшереп, ҡартайғансы бергә йәшәһәләр ине. Динебеҙ, әлбиттә, ир менән ҡатындың бәғзе осраҡтарҙа айырылышыуын рөхсәт иткән, әммә шул уҡ ваҡытта быны әллә ни хупламай. Боронғо ата-бабаларыбыҙҙың димселәр ярҙамында танышып та, ғүмер буйы ифрат татыу йәшәп, балалар үҫтергәнлеге хаҡында беләбеҙ. Минең атайым менән әсәйемде лә димләп таныштырғандар. Илле йыл буйы, йәғни атайым баҡыйлыҡҡа киткәнсе бергә, татыу ғүмер иттеләр. Никах мәсьәләһенә элек ифрат та етди ҡарағандар икән шул...
Нисек кенә булһа ла бер-береһенең үҙенсәлектәренә, ара-тирә “ҡытыршылыҡ”тарына түҙеп, бар көсөн балалар үҫтереүгә, уларҙы аяҡҡа баҫтырыуға һалған ғаиләләр­ҙең күп булыуы һөйөндөрә. Бындай ғаилә башлыҡтарына ҡарата шундай ныҡ ихтирам тойғоһо уяна. Тик ана шундай ғаиләлә үҫкән бәғзе балаларҙың да, ҡанаттары нығынып алғас, олоғайған ата-әсәһенә ҡарата иғтибарһыҙ булыуы көйөндөрә. Быныһы инде балаларға ҡарата һуҡраныуым... Изге Ҡөрьән­дә Аллаһы Тәғәлә ата-әсәгә ҡарата иң яҡшы мөғәмәләлә булыр­ға ҡуша. бәйғәмбәребеҙҙең ата-әсәһен хөрмәт иткән кешеләрҙең, ваҡыты еткәс, үҙ балаларынан яҡшылыҡ күрәсәге хаҡында әйткән хәҙисе лә бар. Әгәр ата-әсә үҙҙәре иман юлында булып, балаларына иман тәрбиәһе биреүгә өлгәшһә, балалары бына ошо хаҡта, һис шикһеҙ, беләсәк, һәм юғарыла миҫал итеп килтергән төрлө күңелһеҙ хәл булмаясаҡ, иншалла.

Х. ҒӘЛИӘХМӘТОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»