20.04.2017 «Әсәйем янымда, тик ул интернетта»
Өс йәш самаһындағы бала майҙансыҡта уйнай: ҡомлоҡта булыша, шыуғалаҡҡа менеп китә, бәүелсәккә менеп ултырырға маташа. Эскәмйәлә баланың әсәһе ҡулына планшет алып, бар донъяһын онотҡан төҫлө. Бәләкәстең: “Әсәй, ҡара мине, минең менән һөйләш!” – тип ҡысҡырыуына башын күтәреп ҡараһасы. Ҡатындың янынан битараф үтеп китә алманым, яҡынлашҡас, уның “Инстаграм”да бер “йондоҙ”ҙоң фотоларына “лайк”тар ҡуйыу менән мәшғүл икәнен күрҙем.
Бөгөн йәмғиәттең интернетҡа бәйлелеге хаҡында күп яҙыла, психологтар тарафынан был проблеманан сығыу юлдары тәҡдим ителә. Сирек быуатҡа яҡын мәғариф арбаһы йөгөн тартыусы педагог булараҡ, минең дә был хаҡта фекерем бар. Ысынлап та, йәш быуын ғына түгел, хәҙер йәш ата-әсәләр ҙә виртуаль донъяға баштан-аяҡ сумырға әҙер тора. Берәү ҙә һәр көн үҙенең интернетҡа бәйле булыуын танмаясаҡ, әлбиттә, барыһы ла, заман башҡа – заң башҡа, был ғәҙәти күренеш тип яуаплаясаҡ. Ә баланың психикаһы ата-әсәнең компьютер алдынан китмәүен, гаджетты ҡулынан төшөрмәүен нисек ҡабул итә? Бының менән баланың аңына ысынлап та зарар килеүен барыһы ла төшөнәме икән?
Бала үҫә барған һайын үҙенә күберәк иғтибар талап итә. Тәүге айҙарҙа тамаҡ туйҙыра ла күп ваҡыт йоҡлай – йәш әсәгә интернетҡа инеү мөмкинлеге тыуа, буш сәғәттәрен ул социаль селтәрҙәрҙә, интернет форумдарҙа уҙғара. Нисек инде башҡа әсәләр менән тәжрибә уртаҡлашмай ҡалаһың, ғөмүмән, кем ҡайҙа барған, ҡунаҡ булған, ниндәй күлдәк һатып алған – фотоларҙы инеп ҡарау теләге күңелде ҡытыҡлап тик тора! Баланың тәүге өс йылы – уның тормошондағы иң мөһим осор. Тап ошо ваҡытта ул шәхес булараҡ формалаша, тирә-яҡ мөхит менән хәленән килгәнсә таныша, бындай яуаплы мәлдә әсә ярҙамы мотлаҡ. Баланың алдына тауҙай уйынсыҡ өйөп, үҙе интернетҡа сумған әсәнән ниндәй ярҙам көтөргә һуң? Әллә ниндәй үҫтереүсе уйынсыҡтар әсә менән баланың уйынын алмаштыра алмай.
Селтәрҙә баланың һүрәттәрен йыш ҡуйған, һәр аҙымын яҡтыртып барған, үҙен яҡшы яҡтан күрһәтергә тырышҡан, ә ысынында дөрөҫ тәрбиә бирмәгән йәш ата-әсәләр интернетҡа бәйлелек арҡаһында балаһына ҡысҡыра, һуға, компьютер янынан ҡыуып ебәрә. Ошо минутта бәләкәс үҙен бер кемгә лә кәрәкмәгән, ташландыҡ итеп тоя, киләсәктә был кәмһенеүҙәр баланың үҙ-үҙенә йомолған, ышанысһыҙ булыуына килтерәсәк. Ата-әсәһенең интернетта оҙаҡ ваҡыт уҙғарыуын күреп өйрәнгән бала шулай булырға тейеш тип үҫәсәк. Тиҙҙән үҙе лә был йоланы тота башлаясаҡ. Ә интернетҡа бәйлелектең бөгөн үҫмерҙәр именлегенә зыян, негатив килтереүе үҙе бер оло проблема. Күп ваҡытын онлайн-уйындарға бағышлаған бала тора-бара бер миҙгелгә генә интернетһыҙ ҡалыуҙы күҙ алдына ла килтермәй. Уның өсөн тормош туҡтап ҡалған кеүек була. Был күңелһеҙ хәлдәрҙе булдырмау өсөн ата-әсәләргә эште үҙҙәренән һәм бала биләүҙә үк башларға кәрәк.
Интернет донъяһында ултырып, балағыҙҙың иң мөһим миҙгелдәрен үткәреп ебәрмәгеҙ. Саф һауала уйындар, урманға сәйәхәт, балалы йортҡа ҡунаҡҡа барыу йәки саҡырыу – был сабыйға ғына түгел, өлкәндәргә лә файҙалы. Интернет булырға тейеш, әлбиттә, тик сабыйға зарар килтермәгән күләмдә генә.
Беҙ, уҡытыусылар, баланы имтиханға ғына түгел, тормошҡа ла әҙерләргә бурыслы. Тик һуңғы йылдарҙа педагогтар өсөн уйлап табылған яҙыу-һыҙыу эштәре бик күп ваҡытты ала. Йәшерен-батырын түгел, күп осраҡта уҡыусы менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшергә лә форсат юҡ. Күптән түгел РФ мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева: “Уҡытыусылар тиҙҙән ни бары өс документ – класс журналы, көндәлектәр һәм уҡытыу программаһын ғына тултырасаҡ”, – тип шатландырҙы. Тимәк, уҡыусыларҙың күңеленә белем орлоҡтарын сәсеүҙән тыш, уларға тормош һуҡмаҡтарында дөрөҫ юлды һайларға ярҙам итеү өсөн ҡулай буласаҡ, тип һөйөндөм.
...Балалар майҙансығындағы ҡатын элекке уҡыусым булып сыҡты, уның менән апаруҡ гәпләшеп ултырҙыҡ. Өсәүләшеп “Алырымҡош менән Бирмәмҡош” һәм башҡа уйындарҙы уйнап алдыҡ. Бәләкәстең нисек шатланғанын күрһәгеҙ! Иң ҡыуаныслыһы, минең киҫәтеүемде йәш әсә аңлап ҡабул итте, балаһына күберәк иғтибар бүлергә һүҙ бирҙе.
Салхиә ЙӘНБИРҘИНА.
Баймаҡ ҡалаһы.