RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иртә никах: иртә өлгөрөүме әллә мәжбүрилекме?

23.04.2017 Иртә никах: иртә өлгөрөүме әллә мәжбүрилекме?

Иртә никах: иртә өлгөрөүме әллә мәжбүрилекме?Иртә йәштән ҡоролған никахтар элек тә булған, хәҙер ҙә 18 йәше тулмайынса ғаилә ҡорорға ашыҡҡандар, «иртә өлгөргән» йәштәр бар. Берәүҙәрен ҡыҙҙың ауырға ҡалыуы сәстәрен сәскә бәйләргә этәрһә, икенселәренең – мөхәббәт тойғоларынан күктең етенсе ҡатында гиҙгәндәренең һөйгәндәре менән тиҙерәк бергә булғыһы килә, ҡайһы берҙәрен, ата-әсә күҙәтеүенән ысҡынып, тиҙерәк үҙ аллы булырға ынтылыу теләге кейәүгә сығыуға этәрә. Билдәле, балалыҡтан сығып етмәгән егет менән ҡыҙ психологик, әхлаҡи, матди яҡтан да ғаилә ҡарарға әҙер түгел. Улар бала табып, айырыла ҡалһа, бар ауырлыҡ ата-әсәләре иңенә төшә.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­рол­тай депутаттары, РФ Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереп, иртә йәштән никахҡа инеүгә рөхсәт биреү тураһында закон проектын әҙерләгәйне. Йәмғиәттә ул ҙур резонанс алып, ризаһыҙлыҡ тыу­ҙырҙы. Иртә ҡоролған никахтар то­тороҡло була аламы? Улар ниндәй ауырлыҡтар менән осраша? Өфөнөң Киров районы ЗАГС-ында үткән «Иртә ҡоролған никахтар: медицина, социаль һәм психологик аспекттар» тип аталған «түңәрәк өҫтәл»дә никах теркәү хеҙмәткәр­ҙәре, опека һәм попечителлек органдары, прокуратура, Ғаиләгә психологик ярҙам үҙәге белгестәре ҡатнашып, был темаға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.
Рәсәйҙә никахҡа инеү 18 йәштән рөхсәт ителә. Әгәр ҙә билдәле сәбәптәр бар икән (ауырға ҡалыу, бала тыуыу), йәшерәктәргә лә никахты законлы теркәүгә рөхсәт бирелә. Иртә ҡоролған никахтар күп түгел, Башҡортостанда никах йәше етмәйенсә ғаилә ҡорғандар­ҙың һаны йылдан-йыл кәмей. 2012 – 2016 йылдарҙа 18 йәше тулмағандар араһында 1377 кеше никахҡа ингән. Былтыр 25 мең никах таныҡлығы алыусының 208-е – үҫмерлек осоронан сығыусы балалар.

Улар әле балалар ғына

Ғаилә психологияһы күрһәтеүенсә, никахҡа ингәнсе мотлаҡ психологик әҙерлек кәрәк. Башлы-күҙле булырға ашыҡҡан бәлиғ булмағандарҙың күбеһе ата-әсәһе менән уртаҡ тел таба алмай, үҙ аллы булырға ынтылып, тиҙерәк атай йортонан сығып китергә тырыша. «Тормош тәжрибәһе булмау, икенсе яртың, сабыйың алдында бурыс­тарыңды аңлап етмәү, мөнәсәбәттәр көрсөгөн еңеп сыға алмау, аҡса юҡлығы, бала тыуғас, иректең сикләнеүе – быларҙың барыһы ла йәш парҙарҙың бер-береһенә ҡарата булған хистәренә кире йоғонто яһай, – тип иҫәпләй Республика ғаиләгә социаль-психологик ярҙам үҙәге психологы Галина Шурухина. – Тормош мәшәҡәттәре баҫып, хистәр һүнә. Айырылыуға ла улар еңел-елпе ҡарай, ғаиләнең емерелеүен дә фажиғә тип ҡабул итмәй­ҙәр. Уларҙың балаларын ата-әсәләре ҡарар­ға мәжбүр. Шуға ла иң тәүҙә үҫмер тәрбиәләнгән ғаиләлә тыныслыҡ, ышаныс яйға һалынырға тейеш. Һәр йәш ғаилә, теләйме, теләмәйме, үҙенең ғаиләһе миҫалында ояһын ҡора бит. Бәлиғ булмаған йәштә характер формалашып етмәй, яуаплылыҡ тойғоһо бөтөнләй булмай. Йәш парҙар конфликтты дөрөҫ, аҡыллы итеп хәл итеү юлдарын белмәй. «Беҙҙең үҙәктәге психологтар улар­ға кәңәш бирергә әҙер, тик бик һирәктәре генә ярҙам һорарға батырсылыҡ итә», – ти үҙәк белгесе. Тимәк, айырылышырға торған парҙарға, психологик ярҙам, көрсөк үҙәктәренә барып, кәңәш һорауҙан тартынмаҫҡа кәрәк.
Буласаҡ үҫмер әсәгә
йөклөлөк – көсөргәнеш

Өфөнөң 4-се бала табыу йорто поликлиникаһы мөдире Резеда Юлбарисова, йәш ҡыҙҙар­ҙың организмы бала табыуға әҙер булмай, шуға ла йөклөлөк осорон улар ауыр үткәрә, ыҙалыҡ менән бала таба, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына йөрөүгә лә һалҡын ҡарай­ҙар, тип иҫәпләй. Уларҙа йылына бер-ике бындай осраҡ булып тора. Тиҫтерҙәре менән уйнап-көлөп йөрөр, һөнәр алыр йәштәрендә икенсе статус алып, мәжбүри рәүештә сабый ҡосаҡлап ултырыуҙары психологик көсөргәнеш тә тыуҙыра. Медицина тәжрибәһенән күренеүенсә, күп осраҡта буласаҡ үҫмер әсәләр­ҙең төрлө патология менән бала табыу хәүефе ҙур, ти табиптар.

Йәш парҙар бер-береһенә тиҙ яраҡлаша

Киров районы буйынса ЗАГС бүлеге етәксеһе Наилә Сәйет­ғәлина белдереүенсә, иртә йәштән ғаилә ҡороусылар һаны күп түгел. Улар араһында айырылышыусылар һаны оло йәштә никахҡа инеүселәр менән бер кимәлдә. Алты йылда 18 йәше тулмағандар араһында ни бары 27 никах теркәлгән, тик дүртәүһе генә айырылышҡан. Ата-әсәләр, балалары иртә өйләнешһә лә, улар­ҙың теләктәренә ҡаршы килмәй, матур итеп туй үткәрә икән. «Ул йәштәрҙең бәхетле йөҙҙәрен күрһәгеҙ икән! Ғаиләһе ҡаршы түгел, ике яҡтан да ярҙам итеп торалар икән, уларҙың никахы ла тотороҡло була», – ти, күп йыллыҡ күҙәтеүҙәренән сығып, ЗАГС бүлеге етәксеһе. Эшкә бирелгән, карьераға ынтылған, матди яҡтан тәьмин ителгән парҙарға ҡарағанда, улар бер-береһенең характерына тиҙерәк өйрәнә, тип иҫәпләй ул. Наилә Сәйетғәлина фекеренсә, төбәктә иртә никахтар теркәлә, тик уларҙы теркәү мәсьәләләрен хәл итеүҙе көйләүсе механизм, норматив закон акттарын ғына ҡабул итергә кәрәк. 14 йәшендә ауырға ҡалған ҡыҙ һәр осраҡта ла, егете менән өйләнешергә ашығып, ЗАГС-ҡа мөрәжәғәт итәсәк. Яңы закон иртә өйләнешкәндәргә юл асыу түгел, уның мәжбүри булыуын дөрөҫ аңларға кәрәк.

З. ЙӘҺҮҘИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»