RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә (24-30 апрель)

24.04.2017 Йондоҙнамә (24-30 апрель)

Йондоҙнамә (24-30 апрель)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала йондоҙҙар алыҫ араға сәфәрҙе мөмкин тиклем кисектереп торорға кәңәш итә. Ышанысһыҙ кешеләрҙән дә ары тороғоҙ. Мөһим мәсьәләләр буйынса теләһә кем менән фекер уртаҡлашмағыҙ. Аҡсағыҙҙы йыйыбыраҡ тотоғоҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Дүшәмбелә ниндәйҙер матди мәсьәләләр ҡалҡып сығыр. Тырышлығығыҙ арҡаһында уны тиҙ генә ыңғай хәл итерһегеҙ. Аҙна араһында кемделер оҙаҡ ҡына эҙләргә лә тура килер, моғайын. Ләкин барыбер уны таба алмаҫһығыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Ҡәҙимге аҙна. Әүҙемлегегеҙ арҡаһында эштәрегеҙҙе бер аҙ алға табан ҡуҙғата алырһығыҙ. Осорҙоң икенсе яртыһында уйламаған сығымдар ҡамасаулар. Яҡындарығыҙ ҙа өҫтәмә мәшәҡәттәр тыуҙырыр. Эш сәфәрҙәре уңышлы булыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Өмөтлө осрашыуҙар көтөлә. Уйламаған бүләк алыуығыҙ ҙа ихтимал. Шаршамбыла ниндәй­ҙер сәйер ваҡиғаға осрарһығыҙ кеүек. Уның мәғәнәһен бер аҙ ваҡыт үткәс кенә аңларһығыҙ. Иң яҡшы көндәрегеҙ – шишәмбе һәм йома.

Буға (21.04 – 21.05)
Тормошоғоҙға яңы таныштар инер. Араларында ышанысһыҙ кешеләр булыуын да иҫтән сығармағыҙ. Матди сығымдарығыҙҙы бер аҙ кәметергә тура килер. Ярҙам эҙләү әллә ни файҙа бирмәҫ. Ҡыйын булһа ла, бурысҡа инмәҫкә тырышығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Осор тыныс ҡына үтер. Иң етди һынауҙар артта ҡалды. Ҡатмарлы һәм мөһим эштәрегеҙҙе шаршамбыға тәғәйенләһәгеҙ, мотлаҡ уңыр­һығыҙ. Килем алырға ла мөмкинлектәр осрар. Тиҙҙән байтаҡ аҡса кәрәк булыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Мәл аралашыу өсөн уңайлы. Дуҫ-иштәрегеҙҙән кәрәкле мәғлүмәттәрҙе даими алыр­һығыҙ. Йыш ҡына үҙ фекер-мәнфәғәтегеҙҙе ныҡлап яҡларға тура килер. Шаршамбынан һуң уйламаған яҡтан етди мәсьәлә килеп сығыр. Бурысҡа аҡса алмағыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Тыныс һәм файҙалы осор. Һәр көнөгөҙҙө алдан уйлағанса үткәрерһегеҙ. Шишәмбелә генә бәғзеләр һеҙҙе яңылыш юлға баҫтырырға тырышасаҡ, уяу булығыҙ. Был арала ниндәйҙер мөһим эште уңышлы тамамларһығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Төп эшегеҙҙә мөһим үҙгәрештәр башланыр, уларға әҙер булығыҙ. Бәғзеләргә элек алған бурыстарын ашығыс рәүештә ҡайтарырға тура килер. Күпте һөйләгән, артығын өмөт иткәндәргә берүк ышанмағыҙ. Кесе йомала ниндәйҙер ҡәтғи аҙым яһарһығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙнаның тәүге яртыһында аралашыу үтә файҙалы булмаҡсы. Яҡын кешеләрегеҙҙең, хатта таныш булмағандарҙың да ярҙамын асыҡ тойорһоғоҙ. Кесе йомала кемдер кәйефегеҙҙе боҙорға маташыр һымаҡ. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – шаршамбы һәм шәмбе.

Саян (24.10 – 22.11)
Һеҙҙе күрә алмаусылар асыҡ эш итер, моғайын. Бер аҙ түҙегеҙ, борсолоуҙарығыҙҙы тышҡа сығармағыҙ. Аҙаҡтан дошмандарығыҙҙан үс алырһығыҙ. Һаулығығыҙға иғтибарлыраҡ булығыҙ. Ыңғай үҙгәрештәргә күп ҡалманы.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Төрлө ваҡ-төйәк мәшәҡәт осрап торор. Был арала йортоғоҙҙа үҙгәрештәр көтөлә. Аҙна барышында күңелегеҙ ятҡан эш менән шөғөлләнергә тырышығыҙ. Шаршамбы тынғыһыҙыраҡ үтер. Башҡа көндәр һәйбәт һәм тыныс уҙыр.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»