28.04.2017 Үрсегән осоронда уларға теймәйек
Яҙ етеү менән бар тереклек йоҡоһонан уяна. Был ваҡыт – ҡайһы бер ҡоштарҙың, йәнлектәрҙең, балыҡтың үрсегән осоро. Балыҡ ташҡын ваҡытында ыуылдырыҡ сәсә. Шуға ла май айында беҙҙең йылға-күлдәрҙә балыҡ аулау тыйыла, тик ҡармаҡ менән генә тоторға мөмкин. Был сикләүҙәр нимә өсөн кәрәк һуң?
Үрсеү мәлендә барса йәнлек, шул иҫәптән балыҡ та тирә-яҡтағы факторҙарға бик һиҙгер. Моторлы кәмәлә йөрөп, балыҡ тотоу уларҙың тынлығын боҙа. Һыуҙа йәшәүселәр ситкә китеп, икенсе урын һайлай, йәшенә.
Балыҡтар үрсеүсән йән эйәләре. Бер инә балыҡ ҡына меңдән алып 300 меңгә тиклем ыуылдырыҡ сәсеүгә һәләтле. Мәҫәлән, бәрҙе – уртаса 10 мең, ҡорман балығы 100 мең ыуылдырыҡ сығара. Уларҙың һаны балыҡтың йәшенә лә бәйле. Ыуылдырыҡтың күп өлөшө юҡҡа сыға, личинкаға әүерелгәндәренең һәм бәләкәй балыҡ булып хасил булғандарының күптәре үлә, ни бары 0,1 проценты ғына үҫеп етә. Бәрҙе үҙенең артынан ун тоҡом ғына ҡалдыра ала тигән һүҙ. Ике-өс йылдан һуң был унау үҙҙәре 100 тоҡом ҡалдыра. Һыла балығы менән дә шундай уҡ хәл. Ул 100 тоҡомға ғүмер бирә. Ыуылдырыҡ сәскәндә ошондай ун балыҡты тотһағыҙ, һеҙ киләсәктә 1000 һыла балығын юҡҡа сығараһығыҙ. Башҡа балыҡтар менән дә шундай арифметика. Балыҡ тотоуҙа айырым ҡағиҙәләр ҙә бар. 32 сантиметрҙан ҡыҫҡа суртанды, 40 сантиметрҙан ҡыҫҡа һыла балығын, 25 сантиметрҙан ҡыҫҡа ҡорбан балығын һыуға кире ебәрергә кәрәк. Билдәле ҙурлыҡта булғандары һәйбәт тоҡом ҡалдыра. Балыҡтар популяцияһында ла ҡан яңыртыу бара. Ыуылдырыҡ сәскәндә бер үк балыҡтар ҡатнашһа, уларҙың төрө юҡҡа сығыуы ла бар.
Илдус НУРМӨХӘМӘТОВ,
«Шүлгәнташ» тәбиғәт дәүләт ҡурсаулығы һәм «Башҡортостан» милли паркының ғилми хеҙмәткәре.