RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һыу-һүл мәле имен үтһен

21.04.2017 Һыу-һүл мәле имен үтһен

Һыу-һүл мәле  имен үтһен
Синоптиктар Башҡортостанда ташҡындың май баштарында көсәйәсәге хаҡында белдерҙе
Былтыр яҙ иртәрәк килеп, ташҡын апрель аҙаҡтарында башланғайны. “Башгидрометүҙәк”тән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл Өфөлә Ағиҙел йылғаһы – 750 – 850 сантиметрға, Өфө – 760 – 860, Дим 700 сантиметрға күтәрелеүе ихтимал. Дөйөм алғанда, республика йылғаларында яҙғы ташҡын ваҡытында һыуҙың норманан 20 – 70 сантиметр­ға юғарыраҡ булыуы фаразлана.
Республикалағы йылға бассейндарында көҙҙән ҡалған һыу запасы норманан әҙерәк булды. Ҡышҡыһын ер ҙә элекке йылдар­ҙағы кимәлгә етеп туңманы. Ҡарҙағы һыу запасы бар бассейндар буйынса 20 – 40 процентҡа күберәк тупланған. Ошо сәбәптәр ташҡындың имен үтеренә өмөт биргән кеүек. Ләкин яҙҙың һуң килеүе һағайта – ҡарҙың бер юлы иреүе йылғаларҙы ярҙарынан сығырға мәжбүр итәсәк. Ағиҙел һәм Өфө йылғалары ташыу һөҙөмтәһендә 932 йорттоң, 33 ойошма-предприятиеның һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Ә дөйөм алғанда, республикала 80 мең кеше йәшәгән 258 тораҡ пункты ташҡындан зыян күреүе мөмкин.
Был аҙна башында Өфө янында Ағиҙелдә боҙ ҡуҙғалды. Мәләүез районының Ергән ауылы эргәһендә Тирәкле йылғаһы ярҙарынан сығып, “Өфө-Ырымбур” юлын баҫты. Автотранспорт урау юлдан йөрөнө. Өфө янындағы Крючевка, Булгаков ауылдарында һыу күперҙәргә тиклем етеп, Волково ауылына юл аша сығып ята. Кешеләр автомобилдәрен ҡалдырып, йәйәү йөрөргә йәки урау юлдан йөрөргә мәжбүр.
Әйткәндәй, Башҡортостан ЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙәре һыу баҫыу ихтималлығы булған федераль трассаларҙың участкаларын атаны. Был урындар М - 5 юлының 1474 - се саҡрымында - Өфөнөң Октябрь районы, М - 7-лә — 1281-се саҡрымда - Кушнаренко районы һәм Стәрлетамаҡ районында Р - 240-та – 141 - 142-се саҡрымдарға тура килә.
Һыу баҫҡан осраҡта был участкаларҙа водителдәргә урап үтергә тура киләсәк: М - 5 трассаһында Нуғай, Турбаҫлы, Ҡалтыман аша 63 саҡрымлыҡ урау юл; М - 7-лә — Иҫке Туҡмаҡлы һәм Үгеҙ ауылдары аша - 53 саҡрым; Ырымбур трассаһында — Покровка, Наумовка, Яңы Васильевка аша 31 саҡрым. Көтөлмәгән хәл килеп тыуғанда водителдәр ярҙам һорап 235-84-02, 233-27-31 телефондары аша юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарына мөрәжәғәт итә ала.
Һыу күтәрелеүен күҙәтеү өсөн ҡайһы бер урындарҙа төнгө ҡарауыл ойошторғандар. Мәҫәлән, Архангел районының Оҙондар ауылы халҡы Инйәр йылғаһы кимәлен сиратлап күҙәтә. Тап ошо берҙәмлек өс йыл элек һыу кинәт күтәрелгән саҡта ла ташҡынды бәлә-ҡазаһыҙ үткәрергә ярҙам иткән. Белорет районының Ғәбдүк ауылында йәшәүсе Хәлисә Ғәлләмова иһә ошолай тип хәбәр итте:
- 13 апрелдә ауыл тирәһендәге боҙ китте һәм Ырыҫҡол бөгөлөнә барып тығылды. 14-ендә Йөйәк ауылы эргәһендәге тығын үтте һәм, беҙҙе шомландырып, тағы ла шул тығынға барып туҡталды. 15 апрелдә киске сәғәт 8-ҙәрҙә Берештамаҡ ауылының ҙур тығыны ла бергә уҡмашып, тимер юлы күперенә яҡынайҙы. Күп тә үтмәй Асы ауылы эргәһендә тығылған боҙ ҙа ҡуҙғалған, ә улары, киске 10-дар тирәһендә килеп етеп, ике күпер араһында туҡталып ҡалды.
Ауыл осондағы өйҙәрҙең ишек алдына боҙло һыу инә башланы, әммә Алла ҡөҙрәте менән, Ырыҫҡол тығыны йырылып китте лә, беҙҙең бәхеткә һыу кәмене. Боҙ китә башлаһа, өйҙән сығып китеп, көндөҙ ҡайтып йөрөнөк.
Әлеге мәлдә яр ситендәге боҙҙар иреп бөтөп бара, һыу яйлап күтәрелә, бик ҡурҡыныс түгел. Көслө ямғыр ғына булмаһын, ҡапыл иретһә, һыу кимәленең ныҡ күтәрелеүе ихтимал. Инйәр йылғаһы Ғәбдүк - Йөйәк юлын баҫты. Ауыл халҡы бер ҡайҙа бара алмай. ”.
Күп һыу тупланған Йомағужа менән Павловка һыу һаҡлағыстары махсус режимға күскән.
Үкенескә күрә, быйылғы ташҡында тәүге һыуға батып үлеү осрағы ла теркәлде. Иглин районының Тыуыш ауылында 57 йәшлек ир Иҫке Ләмәҙ йылғаһы буйына төшә. Боҙ китмәһә лә, йылғала асыҡ урындар булған. Ул тайып китеп, ярҙан ҡолай, кәүҙәһен кисен табалар. Батып үлеүсе психик яҡтан ауырып, күптән түгел дауаханала ятып сыҡҡан булған.
Яҙғы ташҡын буйынса һуңғы яңылыҡтарҙы, фотоһүрәттәрҙе беҙҙең “Бәйләнештә” селтәрендәге “Йәшлек” гәзите – газета “Йэшлек” төркөмөндә ҡарап барығыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»