06.04.2017 «Йәшәүҙе яратмау – гонаһ!»
Ете йәшенән үҙ аллы хәрәкәт итеүҙән мәхрүм шағирә төшөнкөлөккә бирелмәй
“Кәүсәриә Шафиҡованы рус яҙыусыһы Н. Островский, башҡорт яҙыусыһы Ибраһим Ғиззәтуллин менән йәнәшә ҡуя алыр инем”, – тигән Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим. Ете йәшенән аяуһыҙ сир арҡаһында инвалид креслоһына ултырған шәхес алты тиҫтәнән ашыу йыл дауамында яҙмыш һынауҙары менән көрәшә. Шағирә йәшәгән Яңауыл еренә барыу менән, осрашыуға ашыҡтым. Сәй табыны артында ижад һәм яҙмыш хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Кәүсәриә апай, һеҙгә ҡарата яҙмыш сабый саҡтан уҡ аяуһыҙ булған...
– Эйе, һынауҙарҙы йәлләмәне был тормош. Йәш ярымлыҡ саҡта миндә полиомиелит ауырыуының тәүге билдәләре башланған. Тән температураһы күтәрелеп сирләгәс, бер нисә көн грипп тип дауалағандар. Аҙаҡ ул онотолдо, бары тик үҫә килә генә хәлһеҙлек башланды. Дауахананан дауаханаға йөрөп, төрлө тикшерелеү үттем, дауаландым. Әммә файҙаһы булманы. Ете йәшкә тиклем уң аяҡҡа ҡыйыш баҫа инем, тотоноп йөрөй алдым. Көндән-көн атлауы ауырлашып, ултырыуға күстем. 11 йәшемдә бер-бер артлы алты операция үткәреп, дауалау файҙаһыҙ, тигән ҡәтғи ҡарар менән тыуған йортома ҡайттым. Әсәйем иҫән саҡта ҡулдарым һәйбәт йөрөй ине. Уның үлеменә тетрәнеп, хәлем тағы ла насарайҙы. Хәҙер гәзит-журналды тотоп уҡый алмайым, ашау өсөн ярҙамсы кәрәк. Күҙҙәрем дә насар күрә. Ноутбукта яҙыр өсөн хәрефтәрҙе берәмләп кенә, саҡ-саҡ сүпләйем.
– Ошондай ауыртыу-һыҙланыуҙар кисереп тә, оптимистик рухтағы шиғырҙар ижад итеүегеҙгә һоҡланмау мөмкин түгел. Тимәк, һеҙ – көслө кеше!
– Был тормошто, йәшәүҙе яратыуҙан килә. Һәр көндөң, йәшәгән мәлдең ҡәҙерен беләм. Йәшәүҙе яратмау – гонаһ! Ауырлыҡтар менән көрәшергә теләмәй, эскелек һаҙлығына батҡан, башын элмәккә тыҡҡан кешеләрҙе йәлләйем. Айырыуса йәштәрҙең еңел тормош эҙләүен аңламайым. Осрашыуҙар булһа, һәр саҡ үҙ яҙмышым миҫалында йәшәүгә тоғро ҡалырға, Аллаһы Тәғәлә биргән ғүмерҙе матур итеп йәшәргә өндәйем. Зарланып ултырыу минең өсөн түгел. Шиғырҙарымда сағылған бейеү, йүгереү кеүек хәрәкәттәр, осоу кисерештәре – улар минең хыялым.
– Ә шиғриәткә нисек килдегеҙ?
– Аяҡтан яҙғас, ваҡыт үткәреү өсөн сигеү сигергә тотондом. Аҙаҡ атайым гармун алып бирҙе. Ярайһы ғына уйнай башлағайным, ямғыр аҫтына ҡалып, яңғырашы үҙгәрҙе. Ҡулдарымдың хәле бөтә башлағанын тоя инем инде, йүнәттереп торманым (гармунымды йәлләп, шиғырҙар ҙа яҙҙым, илап та алам. Моңон юғалтҡан ҡоралымды аҙашҡан йән менән сағыштырам...). 17 йәштәр тирәһе ине, бер туған һеңлем китапхананан Муса Йәлилдең “Моабит дәфтәре”н алып ҡайтты. Шул китапты уҡығандан алып шиғриәт донъяһына сумдым. Күп уҡыным, Рәми Ғарипов, Әнғәм Атнабаев, Назар Нәжми, Дилә Булгакованың ижады күңелемә яҡын. Бер аҙҙан, үҙем өсөн генә тип, күңелдә тыуған уйҙарҙы шиғыр юлдары менән аҡ ҡағыҙға төшөрә башланым.
Яҙыу буйынса байтаҡ тәжрибә туплағас, аралашҡан кешеләрҙең, туғандарымдың яҙмыштарын проза әҫәрҙәре итеп һүрәтләй башланым. Улар “Күңелем биҙәктәре” тигән айырым йыйынтыҡта донъя күрҙе.
– Һеҙ, бөгөнгө яҙыусыларҙан, шағирҙарҙан айырмалы рәүештә, белем алыуҙан мәхрүм булғанһығыҙ. Ете класс белем менән камил шиғырҙар, йыр текстары яҙыу ҙур талантығыҙҙы дәлилләй түгелме?
– Тәүге шиғырҙарымды район гәзите редакцияһына ебәргәс, хеҙмәткәрҙәрҙән: “Ритм-рифмаһы теүәл, фекер бар. Шиғырҙарыңды йылға буйы оҙон итмә, ҡыҫҡа һәм йыйнаҡ булһын”, – тигән теләктәр менән хат килде. Ике куплетлы шиғырым баҫылып сыҡты. 1970 йылда булды был хәл. Тимәк, әҙәби белемем булмаһа ла, шиғырҙы тойомлау, аңлау ҡанымда булған. Шиғыр яҙа алмайынса, ғазапланып ултырғаным юҡ, күңелдә үҙенән-үҙе тыуып ҡына тора.
– Һеҙ “Башҡортостан гөлө беҙ”, Аҡ сәскәләр”, “Ҡоштар китә” кеүек популяр йырҙарҙың авторы. Ә тәүге йырҙарҙың тарихы нисек булды?
– “Һағынып ҡайтам” тигән шиғырым республика гәзиттәренең береһендә баҫылып сыҡҡас, Салауат музыка училищеһында эшләүсе музыкант Миңнулла Дәүләтбаев йыр ижад итеп, ноталарын хат аша ебәрҙе. Ноталарын белмәйем, ә йырҙы ишеткем килә. Район мәҙәниәт йортонда эшләүсе Тәғзимә исемле йырсыға ноталарҙы ебәрҙем. Ул йырҙы өйрәнеп, йырлағанын кассетаға яҙҙырҙы.
Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, “Китмә” тигән йыр ижад итте. Ул Татарстанда нәшер ителгән бер гәзиттә ноталары менән баҫылып сыҡты. Уны Илһам Шакиров күреп, үҙенең 50 йәшлек юбилейында башҡарған, Ленинградта пластинкаға яҙҙырған. Яр Саллы ҡалаһында йәшәүсе туғандарым өс дана алып, миңә ебәрҙе. Шул уҡ йырҙы Өфөлә Ғәлиә Солтанова ла башҡарҙы. Әлеге ваҡытта 150-гә яҡын шиғырым йыр булып тыңлаусыларға барып етте. Күберәк Наил Шәймәрҙәнов, Ризван Хәкимов ижад итә. Яңыраҡ Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе Рәзиф Тимерғәлиев менән таныштыҡ. Йырҙары бик матур, йырсыларҙы табыр, тип ышанам.
– Тормошоғоҙҙа һеҙҙе тағы ла бер һынау һағалаған: оҡшаш яҙмышлы, рухташ булған Рәфис ағай Мөхәмәтдиновты юғалтыу...
– Рәфис алдан уҡ минең шиғырҙарым менән танышҡан. Хат аша шиғырҙарын ебәрҙе. Тәүҙә хат аша, аҙаҡ күрешеп аралаштыҡ. Арала мөхәббәт хистәре уянды, бергәләп ижад иттек, никах уҡыттыҡ. Тик ир менән ҡатын булып йәшәй алманыҡ, сөнки уның хәле минекенән дә ауыр ине. Туғыҙ айлыҡ саҡта ултыра төшөп, умыртҡа һөйәге зыян күргән. 1995 йылда Өфөлә – “Пар аҡҡош” һәм 2000 йылда Яңауылда “Бөрөләр асылғанда” тип аталған, уртаҡ ижад емештәребеҙ тупланған йыйынтыҡтар донъя күрҙе. “Пар аҡҡош”тоң исем туйын район мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре бик матур итеп үткәрҙе. Төрлө артистар, әҙиптәр килде, район хакимиәте икебеҙгә йәнәш фатирҙар бүләк итте. Биш йылдан ашыу йәшәнек, тик Рәфис бик иртә яҡты донъянан китте...
– Тормош ауырлыҡтарын еңергә нимә ярҙам итә?
– Йәшәүҙе яратыу һәм мөхәббәт хисе. Яҙған шиғырҙарымдың уҡыусыларға барып етеүе, йырҙар ижад ителеүе миңә йәшәү көсө бирә. Шиғырҙарымды яратҡан, ижадымды хөрмәт иткән кешеләр булыуы дәрт өҫтәй. Район етәкселәренә рәхмәт. Бөтә уңайлығы булған ике бүлмәле фатир бирҙе, бер генә мәҙәни саранан ҡалдырмай, саҡырып торалар. Ике республика нәшриәттәрендә лә китаптарым баҫыла. Тормошом зарланырлыҡ түгел. Тик йылдан-йыл сәләмәтлегем ҡаҡшай, кеше көнлө булғас, һәр ваҡыт ҡараусыға мохтажмын. Минең менән йәшәргә теләгән миһырбанлы, изге күңелле яңғыҙ ҡатын эҙләйем. Ай һайын эш хаҡы түләйем. Бәлки, “Йәшлек” гәзитен уҡыусылар араһында шундай кешеләр булыр, бәйләнешкә инегеҙ.
– Әгәр ярҙам итә алһаҡ, бик шат булыр инек беҙ ҙә. Әңгәмәгеҙ һәм өр-яңы шиғырҙарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, Кәүсәриә апай!
Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.
Яҙ
Тамсылар булып тама яҙ,
Гөрләүек булып аға.
Был мәл ут-ялҡынлы йөрәк
Ҡош булып ҡанат ҡаға.
Оя ҡорған ҡоштар ул яҙ,
Яҙ – беренсе сәсәктәр.
Талғын иҫкән елдәрендә
Наҙ тоймайһың нисектер?
Тирәктәге бөрө ул яҙ,
Яҙ – ул ҡояштың нуры.
Ана ул яҙ, иген ҡыры,
Көткән бәхеттең ҙуры.
Яңы көн
Сәләмләйем яңы көндө,
Шатлыҡтар ғына көтөп.
Кәрәкмәй, ҡайғы-хәсрәттәр
Алмаһын йәнде өтөп.
Хәләл ризыҡ туҡландырһын,
Иманлы үтһен көнөм.
Бары татлы хыялдарҙан
Биҙәлһен килер төнөм.
Килмәһен ауыр хәбәрҙәр,
Йәшләнмәһен күҙҙәрем.
Шиғыр тыуһын, һәр кем өсөн
Дауа булһын һүҙҙәрем.
Күңелдәге сафлыҡтарҙан
Айырмасы, эй Аллам!
Ҡабул ҡыл теләктәремде,
Ҙур өмөтөмдә ҡалам.
Ашығып килмә
Шатлыҡтарым донъя ҡәҙәр:
Ишетәм, әле күрәм.
Минең эшем ижад итеү –
Һүҙҙәрҙән гөлдәр үрәм.
Янып һөйөрлөк көсөм бар,
Йөрәгем тибә әле.
Әйтерһең, әйләнеп килде
Ғүмерҙең татлы мәле.
Һөйләшәм, йырлап та алам,
Моң менән тулы күң(е)лем.
Минең йән йәшәүгә ғашиҡ,
Ашығып килмә, үлем!
Һүрелмәһен
Йоҙроҡ ҡәҙәр йөрәгемдең
Мең төрлө яраһы бар.
Мең генә булмаҫ яралар,
Әле бит янаһы бар.
Янмай ғына йәшәп булмай,
Һәр көн уттан ярала.
Ялҡынының һәр осҡоно
Йөрәккә яра һала.
Янаһым бар иртәгә лә,
Дөрләп янам бөгөн дә.
Йәшәүгә булған мөхәббәт
Һүрелмәһен күңелдә!
Рәхмәт һиңә
Күңел йылың яҙған хаттарыңда,
Яҙ әле, яҙ. Йәнем туңмаһын.
Шатлыҡтарҙан янып торған
күҙҙәр
Әсе йәштәр менән тулмаһын.
Рәхмәтемде алсы йөрәгеңә,
Елдәр менән осоп китмәһен.
Яҙ хатыңды, килер көндәр,
төндәр
Мине берүк һинһеҙ итмәһен.
Ашыҡтырма ғына
Һин юҡлыҡтан ауыр ғазап сигәм,
Күңелемдә һағыш даръяһы.
Бар донъяны айҡап эҙләһә лә,
Дауа тапмай йөрәк яраһы.
“Ҡайғың булмам”, – тиеп әйтә
инең,
Ғүмер юлың ҡыҫҡа булған шул.
Яңғыҙ тороп ҡалдым, ә һин унда
Хур ҡыҙҙары менән бергә бул.
Һин көт мине, ашыҡтырма ғына,
Бөтөрәйем тормош михнәтен.
Алып ҡалайымсы был
тормоштоң
Өлөшөмә тигән рәхәтен.
Йөрәк илай
Раббым беҙгә яҙмыш бүләк
иткән,
Уттарында янып-көйәбеҙ.
Йөрәк илай, юҡ ул йыуатыр көс,
Әрней-әрней өҙ(ө)лөп һөйәбеҙ.
Тиң булмаған йәрҙе һөйә йөрәк,
Һин яратҡан һине яратмай.
Мин яратам һине, һин –
башҡаны,
Һинең өсөн ул да йән атмай.
Әҙ ҙә түгел, күп тә түгел –
икебеҙгә
Тигеҙ итеп бүлгән ҡараһын.
Икебеҙ ҙә ауыр яралы бит,
Кем бәйләр һуң кемдең яраһын?
Йәшермә
Күңелеңдә йәшерәһең
Миңә әйтер һүҙеңде.
Ниңә инде яна-көйә
Ғазапларға үҙеңде?
Әйтәһе һүҙ әйтелһен ул,
Ниңә ваҡыт һуҙырға?
Ғүмер юлын ниңә шулай
Ғазап менән уҙырға?
Әйт, мин көтәм. Ҡара уны,
Ҡояшһыҙ итмә мине.
Мин бит: “Йәнгә йылы бирер
Ҡояшым!” – тип әйтәм һине.