31.03.2017 Мираҫҡа машина, йорт түгел, ә... бурыс ҡалһа?
“Мираҫ” һүҙе күптәргә тоҡсай-тоҡсай аҡса, машина, дача, йорт булараҡ күҙаллана. Мәҫәлән, сит илдә миллионер әбей-бабайың булып, уларҙың вафатынан һуң миллиондары миңә мираҫҡа күсһәсе, тип хыялланыусылар аҙмы ни? Ундайҙар бик күп. Ләкин мираҫҡа дәғүә итеүселәрҙе иҫкәрткебеҙ килә: мираҫҡа мәрхүмдең мал-мөлкәте генә түгел, ә банктарға булған бурыстары ла күсә. Айырыуса һуңғы йылдарҙа был йыш күҙәтелгән күренеш.
Бурыстар упҡыны
Байтаҡ йылдар элек ун йәшкә өлкәнерәк Х.Х. исемле бер ҡатын менән таныштыҡ. Ҙур күҙле, ҡыйғас ҡашлы һылыуҙың буй-һыны ла ҡойоп ҡуйғандай, сәсе лә ҡуйы, ирендәре бешкән сейә төҫөндә – матурлығынан күҙ ҡамашырлыҡ. Йылмаяҡ ҡатын, эскән, һуғышҡан иренән ҡасып, беҙҙең тарафтарға килеп урынлашҡайны. Бер үҙе түгел, ҡыҙы менән. Кеше фатирында йәшәнеләр. Балаһы әсәһенән төҫ-башҡа күпкә ҡайтыш булһа ла, тырышлығы, белемгә ынтылышы менән ихтирам уятты. Мәктәпте уңышлы тамамлағас, ҡыҙ юғары уҡыу йортона уҡырға инде. Баламды кеше көнлө итеп йөрөтөп ҡуймаясаҡмын, иргә бойондороҡло булмаһын тип, Х.Х. бер нисә урындан кредит алып, банкта иҫәбендә ятҡан күпмелер сумманы ҡушып, студент ҡыҙына инселәп, Силәбелә торлаҡ һатып алды. Ҡыҙы бер бүлмәле фатирҙа йәшәй башлағанда Х. апай шундай бәхетле ине! Бурысҡа батһам баттым, әммә маҡсатыма ирештем, тип ҡыуанды: “Силәбелә аҡсалыраҡ эш тапһам, ҡыҙым янына күсеп китәм!” Әммә уға ҡалабыҙҙан иҫән килеш күсеп китергә яҙманы... Һөйөнөсө менән уртаҡлашҡанынан һуң бер ни тиклем ваҡыт уҙғас, уның менән урамда осраштыҡ. Ҡобараһы осҡан ҡатында Х. апайҙы танымай, янынан үтеп китә яҙҙым, үҙе туҡтатты: “Шулай ныҡ үҙгәрҙемме ни мин?! Таныштар танымайсы”. Әйткәндәй, күҙ аҫтарына шәүлә ятҡан, йөҙө һурылған, ябығып кесерәйгән, аламараҡ кейемле ҡатында ҡупшы Х.-не таныуы ауыр ине.
– Мине тормош бер нимәгә лә өйрәтмәй, тағы ашығып, ныҡ хаталандым, ашҡа бештем шикелле, – тип йылмайҙы, ә күҙҙәренә йәш тулды. – Кейәүгә сыҡҡанда ла шулай ҡабаланғайным, әйтерһең дә, йә ирһеҙ ҡалам, йә арттан ҡыуалар... Тансыла танышҡан үтә сибәр егет кейәүгә сығырға тәҡдим яһағас, тот та ризалаш әле! Егеттең тышҡы ялтырауығына, ул алып һыйлаған арзан портвейнға алданып, иптәш ҡыҙҙарҙың туҡтатыуына, тыйыуына ҡарамай, ахымсылап, өйҙәренә йоҡларға барҙым. Аҙаҡ өйләнешкәс, шуның менән мине әйләнгән һайын битәрләне. Беренсе саҡырған ир артынан эйәреп китергә әҙер торған к...й бит ул һин, тип, эскәнендә йоҙроҡланы. Ҡайны-ҡәйнәм менән бергә йәшәнек, улар, мине яҡлар урынға, ҡыҫылмай, шыма торғайнылар. Ҡәйнәмдең күршеләргә вайымһыҙ ғына, хатта бер аҙ маһайыбыраҡ, улыбыҙ килендең саңын ҡаҡты әле, тигәнен үҙ ҡолаҡтарым менән ишетмәһәм, быға ғүмерҙә лә ышанмаҫ инем. Сөнки мине ҡаҡмай-һуҡмай үҫтерҙеләр, ғаиләбеҙҙә татыулыҡ, изгелек хөкөм һөрҙө, көсһөҙөрәктәрҙе кәмһетеү, йәберләү булманы. Әсәйемә зарланғас, үҙең һайлаған яҙмыш, түҙ, ирле килеш ҡалғың килһә, сабыр бул, барыһы ла шуның аша үтә, тине: “Бала күтәреп ҡайтып, беҙҙе кеше алдында рисуай итмә! Ҡайҙа килен булып төшкәнһең – шунда таш булып бат!” Оҙаҡ түҙҙем. Үҙемдең һөнәрем буйынса эш булмағас, почтала эшләп йөрөнөм, аҙлап “ҡара көнгә” аҡса тупланым. Элемтә бүлеге бер ҡасан буш тормай, унда ни, бар кеше йомошо буйынса инә, ҡайһы ваҡыт ирҙәр ҙә инеп сыға. Тумһайып ултырмайым, һәр кемгә яҡты йөҙлө, йылы һүҙле булырға тырыштым. Ә иремдең мине ҡыҙғаныуынан талағы ташты. Икенсе балаға ауырға ҡалғайным, шундай ныҡ йөрәгем болғанып, ҡоҫоп ыҙаланғас, иремә, алдыртам, тинем. Диуаланды ла китте, башҡа берәүҙән ауырға ҡалғанға, осон һыуға йәшерергә уйлайһың, ҡайһы һөйәркәңдән йөккә ҡалдың, әйт, тип йәнемде ала яҙҙы. Ирешеп киттек. Аҙаҡ эсеп ҡайтып, мине дөмбәҫләргә тотондо... Саҡ күршеләргә барып тере ҡалдым, үлтерер ине, тим. Ҡанһырап уларға килеп ингәс, күршеләр, ҡаршылашыуыма ҡарамай, фельдшер саҡырҙылар. Ул “Тиҙ ярҙам”ға шылтыратты... Шул туҡмауынан һуң ирем мине бәпәй табыуҙан мәхрүм итте. Бындай ялҡытҡыс тормош үҙәгемә үткәйне, ирем үҙенән бөтөнләй биҙҙергәйне, йә үлтереп ҡуйыр, тип ҡурҡып, дауахананан сығыу менән, баланы алдым да, әсәйемдәргә ҡайттым, моғайын да, урамға ҡыуып сығармаҫтар, тинем. Ирем артымдан килеп, ҡайт, ҡайтмаһаң, үҙеңә үпкәлә, тип янап, ҡурҡытып яфалағас, олоғайған атай-әсәйемде йәлләп, Өфөгә ҡастым. Баш ҡалала йәшәүе ҡиммәткә төшкәс, бында килдем. Үҙеңдең мөйөшөң булмауы – шул тиклем ҡыйын. Шуға ла, ҡыҙыма бала сағында кеше фатирында көн күргәне лә еткән, ҙурайғас үҙенекендә йәшәһен, тип сәмләндем. Ләкин хәлемде яҡшылап самаламағанмын... Кредиттарҙы тәүҙә ваҡытында түләп бара инем, ҡыҫҡартыуға эләктем дә, мине бәләкәй окладҡа күсерҙеләр. Ни Силәбелә эш юҡ, бар ерҙә ҡыҫҡартыуҙар, эш хаҡын ваҡытында түләмәүҙәр, эшһеҙҙәр – йылға буйы... Бында, исмаһам, эш хаҡын түләйҙәр, тип теште ҡыҫып, билде быуҙым. Аҡсаны ни ҡәҙәрем тартып-һуҙмайым, барыбер бер нәмәгә лә еткереп булмай. Хәҙер башымдан аяғымаса бурысҡа батҡанмын. Төп эшемдән башҡа, подъездарҙа иҙән йыуам, иш янына ҡуш булһын тип, ләкин ул ғына тиндәр хәлде яҡшыртмай. Хет хәйерсе тоғон аҫып, урам буйлап теләнселәргә юллан! Кредиттарымдың осона сығырлыҡ түгел.
– Ә туғандарығыҙ ярҙам итә алмаймы? – тип һорағайным, өмөтһөҙ ҡулын һелтәне:
– Үҙҙәренең кредиттары хаттин ашҡан, атай-әсәй кескәй генә пенсияларынан былай ҙа барыбыҙға ла аҙлап булһа ла өлөш бүлә, әммә ямау йыртыҡты япмай...
Күп тә үтмәне, Х. апайҙың башын элмәккә тығыуы хаҡында хәбәр ишетелде. Үҙем үлһәм, бурыстарҙы ҡапларҙар, тип өмөт иттеме бисара, әллә шул тиклем өмөтһөҙлөк упҡынына батып, башҡа сығыр юлын тапманымы – бер кем айырата белмәне. Шул ғына мәғлүм ине: кредиттар проблемаһы уның үлеме менән хәл ителмәне, юҡҡа сыҡманы – бурыстарын юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөгән ун һигеҙ йәшлек ҡыҙы өҫтөнә һалдылар. Ҡайғы-хәсрәт эсендәге ҡыҙ балаға кредиттарҙы ҡаплар өсөн әсәһен гүргә илткән фатирҙы тиҙ арала (шуға ла арзанға!) һатырға тура килгән, тинеләр. Һуңынан, Х. Х. бик яңылышты, тигән һүҙҙәр йөрөнө: “Һатып алған фатирын тәүҙән үк ҡыҙының исеменә яҙҙырһасы...” Баҡтиһәң, әгәр ҙә фатир ҡыҙының исемендә булһа, ә Х.Х.-нең үҙендә бер ниндәй ҙә мөлкәт булмаһа, уның мираҫы юҡ, тип иҫәпләнер һәм шунлыҡтан ҡыҙына бер ниндәй ҙә мираҫҡа инеү талап ителмәҫ ине. Мираҫҡа инеүсе булмаһа, Х.Х.-нең банктар алдындағы бурысы ла мираҫ буйынса бер кемгә лә, шул иҫәптән ҡыҙына күсмәҫ, һәм ул фатирлы килеш ҡалыр ине. Әммә ундай нескәлектәрҙе Х. апайға ваҡытында аңлатыусы кеше, үкенескә күрә, табылмаған... Бәлки, Х. апай страховкаға ышанған булғандыр (кредит алғанда страховканы рәсмиләштергән бит). Ләкин үҙ-үҙенә ҡул һалыусыларға страховканың түләнмәүен белмәгән, ахыры...
Күпкә өмөт иткән, әҙҙән ҡоро ҡалған
Ғөмүмән, страховка компанияһына артыҡ өмөт итмәүең хәйерле – компенсацияны алыуың бик икеле, тиҙәр белгән кешеләр, һәм уларға ышанырға мөмкин. Был айырым һөйләшеүҙе талап итә, шуға ла ваҡытты әрәм итмәй, яңынан мираҫҡа ҡалған кредит темаһына әйләнеп ҡайтайыҡ. Сөнки яңыраҡ ошо уҡ темаға ҡағылышлы ваҡиғаны бәйән итеп, “Йәшлек”те алдырып уҡыусы ҡатын шылтыратты (исем-шәрифен атамай ғына һөйләште).
– Беҙ һуң ғына өйләнештек, иремдең ата-әсәһе күптән юҡ, тегендә-бында һуғылып йөрөгән бер буйҙаҡ ҡустыһы ғына бар ине. Ата-әсә, өй – кинйәгә, тигәс, ирем заманында йорттан баш тартҡан. Шул буйҙаҡ ҡустыһы эсеп үлгәс, нәфсе тигәнең тыныслығымды урланы бит, – тип көлөп тә, көйөп тә башланы ул һүҙен. – Әйҙә, нотариусҡа барып, вариҫлыҡ хоҡуғына дәғүә итеүебеҙҙе белдерәйек, тип иремдең быуынына төштөм. Нимәгә ул беҙгә, алыҫ ара, иҫке йорт, тип ҡаршылаша. Уның ҡарауы, юл өҫтө, ҙур ауыл, өйҙө һатып алырға теләүселәр мотлаҡ буласаҡ, тип иртәле-кисле ҡолағын игәп, саҡ күндерҙем. Шулай итеп, документтар юллап, элекке ата йортон үҙебеҙҙең исемгә күсерҙек. Өйҙө һаттылар ҙа байынылар, ти, берәүҙәр, хәҙер, көт... Йәйгеһен ике-өс банка буяу алып, йортто һатырға әҙерләп, рәтләргә, таҙартырға ҡайтҡайныҡ, аҫҡы бер нисә рәт бүрәнәләрҙең шыр ғына серек булыуы асыҡланды. Бәшмәк сереткән. Ҡулйыуғыс торған ерҙә лә иҙән таҡталары серегән. Обойҙарҙың исеме генә ҡалған. Бар өйгә тәмәке еҫе һеңгән. Мөйөштәрҙән тоҡҡа буш шешәләрҙе, һыра һауыттарын, тәмәке ҡаптарын йыйып маташа инем, тишек-тошоҡ тимер түбәне, серек түшәм таҡталарын, тәҙрә яңаҡтарын, рамдарын да алмаштырырға кәрәк, тип ирем башын тырнап килеп ингәс, аптырап туҡтап ҡалдым. Ҡара иҫәп менән генә лә байтаҡ аҡса кәрәк тә һуң, тигәйнем, ә мин һиңә нимә тинем, тип уртын сәйнәне: “Кәрәкмәй, тигәнде ишетмәнең!” Кәйеф төштө, эш ыраманы, көс-хәлгә сүп-сарҙы сығарып, әллә нисә рейс яһап, сүплеккә түккәс, ҡайтып киттек. Ҡайтыуыбыҙға – сюрприз! Суд приставы! Финанс учреждениеһы ебәргән. Ҡәйнешемдең кредиты бар, имеш, һәм беҙ уны түләргә тейеш. Нимәгә алған ул кредитты, ҡайҙа иткән – бер Хоҙайға ғына билдәле. Күрәһең, эскегә тыҡҡандыр. Бәлки, буйҙаҡ иргә эйәләшкән еңел-елпе бисәләр алдыртҡан да, аҡсаны алыу менән тайғандарҙыр. Кредитты ла бит ҡәйнеш ҙур банктан түгел, ә паспорт буйынса ғына бирелә торған урындан алған. Проценттарын күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Алған да, түләмәгән! Ҡаңғырышып бөттөк ул “мираҫ” менән. Ул өйгә тығылғаныма мең ҡат үкендем. Әлдә, йәш кенә булһа ла, бик башлы адвокаттан уңдыҡ. Уның өйрәтеүе буйынса, хаҡ ҡуйыусыны яллап, уны ауылға алып барҙыҡ та, өйҙөң, ерҙең аныҡ хаҡын баһалаттыҡ. Был хаҡ түләнергә тейешле кредит суммаһынан күпкә аҙыраҡ ине. Судтың ҡарары буйынса, шул хаҡ күләмендә генә кредитты ҡаплау хоҡуғын алдыҡ. Әҙәм көлкөһө: ҡәйнештең кредитын ҡаплар өсөн, яуаплылыҡты өҫтөнә алыусылар эҙләп табып, банктан кредит юлларға тура килде. Йәғни мираҫ менән бер тин дә отманыҡ, киреһенсә, байтаҡҡа отолдоҡ. Сөнки күпме аҡса сыҡты, ваҡыт, нервы бөттө? Ирем менән асыуланышыуҙарҙы әйтеп тә тормайым. Ҡәйнештең кредиты булғанын белһәм, ул өйгә ике аяғымдың береһен баҫмаҫ инем. Хәҙер берәйһе бушлай мираҫ ҡалдырһа ла, алмаясаҡмын. Ауыҙ бер беште бит.
– Өйҙө ремонтлап һатһағыҙ, бәлки, сығымдарығыҙҙы ҡаплар, – тигәйнем, трубканың теге яғында йыш-йыш тын алыу ишетелде:
– Ҡуй-ҡуй, уны ремонтлар өсөн кәмендә ике йөҙ мең һум аҡса кәрәк...
– Өс йөҙ меңгә һатһағыҙ, йөҙ мең булһа ла килем аласаҡһығыҙ. Күсемһеҙ милеккә хаҡтар юғары ла һуң, бәлки, “әсәлек капиталы”на алыусылар булыр.
– Әллә тағын... – уйға ҡалды. – Ирем әҙерәк тынысланһын да... Ҡәйнештең бурысын ҡаплар өсөн алған кредитыбыҙҙы ла түләйһе бар. Эй-й, ирем үҙе ҡараһын, ундай ҙур, яуаплы эштәр менән ирҙәр булышһын ул, ҡатын-ҡыҙ эше түгел.
– Ул һеҙҙең милек, шуға ла бөгөнмө-иртәгәме тигәндәй, барыбер булышырға тура киләсәк. Сөнки ҡулланылмаған ергә һәм йортҡа һалым да килә башлаһа, аҡсаны елгә осорабыҙ тип, эсегеҙ бошор.
– Уныһы ла бар... Уф-ф, баш ҡатты, – тип уфтанды трубка. – Ниңә генә ул мираҫты алдыҡ икән...
Йәл, иҫке йорт менән ни эшләгәндәрен белдереп, башҡаса шылтыратманы.
Кәңәшле эш тарҡалмаҫ
РФ Граждандар кодексының 1175-се статьяһына ярашлы, бурыстар буйынса яуаплылыҡ мөлкәт менән бер тиң вариҫлана. Кредиты булған мәрхүм яҡынығыҙҙан мираҫ алыу баш ҡайғыһына әйләнмәһен өсөн, юристар бына нимә кәңәш итә:
1. Үлем тураһында таныҡлыҡты алыу менән, проценттарҙы һәм штраф санкцияларын алты айға, йәғни вариҫлыҡ хоҡуғына эйә булыу көнөнә ҡәҙәр, туҡтатып тороуҙарын һорап, банкка ғариза яҙығыҙ. Банктар, ғәҙәттә, бындай үтенестәргә ыңғай ҡарай һәм уларҙы үтәй. Ә әгәр ҙә штрафтар менән ҡурҡытып, шунда уҡ кредитты һеҙҙән түләтергә итһәләр, ҡыйыу рәүештә судҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Шулай уҡ алты ай үтмәҫ борон, ваҡытында түләнмәне, тип кредитҡа проценттарҙы арттырһалар ҙа, судҡа ғариза яҙырға кәрәк.
2. Вариҫлыҡ хоҡуғына эйә булғанға ҡәҙәр, мәрхүмдең кредитын ҡапламағыҙ. Быны банктар талап итергә лә тейеш түгел. Заемды бер юлы тулыһынса ҡаплауығыҙҙы ла талап итергә банктың хоҡуғы юҡ. Банк вариҫ менән яңы килешеү төҙөп, яңы түләүҙәр графигын билдәләй.
3. Вариҫтарҙың яуаплылығы мираҫтың хаҡы менән сикләнә. Ябай ғына итеп әйткәндә, мәҫәлән, һеҙгә мираҫҡа 150 мең һумлыҡ машина эләкте, ти. Мәрхүмдең 200 мең һумлыҡ кредитын ҡаплау бурысын да өҫтөгөҙгә һалырға маташалар икән, был дөрөҫ түгел – һеҙҙең өлөш 150 мең һум! Әйткәндәй, машинаны һатыу мәшәҡәттәре менән бәйле сығымдарҙы бер кем дә ҡапламаясаҡ. Шуға ла зыян килтергән мираҫтан бөтөнләй баш тартыуың отошлораҡ түгелме икән?
4. Мираҫты бөтөнләй ҡабул итмәнегеҙме? Был осраҡта мәрхүмдең кредит бурысын хаҡлы рәүештә онота алаһығыҙ! Һеҙ мәрхүмдең кредиты өсөн бөтөнләй яуаплы түгелһегеҙ. Әйткәндәй, ҡайһы бер осраҡта мәрхүмдең мираҫ итеп ҡалдырырлыҡ мөлкәте лә булмай, шуға ла уның нимәһенә өмөтләнеп, вариҫлыҡҡа дәғүәләшергә?
5. Заем алыусының ниндәйҙер мөлкәте, әйтәйек, өйө, булып та, бер кем уға вариҫлыҡ хоҡуғын белдермәһә, кредитты ҡаплау уның туғандарына автоматик рәүештә күсмәй! Был осраҡта, ғәҙәттә, өй вариҫһыҙ ҡалған мөлкәт тип иҫәпләнә һәм дәүләт милкенә тапшырыла.
6. Мираҫты ҡабул итеп тә, вариҫ кредитты түләүҙән баш тартһа, банк был осраҡта стандарт процедураларҙы башлай ала, штрафтар, проценттар, неустойкалар артҡандан-артасаҡ. Ә бының ни менән тамамланыры билдәле.